kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Новый год идет!

Нажмите, чтобы узнать подробности

Сценарий новогоднего утренника в младшей группе на башкирском языке

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Новый год идет!»

Яңы йылды ҡаршылап

Икенсе кескәйҙәр төркөмө өсөн Яңы йыл байрамы сценарийы

Ҡатнашалар:

Ялып барыусы

Ҡарһылыу

Ҡыш бабай

Ҡар әбейе


Күңелле көй аҫтында балалар залға инәләр һәм шыршы тирәләп торалар.

Алып барыусы: Һаумы, һаумы, йәшел дуҫ!

Бер, ике, өс,

Әйҙә, шыршы,

Утыңды ҡабыҙ!

(Шыршыла уттар ҡабына, балалар уны ҡарай)

Алып барыусы: Ай-һай, матур беҙҙең шыршы,

Уттары янып тора.

Уйынсыҡтар емелдәшеп

Ҡыҙыҡлы уйын ҡора.

Эй, шыршыҡай, эй, матурҡай,

Байрам итәйек бергә!

(Көй аҫтында балалар шыршы тирәләп йөрөй, уйынсыҡтарҙы ҡарайҙар)

Шыршы йәшел энәле

Төрлө уттар яналар.

Матур кейемдәр кейеп

Бейеп йөрөй балалар.


Йыр “В лесу родилась елочка”

Алып барыусы: - Балалар, әйҙәгеҙ, шыршы менән уйнап алайыҡ.

Шыршы уртала,

Яна уттары.

Тыпыр – тыпыр аяҡтар,

Һүнәләр уттар.

(Аяҡтары менән тыпырлаһалар, шыршының уттары һүнә)


Шыршы уртала,

Янмай уттары.

Сәпәкәйләй ҡулдар,

Ҡабына уттар.

(Балалар сәпәкәйләһәләр, шыршының уттары яна)


Балалар урындарына ултыра, шыршыла уттар һүнә)


Алып барыусы: Был нимә? Ни булды?

Ниңә шыршыла уттар һүнде?

Бәлки, был берәй сюрприздыр?

Ҡарһылыу инә.


Ҡарһылыу: Урман аша мин килдем,

Балаларға ашыҡтым

Мин бит байрамға килдем,

Ләкин ҡайҙа эләктем?


Алып барыусы: Балалар, беҙгә кем килде? (Ҡарһылыу)


Ҡарһылыу: Һаумыһығыҙ, балалар, танынығыҙмы мине?


Алып барыусы: Бында байрам бара ине, ләкин ул кемгәлер оҡшамай, ахыры. Күрәһеңме, Ҡарһылыу, шыршының уттары һүнде.


Ҡарһылыу: Бына миндә Ҡартатайым биргән тылсымлы ҡулъяулыҡ. Әгәр уны елпетһәм, бөтә нәмә терелә, бөтә теләк үтәлә.

Эй, шыршыҡай, матурҡай,

Яндыр уттарыңды!

Төҫлө уттарың менән

Ҡыуандыр балаларҙы!


(Ҡарһылыу ҡулъяулығын болғай, шыршыла уттар яна)


Алып барыусы: Эй, һеҙ, шаян балалар!

Төшөгөҙ, әйҙә, бейергә.

Шыршы тирәләй күмәк,

Әйләнәйек, беҙ бергә!

(Ҡышҡы бейеү)


Алып барыусы: Ап-аҡ ҡына ҡар яуған, балалар ҡыуанышып ҡар бабайын әүәләнеләр һәм уны байрамға саҡырҙылар.


(Көй аҫтында ҡар бабайы инә, зал буйлап йөрөй)


Ҡар бабайы: (Һүҙҙәр буйынса хәрәкәттәр)

Ҡар буранды һепереп,

Ҡар бабайы килә

Кишер – танауын сөйә,

Ҡар бөртөктәрен өрә.

Мин шундай тырыштым, хатта ҡар бөртөктәрен осорҙом. Бында ла һалҡын булып китте. Балалар, ә һеҙ һыуыҡтан ҡурҡмайһығыҙмы?


Балалар: Юҡ, ҡурҡмайбыҙ.


Ҡар бабайы: Ә ҡулдарығыҙ өшөһә?

А.б.: Беҙ сәпәкәйләйбеҙ. (Сәпәкәйләйҙәр)

Ҡар бабайы: Аяҡтарығыҙ туңһа?

А.б.: Тыпырлыйбыҙ. (Тыпырлайҙар)

Ҡар бабайы: Уйнарға һеҙ яратаһығыҙмы?


Балалар: Эйе.

Ҡар әбейе: Мин һеҙгә ҡар йомарлаҡтары килтерҙем. Уйнап алайыҡмы?

Балалар: Эйе.

Ҡар йомарлаҡтары менән уйын.

А.б.: Ҡар бабайы, әйҙә әле беҙҙең балалар менән бейеп тә ал.

Ҡар әбейе: Һеҙҙә күңелле, ләкин миңә китергә ваҡыт.

Бында эҫе, йә иреп ҡуйырмын.

Яңы йыл менән, балалар! Һау булығыҙ!

Сығып китә.


Алып барыусы: Бергә Яңы йылды ҡаршыларға Ҡыш бабайҙы саҡырайыҡ. Бергәләшеп “Ҡыш бабай” тип ҡысҡырайыҡ. (Саҡыралар)

(Залға Ҡыш бабай килеп инә).

Ҡыш бабай: Күпме халыҡ йыйылған,

Шыршы ла күптән ҡуйылған.

Килеремде көткәндәр

Һеҙҙе күреүемә мин шат,

Танынығыҙмы мине? Эйе!

Әйҙәгеҙ, түңәрәккә

Йәһәтерәк торайыҡ.

Йыр – бейеү менән

Яңы йылды ҡаршылайыҡ!


Хоровод: “Ҡыш бабайҙың аҡ туны”

Ҡыш бабай: Һыуыҡтан ҡурҡмайһығыҙмы, балалар? Әйҙәгеҙ, тикшерәйек.

Уйын: “Туңдырам”

Ҡыш бабай: Туңдырам, туңдырам ҡулдарығыҙҙы!

(Балалар ҡулдарын күрһәтәләр ҙә йәшерәләр)

Туңдырам, туңдырам аяҡтарығыҙҙы!

(Аяҡтар тыпырлайҙар)

Өшөтәм, семетәм биттәрегеҙҙе!

(Сикәләрен ҡулдары менән ҡаплайҙар)

Өшөтәм, туңдырам танауығыҙҙы!

(Танауҙарын йәшерәләр)

Туңдырам, туңдырам ҡолаҡтарығыҙҙы!

(Ҡолаҡтарын йәшерәләр)


Ҡарһылыу: Ҡыш бабай алыҫ юлдан

Килде оҙаҡ - оҙаҡ,

Ултыр шыршы төбөнә,

Ял ит әҙ генә.


Ҡыш бабай: Йырланығыҙ, бейенегеҙ,

Әйҙәгеҙ, шиғырҙар ҙа һөйләп алығыҙ.

(Балалар шиғыр һөйләй)

Ҡыш бабай: Арыным! Эҫе булып китте, ирейем инде.

Ҡарһылыу: Ҡар бөртөктәре, төшөгөҙ бейергә!

Ҡар бөртөктәре бейеүе”

Алып барыусы: Балалар! Ҡыш бабай ҡар бөртөктәре менән уйнанымы?

Бөтәһе бергә: Уйнаны!

Алып барыусы: Шыршы тирәләп бейенеме?

Бөтәһе бергә: Бейене!

Алып барыусы: Йырланымы, көлдөрҙөмө?

Бөтәһе бергә: Эйе!

Алып барыусы: Ә нимәне ул онотто?

Бөтәһе бергә: Бүләктәр бирергә!

Ҡыш бабай: Әй! Хәҙер, хәҙер!

Мин бүләктәр килтергәйнем,

Ҡайҙа ҡуйҙым икән?

Бәлки шыршы аҫтында? (Шыршы аҫтын ҡарай)

Юҡ, иҫләмәйем, оноттом.

Алып барыусы: Нисек инде, Ҡыш бабай! Балалар бүләк көтә!

Ҡыш бабай: Миндә серле йомғаҡ

Ул ҡайҙа илтә?

Ҙур тоҡта кескәйҙәрҙе

Бүләктәр көтә.

Ҙур йомарлаҡ ала. Бына ул тылсымлы йомғаҡ.

(Ҡыш бабай йомғаҡты зал буйлап, шыршы тирәләп тәгәрәтә һәм, бүләктәр йәшерелгән, ҡар өйөмөнә килтерә.)

Ҡыш бабай: Таптым, таптым! Бына бүләктәр!

Ҡыш бабай балаларға бүләк тарата.

Ҡыш бабай: Ә хәҙер һеҙҙең менән

Етте хушлашыр мәлем,

Киләһе йыл тағы ла

Осрашырбыҙ әле!

Яңы йыл алып килһен

Тик шатлыҡлы минуттар.

Ошо шыршылай һәр саҡ

Күңелегеҙ торһон балҡып.

Һау булығыҙ!

Ҡарһылыу: Һау булығыҙ!

Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу сығып китә.



Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Мероприятия

Целевая аудитория: Дошкольникам.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
Новый год идет!

Автор: Исламгулова Гульназ Билаловна

Дата: 16.02.2019

Номер свидетельства: 500037

Похожие файлы

object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(84) "Классный час на тему: "Новый год идет по свету" "
    ["seo_title"] => string(49) "klassnyi-chas-na-tiemu-novyi-ghod-idiet-po-svietu"
    ["file_id"] => string(6) "247326"
    ["category_seo"] => string(10) "vneurochka"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1446546305"
  }
}
object(ArrayObject)#873 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(60) "Конспект "Новый год идет по миру.""
    ["seo_title"] => string(31) "konspekt_novyi_god_idet_po_miru"
    ["file_id"] => string(6) "642326"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(7) "prochee"
    ["date"] => string(10) "1702569217"
  }
}
object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(128) "Творческий проект «Новый год у ворот» для детей первой младшей группы"
    ["seo_title"] => string(68) "tvorchieskiiproiektnovyighoduvorotdliadietieipiervoimladshieighruppy"
    ["file_id"] => string(6) "285738"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(7) "prochee"
    ["date"] => string(10) "1454241499"
  }
}
object(ArrayObject)#873 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(23) "Новый год 2015 "
    ["seo_title"] => string(15) "novyi-ghod-2015"
    ["file_id"] => string(6) "185133"
    ["category_seo"] => string(10) "vneurochka"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1426150892"
  }
}
object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(128) "Сценарий НГ праздника для детей-инвалидов "Новогодние чудеса 2015 года" "
    ["seo_title"] => string(79) "stsienarii-ng-prazdnika-dlia-dietiei-invalidov-novoghodniie-chudiesa-2015-ghoda"
    ["file_id"] => string(6) "156897"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1421503992"
  }
}


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства