kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

??н?р??р. -сы/-се ял?ау?ары.

Нажмите, чтобы узнать подробности

Максат:

  1.  Д?рес этаптарында я?ы технологиялар ?улланыу. У?ыусылар?ы т?рл? ??н?р исемд?ре мен?н таныштырыу;
  2. ??н?р исемд?рен ??йл?мд? активлаштыру. Милли – т?б?к компоненттар        ?улланып,  балалар?ы? белем д?р?ж??ен, ?ы?ы??ыныусанлы?тарын ??тере?;
  3. Хе?м?т эй??ен? х?рм?т т?рби?л??, ??р ??н?р?е? м??им булыуын билд?л?п ?те?.
Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«??н?р??р. -сы/-се ял?ау?ары. »

                                        Тема:  Һөнәрҙәр.

Максат:

    1. Дәрес этаптарында яңы технологиялар ҡулланыу. Уҡыусыларҙы төрлө һөнәр исемдәре менән таныштырыу;

    2. Һөнәр исемдәрен һөйләмдә активлаштыру. Милли – төбәк компоненттар        ҡулланып,  балаларҙың белем дәрәжәһен, ҡыҙыҡһыныусанлыҡтарын үҫтереү;

    3. Хеҙмәт эйәһенә хөрмәт тәрбиәләү, һәр һөнәрҙең мөһим булыуын билдәләп үтеү.

 

Йыһаҙландырыу: 4 се  класс дәреслеге: Башҡорт теле. Х.А.Толомбаев, М.С.Дәүләтшина, магнитафон, карточкалар, компьютер, проектор, экран,тема буйынса презентация.


                                                         Дәрес барышы:

  1. Ойоштороу моменты. Слайд№1

Балалар менән иҫәнләшеү.

Хәйерле иртә, ағастар!

Хәйерле иртә,ҡоштар!

Хәйерле иртә, тәбиғәт!

Хәйерле иртә, дуҫтар!


  1. Фонетик күнекмә. Слайд №2

Кә-кә-кә, мин киләм мәктәпкә,

Ға-ға-ға, мин сығам таҡтаға,

Ты-ты-ты, мин алам китапты,

Де-де-де,өйрәнәм мин телемде


  1. Актуальләштерү.

- Уҡыусылар, бөгөн беҙҙе дәрестә күп эш көтә. Экранга

ҡарағыҙ әле. Был кем? Слайд№3

- почтальон, хат ташыусы(таҡтаға һүҙ эленә)

- Эйе, балалар. Был хат ташыусы Печкин. Ул бөгөн һеҙгә конверттар

биреп ҡалдырҙы. Унда биремдәр. Печкин Өфө ҡалаһында йәшәүсе уҡыусылар янына ашыға, ләкин юлда уны төрлө ҡаршылыҡтар көтә. Хат ташыусы Печкинға беҙҙең ярҙам кәрәк буласаҡ. Һеҙ булышырға әҙерме?

Уҡыусылар, дәресебеҙҙе башланыҡ. Дәфтәрҙәрҙе астыҡ, бөгөнгө

числоны яҙабыҙ.

  1. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.

  • Ә хәҙер беҙ С.Михалковтың “А что у Вас?” тигән шиғырындан

ҡыҫҡаса өҙөк тыңлап үтәйек. (Ике уҡыусы сыға).Слайд № 4

  • С лесенки ответил Вова:
    - Мама - летчик?
    Что ж такого?
    Вот у Коли, например,
    Мама - милиционер!
    А у Толи и у Веры
    Обе мамы - инженеры!
    А у Левы мама - повар!
    Мама-летчик?
    Что ж такого!

И спросила Нина тихо:
- Разве плохо быть портнихой?
Кто трусы ребятам шьет?
Ну, конечно, не пилот!
Летчик водит самолеты -
Это очень хорошо!
Повар делает компоты -
Это тоже хорошо.
Доктор лечит нас от кори,
Есть учительница в школе.

-Балалар, нисек уйлайһығыҙ, беҙ бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшербеҙ? ( һөнәрҙәр тураһында.) Теманы яҙып ҡуйыу.Слайд № 5

- Дөрөҫ! Һөнәрҙәр тураһында. Ниндәй һөнәрҙәр ишеттегеҙ? Һанап үтегеҙ. (повар, летчик, портной, доктор, учительница)

- Ә хәҙер ошо һөнәр исемдәрен башҡортса әйтеп ҡарайыҡ.

Слайд № 6-10

Повар- ашнаҡсы

Летчик-осоусы

Портной-тегенсе

Доктор-табип, доктор, врач

Учительница- уҡытыусы

  • Тағы ниндәй һөнәрҙәр беләһегеҙ? ( Яуаптар; төҙөүсе, һатыусы,

тәрбиәсе, эшсе һ.б.)

-Уҡыусылар, таҡтаға бирелгән һүҙҙәрҙе киренән уҡып сығығыҙ һәм әйтегеҙ, улар ҡайһы яҡтары менән оҡшаш?(яуаптар) Слайд № 11

Уҡытыусы, тегенсе,эшсе, һатыусы,тәрбиәсе. Слайд №12

-Дөрөҫ, уларҙың ялғауҙары бер төрлө.

Рус телендә аңлатыла

Слова, обозначающие профессии образованы при помощи окончаний –сы, -се. Если в слове есть твердые гласные (а, о, у, ы), то употребляется окончание –сы. Пример: һатыусы – продавец. Если же в слове мягкие гласные (и, е, э, ә,ө,ү), то окончание –се.

Пример: тәрбиәсе – воспитатель.

Окончание не употребляются в заимствованных словах.

Пример: инженер, агроном, банкир, экономист, архитектор.

  1. Яңы белемдәрҙе зиһенгә алыу, үҙләштереү.

  • Һеҙҙең алдығыҙҙа биремдәр менән карточкалар ята. Балалар, хат

ташыусы Печкинға беҙҙең ярҙам кәрәк. Уға йылға аша сығырға кәрәк. Йылғаның икенсе яғынан борамсыны саҡырайыҡ. Бының өсөн 1-се карточкалағы биремде үтәргә тейешбеҙ. Слайд №13

1–се карточканы ҡарайбыҙ.

Бирелгән һүҙҙәрҙән һөнәр исемдәре яһап яҙ. Слайд № 14

Эш

Бакса

Төҙөү

Трактор

Иген

Балыҡ

Футбол


- Молодцы! Был биремде эшләгәндә тағын ниндәй һөнәр эйәһе менән таныштыҡ? -Борамсы-паромщик (паром-борам).Таҡтаға эленә.

- Уҡыусылар, уҡыусы һүҙенә ҡарағыҙ әле. Слайд № 15 Уның ялғауы ниндәй? (Яуаптар.) Тимәк, һеҙҙең дә бәләкәс кенә һөнәрегеҙ бар. Һеҙ ниндәй эштәр башҡараһығыҙ? (Яуаптар.) Дөрөҫ. Ә инде үҫеп, үҙеңә теләгән һөнәрҙе һайлар өсөн, эшләр өсөн тырышып уҡырға кәрәк.

Физминутка:

Күрһәт  әле,  үҫкәнем

Нисек  һыйыр  һауалар?

Бына шулай,  бына  шулай

Шулай  һыйыр  һауалар.

Күрһәт  әле,  үҫкәнем

Нисек  бесән  сабалар?

Бына шулай,  бына  шулай

Шулай  бесән  сабалар.

Күрһәт  әле,  үҫкәнем

Нисек  машина  йөрөтәләр?

Бына шулай,  бына  шулай

Шулай  машина  йөрөтәләр.

Күрһәт  әле,  үҫкәнем

Нисек  итеп бейейҙәр?

Бына шулай,  бына  шулай

Шулай  итеп бейейҙәр.

-Хат ташыусы светофораға килеп еткән. Слайд № 16

Икенсе конверттағы биремде ҡарайыҡ. Текст менән эш. Дәреслектең 30-сы битен асабыҙ. 40-сы күнегеү.

-уҡыу

-тәржемә итеү

-һорауҙарға яуап биреү:

1. Ниндәй һөнәрҙәр осраны һеҙгә? Әйтеп китәйек.

2. Тексты аңладығыҙмы? Үҙебеҙҙе тикшереп ҡарайыҡ. Слайд № 17

Һөйләмдәр


Дөрөҫ

Ялған

  1. Уҡытыусы мәктәптә уҡыта.

+


  1. Эшсе фабрикала кейем тегә.


+

  1. Ашнаҡсы ауылда мал ҡарай.


+

  1. Врачтар больницала эшләй.

+


  1. Игенсе иген үҫтерә.

+



Ял минуты. Ребустар сисеү. Слайд № 18-23


-Тимәк, һәр һөнәр эйәһенең үҙ эш урыны була. Шулай уҡ һәр һөнәрҙең махсус эш ҡоралдары ла була. Ҡарағыҙ әле, балалар, был предметтар кемгә кәрәк. Слайд № 24-28

Балалар, хат ташыусы ярҙам һорай.

-Уны кем туҡтатҡан?

-Полиция. Слайд №29

-Ярҙам итәйек. 3-сө карточканы асабыҙ. Слайд № 30 Беренсе бағнала кем? тигән һорауға яуап бирә торған һүҙҙәр, ә икенсе бағанала-нимә эшләй? Уйлап ҡарағыҙ әле, балалар, уҡытыусы нимә эшләй? Уҡытыусы уҡыта һ.б. Дәфтәргә яҙҙырыу.

  1. Йомғаҡлау.

  • Балалар,беҙ бөгөн дәрестә бик күп һөнәрҙәр тураһында

һөйләштек. Ә нисек улайһығыҙ һөнәрҙең ҡайһыһы әһәмиәтлерәк, әйбәтрәк? Какая профессия самая значимая и важная? (Яуаптар.)

–Тимәк,уҡыусылар, бына шулай итеп әйтергә була. Бөтен эш тә әһәмиәтле, барыһы ла яҡшы. Все работы хороши, выбирай на вкус! Слайд№31

  • Ә хәҙер экранға ҡарайыҡ. Лото уйыны.

  • Киренән һөнәрҙәрҙе әйтеп сығыу. Слайд№ 32

  • Ҡайҙа эшләй? Һорауына яуап биреү. Слайд № 33


  1. Өйгә эш. Слайд № 34

  • Һөнәрҙәрҙе белдергән һүҙҙәрҙе ятларға;

  • Һөнәр исемдәре менән 5 һөйләм уйлап яҙырға;

  • “Минең ғаилә һөнәре” презентация;





Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Всем учителям

Категория: Уроки

Целевая аудитория: 4 класс

Скачать
??н?р??р. -сы/-се ял?ау?ары.

Автор: Нигматзянова Гулшат Фаузиевна

Дата: 23.11.2014

Номер свидетельства: 134574


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

Распродажа видеоуроков!
ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства