“Минең атайым ”
( Балалар атайҙарын етәкләп, залға утәләр)
Р.И. Һаумыһығыҙ балалар,килгән ҡунаҡтар.Бөгөн беҙҙә байрам- Ватанды һаҡлаусылар көнө.Беҙҙең атай-олатайҙарыбыҙ, ағайҙарыбыҙ тыуған илгә хеҙмәт итәләр , кәрәк булһа яуға сығып уны яуыз дошмандан һаҡланылар.
Г.Ғ. Беҙҙең малайҙар ҙа ҙур аҡыллы булып үҫеп еткәс һалдаттар буласаҡтар. Атай-ағайҙарҙы, олатай-ҡартатайҙарҙы байрам менән ҡотлап, тик һеҙгә генә байрам кәйефен бүләк итәбеҙ.
Батыр Милана шиғыр һөйләй
Йыр “ Ерҙән һалдат атлай ”
(Балалар ултыралар.)
Р.И.Балалар әйтегеҙ әле, армия сафтарында хеҙмәт итер өсөн ниндәй булып үҫергә кәрәк?
Балалар: Тырыш уҡырға,тыуған илде яратырға,һау-сәләмәт булырға.
Г.Ғ.Эйе дөрөҫ балалар.Ә бына һау-сәләмәт булыр өсөн нимәләр эшләйҙәр?
Балалар:Спортты яратырға,спорт менән шөғөлләнергә.
Р.И..Дөрөҫ, һау-сәләмәт булып үҫергә, спортты яратырға, сәләмәт тормош алып барырға кәрәк. Беҙҙең атайҙарға, ағайҙарға хас батырлыҡ та,йомартлыҡ та үткерлектә,етеҙлектә,зирәклектә малайҙар һәм ҡыҙҙарҙа ла булырға тейештер .
Г.Ғ.Эйе, һәм тағы ла йыр- бейеүгә лә әүәҫ булырға тейешбеҙ, шулаймы, балалар?
Балалар: эйе
Р.И. ә бына, беҙҙең ҡыҙҙар, атайҙар тураһында бик матур йыр белә.Әйҙәгеҙ, рәхим итегеҙ.Хөрмәтле ҡунаҡтар, был йыр беҙгә байрам сәләме булып барып етһен!
Йыр “Атайым”
Г.Ғ.. Ярыш 1 “Миналы ялан буйлап” Кеглиҙарҙы уратып сәкән менән шайбаны йөрөтәбеҙ.
Р.И.: Ҡарағыҙ әле, беҙ спорт менән шөғөлләнгәс, спортты яратҡас, етеҙ тиҙ генә үтәп тә сыҡтыҡ ярышты. Ҡәҙерле ҡунаҡтар, балалар байрам хөрмәтенә тип, бик матур шиғырҙарҙа әҙерләнеләр, рәхим итегеҙ
Шиғырҙар Ильмир Камилла Нурания
Бейеүсенең итәге
Бейей-бейей ҡыҫҡара
Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ
Бейей-бейей оҫтара.
Ҡыҙҙар бейеүе “Беләҙегем-йөҙөгөм”
Г.Ғ:Ниндәй матур,ниндәй һәйбәт
Шиғырҙар ҙа бар икән
Атайҙар өсөн генә
йырҙар йырлайҙар икән.
Йыр «А ҡбуҙат »
Р.И: 2 уйын :“Атта сабыш”
Әлиә шиғыр
Бейеү Малайҙар “Моряктар”
Р.И : Малайҙар һәм атайҙарҙы ҡотлап беҙҙең балалар йырлап алһындар әле.
Әйҙә йырла,әйҙә бейе
Уйнап бейеп күңел ас
Нисек шулай шатланмаҫҡа
Тормош күңелле булғас.
Йыр “Батырҙар һәйкәле ”
Г.Ғ: Ниндәй рәхәт байрам көндө
Ҡояштай балҡый бүлмә
Күбәләктәй осоп ҡына
Бейейбеҙ бергә- бергә!
Бейеү “Русская-веселая”(Общий танец)
Р.И.: Атайҙарға оҡшап беҙҙең малайҙарҙа үҫкәс һалдат булырға хыялланалар.
Йыр “ Мин дә һалдат булырмын ” (малайҙар)
Г.Ғ: 3 уйын (атайҙар) “Снарядтарҙы ташы”
Р.И.: 4 уйын (ата-бала ) “Яралы һалдат”
Шиғыр Данил Гөлназ Вильдан
Йыр “ Олатайым миҙалдары ”
А.б.: Атайҙар,ағайҙар һеҙҙе байрам менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.Һәр ваҡытта ла шулай көслө батыр ҡыйыу атайҙар булып ҡалығыҙ,ә һеҙ малайҙар атайҙарға оҡшайбыҙ тиһәгеҙ тырышып уҡырға, спортты яратырға , һау сәләмәт булып үҫергә кәрәк.
(Сығалар)
Центр развития ребенка-детский сад “Акбузат”
Сценарий утренника
“Мой папа лучший”
Музыкальный руководитель:
Кунакбаева Г.Р.