kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Праздник осени в подготовительной группе

Нажмите, чтобы узнать подробности

Сценарий осеннего праздника в подготовительной группе на башкирском языке

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?

Как тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков?
Как быстро и объективно проверять знания учащихся?
Как сделать изучение нового материала максимально понятным?
Как избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков?
Как наладить дисциплину на своих уроках?
Как получить возможность работать творчески?

Просмотр содержимого документа
«Праздник осени в подготовительной группе»

Көҙ байрамы сценарийы


Ҡатнашыусылар: алып барыусы, Көҙ, Мәсекәй әбей, өлкәндәр, балалар.

Музыка аҫтында балалар, ҡулға-ҡул тотоношоп, залға инә, теҙелеп зал буйлап үтә һәм тамашасылар алдына ярым түңәрәк булып баҫа.

Алып барыусы: Бына беҙгә алтын миҙгел — көҙ ҙә килеп етте! Көҙ бөтә ерҙе алтын келәм менән ҡапланы, ағас һәм ҡыуаҡтарҙың япраҡтарын ҡойҙорҙо, баҡсасыларға һәм игенселәргә эш өҫтәне. Нисек кенә булмаһын, көҙ — иҫ киткес матур миҙгел!


Шиғырҙар


ЙЫР

Балалар үтә һәм урындарына ултыра.

Ямғыр тамсылары тауышы ишетелә, Көҙ килеп сыға.

Алып барыусы: Ә бына Көҙһылы ҙа килеп етте! Ҡаршы алығыҙ!

Көҙһылыу, һин ниңә бөгөн шундай бойоҡ? Ниңә илайһың, Көҙһылыу?

Көҙ:

Бөгөн Мәскәй әбей менән Леший миңә “Туҡта, яҡынлама. Балалар бөтәһе лә йәйҙе ярата, һин бер кемгә лә кәрәкмәйһең, - тине. Шуға миңә бик күңелһеҙ.

Алып барыусы: Юҡ, ышанма уларға. Беҙ һине бик көттөк.Көҙ, һин төрлөсә булаһың: шат та, моңһоу ҙа, ҡояшлы ла, болотло ла; ямғыр ҙа, еүеш ҡар ҙа, ел дә, ҡырау ҙа була. Әммә беҙ һине муллығың һәм матурлығың, һирәк булһа ла күңелгә рәхәт йылы көндәрең өсөн яратабыҙ.

Көҙ:

Миңә шулай тип йыуатығыҙ өсөн рәхмәт, дуҫтарым. Башҡаса бойоҡмаҫмын. Минең һеҙҙең менән күңел асҡым килә!

Мәсекәй әбей: Бында кем күңел аса әле? Байрам үткәрәләр, имеш! Көҙҙө ҡаршы алалар, ҡыуаналар, йырҙар йырлайҙар! Ә минең бына көҙгө һалҡындан һәм төтөндән радикулитым ныҡ йонсотто, тағы ла теге нимә… көҙгө һағыш… эйе, иҫемә төштө — ДЕПРЕССИЯ! Өйөмдөң тирә-яғын япраҡтар баҫты! Ә бысраҡтың күплеген әйтһәң! Шулай итеп, ҡәҙерлеләрем, беҙгә бер ниндәй көҙ ҙә кәрәкмәй, ҡыш шунда уҡ килһен. Ҡышын күңеллерәк булыр. Хәҙер мин бер тылсым әйтәм (төно буйы тылсымлы китабымдан эҙләнем!) дә һеҙҙең Көҙөгөҙҙө сихырлайым: күктән бер тамсы ямғыр ҙа яумаһын, бер япраҡ та ҡойолмаһын!

Мәсекәй әбей сихырлай, Көҙҙөң тирәләй ҡулдары менән тылсымлы хәрәкәттәр яһай.

Мәсекәй әбей: Көҙ, көҙ, һин беҙгә кәрәк түгел, кит бынан. Йәй артына ҡыш килһен!

Көҙ ярым йоҡо хәленә төшә һәм Мәсекәй әбейҙең хәрәкәттәренә буйһоноп залдан сығып китә. Буран олоған тауыш ишетелә.

Алып барыусы: Мәскәй әбей, нимә эшләнең һин?! Урманыңа күпме бәлә килтергәнеңде күҙ алдыңа килтерәһеңме!

Мәсекәй әбей: Ниндәй бәлә булһын инде! Урманда йәшәүселәрҙең барыһы ла ҡарға, һыуыҡҡа ҡыуанасаҡ! Эх, Ҡощей менән йәшлегебеҙҙе иҫкә төшөрөп, боҙҙа шыуырбыҙ әле!

Алып барыусы: Үҙең ҡара әле! (Ел олоған тауыш ишетелә.)

Мәсекәй әбей: (ситкә ҡарап): Эх… ашыҡҡанмын шул… уйлап бөтөрмәй эш иткәнмен… (балаларға һәм алып барыусыға): Ниңә мин генә бөтәһе тураһында ла уйларға тейеш әле? Ә минең хаҡта кем уйлар? Уңышты йыйырға, аҙыҡ-түлек әҙерләргә кем ярҙам итер? Иң мөһиме — көҙгө һағыштан кем ҡотҡарыр?

Алып барыусы: Мәсекәй әбей, әгәр беҙҙең балалар һиңә бөтә был эштәрҙе башҡарырға ярҙам итһә, Көҙҙө сихырҙан азат итерһеңме?

Мәсекәй әбей : Белмәйем шул… (балаларға ҡарай), бик йәштәр бит… ҡайҙа инде уларға бөтә эште башҡарып сығырға… Телевизорҙан мультиктар ҡарауҙан башҡа бер нәмә лә белмәйҙәрҙер әле…





Алып барыусы: Беҙҙең балалар мәктәпкә барырға әҙерләнә, уларҙың әллә күпме нәмә эшләй белгәнен беләһеңме! Шулай бит, балалар? Ә күңеллеләр үҙҙәре! Һинең һағышыңдан бер нәмә лә ҡалмаҫ!

Мәсекәй әбей: Ярай инде! Вәғәҙә иткәндәрегеҙҙең барыһын да үтәһәгеҙ, Көҙөгөҙҙө кире ҡайтарырмын, ә үтәмәһәгеҙ… уны мәңгегә сарҙағымда ҡалдырам! Кәрәк булып ҡуйһа, беләһеңме… Эштәрем күп, яңғыҙым ғына өлгөрә алмайым! Бына уңыш өлгөргән, үҙем яратҡан картуф! (Зал буйлап картуф һибә.) Әммә уны йыйып ала алмайым: билем ауырта!

Бына һеҙгә, ҡәҙерлеләрем, ҡулдарығыҙ бысранмаһын өсөн кәрзиндәр һәм ҡалаҡтар! (3–4 балаға кәрзин һәм аш ҡалағы бирә.)

«Ҡалаҡ менән кем күберәк картуф йыйыр?» ярышы

Мәсекәй әбей: Эй, булдыраһығыҙ икән, ҡәҙерлеләрем… Ә минең ҡайғымды белмәйһегеҙ әле! Өсөнсө көн инде ас ултырам!

Алып барыусы: Ә ниңә ас ултыраһың, әбекәй? Өйөңдә ашарға юҡмы әллә?

Мәсекәй әбей: Бөтәһе лә шуның өсөн, ҡәҙерлеләрем, миңә бит 500 йәш тулды инде. Ҡартлыҡта, үҙегеҙ беләһегеҙ, теге нимә… склероз! Ашарға нисек әҙерләргә икәнен дә хәтерләмәйем. Бына шулай, бахырҡай, ас ултырам, ябығып бөттөм, һөйәктәрем генә ҡалды! (Ялғанлап илай.)

Алып барыусы: Ә кәрзинеңдә нимә бар?

Мәсекәй әбей: Картуф, помидор, кәбеҫтә, алма, еләктәр…

Алып барыусы: Балалар, һеҙ нисек уйлайһығыҙ, быларҙан нимә әҙерләргә мөмкин?

Балалар: Аш һәм компот.

Алып барыусы: Балалар, Мәсекәй әбейгә ярҙам итәбеҙме? Уға аш һәм компот бешерәйекме?

ЭСТАФЕТА «АШ ҺӘМ КОМПОТ».

Ике команда уйнай. Беренсе уйынсыларҙан 5 метр алыҫлыҡта төрлө емеш-еләк һәм йәшелсәләр буталған кәрзин тора. Бер команда балалары аш өсөн йәшелсәләрҙе, икенсе команда компот өсөн емеш-еләк һайлап алырға тейеш. Алып барыусының сигналы буйынса беренсе уйынсылар кәрзингә йүгерә, ашҡа (компотҡа) кәрәкле аҙыҡты һайлай һәм старт һыҙығы янында торған үҙ ҡаҙанына алып килә. Үҙ ашын беренсе булып әҙерләгән команда еңә.

Мәсекәй әбей: Рәхмәт һеҙгә! Бик тырыш икәнһегеҙ — минең өсөн шундай ауыр эште башҡарҙығыҙ! Урманда барыһы ла миндә һәр саҡ тәртип икәнен белә: үлән — үләнгә, селәүсен — селәүсенгә, мухомор — мухоморға. Ә бында балалар шул тиклем күп йыйылды — бөтә ерҙе сүпләнеләр! (Бөтәһе алдында хәйләкәр генә ҡағыҙҙарҙы йыртып, иҙәнгә һибә.) Кәнфит ҡағыҙҙарын да ташланылар! (Кәнфит алып, ҡағыҙын аса, кәнфитте ауыҙына ҡаба ла ҡағыҙын иҙәнгә ташлай.) Ә хәҙер кем йыйыштыра?

Алып барыусы: Балалар, әйҙәгеҙ, өләсәйгә тәртип урынлаштырырға ярҙам итәйек! Бына һеҙгә һеперткеләр — эшкә тотоноғоҙ!

ҺЕПЕРТКЕЛӘР МЕНӘН УЙЫН.

Алып барыусы: Мәсекәй әбей, һиңә ҡараһаң, кәйефең күтәрелгәндәй! Көҙгө һағышың нисек?

Мәсекәй әбей: Ниндәй һағыш? Һағыштың эҙе лә юҡ! Баҡһаң, көҙөн дә күңелле була икән, эргәңдә яҡшы компания булһа! (Балаларға күҙ ҡыҫа.) Радикулитым да… (биленә ҡағыла) бөттө! Рәхмәт, ҡәҙерлеләрем! Көҙөгөҙҙө кире ҡайтарам, уны бүтән бер кемгә лә рәнйетергә юл ҡуймағыҙ!

Музыка аҫтында Көҙҙө алып сыға.

Мәсекәй әбей: (Көҙҙөң өҫтөндәге туҙанды ҡағып төшөрөп): Бына, нисек алған булһам, шулай ҡайтарам. Һеҙ бында күңел асығыҙ, ә мин Урман эйәһенә осоп барып, шатлығым менән уртаҡлашам! (Осоп китә.)

Алып барыусы: Көҙ! Ҡайтҡаныңа ниндәй шатбыҙ! Хәҙер барыһы ла тәбиғәт ҡушҡанса үҙ яйы менән барыр!

Көҙ: Мине һәм бөтә урман йәнлектәрен ҡотҡарғанығыҙ өсөн рәхмәт! Ә хәҙер, балалар, минең йомаҡтарымды сисегеҙ.

Йомаҡтар.

1. Как на нашей грядке
Выросли загадки –
Сочные да крупные,
Вот такие круглые.
Летом - зеленеют,
Осенью - краснеют. (Помидоры.) 

2. Сарафан на сарафане,
Платьице на платьице.
А как станешь раздевать –
Досыта наплачешься! (Лук.)

3. Әрсей ҡалһаң, йәһәт кенә 
Күҙ йәштәрен ағыҙа. 
Уны ашаһаң сирләмәйһең,- 
Кәрәк түгел дарыу ҙа. /һуған/ 

4. Ҡыяҡтары йәм-йәшел дә, 
Һап-һары уның башы. 
Ашнаҡсыны илатһа ла, 
Их, тәмләй ул һәр ашты. /һуған/ 


5. Как слива темна,
Как репа кругла,
На грядке силу копила,
К хозяйке в борщ угодила. (Свекла) 

6. Расселась барыня на грядке,
Одета в шумные шелка.
Мы для нее готовим кадки
И крупной соли полмешка. (Капуста)
 

7. Миңә оҡшай ҡурғаны, 
Кетерләп үк торғаны, 
Маҡтап бөтөргөһөҙ, уф! 
Нимә ашайым? … . /картуф/ 

8. За кудрявый хохолок
Лису из норки поволок.
На ощупь – очень гладкая,
На вкус – как сахар сладкая. (Морковь)
 

9. Ҡуян бик ярата икән 
Ул ҡыҙыл йәшелсәне, 
Ҡыш көнөндә Ҡар-бабайҙың 
Танауы ул - беләһеңме? /кишер/ 

Көҙ: Һеҙҙең менән «Ҡоштар осто» тигән уйын уйнағым килә. Мин хәҙер ҡоштарҙы ғына атайым, әгәр яңылышып башҡа нәмә әйтһәм, аяҡ менән тыпырларға йәки ҡул сабырға кәрәк. Башлайбыҙ.

«ҠОШТАР ОСТО» УЙЫНЫ.

Көҙ:

Прилетели птицы:
Голуби, синицы,
Мухи и стрижи... (Дети топают.)

Көҙ: Нимә дөрөҫ түгел?

Балалар: Себендәр!

Көҙ: Ә себендәр нимәләр?

Балалар: Бөжәктәр.

Көҙ: Дөрөҫ. Әйҙәгеҙ, дауам итәйек:

Прилетели птицы:
Голуби, синицы,
Аисты, вороны,
Галки, макароны!.. (Дети топают.)

Көҙ: Нимә дөрөҫ түгел?

Балалар: Макарон!

Көҙ: Ә макарон нимә ул?

Балалар: Аҙыҡ-түлек.

Көҙ: Ҡабаттан башлайбыҙ:

Прилетели птицы:
Голуби, лисицы!

Көҙ һәр юлы нимәнең дөрөҫ түгеллеген асыҡлай.

Көҙ: Прилетели птицы:

Голуби, синицы. 
Чибисы, чижи, 
Чайники, стрижи ... (Дети топают.)

Көҙ: Прилетели птицы:

Голуби, синицы,
Чибисы, чижи,
Галки и стрижи.
Комары, кукушки... (Дети топают.)

Көҙ: Прилетели птицы:

Голуби, синицы, 
Галки и стрижи. 
Чибисы, чижи. 
Аисты, кукушки. 
Лебеди, скворцы... 

Барығыҙ ҙа афарин! (Үҙегеҙгә ҡул сабығыҙ!)

Алып барыусы:

Килде лә болот,
 Күк йөҙө тулып,
 Ергә һибелде
 Тамсылар булып.

Көҙгө ямғыр күләүектәр яһаны, улар аша, балалар, тиҙерәк сығырға кәрәк!

Зонтик бар, галош бирәм, ҡурҡыныс түгел хатта көҙгө ямғыр ҙа. ҡарайыҡ әле, кем етеҙ генә күләүек аша аяҡтарын һыуламай ғына үтер икән?


«КҮЛӘҮЕКТӘР АША КЕМ ТИҘЕРӘК ЙҮГЕРЕР?» ЯРЫШЫ.


Иҙәнгә ҡағыҙ биттәре — «күлдәр» — таратып һалына. 2 команда һайлап алына. Уйынсыларҙың маҡсаты — аяҡтарын сылатмайынса, «күлдәр» аша мөмкин тиклем тиҙерәк йүгереп сығыу.

Көҙ: Балалар, һеҙҙең күңелле һәм шаян булыуығыҙға инандыҡ! Миңә инде китергә, ҡышҡа юл бирергә ваҡыт. Киләһе йыл тағы ла осрашырбыҙ! Йырҙарығыҙ, шиғырҙарығыҙ һәм бейеүҙәрегеҙ өсөн һеҙҙе алма менән һыйлағым килә.

(көҙ китә)                           

Алып барыусы: Көҙгө байрамыбыҙ тамамланды. Ул барыһының да кәйефен күтәргәндер, тип уйлайым. Ҡәҙерле ҡунаҡтар, һау булығыҙ! Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!

Балалар музыка аҫтында залдан сыға.



Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Мероприятия

Целевая аудитория: Дошкольникам.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
Праздник осени в подготовительной группе

Автор: Исламгулова Гульназ Билаловна

Дата: 14.11.2026

Номер свидетельства: 692851

Похожие файлы

object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(76) "Праздник Осени в подготовительной группе"
    ["seo_title"] => string(41) "prazdnik_oseni_v_podgotovitelnoi_gruppe_1"
    ["file_id"] => string(6) "616448"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1667311517"
  }
}
object(ArrayObject)#873 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(138) "Сценарий осеннего праздника в подготовительной группе "Осенние сестрички" "
    ["seo_title"] => string(84) "stsienarii-osienniegho-prazdnika-v-podghotovitiel-noi-ghruppie-osienniie-siestrichki"
    ["file_id"] => string(6) "148709"
    ["category_seo"] => string(10) "vneurochka"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1419830106"
  }
}
object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(287) "Образовательная интегрированная деятельность (коммуникация и художественное творчество + музыка + песни)  «День рождения Осени» подготовительная группа №5"
    ["seo_title"] => string(169) "obrazovatiel-naia-intieghrirovannaia-dieiatiel-nost-kommunikatsiia-i-khudozhiestviennoie-tvorchiestvo-muzyka-piesni-dien-rozhdieniia-osieni-podghotovitiel-naia-ghruppa-5"
    ["file_id"] => string(6) "304215"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1457685965"
  }
}
object(ArrayObject)#873 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(102) "Сценарий осеннего праздника в подготовительной группе "
    ["seo_title"] => string(62) "stsienarii-osienniegho-prazdnika-v-podghotovitiel-noi-ghruppie"
    ["file_id"] => string(6) "235435"
    ["category_seo"] => string(6) "muzika"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1443709496"
  }
}
object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(148) "Сценарий спортивного праздника в подготовительной группе "Золотая осень России""
    ["seo_title"] => string(77) "stsenarii_sportivnogo_prazdnika_v_podgotovitelnoi_gruppe_zolotaia_osen_rossii"
    ["file_id"] => string(6) "614093"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(7) "prochee"
    ["date"] => string(10) "1664460156"
  }
}


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей


ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства