kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

"Читайте детям сказки!"

Нажмите, чтобы узнать подробности

Материал для папки - раскладушки на тему "Читайте детям сказки!"

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«"Читайте детям сказки!"»

Б а л а л а р ғ а Ә к и ә т у ҡ ы ғ ы ҙ! Әкиәт уйындар кеүек, баланы үҫтереүҙә һәм тәрбиәләүҙә ҙур урын алып тора. Әкиәт нимәһе менән файҙалы?    Беренсенән, әкиәттәр баланың телмәрен үҫтерә. Әкиәт яңы һүҙҙәр сығанағы булып тора бит ул, унда балалар һәр һүҙгә иғтибар бирә, мәғәнәһен аңлата һәм, шулай итеп, баланың һүҙлек ҡеүәһе арта. Һөйләп, бала ваҡиғаларҙы эҙмә-эҙлекле еткерә, йәғни һөйләргә өйрәнә.

Б а л а л а р ғ а

Ә к и ә т у ҡ ы ғ ы ҙ!

Әкиәт уйындар кеүек, баланы үҫтереүҙә һәм тәрбиәләүҙә ҙур урын алып тора.

Әкиәт нимәһе менән файҙалы?

 

Беренсенән, әкиәттәр баланың телмәрен үҫтерә. Әкиәт яңы һүҙҙәр сығанағы булып тора бит ул, унда балалар һәр һүҙгә иғтибар бирә, мәғәнәһен аңлата һәм, шулай итеп, баланың һүҙлек ҡеүәһе арта. Һөйләп, бала ваҡиғаларҙы эҙмә-эҙлекле еткерә, йәғни һөйләргә өйрәнә.

Икенсенән, балалар менән уҡыған буйынса һөйләшеп, ата – әсәләр баланы төп фекерҙе икенселдән айырырға, әҫәрҙең идеяһын аңларға, үҙ фекерен иҫбатларға, һығымта яһарға өйрәтә. Өсөнсөнән, әгәр өлкәндәр әкиәтте тейешле интонация, эмоция менән уҡыһалар баланың матур, дөрөҫ телмәрен үҫтереү йәһәтенән дә был иң яҡшы өлгөләрҙең береһе. Әкиәттәр баланың фантазияһын, ижадын үҫтереүсе матур сара. Үҫтереү йәһәтенән бигерәк тә иллюстрацияһы булмаған әкиәт файҙалы була, сөнки балаларға үҙ аллы һүрәтләү, күҙаллау мөмкинлеге бирелә.

Икенсенән, балалар менән уҡыған буйынса һөйләшеп, ата – әсәләр баланы төп фекерҙе икенселдән айырырға, әҫәрҙең идеяһын аңларға, үҙ фекерен иҫбатларға, һығымта яһарға өйрәтә.

Өсөнсөнән, әгәр өлкәндәр әкиәтте тейешле интонация, эмоция менән уҡыһалар баланың матур, дөрөҫ телмәрен үҫтереү йәһәтенән дә был иң яҡшы өлгөләрҙең береһе.

Әкиәттәр баланың фантазияһын, ижадын үҫтереүсе матур сара. Үҫтереү йәһәтенән бигерәк тә иллюстрацияһы булмаған әкиәт файҙалы була, сөнки балаларға үҙ аллы һүрәтләү, күҙаллау мөмкинлеге бирелә.

Балаларға ниндәй әкиәт уҡырға?  Иң ҡулайы - быуын-быуындан-быуынға күсә килеүсе традицион халыҡ әкиәттәре. Китап магазины витринаһы, хәҙерге баҫмаларыбыҙ авторҙарҙың әкиәттәренә бай булһа ла, йәш тыңлаусыларға уҡыу өсөн нәҡ халыҡ әкиәттәрен, рус әҙәбиәте классиктарының һәм донъя халыҡтары әкиәттәрен урап үтергә ярамай.  Балаға уҡыу өсөн әкиәтте дөрөҫ һайларға кәрәк. Әкиәт балаларҙың йәшенә, үҫеш үҙенсәлегенә ҡарап һайланырға тейеш. Өлкән йәштәге балалар өсөн шундай уйын тәҡдим итергә була: әкиәтте уҡый башлайбыҙ, иң ҡыҙыҡ өлөшөндә туҡтайбыҙ ҙа баланың үҙенә дауам итергә ҡушабыҙ. Был осорҙа балаларға тылсымлы әкиәттәр уҡырға кәрәк, улар мотлаҡ уның күңелендә хуш киләсәк. Биш менән ете йәшкә тиклемге балаларҙы, ҡағиҙә булараҡ, динамик сюжетлы әкиәттәр, мажаралы әкиәттәр мауыҡтырасаҡ.

Балаларға ниндәй әкиәт уҡырға?

Иң ҡулайы - быуын-быуындан-быуынға күсә килеүсе традицион халыҡ әкиәттәре. Китап магазины витринаһы, хәҙерге баҫмаларыбыҙ авторҙарҙың әкиәттәренә бай булһа ла, йәш тыңлаусыларға уҡыу өсөн нәҡ халыҡ әкиәттәрен, рус әҙәбиәте классиктарының һәм донъя халыҡтары әкиәттәрен урап үтергә ярамай.

Балаға уҡыу өсөн әкиәтте дөрөҫ һайларға кәрәк. Әкиәт балаларҙың йәшенә, үҫеш үҙенсәлегенә ҡарап һайланырға тейеш.

Өлкән йәштәге балалар өсөн шундай уйын тәҡдим итергә була: әкиәтте уҡый башлайбыҙ, иң ҡыҙыҡ өлөшөндә туҡтайбыҙ ҙа баланың үҙенә дауам итергә ҡушабыҙ. Был осорҙа балаларға тылсымлы әкиәттәр уҡырға кәрәк, улар мотлаҡ уның күңелендә хуш киләсәк. Биш менән ете йәшкә тиклемге балаларҙы, ҡағиҙә булараҡ, динамик сюжетлы әкиәттәр, мажаралы әкиәттәр мауыҡтырасаҡ.

Әкиәт геройҙарын әҙерләргә бөтөнләй ваҡытығыҙ юҡмы? Бер ҙә борсолмағыҙ: һеҙҙең алда әҙер актерҙар – өйҙәге йомшаҡ уйынсыҡтар. Тик уларҙы “терелтергә”, “һөйләштерергә” генә кәрәк.   Балаға шул уйынсыҡтар менән әкиәттән сюжетты, әкиәтте тулыһынса уйнап ҡарарға тәҡдим итегеҙ. Аҙаҡ инде бала менән берлектә яңы әкиәт сюжеты уйлап сығарығыҙ.  Уйын “Төшөрөп ҡалдырылған кадр” Был уйын өсөн магазиндарҙа һатылған әкиәттәрҙе һөйләү, сәхнәләштереү өсөн әҙер һүрәттәр, картиналар ҡулланырға мөмкин. Тәртибе менән берәй әкиәттән һүрәттәр баланың алдына теҙеп һалына. Шуларҙың араһынан бер генә һүрәт алына. Баланың алдына шундай бурыс ҡуйыла: әкиәттең ниндәй эпизоды төшөп ҡалған? Тапҡас, әкиәтте тулыһынса һөйләп бирә.

Әкиәт геройҙарын әҙерләргә бөтөнләй ваҡытығыҙ юҡмы? Бер ҙә борсолмағыҙ: һеҙҙең алда әҙер актерҙар – өйҙәге йомшаҡ уйынсыҡтар. Тик уларҙы “терелтергә”, “һөйләштерергә” генә кәрәк.

 

Балаға шул уйынсыҡтар менән әкиәттән сюжетты, әкиәтте тулыһынса уйнап ҡарарға тәҡдим итегеҙ. Аҙаҡ инде бала менән берлектә яңы әкиәт сюжеты уйлап сығарығыҙ.

Уйын “Төшөрөп ҡалдырылған кадр”

Был уйын өсөн магазиндарҙа һатылған әкиәттәрҙе һөйләү, сәхнәләштереү өсөн әҙер һүрәттәр, картиналар ҡулланырға мөмкин. Тәртибе менән берәй әкиәттән һүрәттәр баланың алдына теҙеп һалына. Шуларҙың араһынан бер генә һүрәт алына. Баланың алдына шундай бурыс ҡуйыла: әкиәттең ниндәй эпизоды төшөп ҡалған? Тапҡас, әкиәтте тулыһынса һөйләп бирә.

Уйын “Тауыш режиссерҙары”

Әкиәтте уҡығандан һуң уға ҡарата төшөрөлгән иллюстрациялар ҡарағыҙ. Үҙегеҙгә оҡшаған һүрәттә туҡтағыҙ. Балаға ошо һүрәткә тап килгән өлөштө һөйләргә ҡушығыҙ. Геройҙарҙың шул өлөштә нимә һөйләгәнен, нимә эшләгәнен иҫенә төшөрөп һөйләһен. Был уйын өсөн шулай уҡ таныш йәнһүрәттәрҙе лә ҡулланырға була. Тауышын һүндерегеҙ ҙә әкиәтте баланан һөйләтегеҙ.

Хатта бала үҙ аллы уҡырға өйрәнгәс тә балаға ваҡыты – ваҡыты менән ҡысҡырып әкиәттәр уҡығыҙ. Сөнки ҡай саҡ баланың ҡыҙыҡһыныуы уҡыу тиҙлегенә ҡарағанда көслөрәк һәм өҫтөнөрәк. Ә һеҙҙең кире яуабығыҙ, уҡыуҙан баш тартыуығыҙ, баланың китапҡа ҡыҙыҡһыныуын һүндереүе ихтимал. Әгәр ҙә балала әкиәт тыңлауға, артабан әкиәтте уҡыуға ҡыҙыҡһыныу булмаһа? Борсолмағыҙ, балаға үҙенә әкиәт төҙөргә, уны уйнап ҡарарға тәҡдим итергә мөмкин.

Өйҙә уның үҙ ҡулдары менән әҙерләгән бәләкәй театры аша уның әкиәттәргә ҡыҙыҡһыныуы артасаҡ. Был әкиәт геройҙарын әҙерләү ҙә баланы ижади эшмәкәрлеккә этәрәсәк, ул унан кинәнес аласаҡ. Һәм һеҙ мотлаҡ балағыҙҙы икенсе яҡтан асасаҡһығыҙ, икенсе күлектән ҡараясаҡһығыҙ.


Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Внеурочная работа

Категория: Презентации

Целевая аудитория: Дошкольникам

Скачать
"Читайте детям сказки!"

Автор: Исламгулова Гульназ Билаловна

Дата: 27.05.2017

Номер свидетельства: 418939

Похожие файлы

object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(116) "Консультация для родителей "Для чего нужно читать детям сказки""
    ["seo_title"] => string(67) "konsultatsiia_dlia_roditelei_dlia_chego_nuzhno_chitat_detiam_skazki"
    ["file_id"] => string(6) "577010"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(7) "prochee"
    ["date"] => string(10) "1617006897"
  }
}
object(ArrayObject)#873 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(100) "Консультация для родителей "Зачем читать детям сказки""
    ["seo_title"] => string(56) "konsultatsiia_dlia_roditelei_zachem_chitat_detiam_skazki"
    ["file_id"] => string(6) "577014"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(7) "prochee"
    ["date"] => string(10) "1617007155"
  }
}
object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(116) "Консультация для родителей "Для чего нужно читать детям сказки""
    ["seo_title"] => string(69) "konsultatsiia_dlia_roditelei_dlia_chego_nuzhno_chitat_detiam_skazki_1"
    ["file_id"] => string(6) "589523"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(7) "prochee"
    ["date"] => string(10) "1635157790"
  }
}
object(ArrayObject)#873 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(117) "Консультация для родителей "Для чего нужно читать детям сказки?""
    ["seo_title"] => string(69) "konsultatsiia_dlia_roditelei_dlia_chego_nuzhno_chitat_detiam_skazki_2"
    ["file_id"] => string(6) "613913"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(7) "prochee"
    ["date"] => string(10) "1664259407"
  }
}
object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(90) "СОВЕТЫ ДЛЯ РОДИТЕЛЕЙ:  «КАК ЧИТАТЬ ДЕТЯМ СКАЗКУ?» "
    ["seo_title"] => string(50) "soviety-dlia-roditieliei-kak-chitat-dietiam-skazku"
    ["file_id"] => string(6) "165600"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(7) "prochee"
    ["date"] => string(10) "1422821467"
  }
}


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства