kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Баларҙың телмәр үҫеше

Нажмите, чтобы узнать подробности

баланы мәктәпкә әҙерләү өсөн нимәләр эшләр кәрәк һуң әле.Эйе, иң элек китапҡа һөйөү тәрбиәләргәлер

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Баларҙың телмәр үҫеше»

Сибай ҡалаһының “Балалар үҫтереү үҙәге—“Аленушка” балалар баҡсаһы











“Алты-ете йәштәге балаларҙыың һөйләү телмәрен үҫтереү”



















Әҙерләне: Теүәлбаева Разалия Наил ҡыҙы







СИБАЙ ҠАЛАҺЫ



Алты – ете йәштәге балаларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү

Мәктәпкә барыу бала тормошонда яңы этап башланыуын, уның белем донъяһына инеүен, яңы хоҡуҡ һәм бурыстар өҫтәлеүен, өлкәндәр һәм тиңдәштәре менән ҡатмарлы мөнәсәбәттәр урынлашыуын күрһәтә. Шуға күрә мәктәпкәсә йәштәге йылдар уның өсөн мәктәпкә әҙерләнеү һәм бөтә яҡтап үҫеү осоро булырға тейеш. Алты йәштән ете йәшкә тиклемге ара – был бурыстарҙы тормошҡа ашырыусы иң яуаплы мәл ул.

Төп бурыстарҙың береһе булып баланың бәйләнешле телмәрен үҫтереү тора. Ул туған телдең яңғырашына, лексикаһына, грамматикаһына эйә булыу тигән һүҙ. Һөйләшеүсе үҙ телмәрен үҙаллы ҡора, предметтарҙы, күренештәрҙе, хәлдәрҙе тасуирлағанда йөкмәткенең айырым өлөштәрен эҙмә – эҙлекле башҡарырға тейеш: әһәмиәтле эпизодтарын төшөрөп ҡалдырмаҫҡа, урындарын алмаштырмаҫҡа, кәрәкмәгән өҫтәүҙәр индермәҫкә, фекерҙе тамамлай белергә, бер төрлөлөккә, ҡабатлауҙарға юл ҡуймаҫҡа өйрәнә.

Балаларҙың телмәрен үҫтереү өсөн уларға асыҡ һәм аңлайышлы итеп һөйләргә, һүҙ байлығын үҫтерергә, төрлө китаптар ҡарарға кәрәк.

Әгәр ҙә баланы кескәй саҡтан уҡ ҡыҙыҡлы китапҡа, шиғри телгә ихтирамлы итеп тәрбиәләһәң, ул белемгә ынтылыусан, телгә зирәк, кеше менән аралашыусан булып үҫә. Уның телмәре лә үҫешкән була.

Баланың бәйләнешле һөйләү телмәре картина буйынса фекер алышҡанда, матур әҙәбиәт уҡығанда үҫешә. Бына баланың әкиәт менән осрашыуын алайыҡ. Әкиәт геройҙары балаға таныш: әтәс, тауыҡ, эт, төлкө, ҡуян һ.б. Әкиәттә йәнлектәр предметтар кеүек үк һөйләшәләр, зш итәләр. Был баланы ҡыҙыҡтыра, шатландыра. Әкиәт баланың аҡылын, уй – хистәрен, тойғоларын уята, үҫтерә. Ул әкиәт геройҙары менән шатлана, ҡыуана, ҡайғыра. Улар өсөн борсола, ҡыйыуҙары менән ғорурлана.

Баланың телмәрен үҫтереү өсөн “Төлкө менән айыу”, “Эт үҙенә нисек хужа тапҡан?” , “Айыу менән бал ҡорттары” тигән башҡорт халыҡ әкиәттәрен, “Шалҡан”, “Тирмәкәй”, “Ҡыҙыл башлыҡ” рус халыҡ әкиәттәрен уҡырға, аҙаҡ уларҙың эстәлеген һөйләргә, йә уларҙың йөкмәткеһе буйынса әңгәмәләшергә кәрәк. Был саҡта баланың әкиәт геройҙарына ҡарата булған үҙ мөнәсәбәттәрен белергә һәм уларҙы бергәләп баһалау мөмкинселеге тыуа. Әкиәттәрҙән ҡыҫҡа ғына өҙөктәрҙе ролдәргә бүлеп, бергәләп уйнарға була. Әкиәттәр баланың фекерләүен, хәтерен, бәйләнешле телмәрен үҫтерә, кешклек сифаттары тәрбиәләүгә ярҙам итә.

Алты – ете йәшлектәр эпитеттар уйларға бик ярата. Тәүҙә улар ябай һүҙҙәр уйлай, һуңынан төрлө яңы һүҙҙәр күҙгә салына. Синонимдар, антонимдар ҡулланыу ҙа баланың телмәрен үҫтереү, байытыу өсөн әһәмиәтле. Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың һүҙлеген исемдәр менән генә түгел, сифаттар менән дә тулыландырырға кәрәк. Һөйләү телмәрен үҫтереүгә йомаҡтар, мәҙәктәр, шиғырҙар, һанамыштар ҙа булышлыҡ итә. Мәҡәлдәрҙе, әйтемдәрҙе ятлағанда мотлаҡ уларҙың мәғәнәһе аңлатылырға һәм артабан телмәрҙә дөрөҫ ҡулланылыуы күҙәтелергә тейеш.

Балалар менән ятлар өсөн шиғырҙарҙы һеҙ үҙегеҙ һайлап ала алаһығыҙ. Матур, асыҡ, аңлайышлы итеп һөйләүгә иғтибар биреү кәрәк. Тәүҙә үҙегеҙ, тауышты ҡайҙа күтәрергә, ҡайҙа түбәнәйтергә, ҡайҙа туҡтарға икәнлеген күрһәтеп, балаға уҡып сығығыҙ. Әгәр ятлап күрһәтһәгеҙ, бигерәк тә яҡшы.

Алты – ете йәшлек бала телдең грамматик төҙөлөшөн төшөнә башлай, ләкин хаталар осрап ҡуя. Килеш ялғауҙарын, ярҙамсы һүҙҙәрҙе дөрөҫ билдәләү, махус һорауҙар ҡуйыу, яуапҡа тейешле ялғау йәки ярҙамсы һүҙҙе тура килтереп һайлау ярҙамында күнектерергә була. Балаларҙы аңлайышлы итеп һөйләргә, уларҙың һүҙ байлығын үҫтереүгә, китап ҡарарға, уҡырға ынтылыш тәрбиәләү ата – әсәләрҙең алдында торған ифрат ҙур бурыстар. Ҡыҙыҡһыныу баланың тәртибенә йоғонто яһай. Ҡыҙыҡлы әңгәмә өндәшмәҫ баланы ла ҡушылып бергә һөйләшергә йәлеп итә. Шуға ла уны тирә- йүндәге үҙгәрештәрҙе күҙәтергә, күрергә, асыҡларға ярҙам итегеҙ, һүҙҙәр табығыҙ, аңлатығыҙ.Телмәр үҫтереү эшендә картинаны ентекләп ҡарау һәм уның буйынса хикәйә төҙөү бик файҙалы. Һүрәттә күргәнде тасуирлауҙан тыш, балаға быға тиклем һәм һуңынан нимә булырын хикәйәләргә тәҡдим итергә була. Бала телмәрен байытыу һәм грамматик төҙөлөшөн формалаштырыу менән бергә уны төрлө өндәрҙе ишетергә, айырырға һәм асыҡ итеп һүҙҙәрҙә, фразаларҙа әйтергә өйрәтергә кәрәк. Был йәштә балалар бөтә өндәрҙе, һүҙҙәрҙе, фразаларҙы асыҡ, аңлайышлы әйтә, кәрәкле тауышты ҡуллана белә.

Шулай итеп, балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү тәрбиәселәрҙең дә, ата- әсәләрҙең дә төп бурысы булып тора. Мәктәпкә барғанда бала бөтә өндәрҙе лә дөрөҫ әйтеп, һөйләмдәрҙе дөрөҫ төҙөп, үҙенең уй -фекерен эҙмә -эҙлекле, йөкмәткеле һәм бәйләнешле итеп, ашыҡмайынса, ҡаушамайынса һөйләй белергә тейеш.


Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Прочее

Целевая аудитория: Дошкольникам.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
Баларҙың телмәр үҫеше

Автор: Тувальбаева Разалия Наилова

Дата: 17.10.2022

Номер свидетельства: 615216

Похожие файлы

object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(40) "Баларҙың телмәр үҫеше"
    ["seo_title"] => string(24) "balarzyn_telm_r_useshe_1"
    ["file_id"] => string(6) "615217"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(7) "prochee"
    ["date"] => string(10) "1666023553"
  }
}


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства