kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

День победы (сценарий)

Нажмите, чтобы узнать подробности

Сценарий мероприятия на 9 мая на башкирском языке

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«День победы (сценарий)»

9 май, 2021

Музыка аҫтында балалар залға инә, марш менән зал буйлап үтәләр һәм урындарына ултыралар.

А.б. Бына 76 йыл инде беҙҙең илебеҙҙә тыныслыҡ ҡояшы балҡый, 76 йыл элек Бөйөк Ватан һуғышы тамамланған. Беҙҙең илебеҙ фашистик Германияны еңде. Күпме китап, шиғыр һәм йырҙар яҙылған еңеүсе батырҙар тураһында! Бөйөк еңеү байрамы беҙҙең баҡсабыҙҙа ла иң ҡәҙерле, иң яратҡан байрам.


А.б. Илем буйлап атлай,

Аҡ күбәләктәй,

Алмағастар сәскә атҡан май.

Берҙәмлек, көс, батырлыҡ менән

Фашистарҙы ҡыйратҡан ай,

Ҡояшлы май, аяҙ күктәр менән, еңеү көнө менән, туғандар!


1-се бала: 

Еңеү көнө бөгөн,

Тышта йылмая ҡояш.

Олатайҙар сафҡа теҙелгән,

Әйтерһең, улар һаман йәш!

Күкрәктәрендә миҙал

Янып – ялтырап тора!

Сәстәренә ҡунһа ла сал,

Йөҙҙәре көлөп тора!


2-се бала: 

Ветеран олатайым

Ерҙә еңеү яулаған.

Ҡанлы һуғыш яланында

Йәнен дә аямаған.


3-сө бала:

Тыуған илде һаҡлағандар

Өләсәй – олатайҙар.

Беҙгә тыныслыҡ өсөн

Күп көстәрен һалғандар.


4-се бала: 

Рәхмәт әйтеп уларға

Башыбыҙҙы эйәбеҙ.

Оҙон ғүмер, ҙур һаулыҡ

Беҙ уларға теләйьеҙ!



А.б. Беҙ бөгөн һуғыш яланында ятып ҡалған, ғүмерен биргән һалдаттарҙы иҫкә алабыҙ. Улар беҙҙең тыныс тормош өсөн баштарын һалған. Һәр һалдатты – тере ҡалғанын да, ҡорбан булғанын да хөрмәтләп иҫкә алайыҡ.


5-се бала:

Һәйкәл эргәһендә ветерандар

Тәрән уйға батҡандар.

Һуғышта ҡалған дуҫтарын

Иҫкә алып торалар.


6-сы бала: 

9 май! Йөҙҙәрҙә шатлыҡ та,

Һағышы ла сағыла.

Күҙҙәрҙән йәштәр тама.

Ветерандар еңеү көнөндә

Орден – миҙалын таға.


Йыр


Һуғыш! Ниндәй ҡот осҡос һүҙ! Оҙон һуғыш йылдары, аслыҡ йылдары. Күпме ауыл, ҡалалар яндырылды. Күпме бала етем ҡалды, кешеләр үлтерелде? Фашистар беҙҙең илебеҙгә 1941 йылдың июнь айында таң менән баҫып инделәр. Был көн һәм йыл беҙҙең хәтерҙә мәәңге һаҡланыр. Был ҡурҡыныс, аяуһыҙ һуғышта бөтә илебеҙ ҡатнашты, еңеүҙе яҡынлаштырҙы, көрәште. Көн һайын поезд менән һалдаттарҙы һуғышҡа оҙаттылар. Туғандары, балалары, әсәләре илашып оҙаттылар. Һәр кем еңеүгә ышаныс менән йәшәне.


А.б. Еңеү көнөн бер кем дә, бер ҡасан да онотмаясаҡ. Хәҙерге тыныс тормош, күңелле көндәр өсөн, й ыр һәм бейеүҙәр өсөн үҙебеҙҙең олатай – оләсәйҙәребеҙгә, ҡартатайҙарыбыҙға бурыслыбыҙ. Ҡәҙерен беләйек тыныс тормошобоҙҙоң!


Бейеү


А.б. Беҙҙең малайҙарыбыҙ ҙур үҫкәс Армияға барасаҡтар һәм илебеҙҙе һаҡлаясаҡтар. “Өйрәнеү ҡыйын – яуҙа еңел” тип әйткән бөйөк полководец Суворов. Хәҙер беҙҙең ҡыйыу саперҙар үҙҙәрнең һөнәрен күрһәтәсәк.


Уйын “Саперҙар”


А.б. Һуғыш осоронда һалдаттарға йырҙар ныҡ ярҙам иткән. Һуғыш йылдары йырҙары... яуҙан һуң әҙерәк тыныслыҡ урынлашҡас, һалдаттар ял итеп, костер янында йырҙар йырлағандар, ғаиләләренә хаттар яҙғандар. Йыр һалдаттарға аслыҡты, һыуыҡты оноторға, еңергә ярҙам иткән.


Йыр____________________


А.б. Һуғыш, батырлыҡ тураһында ла бик күп мәҡәлдәр сығарылған. Әйҙәгеҙ, уларҙы иҫләп әйтәйек. Мин башлайым, һеҙ мәҡәлдең аҙағын әйтеп бөтөгөҙ.

Тыныслыҡ төҙә, ә һуғыш емерә.

Ҡыйыу еңер, ҡурҡаҡ үлер.

Берәү бөтәһе өсөн, бөтәһе берәү өсөн.

А.б. 1945 йылдың 9 майында Б.В.һуғышы тамамлана. Был көн иң яҡты, иң ҡәҙерле байрам булып һанала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғыш батырҙары көндән – көн кәмей, арабыҙҙан китә. Беҙ уларға һәр ваҡыт рәхмәтлебеҙ. Был һуғышта миллионлап халыҡ ҡырыла. Улар хаҡында беҙ оноторға тейеш түгел. Улар ьеҙҙең йөрәктәрҙә ғүмергә һаҡланыр.


Ребенок:     

Встань сегодня утром рано,

Выйди в город, посмотри.

Как шагают ветераны

С орденами на груди.


Ребенок:      

За страну родную люди

Отдавали жизнь свою.

Никогда мы не забудем,

Павших в доблестном бою.



Ребенок:        

Горит огонь у обелиска,

Березы в тишине стоят.

И мы склонились низко-низко,

Тут неизвестный спит солдат.


А.б. Ә хәҙер бер минутлыҡ тынлыҡ менән яуҙа башын һалған һалдаттарҙы иҫкә алайыҡ.


Минута молчания




Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Мероприятия

Целевая аудитория: Дошкольникам.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
День победы (сценарий)

Автор: Гульназ Билаловна Исламгулова

Дата: 10.12.2021

Номер свидетельства: 594192

Похожие файлы

object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(88) ""День Победы" сценарий праздника для детей 6-7 лет"
    ["seo_title"] => string(49) "den_pobedy_stsenarii_prazdnika_dlia_detei_6_7_let"
    ["file_id"] => string(6) "625127"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1675846966"
  }
}
object(ArrayObject)#873 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(98) "Сценарий праздника "День Победы" в младшей группе ДОУ "
    ["seo_title"] => string(58) "stsienarii-prazdnika-dien-pobiedy-v-mladshiei-ghruppie-dou"
    ["file_id"] => string(6) "217781"
    ["category_seo"] => string(10) "vneurochka"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "planirovanie"
    ["date"] => string(10) "1433472765"
  }
}
object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(38) "Сценарий День Победы"
    ["seo_title"] => string(25) "stsienarii-dien-pobiedy-3"
    ["file_id"] => string(6) "315389"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1459873025"
  }
}
object(ArrayObject)#873 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(37) "Великий день победы "
    ["seo_title"] => string(23) "vielikii-dien-pobiedy-1"
    ["file_id"] => string(6) "240383"
    ["category_seo"] => string(10) "vneurochka"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1445006775"
  }
}
object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(64) "Сценарий праздника   «День Победы» "
    ["seo_title"] => string(35) "stsienarii-prazdnika-dien-pobiedy-2"
    ["file_id"] => string(6) "199049"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1428507034"
  }
}


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства