kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Презентация по чтению на тему Ф. Акбулатова "Атай икмәге".

Нажмите, чтобы узнать подробности

Дәрес төрө: яңы материалды өйрәнеү.

Дәрестең маҡсаттары:

Шәхси.Белем алыуҙың мөһим булыуын аңлау, ҡуйылған маҡсатҡа ирешергә ынтылыу, үҙ аллы эш итеү, әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләрен үтәү.

Регулятив.Уҡытыусы ярҙамы менән үҙләштерелгән белемдән сығып, үҙләштереләсәк белемгә ярашлы маҡсат ҡуйыу, эш төрҙәрен билдәләү, төҙәтмәләр индереү.

Коммуникатив.Башҡаларҙы аңлап тыңлау, үҙ фекереңде дөрөҫ итеп әйтеү.

Танып белеү. Һорауҙарға яуаптар эҙләү. Текстан әһәмиәтле мәғлүмәттәр табыу. Һөйләү телмәрен үҫтереү, үҙ аллы эшләү, эҙләнеү күнекмәләрен булдырыу.

Планлаштырылған һөҙөмтәләр

Предмет буйынса. Ф.Аҡбулатованың биографияһы менән танышыу,”Атай икмәге” хикәйәһенең идея- тематик йөкмәткеһен үҙләштереү

Йыһазландырыу: Ф.Аҡбулатованың портреты, икмәк, картуф һүрәттәре, презентация, китаптар күргәҙмәһе

                                         Дәрестең төҙөлөшө

1. Психологик көйләү

2. Булған белемдәрҙе актуалләштереү

3. Уҡыу мәсьәләһен сисеү.Яңы белемде үҙләштереү.

4. Материалды аңлау кимәлен тикшереү

5.

                                  Дәрес барышы.

1.Ойоштороу мәле. Психологик уңай тыуҙырыу.

- Һаумыһығыҙ,балалар!

- Тыштағы матурлыҡҡа күҙ һалайыҡ.Ҡулдарыбыҙҙы күкрәккә ҡуйып, матур көнгә рәхмәт әйтеп баштарыбыҙҙы эйәйек.Аяҡ остарына баҫып, ҡулдар менән йылы ҡояшҡа һонолайыҡ. Бармаҡ остарына йылы бөтә тәнгә тарала. Беҙ эшләү өсөн ҡояштан ап-аҡ ҡарҙан дәрт алабыҙ. Бер – беребеҙгә ҡарап йылмаяйыҡ, уңыштар теләйек.

-Хәйерле көн! Уңыштар һеҙгә!

Яратҡан дәрес алды шиғырыбыҙҙы ҡабатлайыҡ.

Бөгөн беҙҙә туған тел

Яратам һине телем

Матурлығың,нескәлегең

Таң ҡалдыра һәр кемде.

-Афарин!Уҡыусылар, һеҙҙең парталар мөйөшөндә бөгөнгө эшегеҙҙе баһалау өсөн ҡағыҙ биттәре һалынған.Һәр яуапҡа балл ҡуйып бараһығыҙ.Әлегә тиклем башҡарған эштәргә берәр бал ҡуйығыҙ.

2.Булған белемдәрҙе актуалләштереү.

1 слайд

-Был кем? Үткән дәрестә беҙ уның” Ҡанатлы толпар” хикәйәһе өҫтөндә эшләгәйнек

- Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы Аҡбулатова 1960 йылдың 1 февралендә Башҡортостандың Хәйбулла районы Үрнәк ауылында тыуған.

Ғәлиәхмәт урта мәктәбендә белем ала. Артабан Өфөләге 2- се педагогия училищеһының художество-графика бүлегендә уҡый. 1987 йылда Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлағас, Башҡортостан газетаһы редакцияһына эшкә ҡайта. 1991 йылда Башҡортостан телерадиокомпаниһының “Ижад” берекмәһенә эшкә саҡырыла, әлеге мәлдә ошо берекмәнең етәксеһе.

Фәрзәнә Аҡбулатова – Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. “Атай икмәге”, “Зәңгәр ҡаялар” исемле китаптары донъя күрҙе. 1996 йылда “Ҡорбанлыҡ йәки ябай ғына алыш-биреш, ” “Тәгәрмәс ҡала йәки донъя кендеге ” тигән фантастик повестары һәм “Атай икмәге”исемле китабы өсөн уға Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы бирелде.

Төркөмдәрҙә эш.Клеестер

3.Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.

-Бөгөнгө дәрес темаһын асыҡлау өсөн йомаҡ яуабын табыр кәрәк.

Аҡ ҡамырҙан әүәләйҙәр,

Бешерәләр мейестә.

Донъяла иң тәмлеһе ул,

Унһыҙ тормош юҡ һис тә.

2 слайд

Фонетик-орфоэпик күнегеү (хор менән ҡабатлайҙар)

Ғы-ғы-ғы- икмәк ил байлығы

Ма-ма-ма- икмәктән оло булма.

Мәк-мәк-мәк- табындың йәме икмәк

Һеҙ-һеҙ-һеҙ- икмәкһеҙ өҫтәл йәмһеҙ.

-Ысынлап та, икмәкһеҙ табын йәмһеҙ шул.Төрлө телдәрҙә төрлөсә яңғыраһа ла, уның мәғәнәһе бер-тормош, йәшәү сығанағы, ғәжәйеп ҡөҙрәтҡә эйә булған ризыҡ.Элек-электән икмәкте ризыҡтың иң ҡәҙерлеһе, ҡиммәтлеһе тип иҫәпләгәндәр һәм ҡунаҡтарҙы икмәк тоҙ менән ҡаршы алғандар.

 Беҙ быйыл Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләйбеҙ.Был Еңеү бик еңел яуланмаған.Күпме кеше ғүмере өҙөлгән, күпме ҡан ҡойолған.Ф.Аҡбулатованың “Атай икмәге” әҫәрендә ошо һуғыш моменттары сағылдырыла.Төп темаһы аслыҡ, йәтимлек, Бөйөк Ватан һуғышы.

4.Уҡыу мәсьәләһен сисеү.Яңы белемде үҙләштереү.

-Әҫәр өҫтөндә нисек эшләрбеҙ?

-Хикәйәне уҡып, йөкмәткеһен үҙләштерәбеҙ, яңы һүҙҙәрҙең мәғәнәһен асыҡлайбыҙ, план төҙөйбөҙ, төп геройҙарҙы билдәләү.

Һүҙлек эше ( Слайд 3)

Афәт- бәлә-ҡаза, һуғыш

Төшөнкө тауыш – бойоҡ,күңелһеҙ

Әтмәләп йөрөй инем – әҙерләү, бешереү

Көлсә – сөсө ҡамырҙан бешерелгән икмәк

Теңкәһенә тейә – йәнен көйҙөрә

Теҙ быуындары ҡалтыраны – аяҡтары ҡалтырай

5. Ял минуты.

Ҡояш ҡарай йылмайып,(ҡара ҡаршы ҡарап йылмайышыу)

Иҫәләр йылы елдәр. (ҡулдары менән ел иҫкән хәрәкәт яһайҙар)

Шатланып йылы көнгә,

Туҡ башаҡтар бейейҙәр. (Бейеү хәрәкәте яһайҙар)

6.Текст өҫтөндә эш

А) Үҙ аллы уҡыу

Б) Сылбырлы уҡыу

В) Һөйләшеү ҡороу (уҡыусылар бер-береһенә һорауҙар бирә)

1)Әҫәрҙә ниндәй осор һүрәтләнә ? Хәл – ваҡиғалар кем исеменән һөйләнелә? Бөйөк Ватан һуғышы осоро. Хәл - ваҡиғалар Миҙхәт исемле малай исеменән һүрәтләнә.

2)Әҫәрҙең башында ниндәй йыл миҙгеле һүрәтләнә?

3)Ғәлләм ағайҙың ғаиләһендә нисә кеше? Улар кемдәр?

4)Балалар ни өсөн ҡарҙа ялан аяҡ уйнайҙар?

5)Мотаһар ни өсөн илай ? Ул нимә һорай?

6)Миҙхәт ниңә Хәҙисә инәйҙәр өйөнә бара?

7)Хәҙисә инәйҙең өйөндә ниндәй ваҡиға була? Ни өсөн Миҙхәт картуф урынына ҡатыҡ алып ҡайта?

8) Ни өсөн Мотаһар картуф, көлсә һүрәттәре төшөрә?

Г) Һайлап уҡыу

-  Миҙхәтте ҡустыһының һүрәттәре ниңә тетрәндерә? (ошо урынды текстан табып уҡыйбыҙ)

-  Миҙхәт ҡустыһының үлемен нисек кисерә? (ошо урынды текстан табып уҡыйбыҙ)

7. Әҫәрҙе анализлау

  • Темаһын билдәләү. Әҫәрҙә ниндәй тема күтәрелгән?

Хикәйә икмәк ҡәҙере, ауыр һуғыш ваҡытындағы аслыҡ йылдары тураһында.

  • Проблеманы асыҡлау: Ниндәй проблемалар күтәрелә?

бөгөнгө көндә кешеләр, бигрәк тә йәштәр икмәктең ҡәҙерен белеп етмәйҙәр, ҡайһы бер уҡыусылар икмәкте иҙәнгә ташлайҙар, был бик йәмһеҙ күренеш,икмәк һынығын ҡулға алғас ашап бөтөрөргә кәрәк, икмәкте баҫып ашарға ярамай.

  • Әҫәрҙең идеяһын билдәләүӘҫәҙәң ниндәй идеяһы?

икмәктең ҡәҙерен белергә, ҡиммәтен, беҙҙең тормошта икмәкһеҙ йәшәп булмай.

  • Әҫәрҙең жанрын билдәләү. Әҫәр ниндәй жанрға ҡарай?

Хикәйә, сөнки сюжет бер хәл- ваҡиғаға ҡоролған. Әҫәрҙә бер нисә генә герой һүрәтләнә.(Миҙхәт, Мотаһар, әсәһе, атаһы)

8. Тест (слайд)

1.Ата икмәге әҫәренең авторы?

А) З.Биишева.                  Б) Ф.Аҡбулатова.                           В) Т.Юнысова.

2.Хикәйәләге ваҡиға һуғыштың нисәнсе йылдарына тура килә?

А) 1941 йыл.               Б) 1943 йыл.                    В) 1944 йыл.

3.Күрше инәйҙең исеме кем?

А) Хәҙисә.                      Б) Маһира.                                      В) Ырыҫбикә.

4.Миҙхәт нимә һүрәте төшөрҙө?

А) картуф.                          Б) көлсә.                               В) ат.

5.Малайҙар нисә картуф урлайҙар?

А) 2.                                      Б) 3.                                          В)4.

9.  Өй эше.Өсөнсө өлөшөн уҡып, йөкмәткеһен һөйләргә өйрәнергә

10.Баланың эшмәкәрлеген, хеҙмәтен баһалау.

Үҙ эшегеҙ менән ҡәнәғәтһегеҙме? Балдарҙы һанайбыҙ.Иң күп бал йыйыусыны билдәләү. Һәр кем үҙенә баһа ҡуя

-Дәрестә актив ҡатнашҡанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт

11. Йомғаҡлау.

Ф.Аҡбулатованың “Атай икмәге” хикәйәһен уҡып үҙегеҙ өсөн ниндәй фәһем алдығыҙ?

 Эйе. Әҫәрҙәге герой реаль тормоштағы бер нисә кешенең яҙмышын, характерын үҙ эсенә йыя. 30 миллионлап ҡорбан килтергән был һуғыш һәр ғаиләнең, һәр кемдең яҙмышында ҡәһәрле ролен уйнаны.  Хикәйәлә һуғыш осорондағы балалар яҙмышы һүрәтләнә. Унда туғандарҙың үҙ-ара йылы мөнәсәбәте, бер телем ризыҡты ла бүлешә белеү, ҡыйын саҡта ярҙам итешеү, өлкәнерәгенең кесеһенә терәк-таяныс булыуы кеүек изге төшөнсәләр тетрәндергес ваҡиғалар аша асып бирелә. Автор шул рәүешле бөгөнгө тыныс, матур тормоштоң ҡәҙерен белергә өйрәтә. Ҡыҫҡа ғына ғүмерендә Миҙхәт ҡустыһы Мотаһар менән бик күп ауырлыҡтарға дусар була. Мотаһар аслыҡтан үлә, үҙе лә сибек кенә Миҙхәт был үлемде күңеле менән ҡабул итергә теләмәй, әсәһе лә һуғыштағы ирен тағы ла нығыраҡ ҡайғыртмаҫ өсөн был ауыр хәбәрҙе әйтмәй. Тылдағылар еңеү өсөн бөтәһен дә эшләй: фронттағыларға ашарға – аҙыҡ-түлек, кейергә – кейем-һалым, йөрөргә – техника, аттар оҙата, бары ҡайғы, аһ-зарлы хаттар ғына ебәрелмәне.

Һуғыш осоро балалары. Уларҙың кеме менән осрашһаң да - утлы афәттең эҙемтәләре хәтерҙәренән юйылмаған, яу яландарында ятып ҡалған яҡындары онотолмаған, йөрәк түрҙәрендә һаҡлана.

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Презентация по чтению на тему Ф. Акбулатова "Атай икмәге".»

Аҡбулатова Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы  «Атай икмәге»  хикәйә

Аҡбулатова Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы «Атай икмәге» хикәйә

Икмәк- тоҙ- яҡты йөҙ!

Икмәк- тоҙ- яҡты йөҙ!

Икмәк булһа- йырҙа була!

Икмәк булһа- йырҙа була!

Һүҙлек эше

Һүҙлек эше

  • Афәт – бәлә-ҡаза, һуғыш
  • Төшөнкө тауыш – бойоҡ, күңелһеҙ
  • Әтмәләп йөрөй инем – әҙерләү, бешереү
  • Көлсә – әсе ҡамырҙан бешерелгән икмәк
  • Теңкәһенә тейә – йәнен көйҙөрә
  • Теҙ быуындары ҡалтыраны – аяҡтары ҡалтырай
«Башаҡ күнегеүе»  Башаҡ бешә, тула бара,  Башын ергә эйә бара,  Ҡояш уны йылыта,  Ынтыла ул ҡояшҡа,  Ашлыҡтар үҫте,  Башаҡтар беште,  Баҫыуҙан иген  Бураға төштө .

«Башаҡ күнегеүе»

Башаҡ бешә, тула бара,

Башын ергә эйә бара,

Ҡояш уны йылыта,

Ынтыла ул ҡояшҡа,

Ашлыҡтар үҫте,

Башаҡтар беште,

Баҫыуҙан иген

Бураға төштө .

Тест Атай икмәге әҫәренең авторы? а) З.Биишева. б) Ф.Аҡбулатова. в) Т.Юнысова. 2. Хикәйәләге ваҡиға һуғыштың нисәнсе йылдарына тура килә?  а) 1941 йыл. б) 1943 йыл. в) 1944 йыл. 3. Күрше инәйҙең исеме кем?  а) Хәҙисә. б) Маһира. в) Ырыҫбикә. 4. Миҙхәт нимә һүрәте төшөрҙө?  а) картуф. б) көлсә. в) ат. 5. Малайҙар нисә картуф урлайҙар?  а) 2. б) 3. в)4.

Тест

  • Атай икмәге әҫәренең авторы?

а) З.Биишева. б) Ф.Аҡбулатова. в) Т.Юнысова.

2. Хикәйәләге ваҡиға һуғыштың нисәнсе йылдарына тура килә?

а) 1941 йыл. б) 1943 йыл. в) 1944 йыл.

3. Күрше инәйҙең исеме кем?

а) Хәҙисә. б) Маһира. в) Ырыҫбикә.

4. Миҙхәт нимә һүрәте төшөрҙө?

а) картуф. б) көлсә. в) ат.

5. Малайҙар нисә картуф урлайҙар?

а) 2. б) 3. в)4.

Яуаптар 1 – б

Яуаптар

1 – б

  • 2 – в
  • 3 – а
  • 4 – в
  • 5 - а
Блокада икмәге

Блокада икмәге

Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!

Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!


Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Начальные классы

Категория: Презентации

Целевая аудитория: 4 класс.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
Презентация по чтению на тему Ф. Акбулатова "Атай икмәге".

Автор: Султанова Миннигуль Вахитовна

Дата: 23.02.2018

Номер свидетельства: 459188


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства