Зәйнәб Биишева. “Дуҫ булайыҡ” повесының “ Ауылда кис” өҙөгөн өйрәнеү.
Маҡсат:
-Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның “Дуҫ булайыҡ” повесы өҫтөндә эш;
-яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр өйрәнеү, телмәр күнекмәләрен үҫтереү;
- тыуған яҡҡа, уның кешеләренә,халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә ихтирам, әҙәп-әхлаҡ,тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: Зәйнәб Биишеваның портреты, мәҡәлдәр китабы, слайдтар.
Дәрес барышы:
Ойоштороу мәле.
Хәйерле көн теләп ҡояш ҡалҡа,
Уяналар ауыл, ҡалалар.
Үҙ телемдә һеҙҙе сәләмләйем:
Хәйерле көн һеҙгә, балалар!
- Хәйерле көн! ( уҡыусылар)
-Балалар, кәйефтәрегеҙ нисек? Дәрескә бөтәгеҙ ҙә әҙерһегеҙме?
-Әҙер булһағыҙ, дәрес башында телдәребеҙҙе шымартып алайыҡ.Хор менән ҡабатлайҙар:
Һаумы, ҡояш!
Һаумы, зәңгәр күк!
Һаумы, тыуған ерем!
Һаумы, яҡын дуҫым! Слайд 1.
- Бер- беребеҙҙе сәләмләгәндән һуң, иптәштәребеҙгә ҡарап, ихлас йылмайып, дәресте башлап ебәрәйек.
- Уҡыусылар, үткән дәрестә беҙ һеҙҙең менән ниндәй халыҡ яҙыусыһы менән танышып киткәйнек? ( уҡыусылар яуап бирәләр) Слайд 2.
-Эйе, үткән дәрестә башҡорт әҙәбиәтенең биҙәге булған халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева менән танышып, биографияһы буйынса хронологик таблица төҙөгәйнек. Ә өйҙә һеҙгә уның балалар өсөн яҙылған иң күренекле әҫәрҙәренең береһе “Дуҫ булайыҡ” тан “Ауылда кис” тип аталған өҙөгөн уҡып килергә кәрәк ине.
-Тимәк, бөгөн дәрестә беҙ нимәләр эшләйәсәкбеҙ? (Уҡыусылар менән бергәләп дәрестең темаһын асыҡлау, маҡсатын һәм бурыстарын билдәләү.)
-Дәрестең төп өлөшөнә күсер алдынан Зәйнәб Биишеваның тормош юлына ҡыҫҡаса байҡау яһап китәйек. Яҙыусы ҡайҙа һәм ҡасан тыуған?( 1 уҡыусы яуап бирә) Слайд 3.
-Ниндәй уҡыу йортонда белем ала? Слайд 4.
- Зәйнәб Биишева ниндәй вазифаларҙа эшләй? Слайд 5.
-Яҙыусының иң күренекле әҫәрҙәрен һанап үтегеҙ. Слайд 6.
- Эйе, дөрөҫ, уҡыусылар. Яҙыусының “Дуҫ булайыҡ” әҫәре иң күренеклеһе генә түгел, шулай уҡ балаларҙың яратып уҡыған әҫәре лә.
Яңы тема өҫтөндә эш.
Һүҙлек эше:
Һурпа- бульон
Түр- почетное место
Һалма- лапша
Боронғоса- по древнему обычаю
Әңгәмә- беседа Слайд 7.
( һүҙлек дәфтәрҙәренә күсереп алалар)
-Нисек уйлайһығыҙ, был әҫәрҙә нимә тураһында һүҙ барасаҡ?( уҡыусыларҙың яуабы)
-Эйе, әлбиттә, балаларҙың дуҫлығы тураһында. Хәҙер мин мәҡәлдәр китаптары таратып бирәм. Һеҙ ике төркөмгә бүленеп, дуҫлыҡ тураһында мәҡәлдәр табып, алмашлап уҡырға тейешһегеҙ. Кем дуҫлыҡ тураһында күберәк мәҡәл табыр? (иң әүҙем төркөмдө билдәләп, маҡтап үтеү)
- Ә бөгөн беҙ ошо әҫәрҙең “Ауылда тәүге кис” тип аталған бүлегенә туҡталып китмәксебеҙ. Ни өсөн был бүлек шулай тип атала? ( уҡыусылар яуап бирә)
- Ә хәҙер дәфтәрҙәрҙе асып, бөгөнгө числоны, көндө, теманы матур итеп яҙып ҡуябыҙ.
- Уҡыусылар, элек- электән шундай матур бер ғөрөф- ғәҙәт йәшәп килә. Алыҫтан туғандары ҡайтҡан кеше ҡунаҡ күрһәтергә тип, күрше- күлән, туған- тыумасаларын йыя. Был әҫәрҙә Юлдаштың өләсәһе кемдәрҙе ҡунаҡҡа саҡыра?
Таҡтала эш.
-Хәҙер һеҙ алмашлап таҡтаға сығып уларҙың исемдәрен яҙып ҡуйырға тейеш булаһығыҙ. Ҡалғандар дәфтәрҙә яҙалар.
-Ҡунаҡтар килеү хөрмәтенә ниндәй милли аш бешерелә?
-Дөрөҫ, һалма. Башҡорт халҡы борон- борондан ҡунаҡсыл халыҡ тип йөрөтөлә. Ҡәҙерле ҡунаҡтар килгәндә, улар һәр ваҡыт иң ҡәҙерле, затлы тип һаналған ашамлыҡтарҙы бешергәндәр.
-Уҡыусылар, һеҙ башҡорт халҡының тағы ниндәй милли аштарын беләһегеҙ? Һанап сығығыҙ әле. (Бер уҡыусы өйҙә эшләп алып килгән презентацияны ҡарау.)
- Әҫәрҙәге ҡунаҡ ашы ниндәй тәртиптә үтә? Текстан ошо урынды табып уҡыйҙар. ( Бөгөн ҡәҙерле ҡунаҡ килеү хөрмәтенә ашау тәртибен дә ҡыҙыҡ өсөн боронғоса һаҡларға тырыштылар.)
Физкультминутка.
Эште ҡуйып бер аҙға,
Уҙғарабыҙ хәрәкәт.
Боронғолар әйткәндәр:
-Хәрәкәттә- бәрәкәт.”
( Бер уҡыусы таҡта алдына сығып, күнекмәләр күрһәтә, ҡалғандар парта янына баҫып уны ҡабатлайҙар)
- Тәмле аштан һуң ниндәй әңгәмә була? ( уҡыусылар яуап бирә) -Дөрөҫ, аштан һуң береһе лә урынынан тороп китмәй, иғтибар менән өлкәндәрҙең һүҙен тыңлай. Ошо урында Зөләйха инәй Юлдашҡа ниндәй әҙәплелек ҡағиҙәһен төшөндөрә? ( Ололарҙың һүҙен бүлдереү килешмәй.)
-Ошо әңгәмәнән Юлдаш ауылдаштары тураһында нимәләр белә?( уҡыусылар яуабы) Слайд 8.
Үҙ аллы эш.
Ибраһим, Хәсән, Сәлмән бабайҙарға ҡылыҡһырлама бирергә.( берәүһенә генә)
Уҡыусылар үҙҙәренең эштәрен уҡыйҙар, күмәкләшеп баһа биреү.
- Сәлмән бабай башҡорттарҙың ниндәй йолаһы тураһында һөйләй?
-Повесть геройҙарына оҡшаш кешеләр беҙҙең ауылда бармы?
Көрәшселәрҙән кемдәрҙе беләһегеҙ? (яуаптар)
Йомғаҡлау.
-Шулай итеп, балалар,бөгөнгө дәрестә беҙ нимәләр белдек? Нимәгә өйрәндек?
( уҡыусылар яуап бирә)
- Дәресте өҙөктәге һүҙҙәр менән тамамлағы килә.
«Һин уҡыйһыңмы, эшләйһеңме йәки йырлайһыңмы, көрәшәһеңме, ни генә эшләһәң дә, уны бына ошо Хәсән, Сәлмән бабайҙар, Хәмит ағайҙар шикелле бөтә йәнең-йөрәгең менән биреп башҡар. Шул саҡта гына ул һинең үҙеңә лә, кешегә лә шатлыҡ килтерер. Күңел һалмай, яратмай, тырышмай, ярты-йорто башҡарылған эштән бер кемгә лә ҡыуаныс та, файҙа ла юҡ».
-Һеҙ ҙә балалар, киләсәктә үҙегеҙҙең балаларығыҙға, ейәндәрегеҙгә ғорурланып һөйләрлек, өлгө булырҙай эштәр башҡарырһығыҙ тип өмөт итәм. Ә уның өсөн һеҙгә иң тәү сиратта тырышып уҡырға, белем алырға кәрәк. Сөнки уҡыған кеше генә илебеҙҙең лайыҡлы гражданины булырға мөмкин.
Өй эше:
Ә өйҙә һеҙгә “Ауылымдың лайыҡлы гражданины” тигән темаға кескәй хикәйә яҙып килергә кәрәк буласаҡ.
- Ошоноң менән дәрес тамам! Һау булығыҙ!
Баһалау.
Әүҙем ҡатнашып ултырғандарға билдә ҡуйыу.