kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Новогодний утренник в логопедической группе

Нажмите, чтобы узнать подробности

Алып барыусы:   ?ар  яуа, ?ар яуа                                       ?ар?ар –улар би??кле

                            Тышта нинд?й саф ?ауа                           ?ар?ар – улар х?б?рсе

                           Б?т? ерг? шатлы? булып                           ?ыш бабай мен?н ?ар?ылыу?ы?

                           К?б?л?кт?й ?ар яуа                                    Киле?ен? с?б?псе.

А.Б. Х?йерле кис, ду?тарым! Я?ы 2012 – Ажда?а йылын  ?аршылау?а арнал?ан байрамыбы??ы башлайы? та бына ошо ?упшы шыршы ??к?н ?ки?тт?ге а?лан?а к?? ?алайы?.

О?ОН?ОЛА?:

-УФ, арытты.?ыш бабай бынау тылсымлы бей?л?й??рен ?а?лар?а ?уш?ас,бер йыл буйы алып й?р?н?м,б?г?н ??е килерг? тейеш. Бына ошо шыршы т?б?нд? осрашыр?а ??? ?уйыш?айны?,??ер?к кен? серем итеп алайым ?ле.(т?мле йо?о?а тала.бор?аланып т?ш к?р? башлай.)

?ыш бабай:( алы?тан ?нд?ш?) О?он?ола?,афарин ???е?де тотто?, мине? бей?л?й??ремде бик я?шы ?айланы?.? х??ер ?у??ы ?тенесемде ?т?.ете тау артында?ы ете ?ат м?мерй? эсенд? ете башлы ажда?а й?ш?й.?ин шул  ете башлы ажда?аны табып, мине? тылсымлы  бей?л?й??ремде  у?а тапшыр.Х??ер уны? сираты етте бей?л?й??ремде ?а?лар?а!

О?он?ола?: мин нисек уны табайым инде.         Й?герек тиг?с т?, ете тау артында,ете ди?ге? аша ?те?е е?ел эш т?гел  бит.Етм???, ?ур?а?мын…ю-ю-ю?, бармайым, мине ул ажда?а ашап ?уй?а.( кире ята ла ?апыл ?икереп тора) ? мин унда барма?ам, балаалр н и эшл?рБей?л?й??р?е тапшырма?ам, ?ыш бабай ни уйлар мине? турала Б?л?к?е? ?? ?алдырыр бит.?уй, барайым, табырмын ?ле,?ыш бабай?ан с?л?м, ти??м, ажда?а мине, мо?айын,ашама?. (?ыуанып й?гереп сы?ып кит?).

Зал?а М?ск?й ?бей килеп кер?.Ул ним?г?лер ту?ынып й?р?й.И??нде ?епер?м ти??, ?епертке?е  тарала ла т?ш?.О?он?ола? килеп кер?.

О?он?ола?: ?бек?й, ми?? 7башлы ажда?аны табыр?а яр?ам итм???еге?ме ик?н

М?ск?й ?бей: Ним? мин бында ?лг?р? алмайым.Х??ер байрам башлана, балалар йыйыла, ? ?й?м та?ы бола. Был ?епертке?ен? л? ?лл? ни бул?ан.( ташлап еб?р?, илай) Эй,о?он?ола? мин ?артай?ым шикелле, х??ер бер ни ?? эшл?й алмайым.Бына бит ны? итеп ?епертке л? б?йл??е л? ?ыйын була башланым. (о?он?ола? ?епертке?ен ала й?лл?п)

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Новогодний утренник в логопедической группе»

Алып барыусы: Ҡар яуа, ҡар яуа Ҡарҙар –улар биҙәкле

Тышта ниндәй саф һауа Ҡарҙар – улар хәбәрсе

Бөтә ергә шатлыҡ булып Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙың

Күбәләктәй ҡар яуа Килеүенә сәбәпсе.

А.Б. Хәйерле кис, дуҫтарым! Яңы 2012 – Аждаһа йылын ҡаршылауға арналған байрамыбыҙҙы башлайыҡ та бына ошо ҡупшы шыршы үҫкән әкиәттәге аҡланға күҙ һалайыҡ.

ОҘОНҒОЛАҠ:

-УФ, арытты.Ҡыш бабай бынау тылсымлы бейәләйҙәрен һаҡларға ҡушҡас,бер йыл буйы алып йөрөнөм,бөгөн үҙе килергә тейеш. Бына ошо шыршы төбөндә осрашырға һүҙ ҡуйышҡайныҡ,әҙерәк кенә серем итеп алайым әле.(тәмле йоҡоға тала.борғаланып төш күрә башлай.)

Ҡыш бабай:( алыҫтан өндәшә) Оҙонғолаҡ,афарин һүҙеңде тоттоң, минең бейәләйҙәремде бик яҡшы һайланың.Ә хәҙер һуңғы үтенесемде үтә.ете тау артындағы ете ҡат мәмерйә эсендә ете башлы аждаһа йәшәй.Һин шул ете башлы аждаһаны табып, минең тылсымлы бейәләйҙәремде уға тапшыр.Хәҙер уның сираты етте бейәләйҙәремде һаҡларға!

Оҙонғолаҡ: мин нисек уны табайым инде. Йүгерек тигәс тә, ете тау артында,ете диңгеҙ аша үтеүе еңел эш түгел бит.Етмәһә, ҡурҡаҡмын…ю-ю-юҡ, бармайым, мине ул аждаһа ашап ҡуйһа.( кире ята ла ҡапыл һикереп тора) Ә мин унда бармаһам, балаалр н и эшләрБейәләйҙәрҙе тапшырмаһам, Ҡыш бабай ни уйлар минең турала Бүләкһеҙ ҙә ҡалдырыр бит..Ҡуй, барайым, табырмын әле,Ҡыш бабайҙан сәләм, тиһәм, аждаһа мине, моғайын,ашамаҫ. (ҡыуанып йүгереп сығып китә).

Залға Мәскәй әбей килеп керә.Ул нимәгәлер туҙынып йөрөй.Иҙәнде һеперәм тиһә, һеперткеһе тарала ла төшә.Оҙонғолаҡ килеп керә.

Оҙонғолаҡ: Әбекәй, миңә 7башлы аждаһаны табырға ярҙам итмәҫһегеҙме икән

Мәскәй әбей: Нимә мин бында өлгөрә алмайым.Хәҙер байрам башлана, балалар йыйыла, ә өйөм тағы бола. Был һеперткеһенә лә әллә ни булған.( ташлап ебәрә, илай) Эй,оҙонғолаҡ мин ҡартайҙым шикелле, хәҙер бер ни ҙә эшләй алмайым.Бына бит ныҡ итеп һепертке лә бәйләүе лә ҡыйын була башланым. (оҙонғолаҡ һеперткеһен ала йәлләп)

Оҙонғолаҡ:Бир үҙем бәйләйем.Тик,әбекәй,байрам булмаҫ шул.Ҡыш бабай миңә 7 башлы аждаһаны табырға ҡушты.Уны табып, тылсымлы бейәләйҙәрҙе тапшырмаһам, Яңы йыл тыумаясаҡ, үәт.

( 2-һе лә ҡайғыра.Мәскәй әбей нимәлер иҫенә төшөрөп ҡыуанып ҡысҡырып ебәрә)

Мәскәй әбей:Оҙонғолаҡ,һеперткемде нығытып бәйләп бирҙең, мин дә һиңә ярҙам итәм инде.Аннау тауҙың артында 1 ҙууур күл бар, шул күл ситенә Яңы йыл алдынан ғына Һыуһылыу сығып ултыра.Ул,сәсен һебелдереп яр ситендә ултырғанда бар ҙа толомдарынан уратып ал.Ебәр, тип үтенһә лә, юл күрһәтеүен һора.шунан ул һиңә юлды өйрәтеп ебәрер.

(Оҙ , ҡыуанып китергә ашыҡҡанда Мәскәй әбей туҡтата)

Мәскәй.Туҡта,Оҙ, бына һиңә тылсымлы таяҡ, бер һелтәүең булыр Һыуһылыуҙы табып та алырһың, тик ашыҡ инде, аждаһаны табырға ваҡыт бик аҙ ҡалды бит.

(Оҙ.рәхмәт әйтеп сығып китә.Залға сәсен тарай- тарай,Һ килеп сыға ла һөйләй башлай)

Һыуһылыу: Һыу инәһе сихырланы мине.Бына ,ниһәйәт,көткән көнөм килеп етте.Ошо тылсымлы төндә генә 1 тапҡыр ғына ер өҫтөнә сығып, балаларҙың ҡыуанышҡандарын күрә алам.Йәй көнө улар минең күлемдә һыу ингәндә лә яндарына бара алмайым, сөнки һыу инәһе сихыры бик көслө.Тик ҡыш көнө генә күл ситенә сығып ултырып балаларҙың тауҙан шыуып уйнағандарын күреү өсөн ошо тылсымлы бер төндө генә бирҙе.Ә минең шул тиклем балалар менән уйнағым килә.Улар шыршы тирәләй бейешеп йөрөгәндә шул тиклем күҙем ҡыҙа, мин дә бик матур бейейем дә, йырлайым да.

(Оҙ. Әкрен генә килеп, Һ. Толомонан эләктерә.Ҡыҙ сәбәләнә, ләкин ысҡына алмай)

Һыуһ.( арып)Ни булды ,ОҘ.Ебәр инде,минең берәйһе менән һөйләшкәненемде Һыу инәһе күреп ҡалһа,башҡа бер ваҡытта ла һыу өҫтөнә сығармаясаҡ.

ОҘ. Ебәрәм,Һыуһ.,тик һин миңә7 башлы аждаһаға юл өйрәт,мин тылсымлы бейәләйҙәрҙе тапшырмаһам,Яңы йыл килмәйәсәк, ә ул килмәһә, балалар байрамһыҙ ҡаласаҡ. (Һыуһ. ҡурҡыуға төшә)

Һыуһ:ОҘ, һиңә юл күрһәтергә үҙем ошонан 1 аҙым да китә алмайым бит, ҡайҙан ғына беләйем инде ул юлды. Һин анауы ағас янында көтөп тор.Йылына бер тапҡыр ошо тылсымлы төндә шул ағасҡа Һомайғош ҡуна.Ипләп кенә Һомайғоштоң ҡанаттарынан эләктереп ал да юлды һора.Минең тылсымлы тарағым менән ҡаурыйҙарын тараһаң, ул телгә килер.Юлды ул белергә тейеш, сөнки бик күп ерҙәр аша осоп килә бит ул Һомайғош.

(ОҘ . ҺЫУҺ-ға рәхмәт әйтеп артабан китә.Залға Һомйғш осоп килеп керә)

Һомайғош:Өлгөрҙөм шикелле.Шыршыла уттар күренмәй, тимәк,байрам әле башланмаған.Ошо тылсымлы байрамдыкүрәм тип,Самрау батшалығынан осоп киләм мин.Юл бик ауыр.Ҡышҡы әсе елдәр ҡанаттарымды талдырҙы,томшоҡтарм һыуһыҙ сарсап кипте, тик балалар ошо байрамда нисек ҡыуанып йырлап бейегәнен күрмәйенсә түҙә алмайым мин.

(Оҙ.Һомйғштоң ҡанаттарынан эләктереп ала ла ебәрмәй.Оҙ Һо-тоң ҡаурыйҙарын тарай. Һ-ш телгә килә)

Һ-ш: Егет, һиңә нимә кәрәк.минең бында килеүемдә берәү ҙә белмәҫкә тейеш, юғиһә байрамдың йәме юғала.

Оҙ.Ҡурҡма,Һш, өгөр ҙә һин миңә 7 башлы аждаһаға юлды өйрәтмәһәң,байрам бөтөнләй булмаясаҡ.

Һ-ш:Ах, ул аждаһаға юлды томан ҡаплаған, мин һиңә өйрәтә алмайым.Ана,теге ҡара урманда Шүрәле йәшәй.Ул кем менән шаярырға белмәй бигерәк ҡотороп йөрөй.Урманға инеүең булыр, ул үҙе һиңә йүгереп килеп етер.Оҙон бармаҡтары менән ҡытыҡлайым тип баҫтыра башлар,ә һин минең тылсымлы ҡауырһыным менән уның бармаҡтарынан һыйпа,бармаҡтары ҡороша башлар.Ул шыңшып илаһа ла, һин өндәшмә, тамам арығас ҡына аждаһаға юлды һора. (ОҘ . рәхмәт әйтеп артабан китә. Залда Шүрәле күренә)

Шүрәле.УУ..у, минең көтөп алған төнөм етте.Бөгөн дә Алдар батырҙы күрепултыртҡансы алдамаһыммы, исемем Шүрәле булмаҫ.Ҡайҙа йөрөй икән ул.Уны йыл һайын эҙләп, урман гиҙәм.Минән ҡурҡа, ахыры,һаман килмәй.Теге юлы бына ошо бармағымды ныҡ ҡына ҡыҫтырғайны, ныҡ асыуландым, шунан бирле үсемде алайым тип эҙләп сығам, ә ул урманға килмәй ҙә ҡуя.Ҡурҡалыр инде. ( Эре генә ҡыйланып торған ерҙән ҡапыл бөршәйеп иларға керешә.) Ниндәй күңелһеҙ был ҡараңғы урманда.Ҡытыҡлашып уйнарға берәү юҡ. (уйлана) Әллә балаларҙың байрамына барырға инде.Үәт унда ҡытыҡлашам ,исмаһам. (Оҙ. керә)

Өйҙә,ОҘ,кети-кети уйнайыҡ. (Оҙ. Һомштоң ҡаурыйҙары менән бармаҡтарын һыйпай.Шүрәле имәнес тауыш менән ҡысҡыра башлай) Ни эшләттең мине.Уф, бармаҡтарым ҡороша.Хәҙер нисек кешеләрҙе ҡытыҡлайым инде.Урманымдан бар шыршыларҙы ҡырҡып алап бөтөрҙәр инде.Мин көсһөҙ, кем минән ҡурҡһын инде.

Оҙ.Илама,Шүрәле, һинең көсөңдө кире ҡайтарырмын, тик аждаһаға юлды өйрәт.Мин уны бөгөн табып, Ҡыш бабайҙың тылсымлы бейәләйҙәрен бирмәһәм, балалар байрамһыҙ ҡаласаҡ. (Шүрәле ҡайғыға ҡала.)

Шүрәле.Эй,Оҙ.мин һиңә юлды күрһәтер инем дә ул, бармаҡтарым ҡыҫылғандан бирле хәтер насарайҙы бит.Ә һин Былтырҙың,ә юҡ, Алдарҙың үҙенә бар ҙа ҡуй- ә уның белмәгәне юҡ. Әҙерәк алдаша инде, ну белә ул юлды.Ә минең турала һораһа,һаман ағас ярығынанбармағын ала алмай тора, тиң.Эйе, гел генә алдамаһын.

(Оҙ,ярамай , тигәнде аңлатып, бармаҡ янай.Шүрәле гәйепле төҫ менән)

Әтеү урманға килмәй ҙә ҡуя бит.Әминең ҡытыҡлашып уйнағым килә.

(Оҙ. Шүрәленең ҡулын ҡабаттан ҡауырһын менән һыйпай ҙа рәхәтләнеп көлөп сығып китә)

Залға биленә балтаһын ҡыҫтырған Алдар батыр инә.Балтаһын алып шыршыны сабырға йөрөй.

Алдар батыр.Бына был шыршыны байрамға ҡырҡырға була,исмаһам.Шүрәле күренмәйме әле.Йөрөй торған шунда эште туҡтатып. (Инде саптым тигәндә Оҙ килеп инә)

Оҙ.Алдар ағай,туҡта.нимәгә шундай һылыуҙың тамырын сабаһың.

(Алдар батыр һораулы ҡарашын Оҙ –ҡа төбәй) Урманыбыҙ ҡороһа, беҙгә ни ҡалыр

Алдар батыр.Ә байрам һуң

Оҙ.Байрамға балаларҙы үҙем урманға саҡырҙым,тик..Байрам булмаясаҡ, мин аждаһаға юлды таба алманым.Уға тылсымлы бейәләйҙе бирмәһәм,Яңы йыл тыумаясаҡ.

Илама,Оҙ,аждаһаға барып етәргә күп ҡалмаған.Анау тау артында аждаһаның мәмерйәһе.Барып еткәс, 3 тапҡыр әссәләмәғәләйкүм тип сәләм бир.Шунан, ярһып,аждаһа үҙе килеп сығыр ҙа һине баҫтыра башлар. (Оҙ ҡурҡышынан ҡалтырай башлай)

Ҡурҡма, һин йүгереккә етә алмай ул.Мәмерйәнән сыҡмай,хәрәкәтһеҙ ятҡанға,уның хәле бик тиҙ бөтә.Арып йығылғас, үҙ йомошоңдо әйтерһең.

(Оҙ.,Алдар батырға рәхмәт әйтеп сығып китә)

Бер аҙ ваҡыт үткәс,Оҙ.күренә.Ул тирә-яғына ҡарап,3 тапҡыр Әссәләмәғәләйкүм тип ҡысҡыра. Уның ҡаршыһына 7 башлы аждаһа килеп сыға.

Аждаһа:кем минең йоҡомдо бүлеп йөрөй. (Оҙ-ты күреп, баҫтыра башлай.Шыршы тирәләй бер аҙ ҡыуышып йөрөгәс,аждаһа арып туҡтай.) Йә, әйт инде ниңә килгәнеңде.!Уф, хәлемде бөтөргәнсе йүгертмәһәң дә була инде.

Оҙ.Һуң, үҙең мине баҫтыраһың бит.

Аждаһа.Әҙерәк ҡурҡытам инде.Мин аждаһа ла баһа.

Оҙ.Ә ашап ҡуйһаң.

Аждаһа.Эй, мин күптән бер кемдең дә итен ашамайым инде.Ҡартайҙым, тештәрем дә ҡойолоп бөттө.Тағы һин бәләкәй генәһең,минең 7 ауыҙымды тултыра алаһыңм ни.

Оҙ.(янына ултыра)Һин,аждаһа ағай, ҡартаймай тор әле, мин һиңә бик ҙур йомош менән килдем бит.Ҡыш бабай үҙенең тылсымлы бейәләйҙәрен һиңә тапшырырға ҡушты.Һине, әйберҙәрҙе бик яҡшы һаҡлай,ти.Эйе.(аждаһа маһайып китә)

Аждаһа. Күптән бер нәмә лә һаҡлағаным юҡ инде.Ышанмаһаң бар инеп ҡара.Хатта эсем боша башлағайны.бая һине баҫтырыуым да шул тән яҙыу өсөн генә. Т-с-сс.сер итеп кенә әйтәм.(ҡыуанып бейәләйҙәрҙе ала)

Оҙ.Бейәләйҙәрҙе кей ҙә 3 тапҡыр сәпәкәй ит. Ҡыш бабай килер.

Залға бөтә персонаждар менән Ҡыш бабай инә.

Ҡыш бабай. (Оҙ-тың яурынан ҡосаҡлай) Бына Оҙ.ниндәй батырлыҡ эшләнең.Үҙеңдең ҡурҡыуыңды еңеп, оҙон юлды үтереңдә шигемдә юҡ ине.Шуға ла мин һине йылдың хужаһы итеп ҡуйғайным, ә быйыл,аждаһа, һиңә сират етте. Күҙ ҡараһылай һаҡла бейәләйҙәремде.Байрамдың бөтә тылсымы- шул бейәләйҙәрҙә..

Аждаһа.Ышанысың өсөн ҙур рәхмәт, Ҡыш бабай.

Ҡыш бабай.Бына,дуҫтар, бөтәгеҙҙең тырышлығығыҙ арҡаһында тылсымлы төн тыуҙы. Әйҙә әле,Аждаһа дуҫ, тылсымлы бейәләйҙәрең менән 3 тапҡыр сәпәкәй ит тә беҙҙе Яугилде ауылы мәктәбе уҡыусылары янына күҙ йомғансы ал да бар.

(Утты һүндереп яндырырға)

Ҡыш бабай. Һаумыһығыҙ,балалар, Аждаһа: алып килдек бүләктәр

оләсәйҙәр,ҡунаҡтар! Матур ҡайнар теләктәр

Бөгөн бик иртә тороп, Бәхет ташһын йөҙҙәрҙән

Өҫтөмә туным кейеп, Дәртле типһен йөрәктәр

Аждаһа менән бергә, Килдек һеҙгә ашҡынып

Сыҡтыҡ юлға шатланып. Йырып ҡыштың һалҡынын

Йөрәктәрегеҙгә һалам

Төплө белем ялҡынын

Ҡыш бабай: Белем тигәндәй, бармы һеҙҙә белемлеләр? Тик бишлегә уҡыусылар? Йәгеҙ әле, үтеп барған Ҡуян йылына йомғаҡ яһайыҡ. Рауил Ғәбдрәшит улы, нимәләр менән һөйөндөрөрһөгөҙ? (Уҡыу алдынғыларын ҡотлау, бүләкләү)

Ҡарһылыу: Еңеү шатлыҡтары көтһөн Әйҙәһен беҙҙе Яңы йыл

Бәйгелә, ярыштарҙа Уңыштан уңыштарға

Аждаһа – Яңы йыл: Минең ялҡын өҫтәлһен Көҙ башлаған эшегеҙҙең

Яулағанда белем үрҙәрен Яҙ уңышын күрәйем.

Ҡыш бабай:Үәт, афариндар, бына шатлыҡ, бына байрамға бүләк. Әйҙәгеҙ байрам итәйек, шыршыны урап йырлайыҡ. (күмәкләп йырлау)

А.Б. Хөрмәтле Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу, беҙҙең мәктәп уҡыусылары йыр- бейеүгә лә бик һәләтле. Байрамға улар ҙур сығыштар әҙерләнеләр. Иғтибар итәйек уларға. Ҡыш бабай: шулайҙыр, ышанам. Ҡарҙар яуҙырып, бурандар уйнатып, Ер шарын уратып килеп еттем мин һеҙгә. Меңдәрсә ҡала һәм ауылдарҙа миллионлаған бабалаларҙы Яңы йыл менән ҡотлап, күстәнәстәр тараттым.Ҡайҙа ғына барһам да шуға инандым: Башҡортостаныбыҙ кеүек гүзәл ил башҡа бер ҡайҙа ла юҡ. Шулай бит, Ҡарһылыу ҡыҙым.

Ҡарһылыу:Эйе, Ҡыш бабай. Бар ерҙә лә байрам гөрләй. Башҡалар ҙа беҙҙе көтә. Хушлашайыҡ, Ҡыш бабай. (Сығалар)

А.Б. Йырлы- бейеүле ерҙә, бәхет була һәр саҡта.

Концерт номерҙары





А.Б. Хөрмәтле, ҡунаҡтар, уҡыусылар! Ошо урында мин һеҙҙе жюри ағзалары менән таныштырып китәм. Улар яңы ғына һайландылар…Мөхәмәтдинова Флүрә , Иждиһатова Айгөл Мәхәмәдиә ҡыҙы һәм Ғилманова Гөлира Наил ҡыҙы. Уларға мәктәп коллективы менән бәйләнеш булдырыуҙа уңыштар теләйек.

Байрамды уйындар менән дауам итәбеҙ.

А.Б. Йырланыҡ та, бейенек тә, төрлө костюмдар кейҙек

Жюри нимә әйтерен, аҙаҡҡа тиклем көттөк.

А.Б. Лоторея билеттары уйнатабыҙ йыл һайын,

кемгә нимә эләгерен, хатта мин дә белмәйем.

А.Б. Ҡар бурандары осороп Аҡ ҡар бөртөктәре төҫлө

Яңы йыл аяҡ баҫа Алда аҡ юлдар көтһөн

Ниндәй гүзәл, күркәм байрам! Быйылғы байрам шатлығы

Күңелдәр урғып таша. Йыл дәүеренә етһен







RS.

Ошо сценарийҙа мин “Йәшлек” гәзитендә сыҡҡан “Оҙонғолаҡтың батырлығы “ тигән әкиәтте ҡулландым. Уның авторын иҫләмәйем, шулай ҙа уға ҙур рәхмәтемде белдерәм.Әкиәтте уҡыусылар бик оҫта, килештереп ҡуйҙылар- барыһына ла оҡшаны, беҙҙе маҡтанылар.

Миниязова Лилиә Әхмәтгәрәй ҡыҙы


Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Мероприятия

Целевая аудитория: 1 класс.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
Новогодний утренник в логопедической группе

Автор: Кунакбаева Гульназира Робертовна

Дата: 11.12.2015

Номер свидетельства: 264965

Похожие файлы

object(ArrayObject)#862 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(122) "План работы с родителями (подготовительная логопедическая группа)"
    ["seo_title"] => string(74) "plan_raboty_s_roditieliami_podghotovitiel_naia_loghopiedichieskaia_ghruppa"
    ["file_id"] => string(6) "454936"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "planirovanie"
    ["date"] => string(10) "1517844072"
  }
}
object(ArrayObject)#884 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(88) ""Новогодний карнавал" (подготовительная группа) "
    ["seo_title"] => string(48) "novoghodnii-karnaval-podghotovitiel-naia-ghruppa"
    ["file_id"] => string(6) "164535"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1422643503"
  }
}
object(ArrayObject)#862 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(104) "План работы с родителями (старшая логопедическая группа)"
    ["seo_title"] => string(64) "plan_raboty_s_roditieliami_starshaia_loghopiedichieskaia_ghruppa"
    ["file_id"] => string(6) "429805"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "planirovanie"
    ["date"] => string(10) "1506441320"
  }
}
object(ArrayObject)#884 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(91) "Новогодний утренник по мотивам сказки "Щелкунчик""
    ["seo_title"] => string(54) "novoghodnii_utriennik_po_motivam_skazki_shchielkunchik"
    ["file_id"] => string(6) "370931"
    ["category_seo"] => string(6) "muzika"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1482075787"
  }
}
object(ArrayObject)#862 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(156) "Отчет  учителя-логопеда  по итогам коррекционно-логопедической работы за учебный год"
    ["seo_title"] => string(99) "otchiet-uchitielia-loghopieda-po-itogham-korriektsionno-loghopiedichieskoi-raboty-za-uchiebnyi-ghod"
    ["file_id"] => string(6) "312966"
    ["category_seo"] => string(10) "logopediya"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "planirovanie"
    ["date"] => string(10) "1459421216"
  }
}


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства