Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение основная общеобразовательная школа с. Габдюково филиал муниципального общеобразовательного бюджетного учреждения средняя общеобразовательная школа
с. Зуяково Белорецкого района РБ
Доклад на тему:
“Мәктәп һәм ғаилә”(“Школа и семья”) для выступления на
общешкольном родительском собрании
2017
Доклад
Мәктәп һәм ғ аилә
Мәктәп һәм ғаилә... Психологик статустары буйынса улар ҡапма-ҡаршы. Ғаиләлә бөтә нәмә эмоциональ бәйләнештәргә нигеҙләнгән.
Мәктәптең функциялары башҡасараҡ. Уның маҡсаты балаға туған йортын алыштырыу түгел, ә баланы укытыу, танып-белеү һәләтен үҫтереү, талантын асыҡлау һәм асыу.
Шулай булыуға ҡарамаҫтан, икеһе лә бала өсөн иң мөһим урындар . Баланы тәрбияләүҙең эффектлылығы мәктәп менән ғаиләнең ниндәй бәйләнештә тороуына бәйле.
Һәр ғаилә – үҙе бер бәләкәй генә дәүләт. Дәүләт икән, тимәк, уның шәжәрә, исем, туған тел кеүек атрибуттары ла була. Шәжәрә – һиңә тиклем ошо нәҫелде һаҡлап килеүсе атай-олатайҙар алдында яуаплылыҡ, исем – үҙ милләтеңә ҡарата ихтирам тойғоһо тәрбиәләү, туған тел нәҫел традицияһын, милләт ҡотон һаҡлау асҡысы булған өсөн кәрәк. Ғаилә-дәүләттең төп тәрбиә ҡанундары ла була.
Әгәр беҙ бөгөн шәхес тәрбиәләү, балаларыбыҙҙа туған теленә, иленә һөйөү тәрбиәләү мәсьәләләрендә мәктәпкә генә ышанып ултырһаҡ, булғанын да юғалтыуыбыҙ ихтимал. “Әҙәп барҙа – иман бар”.. Әҙәпле кеше иманлы була. Ә был хазинаны ул ғаиләһенән алып сығырға тейеш. Баланы мәктәп тәрбиәләмәй, ул белем бирә . Тәрбиә, әҙәп-әхлаҡ ҡанундары бала күңеленә тик ғаиләлә һалына. Шуға күрә лә ғаилә институтын нығытыу көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе бөгөн. Баланы насарлыҡтарҙан аралау, лайыҡлы белем биреү, хатта торлаҡлы итеү ҙә бөгөн ата-әсә елкәһендә. Бер аҡыл эйәһе әйткән бит, миңә таяныр нөктә бирһәң, мин Ерҙе әйләндереп һалыр инем, тип. Шуның кеүек, балаларҙы ла башлы-күҙле итеп, йәш ғаиләгә ҡәҙимге йәшәп китер өсөн төп ике таяу – белем һәм торор урын менән тәьмин итеү шарт, тип уйлайым. Әлбиттә, улар әҙерҙең ҡәҙерен белер кимәлдә булһалар инде. Дәүләткә йәки ата-әсәһенә һалышырға теләмәгән, бөтәһенә лә үҙ көсө, тырышлығы менән өлгәшергә ынтылған балалар ҙа була. Уларға инде “балығын түгел, ҡармаҡлы ҡыуал” тоттораһың. Аҡыллыға ишара, тигәндәй, тәрбиә алған бала үҙ маҡсатына үҙаллы ла өлгәшәсәк.
“Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр” тигән бик тапҡыр әйтем бар бит, ул балаға тап ана шул ғаилә мөхитендә тәрбиә биреүгә ишаралай ҙа инде. Тормошто диңгеҙ менән сағыштырһаҡ, ғаилә – карап, атай кеше – капитан, әсәй штурман һымаҡ була инде. Оло диңгеҙҙә ни генә булмаҫ. Ғаилә карабын ҡаршылыҡтар айсбергына бәреп ҡыйратмаҫ өсөн атай-капитан менән әсәй-штурмандан күпме айыҡ аҡыл, сабырлыҡ, ныҡышмаллыҡ, бер-береһен аңлап йәшәү өсөн зиһен көсө талап ителә. Ғаилә оло илдең бер күҙәнәге булһа ла, ул үҙ мөхитендә килеп тыуған проблемаларҙы бер кемгә лә һалышмай ғына атҡарырға тейеш, сөнки ул проблемалар – һинеке, ә үҙеңдеке – үҙәктә. Күҙ алдына килтереп ҡараһаҡ, ситтән кемдер һинең ғаилә тормошоңа ҡыҫылырға теләһә, быны кем генә оҡшатыр икән? Кешене кеше иткән нәмә – хеҙмәт. Хеҙмәткә хөрмәт һәр яҡшы нәмәнең башланғысы һымаҡ уҡ, ғаиләлә һалына. Бәләкәй бала нимә генә эшләһәң дә ҡыҫылып, туҡтауһыҙ һорауҙарын яуҙырып, теңкәне ҡоротоуы һәр кемгә билдәле. Бына ошо ваҡытта эшеңде тиҙерәк осламаҡ булып, баланы тыйһаң, эргәңдән ҡыуып ебәрһәң, тәрбиә эшендә тәүге хатаны яһаның, тигән һүҙ. Ғаиләлә алынған тормош һабаҡтары ғүмер буйы тоғро юлдаш булыр балаңа. Тулы ғаиләлә хеҙмәт тәрбиәһе алып үҫкән бала тормошта үҙ юлын тиҙерәк табасаҡ, илебеҙгә кәрәкле, файҙалы кеше булып өлгөрәсәк.
Кескәйҙән балаға матур сифаттар һалына икән, кеше тормошта юғалып ҡалмай. Ул саф шишмәләй артабан барыбер үҙ юлын, үҙ ағышын таба.
Гел ҡабатланған хәҡиҡәт булһа ла тағы бер ҡабатлауҙан зыян юҡтыр, тием: бала яҙмышы өсөн бөтә яуаплылыҡ- ата-әсә иңендә. Әхлаҡи һәм рухи тәрбиә биреү, үҙ халҡыңа, телеңә, илеңә һөйөү уятыу – ата-әсә бурысы. Хәҙерге заманда ҡайһы бер йәш ғаиләләр тап бына ошоларға иғтибар биреп еткермәй, йә булмаһа, тәрбиә эшен ҡасандыр, әйтәйек, уҡырға төшкәс йәки берәй 10 йәштәнме башларға кәрәк, тип иҫәпләй. Ә бит тәрбиә бишектән башлана. Улай ғына ла түгел, әсә телмәре аша туған телде һиҙемләү, туған моңдарыбыҙҙы тойомлау балала әсә ҡарынында уҡ башлана, ти ғалимдар. Шуға күрә, мәктәпкә барғас белер әле, тигән хата уйға төшмәҫкә, тәрбиә бурысын кисектермәҫкә кәрәк, сөнки баланың киләсәге иң тәү сиратта мәктәп йә дәүләт ҡулында түгел, ә ата-әсә ҡарамағында. Дәүләтебеҙҙең тәрбиә һәм белем биреү учреждениеларына бала үҙе үҫкән мөхиттәге ҡиммәттәрҙе үҙ йәшенә ярашлы кимәлдә туплаған хәлдә килергә тейеш, тип уйлайым.
Күренекле мәғрифәтсе Р.Фәхреддин дә “Бала сакта алынған тәрбиәне һуңынан донъя халҡы үҙгәртә алмаҫ” тип, бик дөрөҫ әйткән.
Бәләкәй генә ауылдан, кескәй генә мәктәптә башҡортса уҡып та, бынамын тигән һөнәр эйәләре сыҡҡан. Һәр ҡайҙа ла белем кимәле уҡытыусы шәхесе менән бәйле. Ул үҙ фәнен төплө белә һєм уҡыусыларына оҫталыҡ менән еткерә ала икән – уңыш нигеҙе шунда. Ауыл һєм ҡала мәктєптєрен матди мөмкинлектєр йєһєтенєн тиңләштереп булмай. Ҡалала мәктәпте бағыусылар бар, ата-әсәләр ҙә хәлдәренсә ярҙам итергә әҙер. Ауыл мәктәбенең йыһазландырылышы тәжрибәле, компетентлы, хужалыҡсан директорҙан тора. Ҡалай ғына булһа ла, ауыл һәм ҡала мәктәптәре араһында айырмалыҡтар бар һєм буласаҡ. Әммә бының өсөн төшөнкөлөккә бирелергә һис ярамай. Сөнки ауыл уҡыусыһын – ҡаланыҡы, һєм киреһенсә алмаштырып булмай. Ауыл балаһының үҙ мөхите: ул мал аҫрағанды, икмәк сәскәнде, ҡош-ҡорт үрсеткәнде күреп һєм үҙе лә шул эштәрҙә ҡатнашып үҫә. Ул тормошсан, сыҙамлы, күндәм, ныҡышмал. Шуға күрә төрлө вазифалағы күренекле шәхестәребеҙ ҙә ауылдан сыҡҡан. Киләсәктә лә шулай буласаҡ.
Ҡулайлаштырыу буйынса республикала байтаҡ эш башҡарыла. Һуңғы йылдарҙа мәғлүмәт технологиялары йылдам үҫеш кисерҙе. Хәҙер иң төпкөл ауыл мәктәбе уҡыусылары ла компьютер, интернет менән файҙалана. Был беҙҙе ҡыуандыра, әлбиттә. Шул уҡ ваҡытта милли мәктәптәрҙең күпләп ябылыуы киләсәк быуындарҙың яҙмышы өсөн хәүеф уята. Сабыйҙы ғаилә тәрбиәһенән, тыуған ерлегенән айырыу шулай уҡ уның киләсәге өсөн аяныслы. Әлбиттә, кеше ғүмер буйына ата-әсәһе менән йәшәй алмай. Ләкин төп йәшәү нигеҙе, йәшәү талаптары ун дүрт–ун биш йәштәргә тиклем барыбер балаға ғаиләлә һалынырға тейеш.
Балалар, тормош аҡылын атай-әсәй өлгөһөнән күберәк алалар. Уларҙың ипле һүҙҙәре, бәхетле ғаилә мөхите күңелдәрендә ыңғай хис-тойғолар ғына яралта. Атай менән әсәйҙең һөйөүҙән балҡыуы, уларҙан ағылған тыныслыҡ, эске ышаныс, балаларына күсә, тормошта ныҡлы аҙымдар менән атларға көс-ҡеүәт өҫтәй, илһамландыра, рухландыра.