kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Сценарий к 9 мая «Еңеү көнө»

Нажмите, чтобы узнать подробности

Сценарий к 9 мая на башкирском языке для проведения мероприя.

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Сценарий к 9 мая «Еңеү көнө»»

Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение

основная общеобразовательная щкола д.Малаево муниципального района

Кармаскалинский район Республики Башкортостан













Сценарий к 9 мая

«Еңеү көнө»











Разработала:

учитель башкирского языка и литературы

Кудакаева Наркас Радиковна









2023 год



Маҡсат:

1.Уҡыусыларҙа Тыуған илгә ҡарата һөйөү, ветерендарға ҡарата хөрмәт тәрбиәләү.

2. Уҡыусыларға Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында халҡыбыҙҙың еңеү өсөн индергән

өлөшөн, һуғыш һәм хеҙмәт батырлығын күрһәтеү, рухи ҡиммәттәрҙең мөһимлеген

аңлатыу

Музыка аҫтында алып барыусылар сыға.

1-се алып барыусы. 

Ҡәҙерле ҡунаҡтар, тыл һәм хеҙмәт ветерандары, уҡытыусылар һәм

уҡыусылар! Һеҙҙе Еңеү байрамы менән бөтә йөрәктән ҡотлайбыҙ, ныҡлы һаулыҡ, яҡшы кәйеф, үҙегеҙгә һәм ғаиләгеҙгә аҡ бәхеттәр теләйбеҙ.

2-се алып барыусы .

Еңеү байрамында һеҙҙең исемегеҙ изгелек һәм тыныслыҡ байрағы булып балҡыһын. Һеҙҙең өсөн , хөрмәтле ҡунаҡтар, уҡыусылар тарафынан әҙерләнгән, Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығына арналған митингты ҡарарға тәҡдим итәбеҙ.

1-се алып барыусы .  

Тормошҡа яңы аяҡ баҫҡан быуынға бағышлана.

Кемдәр һуғыштың нимә икәнен белмәй, уларға бағышлана. Аңлаһындар өсөн…

Онотмаһындар өсөн…

2-се алып барыусы. 

Шул көндәрҙе иҫкә алып үтәйек. Тарих биттәренә күҙ һалайыҡ.

1-се алып барыусы.      

      Тарих… 22 июнь 1941 йыл. Таң атып килә. Ауылдар, ҡалалар йоҡоға талған. Тәмле тѳштәр күреп балалар йоҡлай.

2-се алып барыусы.  

 Мәктәптәрҙә сығарылыш кисәләре бара ине.

Ҡапыл һуғыш темаһына музыка уйнап ебәрә, “ СВЯЩЕННАЯ ВОЙНА” ,1 куплет. Диктор Ю.Левитан һуғыш башланыуы тураһында иғлан итә.

1-се алып барыусы.  

  1941 йылдың 22 июнь көнө салт аяҙ ине. Көтмәгәндә радиолар аша шомло хәбәр таралды: илебеҙгә бөгөн немец фашистары баҫып инде…

2-се алып барыусы.  

 Йәшен булып осто был хәбәр,

Дошман беҙгә ҡаршы ут асҡан.

Гитлер бандалары илгә кергән.

Яна ауыл, ҡала…Түгелә ҡан.

1-се алып барыусы.  

 Сәскәле болондарҙа бесән сабып йөрөгән ағайҙар өйҙәренә ашыҡты.

2-се алып барыусы.  

 Бөтә ил дәррәү аяҡ үрә баҫты. Ошо көндән алып  Бөйөк Ватан һуғышы башланды. 

1-се алып барыусы. 

Һуғыш! Ҡәһәрле был һалҡын һүҙҙе ишетеү менән, йөрәктәр ҡыҫыла. Меңәрләгән әсәләрҙең күҙ йәше күңелде өтөп алғандай, гонаһһыҙ сабыйҙарҙың йөрәк өҙгөс ауазы телеп үткәндәй.

2-се алып барыусы. 

Һуғыш!

Биш кенә хәрефтән торған был һүҙҙә мәңге уңалмаҫ ер яраһы, күңел яраһы.

Ватылған-емерелгән яҙмыш, өҙөлгән ғүмер, яралы мөхәббәт, йәтимлек.

1-се алып барыусы. 

Беҙҙең ҡораллы көстәребеҙ сафында күп милләтле илебеҙҙә йәшәүсе бөтә халыҡтарҙың да улдары һәм ҡыҙҙары ҡыйыу һуғышты.

1-се алып барыусы.   

 Бөйөк Ватан һуғышында иң ҙур батырлыҡ күрһәткән яугирҙаргә илебеҙҙең иң юғары хәрби наградаһы – Советтар Союзы Геройы тигән исем бирелгән. Башҡортостандан 700 меңдән ашыу кеше Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Шулар араһынан 277 яугир Советтар Союзы Герой исеменә лайыҡ була. Муса Гәрәйевкә был исем ике тапҡыр бирелә.

2-се алып барыусы.  Дәүләт Оборона Комитеты рөхсәте менән 1941 йылдың декабрь айында Башҡортостанда 2 милли башҡорт атлы дивизияһы төҙөлдө. 112-се дивизияның командиры итеп полковник Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатов тәғәйенләнде.

1-се алып барыусы.  

 Беҙ барыбыҙ ҙа бала саҡтан легендар комдив Миңлеғәле Шайморатов хаҡында беләбеҙ. Уның биографияһы иҫ китмәле. Оҙаҡ йылдар уның ҡаһарманлығы тейешенсә баһаланманы.Һәм бына хәҙер Рәсәй Президенты Башҡортостанда йәшәгән бер нисә быуындың ынтылыштарын хупланы: бик һирәк була торған ҡарар ҡабул итте. Миңлеғәле Шайморатов үлгәндән һуң Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән Рәсәй Геройы исеме менән бүләкләнде.

Егеттәр башҡарыуында “Шайморатов генерал”йыры

1-се алып барыусы.  Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән күп башҡорт яҙыусылары фронтҡа китә.

2-се алып барыусы.     Һуғыш бик күп талантлы яҙыусыларҙың һәм шағирҙарҙың ғүмерен өҙә.Сәғит Мифтахов, Хәй Мөхәмәтйәров, Мәлих Харис һәм башҡалар батырҙарса һәләк була.

1-се алып барыусы.

 Һуғыш яландарынан – еңеүсе исемен күтәреп ҡайтҡан яҙыусыларыбыҙ, шағирҙарыбыҙ: Мостай Кәрим , Назар Нәжми, Шәриф Биҡҡол һәм башҡалар . 

Ҡыҙҙар башҡарыуында “Олатайым миҙалдары» йыры

1-се алып барыусы.

1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышына беҙҙең республика 5 меңдән ашыу автомобиль, 750 трактор, 71 мең ат, 13 мең арба һәм аҙыҡ-түлек оҙатты.  Белорет металлургия комбинаты танк һәм артиллерия заводтары өсөн ҡорос, нефть эшкәртеү заводтары хәрби машиналар өсөн яғыулыҡ сығара башланы.

2-се алып барыусы.  

 Белоретта, Өфөлә авиация бомбалары, мина һәм снарядтар, реактив миномет (катюшалар) корпустары яһалды.

1-се алып барыусы.  

Арба, сана, саңғы, поход кухнялары, кейемдәрҙең иҫәбе-һаны юҡ. Башҡортостан колхоздары һәм совхоздары дәүләткә 160 млн. бот  иген, 980 мең центнер ит продукттары тапшырҙы.

 2-се алып барыусы.  

Республика 1944 йылдың аҙағына тиклем 600 мең яугир ебәрҙе.  

Яғымлы музыка дауам итә.

1-се алып барыусы.  

Ауыр, фажиғале ине йылдар,

Һай, дәһшәтле ине ул заман.

Ҡорал тотоп, көрәш юлына сыҡты

Үҙ иленән уҙаман.

2-се алып барыусы.  

Ил улдарын тоғро көтөп алған тылдағы хеҙмәтсәндәргә лә, бөйөк әсәләргә  лә һәйкәл ҡуйырлыҡ.

1-се алып барыусы.   

Борондан йырланған йырҙар бар

Егетен яуҙарға оҙатҡан,

Һылыуҙар хаҡында ул йырҙар.

Ирҙәрен яуҙарға оҙатҡан,

Ҡатындар хаҡында ул йырҙар.

2-се алып барыусы.  

Мең йылдар йырланған йырҙар бар,

Ҡайғынан таш һынға әйләнгән

Әсәләр хаҡында ул йырҙар.

Таш һынға әйләнмәй

Тормошто гел алға әйҙәгән

Әсәләр хаҡында ул йырҙар.



1-се алып барыусы.    Һеҙҙең иғтибарға Ҡоҙаҡаев Ильмир башҡарыуында «Здравствуй, мама!» йыры

2-се алып барыусы.  

Тотош ил буйынса 27 миллион ҡорбан, 1710 ҡала ,70меңдән артыҡ ауыл яндырыла. Беҙҙең Башҡортостандан һуғышта 700 меңдән ашыу яугир ҡатнашып,шуларҙың 300 меңдән ашыуы яу яланында ятып ҡала.



Ильяс  

Ғүмерегеҙ сәскә атырға тип,

Бөрөләнеп килгән саҡтарҙа,

Ауылымдан киткән ир- егеттәр

Баш һалдығыҙ икән ҡайҙарҙа

Ауылымдан киткән ир-егеттәр,

Юғалдығыҙ ҡайһы яҡтарҙа

Юғалдығыҙ, ләкин өлгөрҙөгөҙ

Илебеҙҙе уттан һаҡларға.

Ильсур 

Һуғыш бөтөп, ергә еңеү килде,

Күп һалдаттар кире ҡайтманы.

Һандыҡ төптәрендә һарғайҙылар

Окоптарҙан яҙған хаттары.

Динара 

Бөйөк Еңеү! Һин бит беҙҙең өсөн

Яҙғы гөлдәй йәшһең, күркәмһең.

Ямғыр төҫлө сафһың.

Ә бит үҙең

Тамуҡ яфалары күргәнһең.

Камилла

Еңеү!Ҡояш балҡый бер битеңдә,

Бер битеңдә - моңһоу ай һаман,

Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә,

Бер күҙеңдән әсе йәш тама.



1-се алып барыусы.   

9 май - Еңеү көнө...Бөгөнгө йәш быуын өсөн ул – Хәтер көнө. Нисек кенә атаһаҡ та, был көн һуғыш менән бәйләнгән.

2-се алып барыусы.

Ҡәҙерле туғандар!Әйҙәгеҙ, бер минутҡа тын ҡалайыҡ. Һуғышта ятып ҡалған олатай-бабайҙарыбыҙҙың, атайҙарыбыҙҙың исемдәрен әйтеп, уларҙың рухтарына тыныслыҡ теләйек.

Бер минутлыҡ тынлыҡ (МЕТРОНОМ).

( Уҡыусылар һәйкәлгә сәскәләр алып сығалар)

1-се алып барыусы.

Ҡәһәрле һуғыш 1418 көн һәм төн дауам иткән.Күпме әсәләр - улһыҙ,балалар - атайһыҙ, ҡыҙҙар - һөйгән йәрһеҙ,ҡатындар - ирһеҙ ҡалған.Яуҙа ятып ҡалған һалдаттар һәйкәлдәр булып әйләнеп ҡайтты көткәндәр янына.

Руфина

Ғүмерегеҙ сәскә атырға тип,

Бөрөләнеп килгән саҡтарҙа,

Ауылымдан киткән ир- егеттәр

Баш һалдығыҙ икән ҡайҙарҙа.



Эльвина

Килегеҙ һәйкәлдәр янына,

Сәскәләр килтерегеҙ.

Яуҙа үлгән һалдатты

Хәтергә төшөрөгөҙ.

Ҡарағыҙ ҙа уйланығыҙ

Мәңгелек ут янында:

Илен яҡлап үлгәндәр

Йәшәй мәрмәр ташында.

Батырҙар һәйкәле” йыры

1-се алып барыусы.

Һуғыш йылдан – йыл йырағая бара, ә ветерандарҙың, һуғышта ҡатнашыусыларҙың сафтары һирәгәйә.

2-се алып барыусы.

1945 йылдың Еңеү көнөндә 18- 20 йәштә булған ир- егеттәр, бөгөн 93-95 йәш. Әйҙәгеҙ, уларға иғтибарлыраҡ булайыҡ, беҙ был тыныс тормошта йәшәүебеҙ менән Һеҙгә бурыслыбыҙ, хөрмәтле ветерандар!



Ильмир

Еңеү! Ниндәй матур хәбәр!

Көрәш тә юҡ, тынды һуғыш та.

Күп батырҙар яуҙа ятып ҡалды,

Илен яҡлап һуңғы һулышта.

Миҙалдары сыңлай күкрәктәрҙә,

Шундай туған, шундай яҡындар.

Рәхмәт һеҙгә, батыр ил улдары,

Еңеү алып ҡайтҡан өсөн,

Яу эсенән, утлы ялҡындан.



  1-се алып барыусы.   

Тыуған тѳйәгебеҙҙе нурлап яҙ килде. Ҡоштар оя ҡора, бала сығара.  Ваҡыт ағышы мәңгелек хәрәкәттә. Май беҙгә кѳләс ҡояшы, йылы елдәре, наҙлы яҙ һулышы менән генә ҡәҙерле түгел. Был кѳндѳ беҙгә ата-бабаларыбыҙ фашизмды тар-мар итеп, еребеҙгә йәшәүҙең үҙен ҡайтарҙы. Кешелек тарихындағы ҡанҡойғос ҡәһәрле һуғыш

 9 Май кѳнөндә Совет иленең  еңеүе менән  тамамланды. Илебеҙгә 78-се тапҡыр яңы һулыш, яңы кѳс-ҡеүәт, шатлыҡ менән Еңеү байрамы килә.

2-се алып брыусы.  

 Беҙ хѳрмәтле ветерандарыбыҙға доньяға йәм биреп  йәшәүҙәре ѳсѳн рәхмәт әйтергә, уларҙың алдында баш эйергә тейешбеҙ. Бѳгѳнгѳ сараны Советтар Союзы Геройы маршал Г.К. Жуковтың һүҙҙәре менән тамамлағы килә.

Ҡәҙерле уҡыусылар! «Һеҙҙең менән бергә Бѳйѳк Ватан һуғышында ҡатнашҡан кешеләр йәшәй. Уларҙы  байрамдарҙа ғына түгел, кѳндәлек тормошта ла ихтирам итегеҙ. Һуғыш ветераны һеҙҙән ярҙам һорамаҫ – автобуста, урамда, ғаиләлә үҙегеҙ иғтибарлы булығыҙ. Бының менән 1941-1945 йылдарҙа улар һеҙҙең ѳсѳн эшләгәндең бик бәләкәй ѳлѳшѳн генә ҡайтарырһығыҙ»



2-се алып барыусы.    

Тыныс булһын аяҙ күгебеҙ,

Нур бөркөһөн көләс йөҙөбөҙ!

Хужалары илдең үҙебеҙ,

Берҙәмлектә беҙҙең көсөбөҙ!!!

Бөйөк еңеүҙең 78-се йылына арналған сарабыҙ тамам, һау булығыҙ!!!




Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Начальные классы

Категория: Мероприятия

Целевая аудитория: 4 класс

Скачать
Сценарий к 9 мая «Еңеү көнө»

Автор: Кудакаева Наркас Радиковна

Дата: 14.09.2023

Номер свидетельства: 636599

Похожие файлы

object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(188) "16 желто?сан-Т?уелсіздік к?ніне  "Ар намысым,?асіретім,ма?танышым Желто?сан" та?ырыбында ашы? т?рбие са?аты "
    ["seo_title"] => string(120) "16-zhieltok-san-t-uielsizdik-kuninie-ar-namysym-k-asirietim-mak-tanyshym-zhieltok-san-tak-yrybynda-ashyk-t-rbiie-sag-aty"
    ["file_id"] => string(6) "142926"
    ["category_seo"] => string(16) "nachalniyeKlassi"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1418392999"
  }
}
object(ArrayObject)#873 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(66) "Сценарий праздника "Наурыз мерекесi""
    ["seo_title"] => string(36) "stsienariiprazdnikanauryzmieriekiesi"
    ["file_id"] => string(6) "262187"
    ["category_seo"] => string(10) "vneurochka"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1449285678"
  }
}
object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(107) ""Жар?ын болаша?" ?аза? тілі олимпиадасын ?ткізуді? сценарийі "
    ["seo_title"] => string(64) "zhark-yn-bolashak-k-azak-tili-olimpiadasyn-otkizudin-stsienariii"
    ["file_id"] => string(6) "172725"
    ["category_seo"] => string(10) "vneurochka"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1423848218"
  }
}
object(ArrayObject)#873 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(130) "«Кел, Жа?а жыл, т?рле, т?рле жеріме!» атты  Жа?а жылды? мерекені? сценарийі "
    ["seo_title"] => string(85) "kiel-zhan-a-zhyl-torlie-torlie-zhierimie-atty-zhan-a-zhyldyk-mieriekienin-stsienariii"
    ["file_id"] => string(6) "157708"
    ["category_seo"] => string(13) "vsemUchitelam"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1421643640"
  }
}
object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(89) "«Т?уелсіз елім - ?аза?станым» ерте?гілік сценариі "
    ["seo_title"] => string(55) "t-uielsiz-ielim-k-azak-stanym-iertien-ghilik-stsienarii"
    ["file_id"] => string(6) "169473"
    ["category_seo"] => string(16) "nachalniyeKlassi"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "planirovanie"
    ["date"] => string(10) "1423411990"
  }
}


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства