Кәкүк сәйе
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 Кәкүк сәйе
 Маҡсат: балаларҙы башҡорт халҡының йолалары менән таныштырыу; башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадына һөйөү тәрбиәләү.
 Йыһызландырыу: урман аҡланы итеп биҙәлгән зал. Ҡоштар тауышы яҙылған яҙма яңғырай. Алып барыусы менән дүрт бала сыға.
 
 
 Алып барыусы :Ҡыштың ҡарлы бурандарын иҫләргә генә ҡалды,
  Бар доньяға, тәбиғәткә яҙ хужа булып алды.
 1-се ҡыҙ: Ҡара әле апайым, ниндәй матур сәскәләр,  
  Аллы-гөллө төҫтәр менән ҡояштай нур сәсәләр.
 2-се ҡыҙ: Төшкәнме ни аҡланға мең төрлө күбәләктәр,  
  Әкрен генә иҫкән елгә осоп китер кеүектәр.
 3-сө ҡыҙ: Ана инде кәкүк ҡайтҡан, яңғырап тора тауышы
  Тыуған яғын ныҡ һағынған шикелле.
  4-се ҡыҙ: Кәкүк, кәкүк миңә нисә йәш
  1.2.-11Ҡара әле кәкүк дөрөҫ әйтте минең йәшемде
 Алып барыусы: Кәкүк ҡайтҡан, кәкүк ҡайтҡан ҡалмайыҡсы кәкүк сәйенән
  Йәгеҙ әйҙә өләсәйҙе, апайҙарҙы, ағайҙарҙы саҡырайыҡ кәкүк сәйенә
 «Яҙ килде» йыры менән кереп киләләр.
 Һауыт-һаба, ашамлыҡтар тотоп еңгәләр, оло инәй залға инә. Әйберҙәрҙе урынлаштыралар, табын йәйәләр. Ҡурай моңо аҫтына балалар инә.
  Алып барыусы: Йәшел яланда кәкүк сәйе эсеүе бик тәмле була
  Күмәкләп әҙерләгән табында бик матур була
 Оло инәй: Тәбиғәт ниндәй матур, ә һауаһы һуң ниндәй саф,
  Күкрәк тултырып тын алһаң , тының иркенәйер саҡ
 5-се бала: Ә шишмә һыуы менән сәй ҡайнатып эсеүе үҙе ни тора.
 6-сы бала: Ә был аҡланға кем сәскәнән балаҫ йәйҙе икән
  Әллә был яҙҙың йәйгә бүләге микән
 7-се бала: Ә ниңә һуң был кәкүк берҙә туҡтамай ҡысҡыра ул.
 8-се бала: Ә өләсәй ул ҡысҡырған һайын ғүмер ҡыҫкарамы
 Оло инәй: Улай түгел балаларым, ул башҡаса өндәшә
  Ҡош телендә әйтә һеҙгә аҡыллы бул, йөҙ йәшә
 Еңгәләр: Тәбиғәттең бик яуаплы мәле – емеш ағастары сәскә ата
  Бала сығарарға, тип ашҡынып, йылы яҡтан ҡоштар ҡайта
 Табынға ултыралар Сәй эсәләр
 Оло инәй: Яҙ көнө ҡырҙа сәй эсеү борондан ҡалған йола
  Бында инде йырҙар йырлап, уйын ҡорорға була
 «Яҙ» йыры
 Алып барыусы: Йәгеҙ әле бик булмаһа еңгәне бейетәйек
  Ул бейеһен ә беҙ күмәкләп сәпәкәйҙәр итәйек
 Еңгә бейей  
 Еңгә : әйҙәгеҙ күмәкләшеп уйын уйнап алайыҡ, «йәшерәм, яулыҡ» уйыны
 Оло инәй: Һөнәрегеҙ ҡайһылай күп, бик уңған икәнһегеҙ,  
  Мин һеҙҙең мәҡәлдәр беләһегеҙ микәнен белгәм килә!
 Кәкүк ҡысҡыра шунда әйтергә
 1-се бала: Тәнемдең һаулығын бир
  Илдең именлеген бир
 2-се бала:Илгә именлек килһен
 3-сө бала: Күктән изгелек булһын
 4-се бала: Көндәр һәр саҡ матур торһон
 5-се бала: Иген ишелеп уңһын
 Оло инәй: Рәхмәт балалар ҡайтайыҡ, бөтәбеҙ ҙә инде туйҙыҡ  
  Ағас төбөндә һый ҡалһын- ашаһындар ҡоштар, ҡуяндар.
 Ағас төбөнә ашамлыҡтар ҡуялар
 Алып барыусы: Табындарҙы һәр ваҡыт биҙәһен муллыҡ
  Күгебеҙ ҙә аяҙ булһын, булһын тыныслыҡ
 Еңгә: Киләсәк йылдарҙа ла шулай йыйылырға яҙһын
  Татыу ултырғанда табында «Кәкүк сәйе» булыр тәмлерәк.
 «Бәпембә» йыры менән тамамлап ҡуялар.