kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Фольклорный праздник

Нажмите, чтобы узнать подробности

Фолклорный праздник "Наречение имени" на башкирском языке 

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Фольклорный праздник»

Фольклор байрам.

Бәпес туйы.

Сәхнә башҡорт йорто һымаҡ биҙәлгән.

Ике малай сыға:

Беренсе малай: биш тигәндә ни яман?

Икенсе малай: ҡурсаҡ һымаҡ өй эсендә бишек булмау шул яман!!!

Кендек инәй сыға. Ҡулында бәпес итеп уралған ҡурсаҡ.

Кендек инәй: бөгөн беҙҙә ҙур байрам-бәпесебеҙ тыуҙы,аллаға шөкөр имен-аман!!!

Уңын бир!

Йүнен бир!

Йүнен бир!

Уңын бир!

Исемһеҙ баланы бер генә сәғәткә бишеккә һалырға ярамай. Исемһеҙ һалһаң ен-пәрейҙәр алмаштыра, йә үҙҙәренең исемен ҡушып өлгөрәләр ти. Шуның өсөн ҡыҙыбыҙға тәүге исем йүргәк исеме ҡушайыҡ.(бәпестең ҡолағына исем ҡысҡыра) исемең Айһылыу булһын. Айҙай нурлы, айҙай һылыу бул.

Ағзаң теүәл булһын

Аҡылың теүәл булһын

Изге бала бул!

Мөхәммәт өммәтенән бул,

Аллаһы ҡөҙрәтенән бул!

Балаһы бар-ҡыҙы бар,

ҡыҙ тапҡан тип даны бар,

ҡыҙы барҙың наҙы бар,

баса тире туны бар.

Тьфу-тьфу, наҙы юҡ

Күҙ төшөрлөк ере юҡ.

(бала күрергә киләләр)

- һаумыһығыҙ!

Еңгәй: -беҙ ҡыҙҙар менән бәпәй күрергә килдек!

Кендек инәй: әйҙүк,әйҙүк түрҙән уҙығыҙ.

Инәй: бала тыуғас, уны апаһына йәки ағаһына йөҙөнән элек аяғын күрһәткәндәр, шулай итһәң, улар татыу була, өлкәне кесеһен йәберләмәй.

Беренсе килен: бала тыуғас та, уны ен-шайтан алыштырыуҙан һаҡларға кәрәк. Ҡырҡ көн үтмәйенсә, төндә утты һүндерергә ярамай. Баланы яңғыҙ ҡалдырып сыҡҡанда өҫтөнә бысаҡ йә ҡайсы һалырға.

(бала өҫтөнә ҡайсы һалыу)

Икенсе килен: бала тыуғас та уға тәүге күлдәген кейҙерәләр, ул күлдәктең еңе лә, итәге лә бөрөп тегелмәй, ә ике яҡ ҡырынан ғына тегелә. Был күлдәкте “эт күлдәге” тигәндәр, уны кейҙерһәң балаға ен-шайтан эйәләшмәй.

(күлдәк кейҙереү)

Беренсе килен: баланың ҡулына ҡыҙыл сепрәк бәйләп, маңлайына ҡором һөртөргә кәрәк. Юғиһә кешеләрҙең дә ен-пәрейҙәрҙең дә күҙе тейә , бала сырхау була.

(ҡыҙыл сепрәк биреү)

Икенсе килен: беҙҙең ҡыҙҙар ҙа бәпәй күрергә буш килмәгән, улар матур бейеү алып килгәндәр.

(ҡыҙҙар бейеүе)

Инәй: һай, афарин ҡыҙҙарым!!! Алла бирһә беҙҙең бәләкәс бәпесебеҙ ҙә һеҙҙең һымаҡ ҙур зифа буйлы, матур булып үҫеп етһен!

Кендек инәй: донъя булғас төрлө хәлдәр була. Ҡайһы бер кешенең балаһы тормай: тыуып тора, үлеп тора. Быға ҡаршы ла әмәл бар.

(баланы бишектән алып йүгереп йөрөй)

  • бала һатам, бала һатам!

Алдан әҙерләп ҡуйылған асылмалы тәҙрә асыла, унан атай күренә.

Атай: мин алам. Күпме тора? Бер баш ҡолонло бейә бирәм, бирерһеңме?

Кендек инәй: бирәм, бирәм

Бала һатам кем ала, бала һатам кем ала!

Атай: бала һатһаң, мин алам, нимәһе менән һатаң?

Кендек инәй: ғүмере менән һатам

Бәхете менән һатам!

Тәуфиғы менән һатам!

Атай: бала һатһаң миңә һат

Ғүмере менән бергә һат

Бәхете менән бергә һат

Һибәһенә тун бирәм

Уға ҡушып мал бирәм!

(атай кешегә тәҙрәнән баланы бирәбеҙ. Кире баланы әсәйгә тоттора)

Малайҙар килә.

Кендек инәй: һаумыһығыҙ, малайҙар! Бәпес күрмәгә килдегеҙме?

Малайҙар: Эйе.

Кендек инәй: әйҙә әләйһәң, түрҙән уҙығыҙ! Бына бәпесебеҙ!

Инәй: бәпесебеҙ йырлы-моңло булһын, бейеүгә әүәҫ булһын!

Ағай-апайҙарына оҡшаһын!

Ансар: ҡыҙығыҙ ҡотло булһын!

Ғумере оҙон булһын!

Ҡарағыҙ кемдәр бейей

Үҙҙәре бик күмәктәр

Өҫтәрендә төрлө-төрлө

Матур-матур күлдәктәр!

Баланың әсәһе: (баланы ҡулына алып һикертә)

Сеү-сеү!!! Сеү бәпесем!!!

Һәтес,һәтес,һәтес тә

Кәүҙәләре йәтеш тә,

Ҡашы ҡара, буйы зифа

Ҡойоп ҡуйған кәртешкә!

Ҡара,ҡара атаһы!

Ҡара, ниндәй һикерә!

Талпынып та, йылмайып та,

Һөймәҫ ерҙән һөйҙөрә!

Кендек инәй:Бына балалар, бәпәйҙең ҡырҡы ла сыға. Тиҙҙән алла бирһә мулла саҡыртып, аҙан әйттереп, исем дә ҡуштырырбыҙ.

Еңгәй: шулай булғас балалар әйҙәгеҙ әле исем уйлайыҡ бәпесебеҙгә.

Беренсе ҡыҙ: әйҙәгеҙ Зәйнәп исемен ҡушайыҡ.Зәйнәп-ғәрәп исеме “таҙа” тигәнде аңлата.

Икенсе ҡыҙ: әйҙгеҙ Мөғлифә тип атайыҡ. Был исем фарсы теленән алынған “ризыҡ биреусе”не аңлата.

Өсөнсө ҡыҙ: Хәтирә исеме лә матур исем, эйеме ҡыҙҙар? Хәтирә – ғәрәпсә ”иҫтәлек” тигәнде аңлата.

Дүртенсе ҡыҙ: эйе шул. Әйҙәгеҙ “Әсмәбикә” йырын йырлайыҡ әле.

Әсмәбикә ” йыры

Кендек инәй: эйе бик тә матур, шәп исемдәр һайлағанһығыҙ. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ҙа элек мәғәнәле исемдәр ҡушалар ине, шул ғәҙәтте ташламауығыҙҙы хуплайым, ҡалғандарға ла ошо теләгемде теләйем!

Беренсе килен: Балаға ҡалдырған иң ҙур байлыҡ-яҡшы исем.

Ә һеҙ балалар “бала” тураһында ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ?

  1. Бала-тормош йәме.

  2. Бала-бауыр ите.

  3. Егет-ил күрке, ҡыҙ-өй күрке.

  4. Байрамдарҙан йыйһын изгелек

Яҡты уйҙар менән үҫеп етһә,

күрһәтер ул илгә игелек

балалар ишәйһен!

Донъялар йәшәрһен

Йыр-моңдар йәшнәһен!

6.әйҙәгеҙ әле уйын уйнап алайыҡ!

(уйын)

“Беҙ-беҙ беҙ инек…”

Кендек инәй: бына хәҙер хоҙайға тапшырып өй тулы ҡунаҡ менән ҡыҙыбыҙға исем ҡушайыҡ.

(мулла килә)



Хөрмәтле ҡунаҡтар, әйҙәгеҙ һеҙ ҙә бәпес ҡоймағынан ауыҙ итегеҙ.


Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Мероприятия

Целевая аудитория: Дошкольникам.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
Фольклорный праздник

Автор: Исламгулова Гульназ Билаловна

Дата: 11.12.2018

Номер свидетельства: 490221

Похожие файлы

object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(91) "сценарий фольклорного праздника:   «На завалинке»"
    ["seo_title"] => string(48) "stsienarii-fol-klornogho-prazdnika-na-zavalinkie"
    ["file_id"] => string(6) "253145"
    ["category_seo"] => string(6) "muzika"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1447525403"
  }
}
object(ArrayObject)#873 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(75) "Конспект фольклорного праздника "Троица""
    ["seo_title"] => string(41) "konspiekt-fol-klornogho-prazdnika-troitsa"
    ["file_id"] => string(6) "307328"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1458311596"
  }
}
object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(129) "Сценарий фольклорного праздника русской песни для младших школьников"
    ["seo_title"] => string(76) "stsienarii_fol_klornogho_prazdnika_russkoi_piesni_dlia_mladshikh_shkol_nikov"
    ["file_id"] => string(6) "451272"
    ["category_seo"] => string(16) "nachalniyeKlassi"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1516459309"
  }
}
object(ArrayObject)#873 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(86) "Фольклорный праздник «Деревенские посиделки» "
    ["seo_title"] => string(47) "fol-klornyi-prazdnik-dierievienskiie-posidielki"
    ["file_id"] => string(6) "223900"
    ["category_seo"] => string(16) "nachalniyeKlassi"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1438232338"
  }
}
object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(75) "Фольклорный праздник "Масленица широкая""
    ["seo_title"] => string(42) "fol-klornyi-prazdnik-maslienitsa-shirokaia"
    ["file_id"] => string(6) "306024"
    ["category_seo"] => string(10) "vneurochka"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1458039900"
  }
}


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства