ТЕМА: Мостай Кәрим. «Дан кәпәс түгел».
МАҠСАТ: 1. Башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхестәре менән танышыуҙы
дауам итеү.
2. Уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен арттырыу, дөрөҫ уҡыу,
һөйләү кимәлен үҫтереү; тасуири уҡырға өйрәтеү.
3. Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү, бер-береңә ихтирам, иғтибар
уятыу.
ЙЫҺАЗЛАУ: Мостай Кәрим портреты, һүрәттәр, орден-миҙалдар һүрәттәре, карточкалар, проектор.
ДӘРЕС БАРЫШЫ:
Ойоштороу.
Әңгәмә. –Һаумыһығыҙ, балалар! Башҡорт теле дәресен башлайбыҙ. Бөгөн кем дежур?
а). Дежур отчеты (число, һауа торошо, аҙна көнө әйтелә).
б). Тел шымартыу.
2. - Балалар, дәрестә дөрөҫ һөйләшер өсөн, өндәрҙе дөрөҫ әйтер
өсөн, телдәрҙе шымартып алайыҡ. Шиғырҙы уҡыйыҡ әле.
Яуға барып, яуҙы еңгәс,
Ир башҡайы менән ат ҡайтыр.
Ир башҡайы менән ат ҡайтмаһа,
Мәңге һүнмәй торған дан ҡайтыр…
а) үҙем уҡыйым.
б) балаларҙан уҡытам (хор, рәт менән, берәмләп).
в) тәржемә.
II. – Бик яҡшы, балалар, бына ошо шиғыр юлдары беҙҙең дәрестең эпиграфы (девизы) булыр. – Дәресебеҙҙең темаһы М.Кәримдең «Дан кәпәс түгел» әҫәре. Беҙ дәрестә текст менән танышырбыҙ, уҡырбыҙ, геройҙарға характеристика бирербеҙ. Һорауҙарға яуаптар табырбыҙ.
1) ӘҢГӘМӘ.
а) –Балалар, М.Кәрим тинем, (М.Кәрим- башҡорт халыҡ шағиры. Ул
әйтегеҙ әле, кем ул? Аҡһаҡал)
Схема буйынса эш.
- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аҡһаҡалыбыҙ бөгөн
беҙҙең арала юҡ. Әммә уның рухы
беҙҙең арала, уның яҙған әҫәрҙәре ҡалды.
Шағирҙың әҫәрҙәрен билдәләргә кәрәк.
Карточкалар менән эш. Уҡыусылырға карточкаларҙы таратып бирәм.
Әҫәрҙәрҙе һәм әҫәрҙәрҙең төп геройҙарын тура килтерергә.
б)- Әйтегеҙ әле, ул һуғышта ҡатнашҡанмы? (Эйе, ул Бөйөк Ватан
һуғышында
ҡатнашҡан. Уның орден-
миҙалдары бик күп.) «Дан кәпәс түгел» әҫәрен уҡып, йөкмәткеһен аңлар өсөн беҙгә яңы һүҙҙәр менән танышыр кәрәк.
А). Текстан һүҙҙәрҙе табығыҙ әле, үҙем уҡыйым, балалар хор, рәт менән дә, берәмләп тә уҡыйҙар.
Һүҙлек эше
Дан-слава
Миҙал-медаль
Лайыҡлы –достойный
Мираҫ- ҡомартҡы, наследие
Кәпәс - баш кейеме, бүрек- головной убор, шапка
- Бик яҡшы, балалар. Бына ошо һүҙҙәр беҙгә дәрестә кәрәк булырҙар.
3) - Дәресте артабан дауам итеп, текст менән танышайыҡ.
а) Үҙем уҡый башлап, балалар дауам итә, абзацлап тәржемә итә барабыҙ.
б) –Ярар, бик яҡшы балалар, уҡып сыҡтыҡ,
в). Тексты үҙаллы уҡып сығыу.
4. Әҫәргә анализ: (Һорау-ға яуап)
- Кем ул Ғабдулла? (Ул ауыл малайы, Нәғимә
инәйҙең ейәне).
- Ул ҡайҙа барырға йыйына ине? (Ул Айҙар менән Ҡылыс тауына
(текстан табып уҡыу) йыйыналар ине)
- Нәғимә инәйҙең ни өсөн йөҙө үҙгәреп китте? (Сөнки ул ейәненең түшендә
миҙал күрҙе)
- Өләсәй малай менән нисек һөйләшә? (Тыныс,сабыр ғына)
- Ғабдулла кемдең миҙалын тағып алған? (Ул яуҙа һәләк булған атаһының ми-
ҙалын тағып алған.
- Кеше әйберен рөхсәтһеҙ тағырға яраймы? (Юҡ)
- Балалар, Нәғимә инәйҙең ошо һүҙҙәрен нисек аңлайһығыҙ?
- Улай булғас... (Бергәләп тәржемә итәбеҙ).
-Когда надо, дети берут в руки оружие
отца, Если в наследство от отца
остается инструменты рукоделия, то
дети могут ими пользоваться. Они и
могут носить одежду, головной убор.
Но славу отца дети не могут носить,
это не шапка. Если ты как отец,
совершишь героизм, тогда и тебе
дадут медаль.
- Аңлашылдымы инде? Ғабдуллаға өләсәһе әкрен генә,
тауышын күтәрмәй генә аңлатып бирә, шулай бит.
5.- Ярар, дәресте артабан дауам итәйек. Ял итеп алайыҡ.
ЯЛ МИНУТЫ (презентация «Күҙҙәрҙе һаҡлағыҙ» )
- Дәресте дауам итәбеҙ. Һеҙ батырлыҡ тураһынданиндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ?
- Батыр бер, ҡурҡаҡ 40 үлә.
- Батыр үлһә лә, даны ҡала.
- Батыр егет, ил күрке.
III. Нығытыу.
1.
- Яҡшы, балалар. Батырлыҡ тураһында бик матур мәҡәлдәр бар.
- Белеүебеҙсә, әҫәр геройы Ғабдулла атаһының миҙалын тағып урамға сыҡмаҡсы була, әммә өләсәһе матур һүҙҙәр менән кеше миҙалын тағып йөрөп булмай, тип ейәненә аңлата, шулай бит? Тимәк, балалар, әйтегеҙ әле, кемдәргә миҙал бирелә?
(Батырлыҡ күрһәткәндәргә)
2. (Знаки отличия) (Дан билдәләрен күрһәтәм):
- Шулай, уҡыусылар. Батырлыҡ күрһәткәндәргә Рәсәйҙә бына ошондай орден-миҙалдар бирелә. (слайдтар)
- Башҡортостанда ла дәүләт наградалары булдырылған. Һәр йыл һайын Бөйөк Еңеү уңайынан ветерандарға юбилей миҙалдары тапшырыла.
- Әгәр матур итеп уҡып, үҫеп илебеҙгә лайыҡлы кешеләр булып үҫһәгеҙ, хеҙмәт итһәгеҙ, ҡыйыу,батыр булһағыҙ, һеҙ ҙә бына ошондай наградаларға лайыҡ булырһығыҙ.
3. Һорауҙарға яуаптар.
а) - Тимәк, әйтегеҙ әле, миҙалды ни өсөн бирәләр? (Миҙалды батырлыҡ өсөн
бирәләр).
- Уны кемдәр генә тағып йөрөй ала? (Уны батырлыҡ күрһәткән кешеләр
генә тағып йөрөй ала).
4. Тексты ролдәр буйынса уҡыу.
- Афарин, балалар. Һорауҙарға яуап бирҙек, дәфтәргә яҙҙыҡ. Хәҙер тексты ролдәр буйынса уҡыйыҡ әле. (Ролдәр буйынса уҡыу)
5. – Ярар, балалар, уҡыныҡ, хәҙер төркөмләп эшләп алайыҡ. Һәр төркөмгә түбәндәге эш төрҙәре:
1-се төркөм: Нәғимә инәй ниндәй?
2-се төркөм: Ғабдуллаға ниндәй сифаттар хас?
3-сө төркөм: 90-сы биттән мәҡәл-әйтемдәрҙе табығыҙ.
( Һәр төркөм үҙенең яуаптарын әйтә, баһалана)
IV. ЙОМҒАҠЛАУ,
1. Эпиграфҡа әйләнеп ҡайтыу.
- Афарин, балалар, дәрескә йомғаҡ яһар өсөн эпиграфҡа әйләнепҡайтайыҡ әле. (Хор менән уҡыйбыҙ.)
А) .Шиғырҙы хор менән уҡыу.
Б). Һорауҙарға яуап.
- Тимәк, кеше даны менән данлыҡлы булып буламы? (Юҡ)
- Нисек уйлайһығыҙ,Ғабдулла ни өсөн ул миҙалды тағып алған?
(маҡтаныр өсөн -покрасоваться)
- Атай-олатайҙарҙың миҙалдарын нисек һаҡларға тейешбеҙ?
( Ҡәҙерләп, ҡомартҡы итеп һаҡларға
тейешбеҙ.)
Өй эше.
- Яҡшы,балалар, өй эшен яҙабыҙ. Һеҙ бөгөн дан билдәләрен күрҙегеҙ,
бәлки кемдеңдер өйөндә атай-олатайының орден-миҙалдары барҙыр. Рөхсәт итһәләр, дәрескә алып килеп күрһәтеп һөйләй алаһығыҙ. Һәм ниндәй ҙә булһа миҙалдың һүрәтен төшөрөп килегеҙ.
V. БАҺАЛАУ.
- Дәрес өсөн, уҡыусылар Һеҙгә ҙур рәхмәт, Яҡшы, тулы яуаптарығыҙ өсөн .
- Аҡыллы, илебеҙгә кәрәкле,батыр кешеләр булып үҫегеҙ.
Данды тағып булмай түшкә, (Славу невозможно носить как ме-
Кейеп булмай башҡа ла. даль.И невозможно надеть на го-
Изге рухы батырҙарҙың лову. Добрый дух героев хра-
Күңелдәрҙә һаҡлана. ниться в наших сердцах)
Егетлек бүрек кейеүҙә түгел, ә батырлыҡта, намыҫлы хеҙмәттә икән.