kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Гөлйыһанға бар донъя үҙе һыйған

Нажмите, чтобы узнать подробности

Һәр кемдең үҙ яҙмышы. Берәүҙең тормошо менән икенсе кеше йәшәмәй. Әҙәм балаһын тормош төрлөсә һынап ҡарай. Кемдер уны лайыҡлы үтә, ә кемдер һына.

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Гөлйыһанға бар донъя үҙе һыйған»

Гөлйыһанға бар донъя үҙе һыйған

Гөлйыһан Мөхәмәтхафиз ҡыҙы Хәбирйәнова (Көмөшҡолова) 1932 йылдың майында Баймаҡ районының 1 Этҡол ауылында етеш, күп балалы ғаиләлә донъяға килә. Яман сирҙән бер-бер артлы өс улдары үлгәндән һуң, тағы ла бер улдары һәм ҡыҙҙары Гөлйыһан тыуғас, Мөхәмәтхафиз Көмөшҡолов тыуған ауылы Фәйзуллаға күсеп ҡайта. Тегенселәрҙән күлдәк, камзол тектереп кейеп, атайлы, әсәйле булып йәшәп ятҡанда бәхетһеҙ көндәр башлана. Ҡәһәрле 1937 йылда аталарын кулак мөһөрө тағып репрессияға эләгеүен, әле ул саҡта 5 йәшлек булып ҡалған Гөлйыһан инәй шулай хәтерләй:

--Хәбибъямал еңгәйем мунса яҡты. Шунан, ағайым менән мине мунсаға алып барҙы ла:

“Ултырып тороғоҙ, хәҙер киләм, бер нәмәмде онотоп ҡалдырғанмын”-, тип ҡайтып китте. Бер ваҡыт мунсаға милиция килеп инде. Ләүкә аҫтын, мейес эсен ҡараны ла сығып китте. Мин “бапаҡ” тип ҡурҡтым. Шунан, атайымды, Нуритдин, Исмәғил ағайҙарымды, тағы ла күптәрҙе алып киттеләр. Күп тә үтмәй һуғыш сыҡты,-тип иҫкә ала ул ҡараңғы көндәрҙе.

-- Ауылда “төрөмшик” балалары тип үсекләнеләр. Таш ташлайҙар, ишекте саҡ ябып өлгөрәбеҙ. Бер-ике сәғәт үтәме, кире уйнап алып китәбеҙ. Маһираның “йәтим башмаҡ” тиеүе бигерәк тә үҙәгемә үтә торғайны. Бер ваҡыт әсәйем өйрәткәндер инде. Үҙҙәренә таҡмаҡ йырлай башланым:

Леү-леү-леү сатин

Күлмәгең көрән сатин
Киләһе йыл да һуғыш булһа

Һин дә ҡалырһың йәтим.


Һуғыш йылдарында көнкүрештәре башҡалар кеүек була. Ҡыш—аслыҡ, ә яҙ етеү менән үлән иң таңһыҡ тамаҡҡа әүерелә. Бер табаҡ ҡатыҡҡа ете төрлө йыуаны турап һалып, бутҡа итеп ашайҙар. Йәйен ҡыҙҙыр менән емеш-еләк йыйып, уны тауҙар аша үтеп, Баймаҡ баҙарына алып барып һата. Ун өс йәшендә, көҙгө уңышты ат менән ташыған саҡта, ат нимәнәндер өркөп, Гөлйыһан инәй ҡапыл ҡолап, ярһыған мал күпмелер саҡырым һөйрәтеп китеп барғанда, Ғәле ауылы кешеләре туҡтатып ҡотҡарып алып ҡала. Тағы бер иҫтәлеге менән бүлешеп, инәй ошоларҙы һөйләне. Ҙур ауырлыҡ менән ҡышты сыҡҡас, баҫыуҙа ҡалған башаҡтарҙы йыйып йөрөгән саҡта, склад мөдире Ҡарасов Ваһап тигән бабай балаларҙың ҡулына йыйған тамаҡтарын тартып ала. Шул хәтлем аслыҡтан йонсоғанға күрә, был хәлдән һуң илай яҙалар. Әммә, урынына яҡшыһын биргәс, шатлыҡтарының иге-сиге булмай. Ҡышлап сыҡҡан башаҡтар йыш ҡына киҫәү менән эшкәртелгән булған. Күптәр бынан һуң шешенеп үлгән. Тырышып, гел бишлегә генә уҡыған ҡыҙҙы тағы ла дүрт ҡыҙ менән бергә икенсе кластан колхоз быҙауҙарын көтөргә, һарыҡ бәрәстәрен имеҙергә эшкә сығаралар. Бер ваҡыт йоғошло ауырыу менән ҡыҙҙарҙың өсәүһе ауырып китә. Бригадир кескәй Гөлйыһанға ауырыған малдарҙы өйгә алып ҡайтып ҡарарға ҡуша. Шунан, үҙҙәренең һыйырҙары ла ауырып китеп үлә. Фәйзулланан йәйәүләп ауырыған ҡыҙҙар ҡалаға дауаханаға йөрөй башлайҙар. Тик, башҡалар артабан да йөрөүҙе туҡтаталар. Гөлйыһан инәй, иһә, ни хәтлем генә ауыр булһа ла көн дә Баймаҡҡа барып кәрәкле уколын ала. Уның тәьҫире сәғәт ярымдан башланғансы бер тауға менеп хәл алып ҡалырға тырыша. Тырышлығы, ныҡышмалылығы арҡаһында башҡа ҡыҙҙарҙан айырмалы иҫән ҡала. Барлыҡ ҡатын-ҡыҙ һәнәк менән эшләгәндә ул бер үҙе малайҙар менән атта күбә тарттыра. Төшкө ашҡа ҡайтҡан саҡта ярышып ҡайтыуҙарын ғорурланып иҫләй. Урман ҡырҡыу эшенән дә ситтә ҡалмай. Бының өсөн һәр ғаиләнән берәүҙе йәлеп иткәндәр. Һалдаткалар ағас ҡырҡһалар, үҫмер балалар ботаҡтарын тунаған. Һәр саҡ, ағастарҙы ҡолатҡан саҡта йәш Гөлйыһан башын түбән эйеп, ҡысҡыра-ҡысҡыра ҡасыр булған. Ни өсөн тигәндә, ауып килгән ағасты ул үҙ өҫтөнә ҡолай тип ҡурҡҡан булған. Башҡалар өсөн был бик ҡыҙыҡ күренеп, рәхәтләнеп көлгәндәр. Кистәрен иһә, ялан аяҡ ҡарасов Сөләймән ағаларының гармун көйҙәренә бейергә ашыҡҡан...

1953 йылда Байыш ауылының бына тиган егете Хабирйәнов Ғәниулла Ғиниәтулла улына тормошка сыға. Ҡәйнә йортонда һигеҙ ай йәшәгәндән һуң, йәмәғәтен Йылайыр совхозы үҙәгенә радист итеп эшкә алалар. Яйлап үҙ йорттарын төҙөп, йәш ғаилә бына итеп йәшәп алып китә. Оҫта баҡсасы булараҡ, Ғәниулла олатайҙың баҡсаһында ағастарҙың, емеш-еләк, йәшелсәләрҙең ниндәйе генә булмай. Ете балаға ғүмер бүләк итеп, икәүһен эйәле-башлы итеп, ҡартатай ҙа булып өлгәрмәйенсә, Бөйөк Ватан һуғышында разведчик булып, Иранда хеҙмәт итеп ҡайтыусы батыр радист, тыныс тормошта, эш урынында фажиғәле вафат була. Алты баланы уҡытып бөтөрөп, үҙ аллы тормошҡа сығарыу ҡырҡ алты йәшлек Гөлйыһандың ҡаҡса иңдәренә төшә. Коммуналь хеҙмәт өлкәһендә, иген, техника складында эшләй. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, ауырлыҡтан ҡурҡмай, үҙ-үҙен йәлләмәй, бар оҫталығын һалып, тырышып эшләй. Балалары яҡшы уҡып—инженер, акушер-табип, экономист, биолог, электрик кеүек һөнәрҙәргә эйә булып, һәр кем матур итеп үҙ ояһын ҡора.

Туҡһанын ваҡларға торған Гөлйыһан Мөхәмәтхафиз ҡыҙы биш ваҡыт намаҙын уҡып, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләрен өсөн изге доғаларынан ташламай. Һаулығы бер аҙ ҡаҡшауға ҡарамаҫтан, үткәндәрен яҡшы хәтерләй. Киләсәктә лә, игелек-изгелектәр күреп, оҙаҡ йәшәһен!

Розалия Теүәлбаева

Разведчик Ғәниулла

Ғәниулла Ғиниәт улы Хәбирйәнов 1927 йылда Баймаҡ районыныңБайыш ауылында донъяға килә. Бәләкәйҙән зирәк, отҡор була. Шуның өсөн дә уны беренсе класты тамамалағандан һуң, икенсене уҡып та тормайынса өсөнсөгә күсерәләр.

Бөйөк Ватан һуғышының киләһе йылында, йәғни 1942 йылда, бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итеп тә ыңғай яуап ала алмағас, йәш өҫтәтеп егет һуғышҡа китә. Башта Тоцкийҙың йәйге лагерында радист һөнәрен үҙләштерә. Артабан иһә, СССр менән Иран сигенә ебәрелеп, хәрби разведка ғәскәренә эләгә. Иран Германияның союздашы булған. Фашистар Сталинградты алыу менән ул да Советтар Союзына һөжүм итергә тейеш була. Ғәрәп телен яҡшы белгән Ғәниулла фарсы телен дә өйрәнә. Уны башҡа радистар менән берлектә самолет менән Иран дәүләтенә төшөрәләр. Һуңынан,үҙе һөйләүе буйынса, шул илдә йәшәүсе халыҡ кеүек буй биҙәкле халат, түбәтәй кейеп йөрөй. Ләкин аҙаҡ кире беҙҙекеләр яғына сығыуы ғына еңелдән булмай. Шулай бер ваҡыт радистар араһында йәшерен агент барлыҡҡа килә. Отҡор Ғәниулла уның кем икәнлеген Морзе азбукаһы аша яҙышып, мәғлүмәт тапшырыуы аша асыҡлауға өлгәшә.

Беҙҙең көндәрҙә лә әле радионың ҡыҫҡа тулҡындары аша тексты тәржемә итә белеү һәләтен күреп һоҡланыусылар табыла. Үҙ хеҙмәте тураһында бер ҡасан да, бер кемгә лә, бер нимә лә һөйләмәй. Ололар һорауына: “Ҡыҙыыыыыҡ ул”,-тип кенә яуаплаһа, балаларына үҙ ваҡыты еткәс һөйләйәсәге тураһында әйтә. Тик был көндө берәү ҙә көтөп ала алмай. 1978 йылда ул фажиғәле вафат була.

Һуғыш йылдарында ирен юғалтыу ҡайғыһын кисергән әсәһенә ғәзиз улының да “ҡара ҡағыҙы”н алырға тура килә. 1950 йылда, ниһайәт, Ғәниулла тыуған ауылына аҙ ғына ваҡытҡа ялға ҡайтып төшә. Ә инде 1951 йылда ул бөтөнләйгә ҡайтарыла. Туғыҙ йыл ғүмерен Ватаны өсөн фиҙа ҡылһа ла, “Германияны еңгән өсөн”, “Совет армияһының 30 йыллығы” кеүек юбилей миҙалдарынан тыш бер нимәһе лә булмай. Иран сигендә атыштар туҡталмай. Юғалтыуҙар аша дошман тылына сыҡҡан разведчиктар тотош заставаны юҡ итеүгә өлгәшһә лә, сиктә хеҙмәт иткәндәр аҙ баһалана. Тарихи факт бар: немецтар Иран менән Советтар Союзы сигендә бер ғәскәр тотҡан.

1953 йылда Ғәниулла Хәбирйәнов Гөлйыһан Мөхәммәтхафиз ҡыҙы Көмөшҡолова менән ғаилә ҡора. Ете балаға ғүмер бүләк итеп, татыу, матур йәшәйҙәр. Ғәниулла Ғиниәтулла улы балалары өсөн хәстәрлекле, изге күңелле атай була. Үҙен оҫта баҡсасы итеп тә таныта. Тик ғүмеркәйе генә ҡыҫҡа була шул...












Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Прочее

Целевая аудитория: Дошкольникам.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
Гөлйыһанға бар донъя үҙе һыйған

Автор: Тувальбаева Разалия Наилова

Дата: 17.10.2022

Номер свидетельства: 615214

Похожие файлы

object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(41) "" Аула? ?й" уйыны, 8 класс"
    ["seo_title"] => string(18) "aulakoiuiyny8klass"
    ["file_id"] => string(6) "287132"
    ["category_seo"] => string(13) "vsemUchitelam"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1454432341"
  }
}
object(ArrayObject)#873 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(41) "" Аула? ?й" уйыны, 8 класс"
    ["seo_title"] => string(19) "aulakoiuiyny8klass1"
    ["file_id"] => string(6) "287133"
    ["category_seo"] => string(13) "vsemUchitelam"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1454432348"
  }
}


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства