kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Конспект урока на тему "Ике составлы һәм бер составлы һөйләмдәр."

Нажмите, чтобы узнать подробности

План-конспект урока башкирского языка в 7 классе, на тему "Ике составлы һәм бер составлы һөйләмдәр."

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Конспект урока на тему "Ике составлы һәм бер составлы һөйләмдәр."»


Башҡорт теленән план-конспект

7 класс

Тема: Ике составлы һәм бер составлы һөйләмдәр.

Маҡсат:

Белем биреү: Ике һәм бер составлы һөйләмдәрҙе айырып күрһәтә белеү, йыйнаҡ һәм тарҡау һөйләмдәрҙең айырмаларын таба белеү;

Тәрбиә биреү: күнегеүҙәр аша уҡыусылар күңелендә милли рух, халҡыбыҙҙың мәҙәни мираҫына ҡыҙыҡһыныу тойғолары, ил батырҙарына оло ихтирам тәрбиәләү;

уҡыусыларҙың күҙәтеүсәнлеген, фекерләү ҡеүәһен, яҙыу һәм телмәр мәҙәниәтен, ижади һәләтен үҫтереү.

Телмәр үҫтереү: һөйләү һәм яҙма телмәрҙәрен үҫтереү.

Йыһаз: халыҡ йырҙары тупланған аудиояҙма, китаптар күргәҙмәһе, дәреслек.

Техник саралар: ноутбук, проектор, колонкалар.

Дәрес барышы.

I Уҡыусыларҙы сәләмләү, дәрескә әҙерләү.

-Һаумыһығыҙ, уҡыусылар, ултырығыҙ. Дәрестең темаhы – “Ике һәм бер составлы hөйләмдәр.”

II Үтелгәнде ҡабатлау.

Башта үткән теманы иҫкә төшөрөп үтәйек. 

Дәреслектең 85-се бите.

Ҡабатлау өсөн һорауҙар.

  1. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәрен һанап сығығыҙ.

  2. Эйә менән хәбәр араһында ниндәй айырма бар?

  3. Аныҡлаусы, тултырыусы һәм хәлдәр араһында ниндәй уртаҡлыҡ бар?

  4. Тиң һәм тиң булмаған аныҡлаусыларҙың төп айырмаһы нимәлә?

  5. Аныҡлаусы менән өҫтәлмәлектең ниндәй уртаҡлығы һәм айырмаһы бар?

  6. Тултырыусылар нисә төрлө була?

Уҡыусыларҙың яуаптары.

  1. Һөйләмдең баш киҫәктәре: эйә менән хәбәр, эйәрсән киҫәктәре: тултырыусы, аныҡлаусы, хәлдәр.

  2. Эйә-ул эш-хәрәкәттең эйәһен белдерә, һөйләмдә нимә тураһында һүҙ барғанын аңлата, һөйләм эсендә эйә башҡа һүҙҙәргә буйһонмай, һәр ваҡыт төп килештә килә.

Хәбәр- ул хәбәр эйәгә буйһоноп, уның менән ярашып килә.

  1. Аныҡлаусы, тултырыусы һәм хәлдәр араһында уртаҡлыҡ булып уларҙың һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре булыуы.

  2. Тиң аныҡлаусылар предметтың бер төрлө билдәһен ( йә һанын, йә сифатын, йә күләмен) генә бедерәләр. Ғәҙәттә, бер-береһенән өтөр менән айырыла.

Тиң булмаған аныҡлаусылар предметтың төрлө билдәһен белдерә. Араларында өтөр ҡуйылмай.

5) Өҫтәлмәлек предметтың билдәһен белдереү менән генә сикләнмәй, уның атамаһына әйләнә: уҡытыусы- химик, инженер-нефтсе, Сәлимә әбей, Урал батыр, бригадир Хәлим.

    1. Тултырыусыларҙы предмет һәм эш-хәрәкәт араһындағы мөнәсәбәткә ҡарап, тура һәм ситләтелгән тултырыусыларға бүлеп йөрөтәләр.

Тура тултырыусы эш- хәрәкәт төшкән предметты белдерә. Миҫал: Был ултырғысты мин яһаным.

7)









6


8





1

2




4

-






















3
























7



















5






















6 С






1

2 К

Ү

Л

Ә

-

Д

Ә

Р

Ә

Ж

Ә



И




А



Б


Ү




3 У

Р

Ы

Н


Ҡ



Ә


Е





Е




С



П


А

Р

Т






А










А

Ҡ

Ы

Т









  1. Нисә? күпме? Нисә тапҡыр? һорауҙарына яуап биргән хәлдәрҙең атамаһы.

Мәҫәлән: Был китапты ике ҡат уҡып сыҡтым.

Яуап: күләм-дәрәжә

2) Ни эшләһә лә? ни эшләмәһә лә? нимәгә ҡарамаҫтан? һорауҙарына яуап биргән хәлдәрҙең атамаһы.

Мәҫәлән: Оҙон, йыуан булһа ла, яңғыҙ ағас өй булмаҫ.

Яуып: кире

3) Ҡайҙан? ҡайҙа саҡлы? ҡайҙан алып? һорауҙарына яуап биргән хәлдәрҙең атамаһы.

Мәҫәлән: Урал батыр дейеү ҡаршына килеп баҫҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды, ти. ( «Урал батыр» легендаһы)

Яуып: урын

4) Ни өсөн? һорауҙарына яуап биргән хәлдәрҙең атамаһы.

Мәҫәлән: Мин Стәрлетамаҡҡа уҡырға килдем.

Яуып: маҡсат

5) Ҡасан? Ҡасанға тиклем? Ҡасандан бирле? һорауҙарына яуап биргән хәлдәрҙең атамаһы.

Мәҫәлән: Кис ҡурҡҡан көндөҙ сыра яндырыр. (Мәҡәл)

Яуып: ваҡыт

6) ни өсөн? ниңә? нилектән? һорауҙарына яуап биргән хәлдәрҙең атамаһы.

Мәҫәлән: Ярһыуҙан Иштуғандың тыны быуылды. ( З. Биишева)

Яуып: сәбәп

7) Ни эшләһә? һорауҙарына яуап биргән хәлдәрҙең атамаһы.

Мәҫәлән: Тырышһаң, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағырһың. (З. Биишева)

Яуып: Шарт

8) Нисек? ҡайһылай? һорауҙарына яуап биргән хәлдәрҙең атамаһы.

Мәҫәлән: Был кеше арзан алып, ҡыйбат һатырға өйрәнгән икән.

Яуып: рәүеш

III Яңы теманы аңлатыу

-Бөгөн дәрестә беҙ һеҙҙең менән яңы теманы үтә башлайбыҙ һәм миндә һеҙгә һорауһар бар, уҡыусылар, ике составлы һөйләм тигәнде һеҙ нисек аңлайһығыҙ?

-Бер составлы һөйләм тигәнде һеҙ нисек аңлайһығыҙ?

-Тимәк бөгөнгө дәрестең темаһы, ниндәй тип уйлайһығыҙ? (уҡыусылар яуабы)

-Дөрөҫ, «Ике һәм бер составлы һөйләмдәр».

Дәрестең темаһын таҡтала яҙыу «Ике һәм бер составлы һөйләмдәр».

Бер составлы hөйләм - һөйләмдә йә хәбәр, йә эйә составы ғына бар

(Май айы. Кис. Тәмле алма. Матур сәскә). Эйәнән генә лә, уға эйәргән эйәрсән киҫәктән дә торорға мөмкин (Май айы. Алтынайҙың ҡурсағы. ). Хәбәрҙән генә лә, уға эйәргән эйәрсән киҫәктән дә торорға мөмкин.

(Тауышһыҙ ағыр. Өнһөҙ генә илай. Шыштырлап атлай).

Икe составлы hөйләмдәрҙә эйәһе лә, хәбәре лә була (Ат етмәҫ ергә дан етер. Ҡыҙҙар өйгә эш эшләй. Ҡурсаҡҡа күлдәк тектем).

Китап, дәфтәрҙәрҙе астыҡ, яҙып ҡуяйыҡ.

Бөгөн ошо теманы дауам итеп, тулыраҡ мәғлүмәт аласаҡбыҙ.

l-се инеш күнегеү менән танышыу. Телдән башҡарыла.

Һорау: Ниндәй яңылыҡ күрҙегеҙ?

Яуап: Ике составлы йыйнаҡ hөйләмдәр - (Таң ата). Ике составлы тарҡау hөйләмдәр - (Һыҙылып таң ата).

2-се инеш күнегеү телдән башҡарыла. Һығымта яhала.

 Физкультминут.

Бер, ике, өс, беҙҙең ҡулда көс,

Дүрт, биш, атлайбыҙ,

Уңға, һулға боролабыҙ

Алға, артҡа эйеләбеҙ,

Уң ҡулды күтәрәбеҙ,

Һул ҡулды күтәребеҙ,

Башты әйләндерәбеҙ.

Бер, ике, ултырабыҙ,

Өс, дүрт, hикерәбеҙ.

Егеттәр: «Көслө егет булабыҙ, армияға барабыҙ, Тыуған илде hаҡлайбыҙ».

IV.Теманы нығытыу.

154-се күнегеү телдән башҡарыла.

«Наполеон тар-мар ителгәс... » Өҙөктө иғтибар менән уҡыу.

Һорау: Был өҙөк ниндәй әҫәрҙән алынған ?

Яуап: «Төньяҡ амурҙары» Яныбай Хамматов.

Һорау: Ниндәй ваҡиғалар тураhында hүҙ бара?

Яуап: Наполеон Рәсәй сиктәрен үтеп инә. 1812 -се йылғы Ватан hуғышы башлана. Был hуғышта башҡорт атлылары ла ҡатнаша, уларҙың батырлыҡтары, eңеүҙәpe, Парижға тиклем барып eтеүҙәpe тураhында һәм шулай уҡ тарихи шәхес Ҡаhым түрә тураһында һөйләнелә.

Һорау: Уҡыусылар, 2012 йыл Рәсәй халҡы ниндәй билдәле датаны 26 августа үткәрҙе, беләhегеҙме?

Рәсәйҙә ниндәй йыл иғлан ителде?

Яуап: Бородино яланындағы һуғышҡа 200 йыл тулды. Рәсәй тарихы йылы иғлан ителгән.

Һорау: Күнегеүгә әйләнеп ҡайтайыҡ. Ошо өҙөктән күренеүенсә Ҡаhым түрә үҙен Император алдында нисек тота?

Яуап: Баҙнатһыҙ ғына, әммә үҙ халҡы өсөн ер-һыу, ирек hорай.

Һорау: Императорга бындай яуап ни өсөн оҡшамай?

Яуап: Илгә Ҡайтҡас икенсе Салауат Юлаев булырҙай шәхес икәнен күрә.

Ҡурҡынысыраҡ, сөнки уның тәжрибәhе ҙур, ти. Унан ҡотолоу юлын эҙләй.

Һәр бер һөйләмде тикшереп, уларҙың бер составлымы йәки ике составлымы икәнен әйтеп сығырға. Телдән башҡарыла.

Һығымтаны уҡыусылар үҙҙәpe әйтә: шулай итеп, бер составлы hөйләм - һөйләмдә йә хәбәр, йә эйә составы ғына бар (Май айы. Кис). Эйәнән генә торорға ла, уға эйәргән эйәрсән киҫәктән торорға ла мөмкин (Май айы). Хәбәрҙән генә hәм уға эйәргән эйәрсән киҫәктән дә торорға мөмкин (Тауышһыҙ ағыр).

Ике составлы hөйләмдәрҙә эйәһе лә, хәбәре лә була.

(Ат етмәҫ ергә дан етер).

153 -се күнегеү. Таҡтала яҙма эш. Һөйләмдәрҙе ике составлы hөйләмдәргә әйләндереү өсөн ни эшләргә кәрәк? Бергәләп әйләндерергә, күсереп яҙырға.

Биш эш эшләгәнсе, берҙе еренә еткер. 2. Ваҡ эште лә эре эш итеп башҡар.

3. --- 4. Кешенең hүҙeнә ҡарама, эш эшләгәненә ҡара. Тимер ҡыҙыу булғанда һуҡ. 6. --- 7. Мин бөгөн стена гәзите сығарырға тейешмен.

8. Ул уҡыу йылын отличноға тамамларға уйлай.

Һығымта: hөйләмдәрҙе ике составлы hөйләмдәргә әйләндереү өсөн икенсе бер составын ҡуйырға кәрәк.

154- се күнегеү. Телдән башҡарыла. Өҙөкгө иғтибар менән уҡырға.

Һорау: Өҙөктә ниндәй ваҡиғалар тураhында hүҙ бара?

Яуап: «Төньяҡ амурҙары» романының дауамы. Ҡаhым түрәнең немец

яҙыусыһы Гете менән осрашыуы тураhында.

Һорау: Кем ул Гете?

Яуап: Бөйөк немец шағиры - Иоган-Вольфанг Гете, ул Веймарҙа йәшәгән.

Унын «Фауст» тигән поэмаhы бар.

Һорау: Был өҙөктә Ҡаhым түрәнең ниндәй икәнен күрәбеҙ ?

Яуап: ҡыҙыҡhыныусан, күп белеүсән, уҡымышлы, итәғәтле, баҫалҡы, ипле, күп телдәр белә, кеше күңелен таба белә, йәйә менән уғын бүләк итә.

Һығымта:

Ысынлап та, Ҡаһым түрәне икенсе яҡлап та күрҙек - уҡымышлы, ипле, ҡыҙыҡhыныусан, яңылыҡҡа ынтылыусан булған, өлгө алырлыҡ шәхес, эйе бит?

Һорау: Шулай итеп, бөгөнгө дәрестә ниндәй теманы үттек, нимә белдек?

Яуап: Уҡыусыларҙың үҙенән теманы ҡыҫкаса ҡабатлап әйттереү.

V Өйгә эш биреү, баһалау.

152-се күнегеү. 155-се күнегеү.

Бahалау.

Дәресте тамамлау.

-Уҡыусылар, әйҙәгеҙ яратып башҡарған йырыбыҙҙы йырлап дересебеҙҙе тамамлайыҡ.

Любизар

Беҙ hугышҡа ингәндә, Бәхилләштек барыбыҙ.

Беҙ hуғыштан сыҡҡанда, Алдан сыҡты даныбыҙ.

Любезники, любизар, Маладис, маладис!

Француздар танынылар

Әрәсәйҙә үҙҙәрен.

Урыҫ, башҡорт ҡыҫмаҡлағас,

Таба алмайҙар үҙҙepeн.

Любезники, любизар, Маладис, маладис!

Мәскәүгә лә керҙек беҙ, Парижды ла күрҙек беҙ.

Француздарҙы еңгәндә,

Ер емертеп йөрөнөк беҙ.

Любезники, любизар, Маладис, маладис!





8



Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Прочее

Категория: Уроки

Целевая аудитория: 7 класс

Скачать
Конспект урока на тему "Ике составлы һәм бер составлы һөйләмдәр."

Автор: Амирханова Алсу Доларисовна

Дата: 27.11.2016

Номер свидетельства: 363223

Похожие файлы

object(ArrayObject)#853 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(98) "Конспект урока башкирского языка на тему: "Части тела""
    ["seo_title"] => string(51) "konspiekturokabashkirskoghoiazykanatiemuchastitiela"
    ["file_id"] => string(6) "285941"
    ["category_seo"] => string(7) "prochee"
    ["subcategory_seo"] => string(5) "uroki"
    ["date"] => string(10) "1454259611"
  }
}


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства