kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Балалар ижады һоҡланғыс

Нажмите, чтобы узнать подробности

Балалар ижады үҙе бер донъя. Уларҙың күҙаллауҙары, фантазиялары ла үҙенсәлекле. Уларҙы ошо йүнәлештә үҫтереү мөһим.

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Балалар ижады һоҡланғыс»

Дуҫ. Әкиәт

“Йәйғор” төркөмөнән Гәрәйев Динийәр, 6 йәш

Тәрбиәсеһе: Теүәлбаева Разалия Наил ҡыҙы

Айҙар тигән малайҙың тоғро дуҫы, яратҡан аты булған. Үҙе фисташкалы туңдырма яратҡанға күрә, малҡайына ла Фисташка тип исем биргән. Уны тәмле бесән, һоло, һыу менән һыйлаған. Йәй көндәрендә туғайға тышауға ебәреп, иртәгәһенә үҙе алып ҡайтҡан. Бер көндө Айҙар фисташканы эҙләгән-эҙләгән, әммә тапмаған. Шулай, дуҫҡайын юҡлыҡҡа ҡурҡып, илай-илай ҡайтып килһә, ҡаршыһына Ғәлимйән олатай килеп сыға һәм ни өсөн күҙ йәше түгеүен һорай. Малай барыһын да түкмәй-сәсмәй һөйләп бирә.

–Эййй, улым, борсолма юҡҡа. Атың минең ҡурала тора. Йылҡы өйөрөнә ҡушылған булған малҡайың, ә төндә бер бүре килеп сығып, ташланған бит үҙҙәренә. Ана шунан ҡурҡып, тышауын өҙөп ауылға килеп ингәндәр. Аҙаҡ, минең йылҡыларға эйәреп, беҙҙең ялан кәртәгә тулғандар. Бөгөнгә бер ҡайҙа ла сығарманым. Әйҙә, киттек, алып ҡайтырһың,–тигән. Айҙар дуҫының табылыуына шул хәтлем ҡыуанған. Олатаһына рәхмәттәр әйтеп, унан алда аты артынан йүгергән.



“Йәйғор” төркөмөнән Фәйзуллин Әмир ( йәш) тәрбиәсеһе Теүәлбаева Разалия Наил ҡыҙы менән ижад иткән “Батыр себеш” әкиәте

Борон-борон заманда йәшәгән ти бер Тауыҡ. Уның себештәре бик күп булған. Ул ишек алданда йөрөргә яртаҡан. Төп шөғөлдәре ҡорт сүпләү булған. Бер көндө улар янына Төйлөгән килеп төшкән дә себештәрҙе баҫтыра башлаған. Шул саҡ бер батыр себеш бер ҙә ҡурҡмайынса уның йөнөнә йәбешеп башына барып менгән һәм бәләкәй генә суҡышы менән Төйлөгәндең башын суҡый ҙа башлаған. Ул ауыртыуға сыҙай алмай, баҫтырыуҙан туҡтап ергә һуҙылып ятҡан да:

—Ярай, башҡа берегеҙгә лә теймәҫмен, зинһар, себешкәй, төш инде”,- тип ялбарған.

—Мин хәҙер төшәм. Ләкин һин алдаһаң, үҙеңә ҡарап үпкәлә. Хужам беребеҙ генә юғалһа ла башыңа етер—тип ҡурҡытҡан, ти.

—Эйе-эйе, башҡаса бер ҡасан да килмәйәсәкмен, һүҙ бирәм,-тигән Төйлөгән. Себеш уның ҡанаты буйлап ҡына шыуып төшөү менән осоп та киткән үҙе.

Шул көндән алып, туғандарын ҡотҡарыусы себеште Батыр себеш тип йөрөтә башлағандар.



“Йәйғор” төркөмөнән Шәрәфетдинова Самира (6 йәш) әсәһе Гүзәл Ҡәҙим ҡыҙы менән ижад иткән “ Башҡортостан” шиғыры

Башҡортостан—тыуған илем,

Сибай һөйөклө ҡалам!

Тыуған төйәгемдә үтә,

Бәхетле бала сағым.



“Йәйғор” төркөмөнән Рәхмәтуллин Арыҫландың (6 йәш) тәрбиәсеһе Теүәлбаева Разалия Наил ҡыҙы менән ижад иткән “Арыҫлан” әкиәте.

Борон-борон заманда Африкала йәшәгән ти бер Арыҫлан. Бигерәк аҡыллы, изге күңелле, бер ҡатлы икән ти. Үҙенең дуҫтары ла күп булған. Бер көндө бик шәп йүгереүсе Леопард дуҫы уны алдарға теләп былай тигән:

— Арыҫлан, Юлбарыҫҡа бар. Ул бер ҡаҙан ит бешереп беҙҙе ҡунаҡҡа көтәм тине. Мин һуңғараҡ килермен,-тигән.

Итте бигерәк ныҡ яратҡанға күрә, бер нимә лә һиҙмәгән дуҫы ҡыуана-ҡыуана йүгергән. Шул саҡ, Леопардтың юрамал ҡаҙыған соҡорона төшөп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалған ти. Арыҫлан нисек кенә тырышып ҡараһа ла сыға алмаған. Ҡысҡырып та ҡараған, тик ишетеүсе булмаған... Барыһын да ситтән генә күҙәтеп йөрөгән Леопард быға ныҡ шатланған, сөнки дуҫының үтә аҡыллы булып, бөтә кәңәш һорап килеүселәргә һәр саҡ ярҙам итә алыуына көнләшкән булған ти. Арыҫландың һаман оҙаҡлауына, йәшенмәк уйнарға килмәүенә аптыраған Фил менән Горилла дуҫы уны эҙләргә сыҡҡандар. Тапҡас, Филекәс оҙон моронон соҡорға һуҙып Арыҫланды тартып сығара башлаған, ә өҫтә көтөп тороусы Горилла тып итеп тартып та алған ти. Нисек былай килеп сыҡҡанын һөйләп биргәндән һуң, бергәләп Леопардҡа киткәндәр. Ә ул алдамауын, Юлбарыҫтың уны ысынлап та саҡырыуын иҫбатларға тырышҡан. Артабан дуҫтарҙың Юлбарыҫҡа барып дөрөҫлөктө белергә тырышыуҙарын белгәс, ипләп кенә ҡасҡан. Уның шәп йүгереүен белгәнгә күрә, артынан берәү ҙә сапмаған. Шул көндән алып, Леопард уларҙың барыһынан да ҡасып-боҫоп ҡына йөрөй ти.



Сказка Юлуев Бахтияра (6 лет) совместно с воспитателем Тувальбаевой Разалией Наиловной

“ Кошка и Снегирь

Жила-была одно кошечка. Ее звали Муркой. Она была красивой и доброй. Любила гулят на улице. В один прекрасной зимний день она подружилась с снегирем. Они вместе играли в догонялки и в прятки. Всю зиму они проводили вместе много времени: рассказывали друг-другу о своих родных, делились секретами. Вот пришла весна. Утром Мурка проснулась, умывалась, попила молочка и пошла на улицу, играть со своим другом. Но снегиря негде не было. Она начала грустить. Это заметила собака во вдворе. Она подошла к Мурке и объяснила, что снегири к нам прилетают только зимой. Вот, наступят холода, и Мурка опять увидеть своего друга. После этого кошке стало радостно, потому что они вновь встретятся и будут играть, веселиться вместе.





Сказка Сагадеевой Руфины (6 лет) совместно с воспитателем Тувальбаевой Разалией Наиловной

“Доброе дело”

Один мальчик обидела девочку. Он говорил ей очень плохие слова.В это время кошка сидела на дереве и все слышала. Потом сказала мальчику:

—Эй, мальчик, почему ты обижаешь мою хозяйку?

А тот ответил:

—Ладно-ладно, я больше так не буду. Простите меня. Я просто хотел веселиться.

Девочка простила его. Ворона, которая сидела на другой дереве, тоже все видела и слышала. Она похвалила мальчика, за то что признал свою ошибку, попросил прощения, а так же девочку за то, что простила мальчика. Вот так они стали лучшими друзьями.

Никогда не обижайте друг-друга, и умейте прощать!



Сказка Турушевой Надиры (5 лет) совместно с воспитателем Тувальбаевой Разалией Наиловной

“Павлин по имени Сафина”

В зоопарке жила птица по имени Сафина. Она была необычайно красивым: небольшая голова, длинная шея, ноги тоже длинные и тонкие, а глаза голубые. Но всем нравился ее хвостовые перья, которые украшены «глазами». Когда к ней приближались люди, она хотела похвастаться и распустила свой безумно красивый хвост. Люди просто восхищались ею. В один день Сафина заметила верблюда за забором и подумала, что не хочет ли он тоже полюбоваться ее хвостом. А верблюд даже внимание не обратил, а просто продолжал жевать траву. Сафине это не понравилось, и начала она петь песню. Она очень долго пела, но верблюд все равно не замечал ее. Вдруг у Сафины пропал голос. И с тех пор павлины не поют, а просто взамен пения производят звуки, напоминающие щелчки, мурлыканье и журчание, которые могут быть слышны только на близком расстоянии.



Сказка Абакумовой Софьи (5 лет) совместно с воспитателем Тувальбаевой Разалией Наиловной

“Лисичка и колечко”

Лиса нашла колечко. А колечко была не простая, а—золотая. Она очень обрадовалась. Оно было ей как раз. Лисичка надела свое красивое платье, золотое колечко и пошла хвастаться. Вдруг, зайка Соня посмотрела внимательно и поняла, что это ее колечко, которую не могла найти уже второй день. Потом сказала:

—Это мое, которую я потеряла и не смогла найти.

—Нееет, я сама купила, негде не нашла.

Потом Соня начала плакать. Но, лисичке даже внимание не обратила, ей было всеравно. На следующий день, когда лисичка ушла на работу, зайка Соня зашла к ней в дом, и украла колечко.

С тех пор, все зайцы боятся лисы.



Теүәлбаева Разалия Наил ҡыҙы шиғырҙары

Йәйғор кеүек “Йәйғор”ҙар

Беҙҙең “Аленушка”ла

“Йәйғор” тигән төркөм бар.

Уңған ҡыҙ малайҙарҙы

Күргең килһә шунда бар.

Йәйғор кеүек “Йәйғор”ҙар

Бигерәк тә уңғандар!

Шиғырын да һөйләйҙәр,

Бейергә яраталар.

Үҙ туған телдәрендә

Моңло йыр башҡаралар.

Бына тиҙҙән бергәләп,

Беренсегә барырҙар.

Тырышып ҡына шулай

Белемен дә алырҙар.

Ҙур хөрмәт ҡаҙанырҙар!

Ҡыш

Ап-аҡ ҡына ҡарлы ҡышым,

Ниңәлер бик инәлтеп,

Эй, һағындырып килә.

Танһыҡтарҙы ла ҡандырмай,

Бер бөртөк ҡарын ҡалдырмай

Урынын бирә яҙға.



Улымдың ҡыуанысы

Һаман алмағас бәпәй:

—Зинһар, тыңласы, әсәй,

Ап-аҡтан, йомошаҡтан

Әйҙә, алайыҡ бесәй.

Тип һорап бер булғанға

Кескәй генә йомроҡайҙы

Бүләк иттек улыма.

Шатлығы эсенә һыймай,

Яратып һис тә туймай.

Эй, ҡыуанып бер булды.

Өйөбөҙ нурға тулды!


























Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Прочее

Целевая аудитория: Дошкольникам

Скачать
Балалар ижады һоҡланғыс

Автор: Тувальбаева Разалия Наиловна

Дата: 13.12.2023

Номер свидетельства: 642216

Похожие файлы

object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(61) "5 класс по теме "Медаль и мальчик". "
    ["seo_title"] => string(35) "5-klass-po-tiemie-miedal-i-mal-chik"
    ["file_id"] => string(6) "202396"
    ["category_seo"] => string(10) "literatura"
    ["subcategory_seo"] => string(5) "uroki"
    ["date"] => string(10) "1429244028"
  }
}
object(ArrayObject)#873 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(72) "Баш?ортостан - тыу?ан т?й?гем.(викторина) "
    ["seo_title"] => string(42) "bashk-ortostan-tyug-an-toi-ghiem-viktorina"
    ["file_id"] => string(6) "136277"
    ["category_seo"] => string(7) "prochee"
    ["subcategory_seo"] => string(7) "prochee"
    ["date"] => string(10) "1417082180"
  }
}


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства