kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

" Аула? ?й" уйыны, 8 класс

Нажмите, чтобы узнать подробности

Тема:   Аула? ?й

Ма?сат:  1. Баш?орт хал?ыны? онотола бар?ан изге байрамдарын, ??р?ф- ????тт?рен я?ыртыу ??м ?а?лау;

2. Балалар?а баш?орт хал?ыны? уйындарына, ауы?- тел ижадына ??й?? уятыу;

3. Баш?орт хал?ына ихтирам, ?орурлы? хист?ре т?рби?л??.

Аула?, аула? ?й — аула? ?й хужалары булма?ан ?йг? йыйыл?ан й?шт?р кис??е; баш?орттар?а й?шт?р?е? берг?л?п эшл?? й?ки к??ел асыу ?с?н йыйылыуынан тор?ан традицион йола.

Аула? — 1. Кеше-?ара булма?ан тыныс буш урын. 2.Буш ?й?? йыйыла тор?ан й?шт?р кис??е.

Ата-?с?л?р ?й?? булма?анда, ?ай?ы ва?ыт — я??ы? ?атын-?ы? йортонда ?тк?релг?н й?шт?р кис??е. ????тт? аула? ?лк?н й?шт?ге ?атын-?ы? ?арауы а?тында бар?ан. Аула??а 14—18 й?шлек ?ы??ар ?ул эше баш?арыу (б?йл??, сиге?), бала? ?у?ыу, тула ба?ыу, к?нк?реш ?йбер??ре ??м кейем-?алым теге? ?с?н йыйыл?ан. ?у?ыра? егетт?р?е л? са?ыра башла?андар. ?ы??ар, ??р кем ??е мен?н алып килг?н а?ы?-т?лекте йыйып, ?ойма?,бут?а, б?леш ?.б. бешерг?н, егетт?р к?ст?н?ст?р килтерг?н. Й?шт?р?е? бер-бере?ен? йылы м?н?с?б?тен к?р??терг? м?мкинлек бирг?н уйындар ойошторол?ан: «к?? б?йл?ш», «й???к ?алыу», «??п?л?к», «йондо? ?анау», «осто- осто» ?.б. Улар?ы уйна?анда м?р?к? язалар бирелг?н: йырлар?а, бейерг?, бер?й й?нлек й?ки ?ош булып ?ыланыр?а, мейес а?лар?а, ?арай?а?ы малды ?анар?а, ?ыу?а барыр?а т??дим ителг?н. Я??ы? ??м парлап бейешк?нд?р, йырлаш?андар, та?ма? ?йтешк?нд?р, улар?а никах ??м ?аил? тема?ы ??т?нл?к итк?н. Егетт?р, ниге???, гармун, ?урай уйна?ан, ? ?ы??ар думбыра,?умы? сиртк?н. Кис ?у?латып ?ына ?й??рен? таралыш?андар.

           З?йн?б Биишеваны? “ К?м?етелг?нд?р” романынан ???к

О?а?ламай ?ы??ар ?а кил? башланы. Бында аула? ?ал?ан ?йг? йыйылып, уйнап- к?л?п, йырлап- бейеп, берг?л?п т?н ?тк?ре?, берг?л?п аш бешереп ашау ?ы??ар?ы? ярат?ан ????тт?рене? бере?е ине. Емеш:

  • Й?неш, ана ?ы??ар ?а кил?!

Й?неш:

  • ?й??к, ?й??к! Инеге?!

Аула? ?йг? са?ырыл?ан ?ы??ар?ан и? элек, бер ту?та? тары ярма?ы, ярты йом?а? а? май к?т?реп, Ба?ыян е?г?не? ике ?ы?ы Сабира мен?н С?ми?? килде.

  О?а?ламай ?с??ене? алама ш?лен? т?р?н?п, й?гереп Ш??р? л? килеп етте. Уны? артынса, ?ара?  ?хм?тшаны? ??ен? о?шап, а?тан ????п ?арап тор?ан й?шел к??ле у?ал ?ы?ы За?ира, Тулыбай суфый?ы? ила?, йыуаш холо?ло ?ы?ы Х?сбиямал, ?аббас мулланы? ?олонса? ке?ек шыма, йыл?ыр, ?ылыу ?ы?ы Г?лйы?ан аллы- артлы килеп индел?р. За?ира Й?нешк? бер ту?та? тары ярма?ы тоттор?о ла, ш?лен ?анды? ??т?н? ыр?ытып, ?икерт? ба?ып, хужаларса т?рг? у??ы. Ул б?т? ер?? ??ен хужа, баш итеп тота, б?т?н бер кем мен?н д? и??пл?шм?й. Ошо хол?о ?с?н, унан да бигер?к ?ара? ?хм?тшаны? ?ы?ы бул?аны ?с?н Емеш уны яратмай ине. Ул За?ираны хатта аула? ?йг? л? са?ырма?айны, За?ира шу?а ?с итеп, килеп ине? мен?н урынды?ты? т?рен? менеп, ултырып алды ла:

-        Ай- ?ай, мин?н баш?а ?ына аула? йыйма?сы бул?андар, ?орса??ылар!. Бына, ?йтм???ге? ?? килдем, в?т!- тип бер ???г? биш яуап ?айтарыр?а ??ерл?неп, б?т? ?ы??ар?а ??ене? у?ал, й?шел к??ен й?р?т?п сы?ты.

   Бынан ?у? ?ай?ы ярма, ?ай?ы май, ??т тотоп та?ы бер- нис? ?ы? килде.

Был килтерелг?н н?м?л?р?е Й?неш ихлас к??ел, шат й?? мен?н ?абул итеп тор?о. ?а?анда тотош ??тт? ген? ?айнап, тары бут?а?ы бытылдай башланы. Бут?а бешере?се ?ы??ар:

                          Бутыр- бутыр бут?а беш?,

                          Урта?ына май т?ш?,

                          Килг?н ?уна? бе?г? т?ш?,

                          Бе??? майлы бут?а беш?,-

тип та?ма?лай- та?ма?лай, уса? тир??енд? бейешеп й?р?н?л?р.О?а?ламай бут?а ла бешеп сы?ты.

-          Тары ярма?ы ?ыу?а икег?, ??тт? иллег? ярылырмын, тип ?йт? ти

ул.??тт? ген? бешк?с, ?алай ти? ?лг?р??, тип ?ыуана- ??йл?н?, Й?неш мен?н Сабира уны ?ур а?ас таба??а ?о?толар. Унан бут?а урта?ына ?ы??ар алып килг?н б?т? май?ы ?алып, к?ск? к?т?реп урынды??а, ашъяулы? ??т?н? алып килеп ултырттылар. ?ы??ар ??р ?ай?ы?ы ??е алып килг?н а?ас ?ала?ты тотоп, ашъяулы? янына ярым т???р?к я?ап йыйылыштылар. ?ы??ар башта бик яратып, ??р кем ?? алдынан ?ына тырнап, май?а алмаш- тилм?ш манып, ???пле ген? ашанылар. А?а?, туя башла?ас, шаярыу китте. И? элек у?ал За?ира шаярыр?а кереште:

-Урал тауынан йыл?алар к?нья??а ошолай а?ып т?ш?л?р, ти ул!.- тип, май?ы ?? я?ына йырып еб?р?е.

-Т?нья??а ла а?ып т?ш?л?р, ти,- тип Ш??р? май?ы ?? я?ына йыр?ы.Уны? артынан баш?а шаяндар ?а эй?р?ел?р.Бут?а с?ск? ат?ан к?нба?ыш башына о?шап ?алды.

- Май х??ер ай т?гел, ?ояш булды, - тип к?лд? Сабира. Шаярыу?ан Й?неш т? ситт? ?алманы:

-Ахыр заман етк?с, донъя ошолай бол?ана, ти, ул, ?ы??ар!.- тине л? уны тотош бол?атып еб?р?е. Май?а ?ына й??г?н бут?аны ?ы??ар та?ы ла яратыбыра? ашай башланылар.Шулай ?а ашап б?т?р? алманылар. Туй?андан ?ал?ан бут?аны бер- бере?ен? к?сл?п ?о?ондорор?а керештел?р. ?й эсе сыр- сыу мен?н тулды.

Емеш:

-?ы??ар, ?й??ге? ??п?л?к уйнайы?! ??п?л?к!- тип ?ыс?ырып еб?р?е.

-Уйнайы?! Кем беренсе булып к?? б?йл?й?- тине Ш??р?.

-И? т???? ??ем б?йл?йем!- тине Г?лйы?ан.

    Унан ??ене? к??ен, яулы? мен?н б?йл?не л? ?ы??ар?ы пыр ту???ырып ?ыуып тота башланы. ?ы??ар, сыуылдашып й?гереп ?астылар. Л?кин -- улар?ы бик ти? тотоп б?тт?. Бынан ?у? За?ира, С?ми??, Ш??р?л?р к?? б?йл?не. Ахыр яулы? ила? Х?сбиямал?а килеп етте.

Х?сбиямал, бер ни к?рм?г?н х?лд?, ?улдарын ышаныс?ы? ?у?ып, яр?ан осор?а тор?ан кеше т??л? ?ыйыу?ы?, ?ур?а? а?ым мен?н ?ы??ар?ы ?ыуа башланы.

  Емеш ?ы??ар?а:

-Шым булы?ы?!- тип бойоро? бир?е.?ы??ар шым булып ая? остары мен?н ген? й?р?н?л?р. Х?сбиямал, и??н урта?ында буш?а ??рм?л?неп й?р?г?с:

-Эй, й?шенеп б?тк?н?еге?! Уйнамайым ?е??е? мен?н!- тип, илам?ырап, яулы?ын сисеп ташланы.

Й?неш:- ?й??ге?, “Бе?, бе?, бе? инек!”  уйынын уйнайы?!

                                         Бе?, бе?, бе? инек,

                                         Бе? ун ике ?ы? инек.

                                         Та?талы??а йыйылды?,

                                         Та? ат?ансы ю? булды?. ?ап та ?оп!-

тиг?н са?та Сабиранан баш?а б?т? ?ы??ар ?а тындылар. Кем о?а? т??еп, ??йл?шм?й- к?лм?й ултыра ала, шул е??. Кем и? т?? башлап к?л?, й? ??йл?ш?, уны? ма?лайына сирт?л?р.

Й?неш ( тышта гармун тауышын ишетеп):

-?ы??ар, ана й?шт?р уйын?а китеп баралар, ?й?? улар?ы ла уйнар?а са?ырайы?! К??еллер?к булыр.

?ы??ар шатланып риза булалар.

Й?неш:

-Х??ер мин улар?ы са?ырып кил?м! ?ы??ар, малай?ар, ?й??ге? бе??е? мен?н уйнар?а! (тамашасылар?ы уйын?а са?ыра)

Х?сбиямал:

-?й??ге?, “осто”-ны уйнайы?! ?ы?ы? бит.

( те?елеп ба?ып, тамашасылар мен?н берг? уйнай?ар)

Й?шт?р??н бер??:

-Ярай, ?ы??ар, бе?г? китерг? ва?ыт. Бик к??елле булды!

Емеш:

-Бе?г? л? йо?лар?а ятыр?а к?р?к.

Й?шт?р хушлашып сы?ып кит?л?р.

Й?неш:

-?ы??ар, ?й??ге?, урын ?алып ятайы?.

С?хн? артына сы?ып кит?л?р.

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«" Аула? ?й" уйыны, 8 класс»





Тема: Аулаҡ өй

Маҡсат: 1. Башҡорт халҡының онотола барған изге байрамдарын, ғөрөф- ғәҙәттәрен яңыртыу һәм һаҡлау;

2. Балаларҙа башҡорт халҡының уйындарына, ауыҙ- тел ижадына һөйөү уятыу;

3. Башҡорт халҡына ихтирам, ғорурлыҡ хистәре тәрбиәләү.

Аулаҡ, аулаҡ өй — аулаҡ өй хужалары булмаған өйгә йыйылған йәштәр кисәһе; башҡорттарҙа йәштәрҙең бергәләп эшләү йәки күңел асыу өсөн йыйылыуынан торған традицион йола.

Аулаҡ — 1. Кеше-ҡара булмаған тыныс буш урын. 2.Буш өйҙә йыйыла торған йәштәр кисәһе.

Ата-әсәләр өйҙә булмағанда, ҡайһы ваҡыт — яңғыҙ ҡатын-ҡыҙ йортонда үткәрелгән йәштәр кисәһе. Ғәҙәттә аулаҡ өлкән йәштәге ҡатын-ҡыҙ ҡарауы аҫтында барған. Аулаҡҡа 14—18 йәшлек ҡыҙҙар ҡул эше башҡарыу (бәйләү, сигеү), балаҫ һуғыу, тула баҫыу, көнкүреш әйберҙәре һәм кейем-һалым тегеү өсөн йыйылған. Һуңыраҡ егеттәрҙе лә саҡыра башлағандар. Ҡыҙҙар, һәр кем үҙе менән алып килгән аҙыҡ-түлекте йыйып, ҡоймаҡ,бутҡа, бәлеш һ.б. бешергән, егеттәр күстәнәстәр килтергән. Йәштәрҙең бер-береһенә йылы мөнәсәбәтен күрһәтергә мөмкинлек биргән уйындар ойошторолған: «күҙ бәйләш», «йөҙөк һалыу», «һәпәләк», «йондоҙ һанау», «осто- осто» һ.б. Уларҙы уйнағанда мәрәкә язалар бирелгән: йырларға, бейергә, берәй йәнлек йәки ҡош булып ҡыланырға, мейес аҡларға, һарайҙағы малды һанарға, һыуға барырға тәҡдим ителгән. Яңғыҙ һәм парлап бейешкәндәр, йырлашҡандар, таҡмаҡ әйтешкәндәр, уларҙа никах һәм ғаилә темаһы өҫтөнлөк иткән. Егеттәр, нигеҙҙә, гармун, ҡурай уйнаған, ә ҡыҙҙар думбыра,ҡумыҙ сирткән. Кис һуңлатып ҡына өйҙәренә таралышҡандар.





Зәйнәб Биишеваның “ Кәмһетелгәндәр” романынан өҙөк

Оҙаҡламай ҡыҙҙар ҙа килә башланы. Бында аулаҡ ҡалған өйгә йыйылып, уйнап- көлөп, йырлап- бейеп, бергәләп төн үткәреү, бергәләп аш бешереп ашау ҡыҙҙарҙың яратҡан ғәҙәттәренең береһе ине. Емеш:

  • Йәнеш, ана ҡыҙҙар ҙа килә!

Йәнеш:

  • Әйҙүк, әйҙүк! Инегеҙ!

Аулаҡ өйгә саҡырылған ҡыҙҙарҙан иң элек, бер туҫтаҡ тары ярмаһы, ярты йомғаҡ аҡ май күтәреп, Баҙыян еңгәнең ике ҡыҙы Сабира менән Сәмиғә килде.

Оҙаҡламай әсәһенең алама шәленә төрөнөп, йүгереп Шәүрә лә килеп етте. Уның артынса, ҡараҡ Әхмәтшаның үҙенә оҡшап, аҫтан һөҙөп ҡарап торған йәшел күҙле уҫал ҡыҙы Заһира, Тулыбай суфыйҙың илаҡ, йыуаш холоҡло ҡыҙы Хәсбиямал, Ғаббас мулланың ҡолонсаҡ кеүек шыма, йылғыр, һылыу ҡыҙы Гөлйыһан аллы- артлы килеп инделәр. Заһира Йәнешкә бер туҫтаҡ тары ярмаһы тотторҙо ла, шәлен һандыҡ өҫтөнә ырғытып, һикертә баҫып, хужаларса түргә уҙҙы. Ул бөтә ерҙә үҙен хужа, баш итеп тота, бүтән бер кем менән дә иҫәпләшмәй. Ошо холҡо өсөн, унан да бигерәк ҡараҡ Әхмәтшаның ҡыҙы булғаны өсөн Емеш уны яратмай ине. Ул Заһираны хатта аулаҡ өйгә лә саҡырмағайны, Заһира шуға үс итеп, килеп инеү менән урындыҡтың түренә менеп, ултырып алды ла:

- Ай- һай, минән башҡа ғына аулаҡ йыймаҡсы булғандар, ҡорсаңғылар!.. Бына, әйтмәһәгеҙ ҙә килдем, вәт!- тип бер һүҙгә биш яуап ҡайтарырға әҙерләнеп, бөтә ҡыҙҙарға үҙенең уҫал, йәшел күҙен йөрөтөп сыҡты.

Бынан һуң ҡайһы ярма, ҡайһы май, һөт тотоп тағы бер- нисә ҡыҙ килде.

Был килтерелгән нәмәләрҙе Йәнеш ихлас күңел, шат йөҙ менән ҡабул итеп торҙо. Ҡаҙанда тотош һөттә генә ҡайнап, тары бутҡаһы бытылдай башланы. Бутҡа бешереүсе ҡыҙҙар:

Бутыр- бутыр бутҡа бешә,

Уртаһына май төшә,

Килгән ҡунаҡ беҙгә төшә,

Беҙҙә майлы бутҡа бешә,-

тип таҡмаҡлай- таҡмаҡлай, усаҡ тирәһендә бейешеп йөрөнөләр.Оҙаҡламай бутҡа ла бешеп сыҡты.

- Тары ярмаһы һыуҙа икегә, һөттә иллегә ярылырмын, тип әйтә ти

ул.Һөттә генә бешкәс, ҡалай тиҙ өлгөрҙө, тип ҡыуана- һөйләнә, Йәнеш менән Сабира уны ҙур ағас табаҡҡа һоҫтолар. Унан бутҡа уртаһына ҡыҙҙар алып килгән бөтә майҙы һалып, көскә күтәреп урындыҡҡа, ашъяулыҡ өҫтөнә алып килеп ултырттылар. Ҡыҙҙар һәр ҡайһыһы үҙе алып килгән ағас ҡалаҡты тотоп, ашъяулыҡ янына ярым түңәрәк яһап йыйылыштылар. Ҡыҙҙар башта бик яратып, һәр кем үҙ алдынан ғына тырнап, майға алмаш- тилмәш манып, әҙәпле генә ашанылар. Аҙаҡ, туя башлағас, шаярыу китте. Иң элек уҫал Заһира шаярырға кереште:

-Урал тауынан йылғалар көньяҡҡа ошолай ағып төшәләр, ти ул!...- тип, майҙы үҙ яғына йырып ебәрҙе.

-Төньяҡҡа ла ағып төшәләр, ти,- тип Шәүрә майҙы үҙ яғына йырҙы.Уның артынан башҡа шаяндар ҙа эйәрҙеләр.Бутҡа сәскә атҡан көнбағыш башына оҡшап ҡалды.

- Май хәҙер ай түгел, ҡояш булды, - тип көлдө Сабира. Шаярыуҙан Йәнеш тә ситтә ҡалманы:

-Ахыр заман еткәс, донъя ошолай болғана, ти, ул, ҡыҙҙар!..- тине лә уны тотош болғатып ебәрҙе. Майҙа ғына йөҙгән бутҡаны ҡыҙҙар тағы ла яратыбыраҡ ашай башланылар.Шулай ҙа ашап бөтөрә алманылар. Туйғандан ҡалған бутҡаны бер- береһенә көсләп һоғондорорға керештеләр. Өй эсе сыр- сыу менән тулды.

Емеш:

-Ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ һәпәләк уйнайыҡ! Һәпәләк!- тип ҡысҡырып ебәрҙе.

-Уйнайыҡ! Кем беренсе булып күҙ бәйләй?- тине Шәүрә.

-Иң тәүҙә үҙем бәйләйем!- тине Гөлйыһан.

Унан үҙенең күҙен, яулыҡ менән бәйләне лә ҡыҙҙарҙы пыр туҙҙҙырып ҡыуып тота башланы. Ҡыҙҙар, сыуылдашып йүгереп ҡастылар. Ләкин ----- уларҙы бик тиҙ тотоп бөттө. Бынан һуң Заһира, Сәмиғә, Шәүрәләр күҙ бәйләне. Ахыр яулыҡ илаҡ Хәсбиямалға килеп етте.

Хәсбиямал, бер ни күрмәгән хәлдә, ҡулдарын ышанысһыҙ һуҙып, ярҙан осорға торған кеше төҫлө ҡыйыуһыҙ, ҡурҡаҡ аҙым менән ҡыҙҙарҙы ҡыуа башланы.

Емеш ҡыҙҙарға:

-Шым булығыҙ!- тип бойороҡ бирҙе.Ҡыҙҙар шым булып аяҡ остары менән генә йөрөнөләр. Хәсбиямал, иҙән уртаһында бушҡа һәрмәләнеп йөрөгәс:

-Эй, йәшенеп бөткәнһегеҙ! Уйнамайым һеҙҙең менән!- тип, иламһырап, яулығын сисеп ташланы.

Йәнеш:- Әйҙәгеҙ, “Беҙ, беҙ, беҙ инек!” уйынын уйнайыҡ!

Беҙ, беҙ, беҙ инек,

Беҙ ун ике ҡыҙ инек.

Таҡталыҡҡа йыйылдыҡ ,

Таң атҡансы юҡ булдыҡ. Һап та һоп!-

тигән саҡта Сабиранан башҡа бөтә ҡыҙҙар ҙа тындылар. Кем оҙаҡ түҙеп, һөйләшмәй- көлмәй ултыра ала, шул еңә. Кем иң тәү башлап көлә, йә һөйләшә, уның маңлайына сиртәләр.

Йәнеш ( тышта гармун тауышын ишетеп):

-Ҡыҙҙар, ана йәштәр уйынға китеп баралар, әйҙә уларҙы ла уйнарға саҡырайыҡ! Күңеллерәк булыр.

Ҡыҙҙар шатланып риза булалар.

Йәнеш:

-Хәҙер мин уларҙы саҡырып киләм! Ҡыҙҙар, малайҙар, әйҙәгеҙ беҙҙең менән уйнарға! (тамашасыларҙы уйынға саҡыра)

Хәсбиямал:

-Әйҙәгеҙ, “осто”-ны уйнайыҡ! Ҡыҙыҡ бит.

( теҙелеп баҫып, тамашасылар менән бергә уйнайҙар)

Йәштәрҙән берәү:

-Ярай, ҡыҙҙар, беҙгә китергә ваҡыт. Бик күңелле булды!

Емеш:

-Беҙгә лә йоҡларға ятырға кәрәк.

Йәштәр хушлашып сығып китәләр.

Йәнеш:

-Ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ, урын һалып ятайыҡ.

Сәхнә артына сығып китәләр.


Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Всем учителям

Категория: Мероприятия

Целевая аудитория: 8 класс

Скачать
" Аула? ?й" уйыны, 8 класс

Автор: Динисламова Гульшат Гаяновна

Дата: 02.02.2016

Номер свидетельства: 287133

Похожие файлы

object(ArrayObject)#864 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(52) "Класс с???те"?аулы? - ?ур байлы?""
    ["seo_title"] => string(32) "klass-s-g-tie-haulyk-z-ur-bailyk"
    ["file_id"] => string(6) "311992"
    ["category_seo"] => string(10) "vneurochka"
    ["subcategory_seo"] => string(7) "prochee"
    ["date"] => string(10) "1459271005"
  }
}
object(ArrayObject)#886 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(41) "" Аула? ?й" уйыны, 8 класс"
    ["seo_title"] => string(18) "aulakoiuiyny8klass"
    ["file_id"] => string(6) "287132"
    ["category_seo"] => string(13) "vsemUchitelam"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1454432341"
  }
}


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

Распродажа видеоуроков!
ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства