kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Урок-аукцион. Тема: Жизнь и творчество М. Акмуллы.

Нажмите, чтобы узнать подробности

    Министерство образования Республики Башкортостан
ГБОУ Октябрьская коррекционная школа для обучающихся
             с ограниченными возможностями здоровья.

              Тема:  Жизнь и творчество М. Акмуллы.
             (урок-аукцион)
   
    
             

 

                                             Подготовила : Э.Р.Фаррахова
                                             учитель башкирского языка и
              литературы.
                       ГБОУ ОКШ №19

                                                   

 Мифтахетдин Аҡмулланың тормош юлы һәм ижады буйынса дәрес-аукцион

(7-се синыфтар өсөн)

                                                                                                                                           Маҡсат:    

1.   Балаларҙың М. Аҡмулла ижады буйынса алған белемдәрен нығытыу, йомғаҡлау, баһалау.

2.   Уҡыусыларҙың телмәрен, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү.

 3.     Башҡорт халҡының үткәненә, күренекле шәхестәренә ҡәҙер-хөрмәт тәрбиәләү.

Күргәҙмәләр:  М Аҡмулла портреты, эштәр, карточкалар, шиғыр юлдары яҙылған плакаттар, «Йырауҙар, сәсәндәр, мәғрифәтселәр» (2007 йыл, Ә. Ш. Шарипов), « Мәғрифәтсе мөғәллимдәр» (2003 йыл, Яйыҡбаев) китаптары.

План.

I. Ойоштороу моменты.

II. Дәрес- аукцион барышы.

III.Йомғаҡлау, баһалау.

Дәрес барышы.

I. Ойоштороу моменты.

1. Сәләмләү.

-Хәйерле көн, уҡыусылар! Хәлдәрегеҙ, кәйефегеҙ нисек? Балалар,әгәр кеше  һәр ваҡыт башҡаларға якшылыҡ,бәхет теләп йөрөһә, үҙенә ҙур сауап ала, бәхетле була. Шуға күрә, әйҙәгеҙ бер-беребеҙгә ҡарап йылмаябыҙ, эстән һәр кемгә яҡшы кәйеф теләйек, бөгөнгө дәрестең ғөмүмән көндөң яҡшы үтеүен теләп ултырайыҡ.

2. Тел күнекмәһе.

-«Ололар һүҙе- аҡылдың үҙе» тигәндәй, үҙебеҙгә тағы бер сауап алайыҡ әле. Етегән тигән ете йондоҙҙо ете тапҡыр әйтһәң, сауап була (Бер тында ошоно ете тапҡыр әйтергә кәрәк).

3. Дәрес маҡсаты.

- Уҡыусылар, бөгөн беҙҙең дәрес ябай түгел, ә дәрес – аукцион, һеҙҙең менән уйнап алабыҙ. ( Өс төркөмгә бүленеп ултырыу).

- Әйтетеҙ әле, беҙ үткән дәрестәрҙә кем менән таныштыҡ?

-Эйе, бөгөн дәрестә беҙ Мифтахетдин Аҡмулла ижадын йомғаҡлап, һеҙҙең белемдәрегеҙҙе баһаларбыҙ. Әйҙәгеҙ ҡарайыҡ, ҡайһы төркөмдә  иң аҡыллылар, иң етеҙҙәр тырыштар ултыра икән?!.

II. Аукцион барышы.

1 – се эш.

Төркөмдәрҙең капитаны, исеме, девизы һайлана.

2 – се эш.

М. Аҡмулланың тормош юлы буйынса һорауҙар.

-Мифтахетдин Аҡмулла- XIXбыуатта, Башкоҡортостан ижтимағи- сәйәси фекеренең алдынғы вәкилдәренең береһе, башҡорт халҡының күренекле мөғәллим-мәғрифәтсеһе, киң билдәле талантлы шағиры.

1. М. Аҡмулла нисәнсе йылда һәм ҡайҙа тыуған?

2. Ҡайҙа укый?

3. Ҡайҙа эшләй?

4. Мәҙрәсәлә уҡығанда ниндәй телдәр өйрәнә?

5. Йәй көндәрендә ҡайҙа эшләй?

6. М Аҡмулла балаларҙы нимәгә өндәй?

7. Үткер телле шағир булып ҡайҙа иң тәүҙә таныла?

8. Ҡаҙаҡ далаларында, башҡорт ауылдарында уны кем тип йөрөтәләр? Ни өсөн

9. Ул ниндәй күренекле кешеләр менән таныш була?

10. М. Аҡмулла бер мәжлестә кем менән шиғыр әйтешә?

11. Ҡасан уның ысынлап та башҡорт шағиры һәм мөғәллиме булыуы асыҡлана?

12. М. Акмулла тормошта ниндәй идея менән янып йәшәй?

13. Ни өсөн уны Акмулла тип йөрөтәләр?

14. Үҙенең әҙәрҙәрендә уҡыусыларҙы нимәгә саҡыра?

15. Шиғырҙарын ниндәй телдәрҙә яҙа?

16. М. Аҡмулла иҫән сағында ниндәй китабы донъя күрә?

17. Уның  йыйынтыҡтары ҡайҙарҙа нәшер ителә?

18. Мәғрифәтсе, мөғәллим, шағир М. Аҡмулланың ижади мираҫын халыҡҡа кире ҡайтарыуҙа ниндәй башҡорт ғалимдары эшләй?

19. Уның исемен мәңгелләштереү өсн беҙҙең илдә нимәләр эшләнгән?

20.                 Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк,

                      Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк.

Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡандай,

                      Эй, туғандар, наҙалыҡтан ҡурҡыу кәрәк!

 -Ниндәй шиғырҙан өҙөк?

-Был юлдар тураһында нимә әйтерһегеҙ?

3- сө эш.

Шиғырҙарға анализ.

(Шиғырҙы тасуири итеп уҡыу, тема, идеяһын асыу)

Һәр төркөмгә айырым шиғырҙар.

                             Донъя

Дәртебеҙҙең барсаһы- донъя милке,

Донъя өсөн ер ҡаҙып, булдыҡ төлкө.

Ҡәнәғәт ҡылмағандың ҡарына ас-

Төндә йоко күрмәнек, көндөҙ- көлкө.

Һин, донъя, алдатаһың барыбыҙҙы,

Эт-нәфескә килтерҙең бит арабыҙҙы.

Һиллек бөтөп, күһәттең күп ҡазалар,

Өйҙә тыныс ҡуйманың ҡарыбыҙҙы.

Еңел эш, буш һүҙгә ҡолаҡ һалма,

Булыр-булмаҫ кәңәште уйға алма,

Үҙ атаңдың күрһән дә хилаф эшен,

Дөрөҫөн әйтеүҙән һис оялма.

Уяныу

Булмайыҡ дүрт аяҡлы мал шикелле,

Ҡыуарған япраҡһыҙ тал шикелле.

Баҡсалай егет әҙәм күркәмләнә,

Ғилем менән һүҙ һөйләһе бал шикелле.

Яҙ сыҡты баҡсаларҙа былбыл һайрап,

Атылып сәскәләре гөл-гөлжайнап.

Һалайыҡ шул баҡсаға күҙебеҙҙе,

Ҡуйған юҡ ҡараңғыға  беҙҙе бәйләп.

Ҡар китте, һыуҙар ағып, боҙҙар иреп,

Бар донъяны хозурлыҡҡа китте төрөп.

Кейемһеҙ өйҙә ултырған етем бала

Таралды урмандарға сәскә тиреп.

Йүгерҙе йәш балалар ялан аяҡ,

Ҡушылды сырҡырашып уға тай-тулаҡ.

Йән бармы хәрәкәтһеҙ- ҡарағыҙсы,

Быҙырап сыҡҡанда яҙ йәшел ҡыяҡ?

Бәдбәхеткә һүҙең үтмәҫ.

Бәдбәхеткә һүҙең үтмәҫ, ялынһаң да,

Әшәкегә- үҙең туҙан, яғылһаң да.

Ғәрип булһан, үҙең- йәмһеҙ, һүҙең- тәмһеҙ,

Ауыҙыңдан дөррәй гәүһәр ағыҙһаң да.

Тирмәһенә кереп булмай, һыйып булмай,

Гәрсә һин диндар булып танылһаң да.

Мәғәнәһенән ләззәттең өлөш алмай,

Күпме һин һүҙҙең майын ағыҙһаң да.

Дәртһеҙҙең дуҫлығына мәғәнә юҡ,

Яман һине һыйламаҫ, һыйлаһаң да,

Унан ашып, һүҙ атырға ҡыймаһаң да.

4-се эш

М. Аҡмулланың әҫәрҙәрен һанарға.

Бер шиғырын яттан һөйләргә.

III. Йомғағлау.

Мәрәйҙәрҙе һанау.

Баһалау.

-Мифтахетдин Аҡмулла, башҡорт хаҡының батыры, сәсән-шағиры Салауаттан һуң беренсе булып, үҙ халҡына, башҡорттарым, тип мөрәжәғәт итте, уны эске ярһыу менән мәғрифәткә, ғилемгә саҡырҙы.                                                                                                                                     

Үҙ халҡын мәҙәниәтле, мәғрифәтле итеп күрергә тырышыу, тормошта ошо идея менән янып йәшәү Мифтахетдин Аҡмулланы һәр ваҡыт тәрән фекерле шиғырҙар яҙырға илһамландырып, саҡырып торҙо.        

- Уҡыусылар, бөгөнгө дәрестән ниндәй фәһем алдығыҙ?

 - М. Аҡмулла һеҙҙең хәтерегеҙҙә кем булып һаҡланасаҡ?

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Урок-аукцион. Тема: Жизнь и творчество М. Акмуллы.»



Министерство образования Республики Башкортостан
ГБОУ Октябрьская коррекционная школа для обучающихся
с ограниченными возможностями здоровья.











Тема: Жизнь и творчество М. Акмуллы.
(урок-аукцион)















Подготовила : Э.Р.Фаррахова
учитель башкирского языка и
литературы.
ГБОУ ОКШ №19













Мифтахетдин Аҡмулланың тормош юлы һәм ижады буйынса дәрес-аукцион

(7-се синыфтар өсөн)



Маҡсат:

1. Балаларҙың М. Аҡмулла ижады буйынса алған белемдәрен нығытыу, йомғаҡлау, баһалау.

2. Уҡыусыларҙың телмәрен, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү.

3. Башҡорт халҡының үткәненә, күренекле шәхестәренә ҡәҙер-хөрмәт тәрбиәләү.

Күргәҙмәләр: М Аҡмулла портреты, эштәр, карточкалар, шиғыр юлдары яҙылған плакаттар, «Йырауҙар, сәсәндәр, мәғрифәтселәр» (2007 йыл, Ә. Ш. Шарипов), « Мәғрифәтсе мөғәллимдәр» (2003 йыл, Яйыҡбаев) китаптары.

План.

I. Ойоштороу моменты.

II. Дәрес- аукцион барышы.

III.Йомғаҡлау, баһалау.

Дәрес барышы.

I. Ойоштороу моменты.

1. Сәләмләү.

-Хәйерле көн, уҡыусылар! Хәлдәрегеҙ, кәйефегеҙ нисек? Балалар,әгәр кеше һәр ваҡыт башҡаларға якшылыҡ,бәхет теләп йөрөһә, үҙенә ҙур сауап ала, бәхетле була. Шуға күрә, әйҙәгеҙ бер-беребеҙгә ҡарап йылмаябыҙ, эстән һәр кемгә яҡшы кәйеф теләйек, бөгөнгө дәрестең ғөмүмән көндөң яҡшы үтеүен теләп ултырайыҡ.

2. Тел күнекмәһе.

-«Ололар һүҙе- аҡылдың үҙе» тигәндәй, үҙебеҙгә тағы бер сауап алайыҡ әле. Етегән тигән ете йондоҙҙо ете тапҡыр әйтһәң, сауап була (Бер тында ошоно ете тапҡыр әйтергә кәрәк).

3. Дәрес маҡсаты.

- Уҡыусылар, бөгөн беҙҙең дәрес ябай түгел, ә дәрес – аукцион, һеҙҙең менән уйнап алабыҙ. ( Өс төркөмгә бүленеп ултырыу).

- Әйтетеҙ әле, беҙ үткән дәрестәрҙә кем менән таныштыҡ?

-Эйе, бөгөн дәрестә беҙ Мифтахетдин Аҡмулла ижадын йомғаҡлап, һеҙҙең белемдәрегеҙҙе баһаларбыҙ. Әйҙәгеҙ ҡарайыҡ, ҡайһы төркөмдә иң аҡыллылар, иң етеҙҙәр тырыштар ултыра икән?!.

II. Аукцион барышы.

1 – се эш.

Төркөмдәрҙең капитаны, исеме, девизы һайлана.

2 – се эш.

М. Аҡмулланың тормош юлы буйынса һорауҙар.

-Мифтахетдин Аҡмулла- XIXбыуатта , Башкоҡортостан ижтимағи- сәйәси фекеренең алдынғы вәкилдәренең береһе, башҡорт халҡының күренекле мөғәллим-мәғрифәтсеһе, киң билдәле талантлы шағиры.

1. М. Аҡмулла нисәнсе йылда һәм ҡайҙа тыуған?

2. Ҡайҙа укый?

3. Ҡайҙа эшләй?

4. Мәҙрәсәлә уҡығанда ниндәй телдәр өйрәнә?

5. Йәй көндәрендә ҡайҙа эшләй?

6. М Аҡмулла балаларҙы нимәгә өндәй?

7. Үткер телле шағир булып ҡайҙа иң тәүҙә таныла?

8. Ҡаҙаҡ далаларында, башҡорт ауылдарында уны кем тип йөрөтәләр? Ни өсөн

9. Ул ниндәй күренекле кешеләр менән таныш була?

10. М. Аҡмулла бер мәжлестә кем менән шиғыр әйтешә?

11. Ҡасан уның ысынлап та башҡорт шағиры һәм мөғәллиме булыуы асыҡлана?

12. М. Акмулла тормошта ниндәй идея менән янып йәшәй?

13. Ни өсөн уны Акмулла тип йөрөтәләр?

14. Үҙенең әҙәрҙәрендә уҡыусыларҙы нимәгә саҡыра?

15. Шиғырҙарын ниндәй телдәрҙә яҙа?

16. М. Аҡмулла иҫән сағында ниндәй китабы донъя күрә?

17. Уның йыйынтыҡтары ҡайҙарҙа нәшер ителә?

18. Мәғрифәтсе, мөғәллим, шағир М. Аҡмулланың ижади мираҫын халыҡҡа кире ҡайтарыуҙа ниндәй башҡорт ғалимдары эшләй?

19. Уның исемен мәңгелләштереү өсн беҙҙең илдә нимәләр эшләнгән?

20. Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк,

Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк.

Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡандай,

Эй, туғандар, наҙалыҡтан ҡурҡыу кәрәк!

-Ниндәй шиғырҙан өҙөк?

-Был юлдар тураһында нимә әйтерһегеҙ?

3- сө эш.

Шиғырҙарға анализ.

(Шиғырҙы тасуири итеп уҡыу, тема, идеяһын асыу)

Һәр төркөмгә айырым шиғырҙар.

Донъя

Дәртебеҙҙең барсаһы- донъя милке,

Донъя өсөн ер ҡаҙып, булдыҡ төлкө.

Ҡәнәғәт ҡылмағандың ҡарына ас-

Төндә йоко күрмәнек, көндөҙ- көлкө.



Һин, донъя, алдатаһың барыбыҙҙы,

Эт-нәфескә килтерҙең бит арабыҙҙы.

Һиллек бөтөп, күһәттең күп ҡазалар,

Өйҙә тыныс ҡуйманың ҡарыбыҙҙы.



Еңел эш, буш һүҙгә ҡолаҡ һалма,

Булыр-булмаҫ кәңәште уйға алма,

Үҙ атаңдың күрһән дә хилаф эшен,

Дөрөҫөн әйтеүҙән һис оялма.

Уяныу

Булмайыҡ дүрт аяҡлы мал шикелле,

Ҡыуарған япраҡһыҙ тал шикелле.

Баҡсалай егет әҙәм күркәмләнә,

Ғилем менән һүҙ һөйләһе бал шикелле.



Яҙ сыҡты баҡсаларҙа былбыл һайрап,

Атылып сәскәләре гөл-гөлжайнап.

Һалайыҡ шул баҡсаға күҙебеҙҙе,

Ҡуйған юҡ ҡараңғыға беҙҙе бәйләп.



Ҡар китте, һыуҙар ағып, боҙҙар иреп,

Бар донъяны хозурлыҡҡа китте төрөп.

Кейемһеҙ өйҙә ултырған етем бала

Таралды урмандарға сәскә тиреп.



Йүгерҙе йәш балалар ялан аяҡ,

Ҡушылды сырҡырашып уға тай-тулаҡ.

Йән бармы хәрәкәтһеҙ- ҡарағыҙсы,

Быҙырап сыҡҡанда яҙ йәшел ҡыяҡ?

Бәдбәхеткә һүҙең үтмәҫ...

Бәдбәхеткә һүҙең үтмәҫ, ялынһаң да,

Әшәкегә- үҙең туҙан, яғылһаң да.

Ғәрип булһан, үҙең- йәмһеҙ, һүҙең- тәмһеҙ,

Ауыҙыңдан дөррәй гәүһәр ағыҙһаң да.

Тирмәһенә кереп булмай, һыйып булмай,

Гәрсә һин диндар булып танылһаң да.

Мәғәнәһенән ләззәттең өлөш алмай,

Күпме һин һүҙҙең майын ағыҙһаң да.

Дәртһеҙҙең дуҫлығына мәғәнә юҡ,

Яман һине һыйламаҫ, һыйлаһаң да,

Унан ашып, һүҙ атырға ҡыймаһаң да.

4-се эш

М. Аҡмулланың әҫәрҙәрен һанарға.

Бер шиғырын яттан һөйләргә.

III. Йомғағлау.

Мәрәйҙәрҙе һанау.

Баһалау.

-Мифтахетдин Аҡмулла, башҡорт хаҡының батыры, сәсән-шағиры Салауаттан һуң беренсе булып, үҙ халҡына, башҡорттарым, тип мөрәжәғәт итте, уны эске ярһыу менән мәғрифәткә, ғилемгә саҡырҙы.

Үҙ халҡын мәҙәниәтле, мәғрифәтле итеп күрергә тырышыу, тормошта ошо идея менән янып йәшәү Мифтахетдин Аҡмулланы һәр ваҡыт тәрән фекерле шиғырҙар яҙырға илһамландырып, саҡырып торҙо.

- Уҡыусылар, бөгөнгө дәрестән ниндәй фәһем алдығыҙ?

- М. Аҡмулла һеҙҙең хәтерегеҙҙә кем булып һаҡланасаҡ?














Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Всем учителям

Категория: Уроки

Целевая аудитория: 7 класс

Скачать
Урок-аукцион. Тема: Жизнь и творчество М. Акмуллы.

Автор: Фаррахова Эльвира Рифовна

Дата: 16.10.2016

Номер свидетельства: 349632


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

Распродажа видеоуроков!
ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства