kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Творчество и жизнь М.Акмуллы.

Нажмите, чтобы узнать подробности

Данный урок рассчитан для  учащихся по литературе 7класса.

ТЕМА: М. А?мулланы? тормош ??м ижад юлы. ”Баш?орттарым у?ыу к?р?к.”

МА?САТ: б?й?к баш?орт м??риф?тсе?е М.А?мулланы? тормошо ??м ижады, ши?ыры мен?н таныштырыу, а?-белемг? ?нд??, ду?лы?, ихласлы?, ???еллек т?рби?л??, у?ыусылар?ы? ??аллы фекерл??, тасуири у?ыу к?некм?л?рен, ижади ??л?тен ??тере?.

ЙЫ?АЗЛАУ: д?реслек, портрет, буклет, мультимедия проекторы

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Творчество и жизнь М.Акмуллы.»

ТЕМА: М. Аҡмулланың тормош һәм ижад юлы. ”Башҡорттарым уҡыу кәрәк.”


МАҠСАТ: бөйөк башҡорт мәғрифәтсеһе М.Аҡмулланың тормошо һәм ижады, шиғыры менән таныштырыу, аң-белемгә өндәү, дуҫлыҡ, ихласлыҡ, ғәҙеллек тәрбиәләү, уҡыусыларҙың үҙаллы фекерләү, тасуири уҡыу күнекмәләрен, ижади һәләтен үҫтереү.


ЙЫҺАЗЛАУ: дәреслек, портрет, буклет, мультимедия проекторы


ДӘРЕС БАРЫШЫ:


  1. Ойоштороу мәле.


1-се слайд:


Тел асҡысы – иман биргән

Һөйөклө туған телем.

Үҙ телемдә һеҙгә сәләм:

Әссәләмәғәләйкүм !


а) телдәрҙе шымартыу өҫтөндә эш:


2-се слайд:


Бишле билдә, бишле билдә

Бишле билдә бик шәп шул !

Бишкә уҡып, тырышып

Бишле генә алам шул !




2. Дәрестең маҡсатын билдәләү.

Уҡыласаҡ өҙөктөң ниндәй әҫәрҙән һәм авторы кем икәнлеген әйтегеҙ.

3-сө слайд:

Башҡорттарым уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!

Арабыҙҙа наҙандар күп уҡыу һирәк.

Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,

Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк!

4-се слайд:


М.Аҡмулла. Башҡорттарым уҡыу кәрәк!


5 -се слайд:


Уҡыу - энә менән ҡойо ҡаҙыу.

( хор менән уҡыу, мәғәнәһен аңлатыу)


-Шулай итеп, бөгөн дәрестә кем тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

-Кем ул М.Аҡмулла?

-Был һорауға яуап бирергә ошо схема ярҙам итер.


6 -сы слайд:



ҠАЙҘА? ҠАСАН?


НИСЕК? М.АҠМУЛЛА НИНДӘЙ?


КЕМ?



  1. ЯҢЫ ТЕМА ӨҪТӨНДӘ ЭШ. М.Аҡмулланың тормош һәм ижад юлы.


-Балалар, бөгөн беҙ башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхесе, революциоға тиклемге башҡорт әҙәбиәте тарихында киң билдәле шағир тураһында һүҙ алып барырбыҙ.


  1. ҠАЙҘА? ҠАСАН? (1-се уҡыусы уҡый)


Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулла 1831 йылдың 26 декабрендә Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙе Елдәр волосы (хәҙерге Миәкә районы) Туҡһанбай ауылында тыуған. Әсәһе үлеп киткәс, Аҡмуллаға бик йәшләй үгәй әсәһенең ҡыйырһытыуҙарын күреп үҫергә тура килә. Ул башта үҙ ауылында атаһынан тәүге һабаҡтарҙы ала, унан күрше ауылдарҙағы мәҙрәсәләрҙә уҡый. Аҙаҡ тыуған ауылынан сығып китә. Бер нисә йыл атаҡлы Стәрлебаш мәҙрәсәһендә уҡый, һуңынан Троицк ҡалаһына юл тота. Ҡышын ул мәҙрәсәләрҙә уҡып, йәй көндәрен ҡаҙаҡ далаларына китеп, ҡаҙаҡ балаларына һабаҡ биреп йөрөй.



  1. НИНДӘЙ? (2-се уҡыусы уҡый)


Аҡмулла күп ғүмерен ҡышын балалар уҡытып, йәй көндәрен балта оҫтаһы булып эшләп үткәргән. Халыҡҡа аң-белемгә эйә булырға өндәп « Башҡорттарым уҡыу кәрәк!» шиғырын яҙа.

Аҡмулланың «Күкләм», «Яҙ», «Көҙ» тигән шиғырҙарында халыҡтың тәбиғәткә ҡарата мөнәсәбәте үҙенсә һөйләп, тасуирлап бирелгән.

«Бәхет», «Аттың ниһен маҡтайһың?» шиғырҙарын да яҡшы менән яманды, хаҡлыҡ менән нахаҡты айыра белергә өйрәтеү халыҡсан тапҡыр һүҙҙәр менән әйтелгән.

«Нәфсе» шиғырында иһә байҙарҙың нәфсеһенә, ҡомһоҙлоғонан әсе итеп көлә шағир.

Уҡымышлылығы, тура һүҙлелеге, сәсәнлеге өсөн халыҡ уны Аҡмулла тип атай. Аҡмулла ҡаҙаҡса тура һүҙле, ғәҙел кеше тигән һүҙ.


1.ҠАЙҘА? ҠАСАН? (уҡытыусы һөйләй)


Аҡмулла донъя гиҙергә яратҡан. Башҡортостанда ул Урал тауҙарының мәғрүр ҡаялары, йәйләүҙәрҙең ҡабатланмаҫ күрке менән һоҡланһа, ҡаҙаҡ яҡтарында иһә дала уның күңелен биләгән.

Халыҡ Аҡмулланы саф күңеллеге, тапҡырлығы өсөн ярата, байҙар, түрәләр иһә уның һүҙенән ҡурҡыр булғандар. Уларға әсе шиғри һүҙ менән тел тейҙергән өсөн үс алырға тырышҡандар, хатта бер заман нахаҡҡа ғәйепләп төрмәгә ултыртҡандар.

Аҙаҡтан кешеләр яллап, уны 1895 йылда Урал тауҙары араһында үлтереп киткәндәр. Аҡмулланың ғүмере шулай фажиғәле өҙөлә. Уны 1895 йылдың 8 октябрендә Миәс ҡалаһының Мосолмандар зыярытында ерләгәндәр.


  1. КЕМ? (3-сө уҡыусы уҡый)


Аҡмулла халыҡтың ҡараңғы тормошта михнәт сигеп йәшәүе сәбәптәре тураһында ныҡ уйлана. Үҙе гиҙгән, үҙе йәшәгән бөтә ерҙә лә халыҡтарҙың берҙәй үк аяныс яҙмышҡа дусар булыуын күреп йөрәге әрней, бай түрәләрҙең яуызлығын һәм ҡомһоҙлоғон күреп нәфрәте ҡайнай. Шул хис-тойғоларын тәҡрар итеп, уларҙы шиғыр юлдарына һала.

Халыҡты үҫеш юлына, бәхетле тормошҡа алып сығыуҙың берҙән-бер сараһын ул мәғрифәттә күрә.

4. НИСЕК? (4-се уҡыусы уҡый)

Аҡмулланың шиғырҙары, ижады, яҡты исеме халыҡ күңелендә мәңгегә ҡала. Миәкә районының Туҡһанбай ауылында 1981 йылда М.Аҡмулланың музейы асылды.

Миәкә районы Советы ҡарары менән 1989 йылда әҙәбиәт һәм сәнғәт әҫәрҙәре өсөн Аҡмулла исемендәге премия булдырылды.

«Башҡортостан» киностудияһы «Аҡмулла» тигән документаль фильм төшөрҙө.

Композитор З.Исмәғилев, И.Дилмөхәмәтов либреттоһына «Аҡмулла» тигән опера яҙҙы.

Юғары уҡыу йорттарының береһе БДПУ уның исемен йөрөтә.

Башҡорт халҡының бөйөк мәғрифәтсеһе М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты үҙенең статусын нығытыу юлында тағы бер аҙым яһаны – был уҡыу йортоноң алдындағы майҙанда бөйөк башҡорт мәғрифәтсеһенә һәйкәл асылды. Өс һындан торған һәйкәлде скульптор Владимир Дворник менән архитектор Дамир Мәғәфүров эшләгән.

Аҡмулла премияһы быйыл билдәле фольклорсы – ғалим Әхмәт Сөләймәновҡа һәм уның ҡыҙы Нәркәс Хөбөтдиноваға бирелде.

17-се слайд

4.ШИҒЫР ӨҪТӨНДӘ ЭШ. «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк !»

-Бөгөн М.Аҡмулланың «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!» исемле шиғыры менән танышырбыҙ.

-Аҡмулла С.Юлаевтан һуң беренсе булып, үҙ халҡына «Башҡорттарым!» тип мөрәжәғәт итә. Уны белемгә, һөнәргә, ғилем нигеҙҙәренә эйә булырға саҡыра.Кешенең яҡтылыҡҡа, прогресҡа мәңгелек ынтылыуын раҫлап, аҡыллыҡты, ғәҙеллекте, кешелекте данлай. Аҡмулла башҡорт әҙәби телен үҫтереүҙә һәм байытыуҙа мөһим роль уйнай.

-Әйҙәгеҙ, уның «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!» шиғырын уҡып китәйек.

1) уҡытыусының тасуири уҡыуы

2) уҡыусыларҙың үҙаллы уҡыуы

3) шиғырҙы тасуири уҡыу ( 1уҡыусы уҡый)

4) йөкмәткеһе буйынса эш:

-Был шиғырҙың идеяһы ниндәй?

(халыҡты наҙанлыҡҡа ҡаршы көрәшкә, аң-белемгә өндәү)

-Ошо юлдарҙы шиғырҙан табып күрһәтегеҙ?

(Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!

Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк.)

-Автор наҙанлыҡты нимә менән сағыштыра?

(Уралдағы аңра айыу менән)

  • Белемле, уҡымышлы кешеләр ниндәй сифаттарға эйә булыр, ниндәй үрҙәрҙе үрләр, ти.

- «Белемлелек – арыҫландай көслө батыр» тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен нисек аңлайһығыҙ?

- М.Аҡмулла беҙгә был шиғыры аша нимә әйтергә теләгән инде?

-Тап ул, аң-белемгә, һөнәргә эйә булыу юлы менән яҡтылыҡҡа, бәхеткә ирешеп була тигән ныҡлы фекергә килеп, иң беренсе башлап туған халҡына «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!»,- мөрәжәғәт итә.

- Ҡәҙерле уҡыусылар, Аҡмулла кеүек шәхестәрҙән өлгө алып, Башҡортостаныбыҙҙы алға алып барырлыҡ аҡыллы, белемле, тәртипле, саф күңелле, ҡыйыу кешеләр булып үҫегеҙ. Белем алыу еңел түгел. Ләкин тырыш, ныҡышмал, ихтыяр көсө тапҡан кешеләр ауырлыҡты һис шикһеҙ еңеп сыға.


5.АҠМУЛЛА МУЗЕЙЫНА ЭКСКУРСИЯ.

-Халыҡ мәҡәлендә юҡҡа ғына «Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күреүең яҡшы» тип әйтмәгәндәрҙер ул.

- Әйҙәгеҙ әле бергәләп парта артында ултырған көйөнсә, ситтән тороп «Аҡмулла» музейына сәйәхәт ҡылайыҡ.


( интерактив таҡтала музей тураһында һүрәттәр күрһәтеү)





6. ЙОМҒАҠЛАУ.

-Уҡыусылар, бөгөнгө дәрестә беҙ кем тураһында һүҙ алып барҙыҡ?

-Аҡмулла нисәнсе йылдарҙа йәшәгән?

-Уның тыуған ере?

-Ни өсөн уны Аҡмулла тип атағандар?

(Ҡаҙаҡтар уға тура һүҙлелеге, уҡымышлылығы өсөн Аҡмулла исемен бирәләр)

-Аҡмулланың исемен мәңгеләштереү өсөн республикала нимәләр эшләнгән?

- Аҡмулла премияһы лауреаттары кемдәр?

-«Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!» шиғыры нимәгә өндәй?


7.УҠЫУСЫЛАРҘЫҢ ЯУАПТАРЫН БАҺАЛАУ.

8. ӨЙ ЭШЕ: «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!» шиғырын ятларға.


Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Всем учителям

Категория: Уроки

Целевая аудитория: 7 класс

Скачать
Творчество и жизнь М.Акмуллы.

Автор: Юнусова Зиля Василевна

Дата: 16.11.2015

Номер свидетельства: 253989


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

Распродажа видеоуроков!
ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства