kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Консультация на тему "Воспитание детей через народные игры"

Нажмите, чтобы узнать подробности

           Балалар?ы т?рби?л???? халы? уйындары айырыуса ?ур урын ала. Уйын улар ?с?н донъяны танып беле? сара?ы, хе?м?т м?кт?бе ??м ??р я?лап гармониялы ??е? сы?ана?ы. Ысынлап та, уйна?ан са?та бала ??л?к??? х?р?к?тт? була, ? был х?л инде уны? б?т? я?лап йылдам ??е?ен т?ъмин ит?. Был физиологик процесс бул?а, балалар?ы й?м?и?тебе? ?с?н к?р?кле кешел?р итеп т?рби?л???е? икенсе бер к?ренеше – психологик процесс та уйынды? айырыл?ы?ы? ?л?ш? булып тора.

          ??еге? уйлап ?ара?ы?: я??ы? ?ына уйнап й?р?г?н сабый уйындан бик ти? ял?а, арый, унан л?зз?т тапмай башлай. " к?м?кл?п уйна?анда балалар ??ж?п бер ансамбль тыу?ыра: сабый ??ене? коллектив?а м?н?с?б?тен билд?л?й, к?м?к ??м урта? уй мен?н эш итерг? ?йр?н?, уны? к??еленд? ипт?шлек,  ду?лы?, н?фислек той?олары т?рби?л?н?.

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Консультация на тему "Воспитание детей через народные игры"»

Балаларҙы рухи тәрбиәләүҙә халыҡ уйындары

Балаларҙы тәрбиәләүҙә халыҡ уйындары айырыуса ҙур урын ала. Уйын улар өсөн донъяны танып белеү сараһы, хеҙмәт мәктәбе һәм һәр яҡлап гармониялы үҫеү сығанағы. Ысынлап та, уйнаған саҡта бала өҙлөкһөҙ хәрәкәттә була, ә был хәл инде уның бөтә яҡлап йылдам үҫеүен тәъмин итә. Был физиологик процесс булһа, балаларҙы йәмғиәтебеҙ өсөн кәрәкле кешеләр итеп тәрбиәләүҙең икенсе бер күренеше – психологик процесс та уйындың айырылғыһыҙ өлөшө булып тора.

Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: яңғыҙ ғына уйнап йөрөгән сабый уйындан бик тиҙ ялҡа, арый, унан ләззәт тапмай башлай. " күмәкләп уйнағанда балалар ғәжәп бер ансамбль тыуҙыра: сабый үҙенең коллективҡа мөнәсәбәтен билдәләй, күмәк һәм уртаҡ уй менән эш итергә өйрәнә, уның күңелендә иптәшлек, дуҫлыҡ, нәфислек тойғолары тәрбиәләнә.

Тимәк, баланың уйнай белеүе генә етмәй, ул дөрөҫ һәм матур итеп уйын ҡора ла белергә тейеш. Баланы тәрбиәләүҙә был бик мөһим мәсьәлә. Донъяны танып белеүҙең һәр өлкәһе халыҡ тормошон һәм тарихын үҙенә төп сығанаҡ итеп ала. Ошонан сығып, балалар уйын ойоштороу ҙа халҡыбыҙҙың быуаттар буйына йәшәп килгән һәм хәҙер ҙә тәрбиәүи әһәмиәтен юғалтмаған милли уйындарын популярлаштырыуҙан башланып китә. Халыҡ уйындары беҙҙең иң ҡиммәтле мираҫтарыбыҙҙың береһе бит! Уларҙың тәрбиәүи әһәмиәте бер ҡасан да кәмемәй бит, сөнки улар халыҡтың хеҙмәт итеүе барышында барлыҡҡа килгән.

Башҡорт халыҡ эпосы, легенда һәм әкиәттәренән күренеүенсә, уйындар, төрлө ярыш – һынауҙар борон – борондан халыҡ тормошонда бик ҙур һәм мөһим урын алып килгән.

Шулай итеп, халыҡ уйындары халыҡтың тормошона һәм шөғөлөнә тығыҙ бәйләнгән, борон – борондан баланы донъя көтөргө әҙерләү сараһы булып хеҙмәт иткән.

Халыҡ уйындары, йөкмәткеләренән сығып, ике ҙур төркөмгө бүленә: драмалы (сюжетлы йәки башҡарыусанлы) һәм хәрәкәтле (ҡағиҙәле) уйындар. Бынан тыш, балалар уйыны йыл миҙгелдәренә ҡарап та төркөмләнә, сөнки уларҙың ҡайһы берҙәре – ҡыш, икенселәре – яҙ, йәй һәм көҙ көндәрендә генә уйнала. Хәрәкәтле уйындарҙа билдәле бер маҡсатҡа ирешеү, һөҙөмтәгә килеү кеүек ынтылыштар ята. Бала үҙенә үҙе төрлө яҡлап баһа бирә, үҙ мөмкинселектөрен билдәләй ала. Баланың шәхес булып формалашыуында был бик мөһим мәсьәлә. Шуға күрә уйынды ойошторғанда ошо хәкикәтте күҙ уңынан сығарырға ярамай.

Уйындарҙы ойошторғанда бигерәк тә түбәндәгеләрҙе иҫтә тоторға кәрәк: физик һәм рухи яҡтан тәрбиәүи әһәмиәттең дөйөм белем биреү ҡеүәтен. Был маҡсаттарҙың тормошҡа ашыуы уйынды ойоштора белеүгә бәйләнгән.

Бер үк уйын менән баланы төрлөсә тәрбиәләргә мөмкин:

  • сәләмәтлеген нығытыу;

  • тормошҡа кәрәкле хәрәкәт күнекмәләрен үҙләштереү;

  • ижад итеү һәләтлеген үҫтереү;

  • ыңғай әхлаҡ сифаттарын, ихтыяр көсөн булдырыу;

  • үҙаллылыҡ, активлыҡ, ойоштороусанлыҡ, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ тәрбиәләү.

Уйындарҙы уйнатҡанда физик көсөргәнешлеккә айырыуса иғтибар итергә кәрәк: бала уйындан арырға тейеш түгел, киреһенсә, уйнағандан һуң ул үҙенә илһам һәм көс , дәрт тойһон. Уйынды белгәндә генә балалар араһында активлыҡ көслө бара.

Уйындар балаларға үҙ-ара аралашырға ярҙам итә.

Балаларға туп уйындары, уҡ атыш уйындары, йәшенмәктәр, йүгерешле, баҫтырышмаҡ уйындар, бейеүле-таҡмаҡлы һәм төрлө дидактик уйындар өйрәтергә була.

Баланың тәнен сыныҡтырыу, рухын нығытыу өсөн туп уйындары: “Уртала уйыны”, “Өйрәк һәм төлкө”, “Туп ҡағыш”, “Туп бәреш”, “Мәргән туп”, “Ашай торған – ашамай торған” һ. б. Туп уйындары һүҙһе: башҡарылған хәрәкәтле уйындарға инә. Был уйындарҙы балалар яратып уйнайҙар. Сослоҡ, таҫыллыҡ, йылдамлыҡ тәрбиәләнә һәм тирә-яҡҡа йүнәлеш алыу, хәрәкәттәрҙе координациялау, тигеҙлек ?аҡлай белеү күнекмәләрен нығыта.

Уҡ атыш уйындары: йәйә менән уҡ – башҡорт халҡының боронғо ҡоралы. Элек ошо ҡорал менән халыҡ кейек аулаған һәм үҙ илен илбаҫарҙарҙан һаҡлаған. Мәргән булыу өсөн “Йәҙрә атыш уйыны”, “Осҡор уҡ”, “балдаҡ атыш” уйындарын уйнатырға була. Балаларҙың йәшенә ҡарап, уйынды ябайлаштырырға кәрәк, икенсе предметтар менән алмаштырыу ҙа уңышлы.

Йәшенмәк уйындарын балалар айырыуса ярата. Был уйындар аша зирәклек, аңлылыҡ, уяулыҡ, тапҡырлыҡ, сослоҡ, йылғырлыҡ, ҡолаҡ, ҡулдарһың һиҙеүсәнлеген, иғтибарлылыҡ кеүек сифаттар тәрбиәләнә. Был төр уйындар балаларҙың хәтеренә, тәртибенә һәм нервылар системаһына ыңғай тәҫьир иткән эмоциялар.

Йүгерешле, баҫтырышмаҡ уйындарҙы һүҙһеҙ башҡарылған һәм һүҙле, һамаҡлы уйындарға бүлергә мөмкин. Был уйыцндарҙа хәрәкәт, көс ҡулланыу беренсе урында тора.”Ҡатырғыс”, “Көн мен!н төн”, “Энә менән еп”, “Айыу менән ҡуяндар”, “Бесә менән сысҡан”, “Аҡ тирәк, күк тирәк”, “Айыу – бүре юҡ икән”, “буяу һатыш” һәм башҡа уйындар инә. Балаларҙың организмндағы бөтә органдарҙың эшмәкәрлеген камиллаштырыуға булышлыҡ итә: буй һындарының үҫешенә, мускулдар системаһының нығыныуына ярҙам итә.

Бейеүле- таҡмаҡлы уйындар уяулыҡ, тапҡырлыҡ, үткерлек, һиҙгерлек, хәрәкәтсәнлек, етеҙлек талап итә, һүҙҙә лә мәғәнәлек, оҫталыҡ һәм тапҡырлыҡ талап итә. “Көлдөргөс”, “Наза”, “Зинһан өсөн”, “Йоҡосолар”, “Ҡаҙ бәпкәләре һәм төлкө”, “Сыйырсыҡ” уйындарын уйнарға була.

Башҡорт халыҡ уйындарын өйрәтеү балаларға туған телдең матурлығын, төҙөклөгөн, тапҡырлығын күрһәтә ала, уларҙа милли рух тәрбиәләүҙә тос өлөш индерә.



Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Прочее

Целевая аудитория: 1 класс.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
Консультация на тему "Воспитание детей через народные игры"

Автор: Зигангирова Алия Рамилевна

Дата: 18.02.2016

Номер свидетельства: 295378

Похожие файлы

object(ArrayObject)#852 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(141) "Консультация для воспитателей на тему "Воспитание детей через народные игры""
    ["seo_title"] => string(88) "konsul-tatsiia-dlia-vospitatieliei-na-tiemu-vospitaniie-dietiei-chieriez-narodnyie-ighry"
    ["file_id"] => string(6) "295381"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(7) "prochee"
    ["date"] => string(10) "1455808350"
  }
}
object(ArrayObject)#874 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(76) "Физическое развитие через подвижные игры"
    ["seo_title"] => string(46) "fizichieskoierazvitiiechieriezpodvizhnyieighry"
    ["file_id"] => string(6) "263288"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "planirovanie"
    ["date"] => string(10) "1449507851"
  }
}
object(ArrayObject)#852 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(76) "Физическое развитие через подвижные игры"
    ["seo_title"] => string(47) "fizichieskoierazvitiiechieriezpodvizhnyieighry1"
    ["file_id"] => string(6) "263289"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "planirovanie"
    ["date"] => string(10) "1449507859"
  }
}
object(ArrayObject)#874 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(265) "Консультация для педагогов «Народная игра – как средство формирования у ребенка чувств сопричастности традициям и духовным ценностям Родины» "
    ["seo_title"] => string(156) "konsul-tatsiia-dlia-piedaghoghov-narodnaia-ighra-kak-sriedstvo-formirovaniia-u-riebienka-chuvstv-soprichastnosti-traditsiiam-i-dukhovnym-tsiennostiam-rodiny"
    ["file_id"] => string(6) "117257"
    ["category_seo"] => string(10) "vneurochka"
    ["subcategory_seo"] => string(7) "prochee"
    ["date"] => string(10) "1412753842"
  }
}
object(ArrayObject)#852 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(143) "Опыт работы «Экологическое воспитание детей  старшего дошкольного возраста» "
    ["seo_title"] => string(84) "opyt-raboty-ekologhichieskoie-vospitaniie-dietiei-starshiegho-doshkol-nogho-vozrasta"
    ["file_id"] => string(6) "214158"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(7) "prochee"
    ["date"] => string(10) "1432222229"
  }
}


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства