Ҡурай моңо.
А.б. :Хуш килдегеҙ йәмәғәт
Йорт еребеҙгә килһен бәрәкәт
Ҡотло булһын изге был йыйын
Дәртләнһен шиғыр туйы.
Байыҡ сәсәндең
Фатихаһын мин бирәм
Ҡушылығыҙ дәртле байрамға.
Шиғырҙарҙа халҡым яҙмышы
Шиғырҙарҙа халҡым тарихы
Шиғырҙарҙа сал быуаттар аша
Бөгөнгөгә еткән тау ҡошо.
А.б.:Хәйерле көн хөрмәтле дуҫтар,Аҡбуҙатыбыҙҙың шиғыр оҫталары,ата-әсәләр,нәфис әҙәбиәткә , ауыҙ-тел ижадына ғашиҡ ҡунаҡтар.Быйылғы йыл Әҙәбиәт йылы тип билдәләнде.Һәм беҙ бөгөн һеҙҙең менән ошо залға оҫта шиғыр һөйләүселәребеҙҙе,батыр уңған балаларыбыҙҙы йыйҙыҡ.
А.б.:Бөгөнгө беҙҙең шиғыр һөйләүселәр бәйгеһендә ике йәштән ете йәшкә тиклем балалар көс һынашасаҡ.Әйҙәгеҙ алҡышлап уларҙы ҡаршы алайыҡ.(Шиғыр һөйләүсе балалар залға инеп ярым түңәрәккә ултыралар)
А.б.:Жюри ағзалары менән таныштырып үтәйек,бына улар:
А.б.Ата-бабалар ҡалдырған рухи хазинаны һаҡлап үҫегеҙ балалар.
А.б.рухтың көсө нимәлә?
--сәсәндәрҙең телендә,халҡымдың шиғырында,ауыҙ-тел ижадында.
А.б.Майҙан түре һеҙгә йәш сәсәндәребеҙ.
А.б.Аҡ юл һеҙгә .
А.б.Байрам,байрам килдеңме әллә
Белдеңме беҙ көткәнде
Йырлайбыҙ ҙа.бейейбеҙ
Баҡсабыҙҙа бик йәмле.
А.б.Беҙҙең тыуған илебеҙ шундай матур , бай яҡ.Композиторҙар тыуған илебеҙ матурлығын көйҙәргә һалһа,шағирҙарыбыҙ тыуған еребеҙҙе маҡтап бик күп шиғырҙар ижад иткәндәр.
А.б.Эйе Айгөл Харис ҡыҙы ,беҙҙең бөгөнгө бәйгегә лә балалар бик күп шиғырҙарҙы беҙҙең тыуған илебеҙҙе данлап,уның менән ғорурланып алып килгәндәр.Әйҙәгеҙ һүҙҙе уларҙың үҙҙәренә бирәйек.
А.б. Иң кескәй бәйгеселәребеҙгә һүҙ бирәйек.өсөнсө төркөм тәрбиәләнеүсеһе Ясыбаев Батырхан беҙгә Земфира Аҡбутинаның “Тыуған илем” тигән шиғырын алып килгән.Әйҙә рәхим ит Батырхан.
А.б.Ошо уҡ төркөмдән Ягудина Зилдәгә һүҙ.Ул инде беҙгә Р.Ғәриповтың “Башҡортостан” шиғырын һөйләп ишетә.Уға өс йәш.
А.б. Һүҙ ун икенсе төркөмдән Шәрипова Регинаға.Уға дүрт йәш.Ул инде беҙгә “Башҡортостан ”шиғырын алып килгән.Әйҙә регина рәхим ит.
А.б.Ошо уҡ төркөмдән беҙҙең тыуған илебеҙ тураһында Буранбаева Айлина Ғ.Туҡайҙың “Тыуған ил”шиғырын һөйләргә ашҡынып ултыра.
А.б.Айгөл Харис ҡыҙы беҙҙең балалар баҡсаһында тыуған илен яратҡан балалар бик күптәр икән.Бәләкәйҙән уларға тыуған илгә ҡарата һөйөү тәрбиәләгәндәре өсөн уларҙың тәрбиәсе апайҙарына ,шулай уҡ ата-әсәйҙәренә ҙур рәхмәтлебеҙ.Беҙгә бөгөн дүрт йәшлек Минишева Гөлнәзирә Г.Юнысованың “башҡортостан”шиғырын бүләк итә.
А.б.Ысынлап та ,беҙҙең балалар тыуған илен бик ныҡ яраталар.Бәләкәй булыуҙарына ҡарамаҫтан шундай шиғырҙар әҙерләгәндәр.Әйҙә Гөлнара рәхим ит.Райманова Гөлнара башҡарыуында А.Игебаевтың “Тыуған ер”шиғыры.Алҡышлап ҡаршы алығыҙ.
А.б.Булсы дуҫлыҡта
Биҙәр ул ер шарын
Белһендәр кешеләр
Тоғро дуҫ барын.
А.б.Кешеләр генә түгел хатта хайуандар ҙа бер-береһе менән бик дуҫ, татыу йәшәйҙәр икән.Ҡунаҡбаев Роман бөгөнгө бәйгегә Г.Йыһангированың “Ике дуҫ” шиғырын алып килгән.Әйҙә Роман рәхим ит.
А.б.Ошо уҡ шиғырҙы беҙгә унынсы төркөм тәрбиәләнеүсеһе Ишбулдина Динә лә һөйләп ишеттерәм ти.Әйҙә Динә майҙан түре һинеке.
А.б. Дуҫлыҡ,татыулыҡ,атай-әсәйҙәр бергә булғанда һәр бер бала бәхетле.Г.Йыһангированың “Бәхет ҡуласаһы” шиғыры менән алтынсы төркөм тәрбиәләнеүсеһе Мәғәфүрова Камила сығыш яһай.Алҡышлап ҡаршы алығыҙ.
А.б.атай-әсәйҙәр генә түгел ,өләсәйҙәр булыуы ла балалар өсөн оло бәхет.Уникенсе төркөм ҡыҙҙары беҙгә И.Илембәтованың “Өләсәйҙә ҡунаҡта” тип исемләнгән шиғырын алып килгән.Әйҙәгеҙ ҡыҙҙар һүҙ һеҙгә.
А.б.Әйҙәгеҙ тыуған илебеҙ тураһында шиғырҙарыбыҙҙы дауам итәйек.
А.б.алтынсы төркөмдән ишмуллина Әминә һылыуыбыҙ бөгөнгө бәйгегә С.юлаевтың “АЙ,Уралым”шиғырын алып килгән.Әйҙә рәхим ит.
А.б.Һигеҙенсе төркөмдән Кудашева Илзидә лә Р.Ураҡсинаның “Эй рәхәт ,тыуған ереңдә” исемле шиғыр алып килгән.Әйҙә Илзидә рәхим ит.
А.б. һүҙ унынсы төркөмдән Әминева Айзиләгә.Ул беҙгә А.Игебаевтың “Тыуған ер”шиғырын һөйләп ишеттәрәм тип ашығып талпынып ултыра.Рәхим ит Айзилә.
А.б.Һүҙ етенсе төркөм балаларына.Ибрагимов Данир башҡарыуында Р.Ниғмәтинең “Ватан”тип исемләнгән шиғырын ҡабул итеп алығыҙ.
А.б.Кульманбетова Камила Г.Юнысованың “Башҡортостан” шиғырын һөйләп ишеттерә.Әйҙә рәхим ит Камила.
А.б.Ошо уҡ төркөмдән алты йәшлек Ғәйсәр исемле батырыбыҙ ҙа беҙгә бөгөн көс һынашырға килгән.Ул инде Ҡ.Даяндың “тыуған ил”шиғырын бүләк итә.
А.б.Гөлнәзирә Роберт ҡыҙы беҙҙең йәш сәсәндәребеҙ ял итеп алһындар,килгән ҡунаҡтар менән йомаҡтар ҡойоп алайыҡ.
Йомаҡтар сисеү.
А.б.Рәхмәт һеҙгә килгән ҡунаҡтар.Ә беҙҙә бәйге дауам итә.Балалар әйтегеҙ әле хәҙер бына тышта ниндәй миҙгел.Эйе дөрөҫ көҙ миҙгеле.Бөгөнгө бәйгегә көҙ тураһында.көҙҙөң матурлығы байлығы тураһында шиғырҙар алып килгән балалар ҙа бар.
А.б.һүҙ беҙҙең иң кескәй ҡунаҡтарға, төркөм балаларына.Уразбахтина Айғына беҙгә тип Г.Юнысованың “Көҙ килгән”шиғырын алып килгән.
А.б.Ошо уҡ төркөмдән мадрахимов Камил беҙгә Г.Юнысованың “Көҙгө ҡояш”тип исемләнгән шиғырын алып килгән.Әйҙә батыр майҙан түре һинеке.
А.б.Балалар әйтегеҙ әле көҙ еткәс япраҡтар нимә эшләйҙәр әле ул?Эйе,улар һарғайып ергә түшәләләр.Өс йәшлек Мөрсәлимова Гөлназ Сөләймән Муллабаевтың “Япраҡтар”шиғырын һөйләй.
А.б.Көҙ көнө тағы ла баҡсаларҙан мул уңыш йыйып алалар.Беҙҙең балалар ҙа әсәйҙәренә ярҙам итәләр икән.Әйҙә Элина рәхим ит.Муртазина Элина Г.Йыһангированың “Йомарт уңыш” шиғырын алып килгән.
А.б.Алтынсы төркөмдән Сараева Эвелина “Алтын көҙ ”шиғырын алып килгән.
А.б.Гөлнәзирә, көҙ көнө урманда бәшмәктәр ҙә өлгөрә.Унынсы төркөмдән Язгөл беҙгә Фәрит Хәсәновтың “Бәшмәк”тигән шиғырын бүләк итә.Әйҙә Язгөл рәхим ит.
А.б. “Ҡоштар китә йылы яҡҡа”-тип һөйләй үҙенең шиғырында дүртенсе төркөмдән Юсупов Әмир Ғәлиә Ғәлиәскәрованың шиғырында.Әйҙә Әмир майҙан түре һинеке.
А.б. һигеҙенсе төркөмдән Харрасова гөлдәриә беҙгә “Миләш” тип исемләнгән шиғыр алып килгән.Әйҙә рәхим ит.
А.б.:Жюри кәңәшләшеп алғансы бергәләп түңәрәктә уйнап-бейеп алайыҡ.
Түңәрәк уйын “Әйләнәбеҙ”
Китап,белем тураһында йомаҡтар сисеү.
А.б.:Ә хәҙер һүҙҙе жюри ағзаларына бирәйек.
Жюри һөйләй.
Бүләкләү.