kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Конспект урока по башкирскому(государственному) языку в 4 класс

Нажмите, чтобы узнать подробности

Разработка урока по башкирскому (государственному) языку в 4-м классе по теме "Х?йерле с???тт?! Кем? Ним?? ?орау?ары"("В добрый час! Вопросы кто? что?") Учитель знакомит учеников с целью и задачами урока. Беседуют про новый учебный год, отвечают на вопросы учителя. Читают текст "В добрый час", проводят словарную работу, отвечают на вопросы текста.  Грамматическая тема "Слова отвечающие на вопросы кто? что?" Работа по карточке, беседуют о Родине, о Отечестве. Учитель знакомит учащихся с пословицами и поговорками о Родине. Подведение итогов урока и оценивание. Объяснение домашнего задания.

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«конспект урока по башкирскому(государственному) языку в 4 класс»









Разработка урока по башкирскому (государственному) языку

в 4 классе по теме:

Хәйерле сәғәттә! Кем? Нимә? һорауҙары.















Провела: учитель башкирского языка

и литературы Сибагатова Венера В.

МОБУ СОШ с. Наумовка















Тема: Хәйерле сәғәттә! Кем? Нимә? һорауҙары.

Маҡсат: 1) белем биреү, тыуған илгә, мәктәпкә һөйөү тәрбиәләү; 2) башҡорт өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм хәрефтәрен дөрөҫ яҙа белеү; 3) тема буйынса бирелгән һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе дөрөҫ уҡыу, тәржемәләрен белеү.

Йыһазландырыу: башҡорт алфавиты, һүрәттәр, һүҙлектәр.

Актив үҙләштереү өсөн һүҙҙәр: мәктәп, дәрес, уҡыусы, уҡытыусы, ҡыҙ, малай, уҡый, яҙа, уҡыта, тәнәфес, ҡыңғырау.

Дәрес барышы:

  1. Ойоштороу мәле. Уҡыусыларҙы дәрескә әҙерләү. Дәрес башланғас башҡортса “Һаумыһығыҙ!” тип иҫәнләшеү. Көн, һауа торошо тураһында уҡытыусының яңы һүҙҙәр менән таныштырыуы.

Инеш әңгәмә. – Уҡыусылар, бөгөн дәрестә башҡорт телен өйрәнеүҙе дауам итәбеҙ. Беҙгә башҡорт хәрефтәрен дөрөҫ итеп яҙырға, башҡорт өндәрен дөрөҫ итеп әйтергә өйрәнергә кәрәк.

  1. Артикуляцион күнегеү. Башҡорт өндәрен ҡабатлау, ижектәрҙе уҡыу. Шиғырҙы тасуири уҡырға.

Һаумы, ҡояш, яҡты көн!

Һаумы, яратҡан мәктәп!

Башҡортса һөйләшергә

Йыйылдыҡ беҙ бергә!

(З. Кәримова)



  1. Яңы тема. Теманы уҡытыусының аңлатыуы.

  • Бына яңы уҡыу йылы башланды, һеҙ йәйге ялдан һуң тағы ла белем алырға йыйылдығыҙ. Бөгөн дәрестә беҙ “Мәктәп” темаһына һөйләшеүҙе дауам итәсәкбеҙ. “Белем көнө” һүрәте буйынса рус телендә әңгәмә.

“ Хәйерле сәғәттә!” тексын уҡыу. Тыуған ил, балаларҙың ил киләсәге булыуы тураһында әңгәмә.

  • Бөгөнгө дәрестә предметтарға һорауҙар ҡуйырға өйрәнәсәкбеҙ. Рус телендә кем?нимә? һорауына ниндәй һүҙҙәр яуап бирә? (уҡыусыларҙың яуаптары)

  • Эйе, дөрөҫ. Рус телендә кешеләр, хайуандар, бөжәктәр кем? һорауына яуап бирә, ә башҡа йәнһеҙ предметтар нимә? һорауына яуап бирә. Башҡорт телендә урыҫ теленән айырмалы рәүештә кем? һорауына тик кешеләр генә яуап бирә, ә хайуандар, бөжәктәр һәм башҡа предметтар бөтәһе лә нимә? һорауына яуап бирә. Был ҡағиҙәне иҫегеҙҙә ҡалдырығыҙ.

  1. Нығытыу өсөн күнегеүҙәр.

Таҡтала һүҙҙәр яҙылған: агроном, кассир, альбом, пенал, композитор, циркуль, астроном, линейка, шахтер, ручка.

– Бирелгән һүҙҙәрҙе ике бағанаға бүлеп яҙығыҙ. Беренсе бағанала кем? һорауына яуап биреүсе һүҙҙәр, икенсе бағанала нимә? һорауына яуап биреүсе һүҙҙәр.

Физминутка. Күҙҙәргә, ҡулдарға гимнастика.

  1. Һүҙлек эше. – Ә хәҙер һүҙлек дәфтәрҙәрен асығыҙ һәм яңы һүҙҙәрҙе яҙып ҡуйығыҙ.

Тыуған ил-Родина

Ватан-Отечество

Рәсәй-Россия

Башҡортостан-Башкортостан

баш ҡала-столица

ил-страна

Был һүҙҙәр ниндәй һорауға яуап бирә? Тыуған ил тураһында рус теленән ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ? Үҙ илең – алтын бишек мәҡәлен нисек аңлайһығыҙ? Илен яратҡан кешеләр нимә эшләйҙәр?

(Уҡыусыларҙың яуаптары)

  1. Күнегеүҙәр эшләү. Уҡытыусы төрлө предметтарҙың һүрәттәрен күрһәтә, уҡыусылар кем? нимә? тигән һорауҙар ҡуялар. “Туп” уйыны уйнатыла.

Дәреслек буйынса эштәр. 15-се күнегеү. Һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу.

16-сы күнегеү. Тыуған ил һәм Ватан тураһындағы һөйләмдәрҙе тултырып яҙыу.

  1. Йомғаҡлау. – Бөгөнгө дәрестә беҙ нимә тураһында һөйләштек? Мәктәп, Тыуған ил һәм Ватан тураһында нимәләр белдегеҙ? Беренсе уҡыу көнө тураһында нимәләр әйтерһегеҙ? Кем? нимә? һорауына ниндәй һүҙҙәр яуап бирә, миҫалдар килтерегеҙ.

  2. Баһалау. –Афарин, уҡыусылар! Мин бөгөнгө дәрестә һеҙҙең актив ҡатнашыуығыҙ менән ҡәнәғәтмен. Дәрес өсөн тик ыңғай ғына һаһалар ҡуям. Һәр ваҡыт шулай булығыҙ!

  3. Өй эше. Һүҙлек һүҙҙәрен ятларға. 20– се күнегеүҙе уҡырға, һорауҙарға яуап бирергә.




Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Всем учителям

Категория: Уроки

Целевая аудитория: 4 класс

Скачать
конспект урока по башкирскому(государственному) языку в 4 класс

Автор: Сибагатова Венера Вахитовна

Дата: 01.12.2015

Номер свидетельства: 260735


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

Распродажа видеоуроков!
ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства