kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Баларҙың телмәр үҫеше

Нажмите, чтобы узнать подробности

баланы мәктәпкә әҙерләү өсөн нимәләр эшләр кәрәк һуң әле.Эйе, иң элек китапҡа һөйөү тәрбиәләргәлер

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Баларҙың телмәр үҫеше»

Сибай ҡалаһының “Балалар үҫтереү үҙәге—“Аленушка” балалар баҡсаһы











Әгәр бала балалар баҡсаһында ашауҙан баш тартһа...”





















Әҙерләне: Теүәлбаева Разалия Наил ҡыҙы





СИБАЙ ҠАЛАҺЫ

Әгәр бала балалар баҡсаһында ашауҙан баш тартһа...

Баланың тәмле итеп бешерелгән аш-һыуҙы яратып ашауын күреп, һәр ата-әсә шатлана торғандыр. Әгәр тәрилкәне этеп кенә ҡуйһа, көйәләнә, хатта асыулана. Ләкин сабыйҙың бында бер ғәйебе лә юҡ.

Ғалимдар билдәләүенсә, кемдер иртәрәк йоҡларға ятып, таң һарыһынан торорға ярата. Бәғзеләр, киреһенсә, һуң ята һәм һуң тора. Шартлыса улар “һабантурғай” һәм “өкөгә” бүлеп йөрөтөлә. Төнгө ҡош һуң тороу менән бер рәттән иртән ашауҙан да баш тарта. Быны “көйһөҙләнеү” тип ҡабул итмәгеҙ, сөнки аш һеңдереү системаһы яй уяна, бауыр әлегә үтте аҙ эшкәртеп сығара, ашҡаҙан аҫты биҙе ферменттары май кислоталарын иретергә әҙер түгел... Шуға күрә бутҡа йәки аш тәрилкәһен күреү менән ашау теләге юҡҡа сыға. Бала уянып, сәғәт-сәғәт ярым ваҡыт үткәс, уны еңелсә генә ашатып алығыҙ. Аппетитын уятыу өсөн минераль һыу йә һут бирегеҙ. Төшкө һәм киске ашты ла берәй сәғәткә кисектерегеҙ. Был саҡта, моғайын, сабыйығыҙҙың ашарға теләге көсәйер. Баланы бер үк ваҡытта туйындырыу яҡшы.

Ҡайһы саҡ балалар өлкәндәр күҙлегенән “кәрәкле”, “бик файҙалы” тип һанаған аҙыҡ-түлекте яратмай. Мәҫәлән, балыҡтың үҙенсәлекле еҫе, бауырҙың әсерәк тәме уларға һис оҡшамай. Йомортҡа ла, эремсек тә бик тәмле булып тойолмай. Балыҡтан котлет, бауырҙан – паштет, йомортҡа менән эремсектән күҙҙе ҡыҙҙырырлыҡ ҡоймаҡ бешерегеҙ. Балаларҙың аш-һыуҙа “консерватор” икәнен иҫтә тотоғоҙ, уларҙы яңы төр аҙыҡҡа өйрәтеү өсөн түҙемлек кәрәк. Әгәр ҙә балағыҙ икмәк ҡатыһынан тыш бер нәмә лә теләмәй икән, янына ҡуйығыҙ. Әйҙә, ҡайнар аш урынына арыш икмәге менән алма кимерһен! Улар ҙа файҙалы витаминдарға бай.

Әгәр ҙә иртәнсәк бутҡа өҫтөнә ҡайнатма менән ҡояш йәки йылмайған йөҙҙө “төшөрһәгеҙ”, улығыҙҙың йә ҡыҙығыҙҙың кәйефе күтәрелер! Бешкән йомортҡанан бәшмәк яһарға, ғөмүмән һәр табындан күңелле уйын ойошторорға мөмкин. Өҫтәүенә балағыҙ менән аралашыу өсөн бына тигән сәбәп тә булыр.

Ҡаҡса, йоҡа һөйәкле, аҡһыл тиреле балалар ашауға битараф була. Бындайҙарға ярауы ауыр, хатта улар өҫтөнлөк биргән ризыҡтың булмауы ла ихтимал. Өҫтәл артында “суҡып” ҡына ултырған ҡыҙ һәм малайҙар киләсәктә һау булмаҫ тигән һүҙ түгел. Киреһенсә, уларҙың оҙон ғүмерле булыуына нигеҙ бар. Тик шуныһы: аҙ ашау арҡаһында уларҙың витамин, микроэлементтарҙы кәрәгенсә алмауы мөмкин. Был осраҡта витамин комплекстары ярҙамға килер.

Әгәр ҙә бала нормала ҡаралғанса үҫешкән икән, “атайың өсөн, әсәйең өсөн” тип алдаштырып ашатыуҙың һис кәрәге юҡ. Ата-әсә балаһының сәләмәтлегенә иғтибарлы булырға, баш ауыртыуы, талсығыуы, тирләүе, эс ҡатыуы, тән температураһы күтәрелеүе йәки төшөүе, ауырлығы кәмеүе, даими өшөүе кеүек күренештәргә һиҙгер булырға тейеш. Был осраҡта мотлаҡ педиатрға мөрәжәғәт итергә кәңәш итәбеҙ.


Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Прочее

Целевая аудитория: Дошкольникам.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
Баларҙың телмәр үҫеше

Автор: Тувальбаева Разалия Наилова

Дата: 17.10.2022

Номер свидетельства: 615217

Похожие файлы

object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(40) "Баларҙың телмәр үҫеше"
    ["seo_title"] => string(22) "balarzyn_telm_r_useshe"
    ["file_id"] => string(6) "615216"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(7) "prochee"
    ["date"] => string(10) "1666023454"
  }
}


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства