МӘРЙӘМ БУРАҠАЕВА «Арғымаҡ (Ырыҫ)».
( 9 класс)
Маҡсат. М.Бураҡаева тураһында мәғлүмәт биреү (айырым презентация ҡарау), әҫәргә анализ яһау; уҡылғандар буйынса фекер йөрөтөргә, уларҙы иҫбатларға өйрәтеү, тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү (тексттан эпизодтарҙы табып уҡыу); дуҫтарға, туғандарға ҡарата һөйөү, ихтирам, ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү.
Йыһазландырыу. Китап, М.Бураҡаеваның портреты, компьютер, презентация. Дәрес барышы.
Ойоштороу. (Уҡыусылар слайдта яҙылған дәрестең темаһы һәм эпиграфы менән таныша.)
Күңел донъяһына сәйәхәт.
-Уҡыусылар, әйҙәгеҙ, бергәләп дәресебеҙҙең маҡсатын билдәләйек. Кем тураһында бөгөн һүҙ барасаҡ? (Укыусылар үҙ фекерҙәрен әйтәләр, уҡытыусы ярҙам итә). Тимәк , беҙ бөгөн башҡорт яҙыусыһы, журналист, мәғрифәтсе, йәмәғәт эшмәкәре һәм эшҡыуар, М.Бураҡаеваның тормошо һәм Арғымаҡ әҫәренең Ырыҫ тигән бүлеге менән танышасаҡбыҙ.
(Дәфтәргә число, тема, эпиграф яҙыла.)
Төп өлөш.
М.Бураҡаева тураһында презентация ҡарап үтеү, уның тормошо менән танышыу.(СЛАЙД).
Арғымаҡтың “Ырыҫ” бүлеген өйрәнеү:
Уҡытыусы: Ә нимә һуң ул АРҒЫМАҠ? Юл башлар атҡа бирелгән был атама берәй нимә аңлатмаймы икән? Ни өсөн серле ете хәрефтән тора? Ни өсөн ул һүҙҙе әйтеү менән, күңел ҡанаты елпенеп ҡуя? (Уҡыусылар яуап бирә).
Уҡытыусы: Атаманың мәғәнәһенә ныҡлабыраҡ иғтибар игһәк, күңел күҙе менән байҡау яһаһаҡ, ысынлап та, ябай ғына һүҙ түгел АРҒЫМАҠ! Ул һиңә, миңә, беҙгә, халҡыбыҙға, киләсәккә юл башлаусы серле һүҙҙәрҙән хасил булған (СЛАЙД).
Һүҙлек эше:
Аң - ум, разум, сознание.
Рух - дух, душа, душевное состояние.
Ғәм - заботы, хлопоты, дело, занятие, печаль, скорбь.
Ырыҫ – счастье, богатство, состояние.
Моң - мелодия, напев.
Аҡыл - ум, разум, рассудок, интеллект.
Ҡот - дух, душа, уют, благоустроенность , счастье, удача.
Уҡытыусы: Уҡыусылар, слайдттағы шиғырҙы уҡығыҙ әле, нимә аңланығыҙ?
Аңыбыҙ яҡтырыр,
Рухыбыҙ ҡанатланыр,
Ғәмебеҙ уяуланыр,
Ырыҫыбыҙ ишәйер,
Моңобоҙ дәртләнер,
Аҡылыбыҙ зирәкләнер,
Ҡотобоҙ нурланыр!..
Уҡытыусы балалар менән анализ яһай, яуаптарын тулыландыра.
4. Ял минуты (Күҙҙәрҙе ял иттереү, тын алыу күнегеүҙәрен эшләү).
Уҡытыусы: Шулай итеп, Ырыҫ бүлегенә күсәйек.
Әҫәр буйынса әңгәмә ойоштороу (бер бала Ырыҫ бүлегенең йөкмәткеһен һөйләй).
Уҡытыусы: Бүлектең темаһы? Ни өсөн М.Бураҡаева был бүлеген Ырыҫ тип атаған?
(Балалар яуап бирә, әңгәмә ойошторола).
Уҡытыусы: Балалар, ә Ырыҫ тигән һүҙҙе һеҙ элек ишеткәнегеҙ бар инеме, нимәне аңлата һүң ул – Ырыҫ? (Яуап).
Уҡытыусы: Эйе балалар, яуаптарығыҙ менән килешәм. Ырыҫ — күҙгә күренмәгән төшөнсә, хис-тойғо. Ырыҫ – көтмәгәндә килгән бәхет.
Уҡытыусы: Бүлектең йөкмәткеһе менән таныштыҡ, ә хәҙер әңгәмәләшеп алайыҡ. (СЛАЙД). Беҙ «Моң» бүлеген үткән дәрестә ҡарап киттек, һәм ундағы Ғәйшүрә менән Ғәбитулла Шәриповтарҙың ғаиләһен иҫкә төшөрөгөҙ. Әле уларҙың бәхет-ырыҫ тураһындағы фекерҙәрегеҙҙе килтереп үтегеҙ.
Уҡытыусы: Ғәйшүрә еңгәй һәм Ғәбитулла ағай өсөн НИМӘ УЛ БӘХЕТ? Ә һеҙҙең өсөн – БӘХЕТ нимә? (Яуаптар).
Уҡытыусы: Слайдтағы һорауҙы уҡып, яуап бирегеҙ, ундағы һүҙҙәрҙе нисек аңлайһығыҙ? Ғәйшүрә еңгәй менән Ғәбитулла ағай араһындағы мөнәсәбәтте аңлатып китегеҙ һәм һүҙҙәренә анализ яһағыҙ.
“МИН ҺИНЕ, БӘХЕТЛЕЛЕР, ТИП УЙЛАҒАЙНЫМ...”- был эпизодты иҫегеҙгә төшөрөп үтегеҙ (бер бала һөйләп үтә).
Уҡытыусы: Хәҙер ике төркөмгә бүленеп, геройҙарға характеристика биргеҙ, һеҙҙең алдығыҙҙы А4 ята, бер төркөм - Хәлилгә, икенсе төркөм - Хәлиҙәгә характеристика бирә.
Уҡытыусы: Төркөмдән бер уҡыусы таҡтаға сығып төркөмдөң проектын яҡлай. Афариндар, эштәрегеҙ матур, тулы килеп сыҡҡан.
Уҡытыусы: «ТҮҢӘРӘК БӘХЕТ» тигән һүҙҙәрҙе аңлатығыҙ. Текстта уларға ниндәй аңлатма бирелә?
Уҡытыусы: Тағын ике төркөмгә бүленәбеҙ һәм бирелгән эпизодтарға анализ яһала һәм ҡаршы төркөмгә һорауҙар әҙерләнә:
1-се төркөм - ХӘЛИҘӘНЕҢ «ИКЕ УТ АРАҺЫНДА ЯНЫУЫ»;
2-се төркөм - ҒАИЛӘЛӘРЕНӘ ҠОТ ҠАЙТЫУ.
Уҡытыусы: Эш тамам, һүҙ 1-се төркөмгә бирелә.
3. Йомғаҡлау.
а) Һығымта яһау:
- Бөгөнгө дәрес һеҙгә оҡшанымы? Үҙегеҙгә ниндәй яңы, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр алдығыҙ? Кем ул М.Бураҡаева?
- Бәхет-ырыҫ тигән төшөнсәнең ҡалыбы юҡ. Бәхетте кеше үҙе ҡоя, ә даланлы булып тыуа. Далан — кеш енең һәр саҡ уңышҡа өлгәшеүе. Кешенең ете быуынындағы берәйһенең изгелеге, кешегә яҡшылығы нәҫеленә далан булып ҡайта, һәм ул кеше бик йыш уңышҡа юлыға. Далан кешегә матурлыҡ, һаулыҡ, һәләт, талант, һөйкөм, һөйләшә белеү оҫталығы, күркәм холоҡ, яҡшы атай-әсәй, туған йәнле ҡәрҙәш тәр, көтмәгән урындан бол һәм башҡалар рәүешендә күсә. Тик быларҙың бәхет түгел, ә һинең даланың икәнлеген аңларга кәрәк. Бәхет осраҡлы, көтөлмәгән ерҙән килмәй, яһалмай, ҡулга төшмәй, тәбиғәттән бирелмәй. Бәхетте кеше үҙе ҡоя.
б) Өйгә эш.
Уҡытыусы: “Бәхетте кеше үҙе ҡоя” тигән темаға инша.
в ) Баһалар ҡуйыу.
Уҡытыусы: Һау булығыҙ, балалар, көнөгөҙ уңышлы үтһен.