kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Сценарий утренника ко Дню защитников Отечества

Нажмите, чтобы узнать подробности

Сценарий утренника в детском саду посвященный ко Дню защитников Отечества в старшей группе.Материал соответсвует федеральным государсвенным образовательным  стандарам.В сценарий включены подвижные, хороводные игры, песни и танцы.Но песенный и танцевальный репертуар можно выбрать на свое усмотрение.Также в сценарий вошли пословицы и поговорки.Целью является воспитать патриотическое воспитание,любовь к папам и сверстникам,обобщение пройденного материала.

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Сценарий утренника ко Дню защитников Отечества »

Беҙ яҙҙы эҙләйбеҙ.

(Өлкәндәр төркөмө)

Музыка аҫтында балалар залға инәләр,ярым түңәрәк яһап торалар.

А.б.Ниңә бөгөн бөтә ерҙә

Сәскәләр балҡый беҙҙә

Ниңә ҡояш көлөп ҡарай

Беләбеҙ бөтәбеҙҙә!

Бала:Ҡотлайбыҙ һеҙҙе әсәйҙәр

Көләс йөҙлө өләсәйҙәр

Эштә уңған апайҙар

Һигеҙенсе март менән!

2 бала: С первым солнечным лучом

Постучался праздник в дом

И от радости сосульки

Зазвенели под окном.

Бала: йыр күтәрә күңелде

Бар донъя көләс бөгөн

Бөгөн әсәйҙәр байрамы

Һигеҙенсе март бөгөн.
Икенсе бала:Мин әсәйемде яратам

Ул да мине ярата

Бүләк итеп йыр сығарҙым
Әсәйем тураһында.
Йыр “Әсәйемдең байрамы”

(Балалар ултыралар)
Залға йүгереп Веснушка килеп инә.

Веснушка: Һаумыһығыҙ , хәйерле көн! Яҙҙың беренсе байрамы әсәйҙәр байрамы бөгөн , ә тышта һаман да һыуыҡ уф өшөнөм.

А.б.:Һипкелкәй ә һин ҡайҙан киләһең.

Һипкелкәй: Ҡайҙан ҡайҙан.Һуң Яҙһылыуҙы мин эҙләйем.Тиҙерәк яҙ килһен тейем.Бына бында күңелле тауыштар ишеттем дә килеп индем ҡыуанып.Ә-ә-ә.(Илай)

А.б.Нимә булып китте , нимәгә илайһың һуң.

Һипкелкәй: Нимә-нимә,Яҙһылыуҙы тиҙерәк тапҡым килә.

А.б.Юҡҡа аптырама Һипкелкәй,оҙаҡламай беҙҙең шат йырҙарҙы , дәртле бейеүҙәребеҙҙе ишетеп Яҙһылыу үҙе лә килеп етер.Бөгөн бит әсәйҙәрҙең генә байрамы түгел,тағы ла кемдәрҙең байрамы әле балалар?Һипкелкәй бәлки һин беләһеңдер?

Бергә: Апайҙарҙың,ҡыҙҙарҙың һәм өләсәйҙәрҙең байрамы.

А.б.Балалар әйҙәгеҙ өләсәйҙәрҙе лә ҡотлап үтәйек байрам менән.

Шиғырҙар өләсәй тураһында.

Йыр “Өләсәйемә”

Һипкелкәй: Матур йырланығыҙ , өләсәйҙәр тураһында шиғырҙар ҙа беләһегеҙ.Ә мин бына һеҙгә тип уйындар ҙа әҙерләнем.Минең уйнайһығыҙмы?Бына мин тышта һыуыҡ булһа ла кәнфитте бик ныҡ яратам.Уйында шуның тураһында булыр.Әҙерһегеҙме?Улайһа башлайыҡ.

Уйын “Кәнфит һәм бейәләйҙәр”(Балалар бейәләй кейәләр һәм ошо килеш кәнфитте асырға тейештәр,кем беренсе асып бөтә билдәле күләмдәге кәнфиттәрҙе шул еңеүсе)

Һипкелкәй:Уйыным оҡшанымы?

А.б.Рәхмәт һиңә,күңелле булып китте.Бәлки һин беҙҙең ҡунаҡтарыбыҙҙы ла уйнатып алырһың?

Һипкелкәй:Мин тик риза ғына.Уйнарға яратам мин.

Уйын “Күңелле һепертке”

(между кеглями провести мячики. Уйын эстафета формаһында бара.Ике һепертке менән ике туп кәрәк.)



Алып барыусы:

Матур күлдәктәрен кейеп

Сыҡтылар уртаға бейеп

Аяҡтары тик тормай

Тыпыр-тыпыр тыпырлай.

Бейеү “Беләҙегем - йөҙөгөм”

А.б.Беҙҙең малайҙар үҫкәс батыр уңған һалдат булырға хыялланалар һәм әсәйҙәргә өләсәйҙәргә бүләк итеп йыр әҙерләнеләр.

А.б. Әсәйҙәргә бөгөн беҙҙең

Иң ҡәҙерле һүҙебеҙ

Шат бейеүҙәр матур йырҙар

Шиғырҙар һәм уйындар

Һеҙгә тип әҙерләнек.

Йыр “Мин дә һалдат булырмын”

Һипкелкәй. Балалар ә һеҙ әсәйҙәр тураһында мәҡәлдәр һәм әйтемдәр беләһегеҙме?

А.б.беҙҙең балалар йыр-бейеүгә генә түгел һүҙгә лә оҫталар.

Мәҡәлдәр.

Һипкелкәй.Рәхмәт балалар зирәкһегеҙ икән.Әйҙәгеҙ минең менән тағы ла уйнап алайыҡ.

Уйын”Өй йыйыштырыу”

А.б.Афарин балалар һеҙ ысынлап та әсәйҙәрегеҙҙең ярҙамсыһы икән.

А.б.Бала сағың бер генә

Уҙып китер тиҙ генә

Ваҡытында уйнап ҡал

Уҡып-бейеп йырлап ҡал.

Ҡыҙҙар башҡарыуында йыр “Ах, какая мама.”

А.б. байрамығыҙ ҡотло булһын

Көнөгөҙ шаулы булһын

Йөҙҙәрегеҙ нурлы булһын.

Һеҙҙең өсөн тик һеҙҙең өсөн генә малайҙар башҡарыуында бейеү “Моряктар”

Өй тора.тауыш ишетелә.

Яҙһылыу.Уянам,уянам

Киләм һеҙгә балалар.
(Өйҙән сыға)

Яҙһылыу.Һаумыһығыҙ балалар,хәйерле көн ҡунаҡтар.Бына мин дә килеп еттем,йылы аҙымдар менән атлап үттем ерҙәрҙән,алып килдем мин ҡояшты,яҙҙың тәүге сәләмен.

Балалар.Һаумы Яҙһылыу!

А.б.Әйҙә түрҙән уҙ Яҙһылыу.Беҙ һие һағынып көттөк.

Һипкелкәй.Ура –ура бына ул минең яҙ апайым да килеп еттем.Ә һин килгәнсе беҙ балалар менән күңелле уйындар уйнаныҡ ,матур йырҙар йырланыҡ,шат бейеүҙәр бейенек.Улар шундай уңған балалар.
Яҙһылыу.Залда шундай күңелле , яҡты.Байрам менән ҡотлайым барығыҙҙы ла бөгөн,яҙҙың тәүге сәскәләрен бүләк итәйек әсәйҙәргә.

Бүләк бирәләр.
(балалар ултыралар)

Йыр “Милая мама”

Яҙһылыу.Матур итеп йырланығыҙ бәлки минең менән бергәләп уйнап күңел асып алырһығыҙ.Яҙ ул бөтә тәбиғәт уяна,ҡарҙар ирей,ағастар бөрөләнә башлай,һуңынан инде сәскәләр ата эйеме балалар.Сәскәләр яһап уйнап алайыҡ.

Уйын “Таҫма бәйлә”
(Обручҡа таҫма бәйләйҙәр)

А.б.Рәхмәт һиңә Яҙһылыу.

Һипкелкәй.уйының бигерәк матур булды,балаларға ла оҡшағандыр?

Балалар.Эйе!
Яҙһылыу.Мин һеҙҙе ҡотларға тип килдем.Үҙем менән ҡояш нурҙарын алып килдем.Тәрбиәсе апайығыҙға бирәм ул һеҙгә төркөмгә ҡайтҡас таратып бирер үҙегеҙҙең теләктәрегеҙҙе теләп ағасҡа бәйләһәгеҙ теләктәрегеҙ ҡабул булыр. Миңә хәҙер ашығырға кәрәк,яҙ килде тыуған еремә,алып килдем байрамды,ә инде тышта эшләнәһе эштәрҙә күп,һыуыҡ ағаййҙы оҙатыырға кәрәк,ҡарҙарҙы иретергә кәрәк.

Һипкелкәй.Рәхмәт һеҙгә балалар ,миңә һеҙҙең менән күңелле булды , мин дә яҙ апайым менән ҡайтайым,уға ярҙам итәйем.Һаубулығыҙ.

А.б.Рәхмәт һеҙгә үҙегеҙгә байрамды яҙҙы алып килгәнгә.Хәйерле юл һеҙгә.Һаубулығыҙ!!!

(Сығалар.)

Алып барыусы:Әсә һөйөүе ҡояш кеүек тормошҡа илһам бирә,һәр йәнгә әсә һөйөүе биргән яҡты хистәр алып бара хатта йыһанға.

Беҙҙе наҙлап үҫтергәнгә

Әсәйҙәр һеҙгә рәхмәт

Бөтмәҫ көс һәм дәрт биргәнгә

әсәйҙәр һеҙгә рәхмәт!

Йыр “Әсәйем ҡәҙерлем”

А.б.Ә хәҙер барығыҙҙы ла байрам сәйенә төркөмгә саҡырабыыҙ.рәхим итегеҙ.

















Ағайым тора һаҡта”(Өлкәндәр төркөмө)

Һаумыһығыҙ балалар,килгән ҡунаҡтар.Бөгөн беҙҙә байрам- Ватанды һаҡлаусылар көнө.Беҙҙең атай-олатайҙарыбыҙ, ағайҙарыбыҙ тыуған илгә хеҙмәт итәләр , кәрәк булһа яуға сығып уны яуыз дошмандан һаҡланылар. Беҙҙең малайҙар ҙа ҙур аҡыллы булып үҫеп еткәс һалдаттар буласаҡтар. Ҡыҙҙар ҙа армияла төрлө һөнәр эйәләре булып хеҙмәт итә алалар. Атай-ағайҙарҙы, олатай-ҡартатайҙарҙы байрам менән ҡотлап, ошо байрам айҡанлы бергәләп йырлап алайыҡ.

Йыр “Ағайым тора һаҡта

1-2 бала шиғыр һөйләй.

(Балалар ултыралар.Залға Спорт инструкторы инә)

Алып барыусы:Балалар ҡарағыҙ әле,беҙгә ҡунаҡ та килгән һеҙ танынығыҙмы балалар кем ул?

Балалар:Спорт инструкторы.

Спорт инструкторы.:Дөрөҫ балалар,мин Спорт инструкторы.Һеҙ аптырайһығыҙмы?Эйе бөгөн атайҙар байрамы,ә мин һеҙҙә ҡунаҡта, аптырарлыҡ та шул.

Алып барыусы:Бәлки һин Спорт инструкторы. аңлатырһың беҙгә нимә өсөн килгәнеңде?

Спорт инструкторы: Әлбиттә аңлатам. Беҙҙең атайҙарға, ағайҙарға хас батырлыҡ та,йомартлыҡ та үткерлектә,етеҙлектә,зирәклектә малайҙар һәм ҡыҙҙарҙа булырға тейеш. Шуға ла мин бында һеҙҙең менән төрлө һорауҙарға яуап эҙләргә,кем көслөне белергә, кем иң етеҙе, йылғыры икәнен билдәләргә тип килдем. Һеҙ әйткәйнегеҙ беҙҙең малайҙар буласаҡ һалдаттар, тип. Әйтегеҙ әле балалар, Ватанды һаҡлаусы һалдат булыр өсөн нимә эшләргә кәрәк? Дөрөҫ, һау-сәләмәт булып үҫергә, спортты яратырға, сәләмәт тормош алып барырыға кәрәк.

Алып барыусы:Бына хәҙер аңланыҡ. Тимәк беҙ бөгөн спорт тураһында һөйләшәсәкбеҙ, ярышасаҡбыҙ, көс һынашасаҡбыҙ.

Спорт инструкторы:Бөгөнгө ярыш өсөн беҙгә күп көс кәрәк буласаҡ.сөнки беҙ бөгөн атайҙар менән ярышабыҙ.

А.б.беҙҙең Айлина атайҙар тураһында йыр белә.Әйҙә Айлина рәхим ит.

Йыр “Атайым”(Айлина)

Спорт инструкторы:Хоккей уйнап алайыҡ. Кеглиҙарҙы уратып сәкән менән шайбаны йөрөтәбеҙ.

Ярыш 1 “Хоккейсылар”

Алып барыусы: Ҡарағыҙ әле, беҙ спорт менән шөғөлләнгәс етеҙ тиҙ генә үтәп тә сыҡтыҡ ярышты.

Шиғырҙар

Ҡыҙҙар бейеүе “Беләҙегем-йөҙөгөм”

Спорт инструкторы: Артабанғы уйын өсөн беҙгә атайҙар кәрәк. Атай һәм бала ҡоршау эсенән инеп билдәле ерҙе урап йүгереп киләләр.

Ярыш 2 “Ҡаршылыҡтар аша үт”

Азалия шиғыр һөйләй.

Малайҙар “Моряктар”

Алып барыусы: Малайҙар һәм атайҙарҙы ҡотлап беҙҙең балалар йырлап алһындар әле.

Әйҙә йырла,әйҙә бейе

Уйнап бейеп күңел ас

Нисек шулай шатланмаҫҡа

Тормош күңелле булғас.


Йыр “Батырҙар һәйкәле

Спорт инструкторы: Киләһе ярышыбыҙ иде саңғылар менән булыр.Аяҡҡа һыңар саңғы кейеп билдәләнгән ерҙән йүгереп урап килергә.

Ярыш3 “Саңғысылар”

Спорт инструкторы: Киләһе ярышыбыҙ өсөн батырҙарға хас тырышлыҡ етеҙлек кәрәк булыр.

Ярыш 4 “Атта сабыш”

Алып барыусы: Атайҙарға оҡшап беҙҙең малайҙарҙа үҫкәс һалдат булырға хыялланалар.

Йыр Мин дә һалдат булырмын(малайҙар)

Спорт инструкторы: Ярыштарыбыҙҙы дауам итәйек.Киләһе уйыныбыҙ иғтибаолылыҡ өсөн булыр.

Ярыш5 “Миналы ялан буйлап”

Спорт инструктор:Тағы ла бер ярышыбыҙ ҡалды.

Ярыш “Снарядтарҙы ташы”


С.И: Афарин балалар.Һеҙ ысын спортсмендар булдығыҙ.Ә быныһы һеҙгә бүләк . (Миҙалдар тарата) Ә миңә ҡайтырға кәрәк.Һаубулығыҙ мин һеҙгә тағы ла килермен.

Алып барыусы:Балалар әйҙәгеҙ беҙ һеҙҙең менән атайҙарыбыҙҙы ҡотлап үтәйек.


Бүләк биреү.

Йыр “ Олатайым миҙалдары



А.б.:Атайҙар,ағайҙар һеҙҙе байрам менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.Һәр ваҡытта ла шулай көслө батыр ҡыйыу атайҙар булып ҡалығыҙ,ә һеҙ малайҙар атайҙарға оҡшайбыҙ тиһәгеҙ тырышып уҡырға, спортты яратырға , һау сәләмәт булып үҫергә кәрәк.

(Сығалар)






Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Мероприятия

Целевая аудитория: 1 класс.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
Сценарий утренника ко Дню защитников Отечества

Автор: Зубаерова Янбика Гиниятовна,Тулубаева Гульшат Гисовна

Дата: 12.04.2015

Номер свидетельства: 200475

Похожие файлы

object(ArrayObject)#862 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(111) "Сценарий утренника посвященный ко Дню защитников Отечества "
    ["seo_title"] => string(73) "stsienarii-utriennika-posviashchiennyi-ko-dniu-zashchitnikov-otiechiestva"
    ["file_id"] => string(6) "198387"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(7) "prochee"
    ["date"] => string(10) "1428403035"
  }
}
object(ArrayObject)#884 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(89) "Сценарий утренника  «Праздник мужества и чести» "
    ["seo_title"] => string(51) "stsienarii-utriennika-prazdnik-muzhiestva-i-chiesti"
    ["file_id"] => string(6) "199030"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1428504981"
  }
}
object(ArrayObject)#862 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(183) "СЦЕНАРИЙ УТРЕННИКА «ПРАЗДНИК МУЖЕСТВА И ЧЕСТИ»,   посвященного Дню Защитника Отечества Казахстана. "
    ["seo_title"] => string(113) "stsienarii-utriennika-prazdnik-muzhiestva-i-chiesti-posviashchiennogho-dniu-zashchitnika-otiechiestva-kazakhstana"
    ["file_id"] => string(6) "199046"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1428506181"
  }
}
object(ArrayObject)#884 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(134) "Сценарий утренника для средней группы на 23 февраля «Курс молодого бойца»"
    ["seo_title"] => string(80) "stsienarii_utriennika_dlia_sriedniei_ghruppy_na_23_fievralia_kurs_molodogho_boit"
    ["file_id"] => string(6) "458441"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1519052521"
  }
}
object(ArrayObject)#862 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(107) "Сценарий утренника для средней группы "Здравствуй, осень!" "
    ["seo_title"] => string(61) "stsienarii-utriennika-dlia-sriedniei-ghruppy-zdravstvui-osien"
    ["file_id"] => string(6) "240266"
    ["category_seo"] => string(6) "muzika"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1444983972"
  }
}


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства