kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Цветик - семицветик (сценарий)

Нажмите, чтобы узнать подробности

Сценарий утренника к 8 марта на башкирском языке для подготовительной группы

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Цветик - семицветик (сценарий)»

ЕТЕ ТАЖЛЫ СӘСКӘ

(Өлкәндәр төркөмөндә үткәрелгән 8 мартҡа арналған иртәлек сценарийы)


Ҡатнашалар: Балалар:

Өлкәндәр: Бүре

Алып барыусы Төлкө балаһы Төлкө әсәй

Белмәҫйән Ҡуян балаһы Ҡуян әсәй

Шапокляк Айыу балаһы Айыу әсәй


Күңелле көй аҫтында балалар залға инә һәм ярымтүңәрәк яһап торалар.

Алып барыусы:Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле балалар, хөрмәтле ҡунаҡтар! Бөгөн беҙ шундай матур байрамды - беҙҙең әсәйҙәргә, өләсәйҙәргә арналған – изгелек һәм һөйөү байрамын билдәләйбеҙ. Әсәйҙәр, өләсәйҙәр! Һәр ваҡыт шулай һөйкөмлө, матур булығыҙ, һөйөгөҙ һәм һөйөлөгөҙ! Ә хәҙер балаларға һүҙ бирәбеҙ.

Бала: Әсәйҙәр байрамы етте –

Һигеҙенсе март бөгөн.

Йылмайған ҡояш яҡтырта

Илемдең аяҙ күген.

Бала: Иң тәүге нәфис сәскәләр

Әсәйҙәр өсөн үҫкән.

Яҙғы моңдар, таңғы нурҙар

Шул сәскәләргә күскән.


Бала: Әсәләр ғүмер, көс бирә

Кешеләргә йәшәргә.

Дан һәм рәхмәт, ҡәҙер – хөрмәт

Беҙҙә һәр бер әсәгә.


Йыр _____________________________

Залға Белмәҫйән йүгереп килеп инә.

Белмәҫйән: Һаумыһығыҙ! Әллә һуңланым инде?

Алып барыусы: Туҡта, туҡта! Кем һуң һин?

Белмәҫйән: Кем, кем, Белмәҫйән!

Алып барыусы: Һаумы, Белмәҫйән! Һин бында нимә эшләйһең?

Белмәҫйән: Нисек нимә? Һеҙгә ҡунаҡҡа килдем.

Алып барыусы: Ә бөгөн беҙҙә әсәйҙәрҙең, өләсәйҙәрҙең байрамы.

Белмәҫйән: Байрам? Бына шәп! Теләйһегеҙме, мин һеҙгә шиғырҙарымды уҡыйым. Мин бит шундай оҫта!

Алып барыусы: Һинең үсекләгестәрең бында урынһыҙ, сөнки бөгөн шиғырҙар әсәйҙәргә бағышлана. Әйҙәгеҙ, балаларҙы тыңлайыҡ.

Көй аҫтында балалар сыға.

Бала:

Әсәкәйем, ҡәҙерлем,

Яратам бит мин һине.

Наҙлы, матур күҙҙәрең

Гел йылмайһындар ине.


Бала: Әсәйемдең эше күп,

Тик тормай шул бер генә.

Һаулыҡ, бәхет һәм шатлыҡ

Теләйем мин гел һиңә.


Бала: Бер кем дә юҡтыр

Әсәйем ише.

Ул донъялағы

Иң матур кеше.


Йыр _______________________________

Алып барыусы: Ниндәй матур йыр. Әйҙәгеҙ, балалар, әсәйҙәрҙе уйынға саҡырайыҡ.

Уйын “Сығармайбыҙ”

Әсәйҙәр түңәрәктә, балалар сылбыр яһап, тотоношоп тора. 1-се өлөш - әсәйҙәр түңәрәк буйлап атлайҙар. Көй бөтөүгә ҡулдарын күтәреп ҡапҡа яһайҙар. 2-се өлөш – балалар теҙелешеп, түңәрәкте киҫеп үтәләр. Көй бөтөүгә ҡапҡа ябыла. Кем түңәрәктең эсендә ҡала, шул түңәрәккә тора.

Уйын бөткәс ултыралар. Балалар хайуандарҙың битлектәрен кейәләр.

Алып барыусы: Белмәҫйән, мөмкинме һинән һорарға?

Белмәҫйән: Мөмкин.

Алып барыусы: Белмәҫйән, һин гел шулай бер үҙең генә, ҡараусыһыҙ йөрөйһөңмө?

Белмәҫйән: Ә кем ул ҡараусы? Һәм нимәгә ул минең менән йөрөргә тейеш?

Алып барыусы: Ҡараусы ул – балаларҙы оҙатып, ҡарап йөрөүсе.

Белмәҫйән: Ә нимәгә ул?

Алып барыусы: Нисек инде нимәгә?. Һинең аҙашыуың, юғалыуың ихтимал. Әсәйең борсоласаҡ. Беләһеңме, үҙ һүҙле йәнлектәр менән ниндәй хәл килеп сыҡҡанын? Юҡ? Улайһа, әйҙә ҡарайыҡ.

Йыш ҡына балалар үҙһүҙлеләнә, әсәйҙәрен тыңламай. Бер саҡ йәнлектәр аҙашҡандар, әсәйҙәренән тороп ҡалғандар.

Көй яңғырай. Ҡуян балаһы, Төлкө балаһы, Айыу балаһы йүгерешеп килеп сығалар.

Ҡуян балаһы: Мин, ахыры, юғалдым, әсәйһеҙ ҡалдым. Әсәкәйем, һин ҡайҙа, һинһеҙ ҡыйын миңә!

Төлкө балаһы: Мин дә аҙаштым, әсәйемдән тороп ҡалдым. Урманда ҡурҡыныс. Нимә эшләргә инде? Әсәйем, һин ҡайҙа?

Айыу балаһы: Мин дә аҙаштым. Ҙур булырға теләнем, яңғыҙым уйнарға сыҡтым.

Көй аҫтында бүре килеп инә.

Бүре: Нимәгә илашып ултыраһығыҙ?

Йәнлектәр: Беҙ аҙаштыҡ, әсәйҙәребеҙҙән тороп ҡалдыҡ.

Бүре: Бәләкәстәр, мин һеҙгә ярҙам итәм, әсәйҙәрегеҙҙе саҡырам: у-у-у, у-у-у! Әсәйҙәр, килегеҙ, балаларығыҙ бында!

Көй аҫтында йәнлектәр килеп инә.

Ҡуян әсәй: Бик оҙаҡ беҙ һеҙҙе эҙләнек. Ниңә һеҙ ҡастығыҙ?

Төлкө әсәй: Урманға яңғыҙ йөрөмәгеҙ.

Айыу әсәй: Шул тиклем ҡурҡыттың. Өйҙә генә ултырһаң ни була инде?

Йәнлек балалар: Ғәфү итегеҙ, әсәйҙәр! Беҙ һеҙҙе тыңларбыҙ!

Көй аҫтында йәнлектәр сығып китәләр.

Белмәҫйән: Һәр ваҡыт мин шаян, тиктормаҫ булдым, тыңлаулы булырға кәрәк икән. Һеҙ ҙә, балалар, һәр ваҡыт тыңлаулы булығыҙ!

Алып барыусы: Беҙҙең балалар ҙа тыңлаулы булырға кәрәк икәнен аңлағандарҙыр. Һинең әйтеүең бик оҡшаны миңә, Белмәҫйән.

Белмәҫйән: Мин һәр саҡ ярҙам итермен, һеҙҙең менән гел дуҫ булырмын!

Бейеү ________________________________

Көй яңғырай. Тирә - яғына ҡарана – ҡарана Шапокляк әбей инә. Зал буйлап үтеп барышлай, алып барыусыға бәрелә.

Алып барыусы: Ғәфү итегеҙ, һеҙ кем, бында ни эшләйһегеҙ?

Шапокляк: Бына белдереү күрҙем әле. Әсәй, өләсәйҙәрҙе байрамға саҡыралар икән. Индем әле, мин дә өләсәй бит.

Алып барыусы: Ә кемдең өләсәһе һуң һеҙ? Һеҙҙе балалар баҡсаһында бер ҙә күргәнем юҡсы.

Шапокляк: Ейәндәрем минең күптән үҫте инде. Һеҙҙең концертығыҙҙы ҡарарға ине теләгем.

Алып барыусы: Улай булғас, әйҙә танышайыҡ. Балалар, түңәрәккә тороғоҙ.

Музыкаль уйын “Танышыу”

Көй уйнай. Балалар ҡулға ҡул тотоношалар, түңәрәккә торалар. 1-се өлөш – түңәрәк буйлап йөрөү, 3 ҡул сабыу, 3 тыпырлау. 2-се өлөш – Шапокляк менән балалар ҡул биреп сәләмләшәләр. Урындарына ултыралар.

Алып барыусы: Ә хәҙер һеҙгә бүләгебеҙ, ҡәҙерле өлөсәйҙәр. Һоҡландырғыс теләктәр сәскәһе, ете тажлы сәскә. Әйҙәгеҙ, тәүҙә матур йыр тыңлап алайыҡ.

Йыр “Әсәйемә”.

Алып барыусы тажһыҙ сәскә янына бара.

Алып барыусы: Бәй! Был ни? Ете тажлы сәскәнең һабағы ғына ҡалған. Ә ҡайҙа һуң уның тылсымлы таждары?

Белмәҫйән: Мин һеҙгә ярҙам итәм. Минең тылсымлы фонаригым бар. Ул сәскәнең таждарын кем алыуын белергә ярҙам итер.

Көй аҫтында Белмәҫйән фонарик тотоп балаларҙың биттәрен яҡтыртып йөрөй.

Шапокляк: Үҙеңде лә тикшер!

Белмәҫйән Шапокляк алдында туҡтай.

Шапокляк: Нимәгә шул тиклем ҡарайһың?

Белмәҫйән: Һеҙ миңә таныш күренәһегеҙ. Туҡтағыҙ, туҡтағыҙ! Иҫләнем, Һеҙ - өләсәй түгел.

Шапокляк: Дөрөҫ, мин – ҡартатай. Бушҡа ғына һин Белмәҫйән түгелһең.

Белмәҫйән: Мин беләм һеҙҙең кемлекте! Һеҙ – Шапокляк әбей. Таждарҙы ла һеҙ өҙгәнһегеҙ.

Шапокляк: Шунан? Сәскәнең таждарын мин йәшерҙем шул.

Белмәҫйән: Ә ниңә уларҙы йәшерҙегеҙ?

Шапокляк: Һорайһың тағы. Мине саҡырмағанға үпкәләнем мин.

Алып барыусы: Тынысланығыҙ, зинһар! Тик әйтегеҙ, нимә эшләһәк, сәскәнең таждарын бирәһегеҙ?

Шапокляк: Таждарҙы алыр өсөн, һүҙ төҙөргә кәрәк. Тик ул ябай һүҙ түгел, бик ҡәҙерле һүҙ.

Белмәҫйән: Ә ниндәй һүҙ һуң ул?

Алып барыусы: Ҡайғырма, Белмәҫйән, мин беләм

Кем тегә матур күлдәктәр,

Кем яһай аҫыл биҙәктәр?

Кем тәмле аштар бешерә,

Гел һине иҫкә төшөрә?

Ҡайҙа барһаң, күҙ алдында,

Һәр саҡ күңелдә йәшәй.

Ул беҙҙең иң яҡын кеше -

Белмәҫйән: Ул, әлбиттә, әсәй!

Алып барыусы: Афарин, балалар! “Әсәй” һүҙен теҙә алаһығыҙмы? Әйҙә, балалар, ярҙам итегеҙ.

Һүҙ төҙө” уйыны. Бөтә балалар ҡатнаша. Әсәй, әсәкәйем һүҙҙәрен төҙөйҙәр.

Белмәҫйән: Ура! Килеп сыҡты. Әйҙә, Шапокляк, бир таждарҙы.

Шапокляк: Һинең тауышыңдан баш ауырта. Кем һине тәрбиәләйҙер? Бер генә таж һеҙҙе ҡотҡармаҫ. Икенсе тажды алыр өсөн бейеп күрһәтегеҙ.

Бейеү ____________________________

Белмәҫйән: Балалар, ҡарағыҙ әле, сәскәнең таждары күбәйә. Киләһе эш ниндәй икән?

Шапокляк: Ҡара әле, ниндәй сабырһыҙ. Әйҙә, балаларға йомаҡ әйт. Дөрөҫ әйтһәгеҙ, таж һеҙҙеке.

Белмәҫйән: Мин башлайым, һеҙ йомаҡты әйтеп бөтөгөҙ

Эшләргә мин яратам, Мин әсәйемә ярҙамсы

Ялҡауланмайым бер ҙә. Йыуам (һауыт - һабаны)

Тигеҙ итеп йыйыштырам

Үҙемдең (карауатымды)


Шапокляк: Күрергә ине ундай балаларҙы.

Белмәҫйән: Бик еңелдән түгел. Тажды ал да тылсымлы һүҙҙәр әйт.

Шапокляк: Белмәйем мин ундай һүҙҙәр.

Белмәҫйән: Эх, һин, өләсәй, имеш. Әкиәт тә белмәйһең. Беҙ һүҙҙәр әйтербеҙ, һин таждарҙы ал.

Ос – ос, таж,

Көнсығышҡа, көнъяҡҡа,

Көнбайышҡа, төнъяҡҡа.

Кил һин ер шарын урап.

Балалар, әйҙәгеҙ, бейегеҙ!

Йырлы бейеү__________________________

Шапокляк: Бирмәйем мин һеҙгә тажды.

Белмәҫйән: Ни өсөн?

Шапокляк: Ҡулъяулыҡ йыуыу, сәскәгә һыу ҡойоу – был бик ябай эш. Ә бына әсәй менән магазинға барып аҙыҡ – түлек алыу…

Алып барыусы: Хөрмәтле Шапокляк! Беҙҙең төркөм балалары әсәйҙәренә ярҙам итергә һәр саҡ әҙер. Быны хәҙер күрерһең. Балалар, һеҙгә әсәйҙәрегеҙ менән магазинға барырға тура киләсәк.

Шапокляк: Тышта ямғыр яуа. Ҡулсатырҙарығыҙҙы алырға кәңәш итәм, ә балалар аяҡтарына калош кейһен.

Магазин” аттракционы. Балалар һәм әсәйҙәре уйнай. Ике команда. Әсәһе балаһын етәкләй, икенсе ҡулында ҡулсатыр. Бала аяғына калош кейә, буш ҡулына кәрзин тота. Өҫтәлгә еткәс, кәрзиндәге нәмәне алып өҫтәлгә һала. Командаға еткәс, киләһе парға калош, кәрзин, ҡулсатырҙа бирәләр. Аҙыҡ – түлекте икенсе өҫтәлгә һалалар.

Шапокляк: Ярай, күрәм, балалар ысынлап та әсәйҙәрен яраталар икән. Бына һеҙгә бишенсе тажды ла, алтынсы тажды ла бирәм.

Белмәҫйән: Тағы ла нимә эшләргә тейешбеҙ.

Шапокляк: Бына мине лә яратһағыҙ ине. Беләм, итәғәтле, яғымлы кешене яратып була, ә һеҙ мине – уҫал, ҡырыҫ кешене яратығыҙ һәм әйтегеҙ: “Беҙ һине ғәфү итәбеҙ”

Балалар Шапоклякка яғымлы һүҙҙәр әйтәләр. Шапокляк һуңғы тажды бирә.

Алып барыусы: Балалар, һеҙ бик шәптәр икән! Бөтә таждарҙы ла йыйҙығыҙ. Беләһегеҙме, нимәгә? Сөнки һеҙ бик изгелеклеһегеҙ, яғымлыһығыҙ, сөнки һеҙҙе әсәй - өләсәйҙәрегеҙ бик ярата. Белмәҫйән, ә һинең кәрзинеңдә нимә?

Белмәҫйән: Был беҙҙең балаларҙың бүләктәре, ете тажлы сәскәләр. Беҙ һеҙҙең өйөгөҙгә ошо сәскәләрҙең мөхәббәт, бәхет, шатлыҡ ҡына килтереүен теләйбеҙ.

Әсә күңелен ҡояш тиҙәр,

Унда күпме яҡтылыҡ.

Шул күңелдең яҡтыһынан

Тормош тағы балҡып китә,

Ерҙә арта яҡшылыҡ.



Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Внеурочная работа

Категория: Мероприятия

Целевая аудитория: Дошкольникам.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
Цветик - семицветик (сценарий)

Автор: Исламгулова Гульназ Билаловна

Дата: 27.05.2017

Номер свидетельства: 418942

Похожие файлы

object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(52) "Сценарий "Цветик-семицветик""
    ["seo_title"] => string(33) "stsienarii_tsvietik_siemitsvietik"
    ["file_id"] => string(6) "443158"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(7) "prochee"
    ["date"] => string(10) "1512825942"
  }
}
object(ArrayObject)#873 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(139) "Сценарий весеннего утренника для детей средней группы «Цветик -Семицветик»"
    ["seo_title"] => string(75) "stsenarii_vesennego_utrennika_dlia_detei_srednei_gruppy_tsvetik_semitsvetik"
    ["file_id"] => string(6) "624137"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1674714947"
  }
}
object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(66) "Праздник 8 марта "Цветик-семицветик" "
    ["seo_title"] => string(39) "prazdnik-8-marta-tsvietik-siemitsvietik"
    ["file_id"] => string(6) "233209"
    ["category_seo"] => string(10) "vneurochka"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1443025853"
  }
}
object(ArrayObject)#873 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(130) "Квест-игра для детей старшего дошкольного возраста "Цветик-семицветик""
    ["seo_title"] => string(80) "kviest_ighra_dlia_dietiei_starshiegho_doshkol_nogho_vozrasta_tsvietik_siemitsvie"
    ["file_id"] => string(6) "363553"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1480352139"
  }
}
object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(110) "Сценарий школьного праздника "До свидания, начальная школа" "
    ["seo_title"] => string(64) "stsienarii-shkol-nogho-prazdnika-do-svidaniia-nachal-naia-shkola"
    ["file_id"] => string(6) "110026"
    ["category_seo"] => string(10) "vneurochka"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1405415618"
  }
}


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства