kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

А?мулла – я?тылы? йырсы?ы (д?рес пресс-конференция)

Нажмите, чтобы узнать подробности

Тема:  А?мулла – ??р заманда ха? мулла.

Ма?сат. М.А?мулланы? тормошо ??м ижады буйынса тулы м??л?м?т туп­лау; у?ыу­сылар­?ы? ?? аллы фекерл??ен, ижади м?мкинлект?рен ??тере?; к?ренекле ш?хест?р я?мышына, халы? тарихына ?арата ?ы?ы??ыныу уятыу; А?мулла ижад йо?онто?онда у?ыусылар?а белем, м??риф?тк? ынтылыш, ???еллек, ю?ары ?хла?и-???плелек, сафлы? т?рби?л??;

Йы?азландырыу:  М. А?мулланы? портреты; уны? тормош юлын, ижадын са?ылдырыусы к?рг??м?, А?мулла тура?ында сы??ан г?зит-журналдар?ан туплан?ан материалдар; карта.

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«А?мулла – я?тылы? йырсы?ы (д?рес пресс-конференция)»

Башҡортостан Республикаһы Илеш районы муниципаль районы

Карабаш ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе

муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеһы








Аҡмулла – һәр заманда хаҡ мулла

(дәрес пресс-конференция)







Башҡорт теле һәм әҙәбиәте

уҡытыусыһы Камалова

Фәнзилә Фаид ҡыҙы



2016

Тема: Аҡмулла – һәр заманда хаҡ мулла.

Маҡсат. М.Аҡмулланың тормошо һәм ижады буйынса тулы мәғлүмәт туп­лау; уҡыу­сылар­ҙың үҙ аллы фекерләүен, ижади мөмкинлектәрен үҫтереү; күренекле шәхестәр яҙмышына, халыҡ тарихына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу; Аҡмулла ижад йоғонтоһонда уҡыусыларҙа белем, мәғрифәткә ынтылыш, ғәҙеллек, юғары әхлаҡи-әҙәплелек, сафлыҡ тәрбиәләү;

Йыһазландырыу: М. Аҡмулланың портреты; уның тормош юлын, ижадын сағылдырыусы күргәҙмә, Аҡмулла тураһында сыҡҡан гәзит-журналдарҙан тупланған материалдар; карта.



Дәрес барышы

  1. Ойоштороу мәле: Һаумыһығыҙ! Хәйерле иртә! Ултырығыҙ!


Уҡытыусы: Бөгөнгө дәрес темаһының етдилеге дәрес формаһының да етди булыуын талап итә. Шуға күрә дәресте дәрес пресс- конференция формаһында үткәрәбеҙ. Пресс-конференция булғас, дәрестә матбуғат вәкилдәре лә ҡатнашырға тейеш. Бөгөнгө дәресебеҙҙә хәбәрселәр һәм журналистар ҙа үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашыр. Әңгәмәбеҙҙең төп фекерен яҙып барырға кәрәк буласаҡ, сөнки һуңынан дәрестә алынған мәғлүмәтте һәр матбуғат баҫмаһы үҙенең биттәрендә мотлаҡ сағылдырырға тейеш буласаҡ. Әйҙәгеҙ, пресс-конференцияны башлайбыҙ. Уның темаһы:

 ( Аҡмулланың портреты күрһәтелә. Ф. Рәхимғолованың шиғыр юлдары экранда яҙыла.)

Бик йәштән үк ата йортон

Мәжбүр булдың ташларға,

Халыҡтар араһына сығып,

Яңы тормош башларға.

Эй, Аҡмулла, Аҡмулла,

Сәсән телле бер мулла.

Яһилға һин дау  мулла,

Халҡыңа һин аҡ мулла.

(Ф.Рәхимғолова).










Уҡыусылар яуаптары: ( М. Аҡмулла тураһында)

М.Аҡмулла – һәр заманда хаҡ мулла.


Уҡытыусы: Әйе, уҡыусылар бөгөн беҙ мәғрифәтсе - шағир, яҡтылыҡ йырсыһы Мифтахетдин Аҡмулла тураһында һүҙ алып барасаҡбыҙ. Аҡмулла XIX быуаттың II яртыһында ижад итеп, шиғри әҫәр­ҙәре бөгөнгәсә һаҡланған, халҡы күңелендә юйылмаҫлыҡ тәрән эҙ ҡалдырған, ғалимдар, яҙыу­сылар, әҙәбиәт һөйөү­селәр­ҙә оло ихтирам һәм ҡыҙыҡһы­ныу уятҡан был шәхестең тормошо, яҙмышы нисек бул­ған? Ни өсөн уның шиғриәте бөгөн­гө уҡыу­сы күңеленә лә яҡын? Дәрестә ошо һорауҙарға яуап эҙләрбеҙ.

Ә хәҙер ошо бирелгән шиғырҙы анализлап китәйек.

(Уның атаһыҠамалетдин ауыл муллаһы була. Йәштән үк йәтим ҡала. Үҙ әсәһе Өммөгөлсөм үлеп, үгәй әсәҡулында ҡалғас, Мифтәхетдингә атаһының ишле ғаиләһендә ят бауыр хәлендә ҡыйырһытылып, төрлө ауырлыҡтар, кәмһетелеүҙәр татып үҫәргә тура килә. Шуға шиғырҙа “бик йәшләй ата йортон ташларға мәжбүр булдың”, тип яҙылғандыр. Мәҙрәсәлә уҡыу дәүерендә ул дини тәғлимәткә ҡарағанда, уҙалдына фарсы, ғәрәп телле классик әҙәбиәтте өйрәнеүгә нығырак күңел бирә, һәм, улар буйынса заманы өсөн төплө белем алып, мәргәндәрҙе танырлык хәлебеҙ бар, тиеп әйтерлек дәрәжәгә ирешә. Бына уның өсөн “яңы тормош” һыҙаттары.)

Һүҙлек эше ойоштороу:

Яһил (ғәр.) – 1) аҫтыртын, үтә ныҡ уҫал; яуыз;

2) наҙан, уҡымаған, белемһеҙ.

Дау – 1) дәғүәле тауыш, ыҙғыш: дау ҡубыу;

2) шау-шыулы оло талаш, әрләш.



Уҡытыу­сы. Ә хәҙер һүҙҙе матбуғат вәкилдәренә бирәбеҙ. Улар менән берлектә Аҡмулла ижадына байҡау яһарбыҙ, үҙебеҙҙе борсоған һорауҙарға яуап та табарбыҙ. Беренсе һүҙ «Йәшлек” гәзите хәбәрсеһенә. Рәхим итегеҙ.

М. Аҡмулла һүрәтенә

ҡағылышлы ниҙәр беләһегеҙ?

Уҡытыу­сы. Эш барышында һеҙҙе тынғыһыҙ шағир, мәғрифәтсе М.Аҡмулла образы оҙатып барыр. (Ҡабаттан Аҡмулланың портреты һәр бер һорау слайдында күрһәтелә.)

“Йәшлек” гәзите хәбәрсеһе:

М. Аҡмулланың һүрәте – хыял һәм фантазия емеше, тиергә була, сөнки ул үҙе иҫән саҡта уның рәсеме төшөрөлмәгән. Ислам дине буйынса кешенең һүрәтен эшләү бөтөнләй тыйылған.

М.Аҡмулланы уның бер туған ҡус­тыһы Әхмәҙигә оҡшаған, тиҙәр. 1981 йылда баш­ҡорт ғалимдары һәм тикшеренеүселәре Ә. Вилданов, Р. Шәкүр, антрополог Ринат Йосопов, халыҡ рәссамы Зилфәт Басиров булған материалдар­ҙы туплап, тикшерәләр. Аҡмулланың тышҡы ҡиәфәте күҙҙаллана һәм уның тәүге портреты тыуа.

Портретты яҙғанда автор З.Басиров Дим буйы, мең ырыуы башҡорттарына хас булған һыҙаттарға нығыраҡ туҡтала. М.Аҡмулла портретта аҡыллы, уйсан ҡарашлы, ҡаштары һынылып тора, матур тура танаулы, нәҙегерәк иренле, бәләкәй һаҡаллы. Ул өҫтөнә баш­ҡорт кейеме кейгән, башына сәллә ураған.

1831 йыл, Туҡһанбай.  

Ошо осорға, ата-әсәһенә

ҡағылышлы ниҙәр

билдәле?

Уҡытыу­сы. Һүҙ «Киске Өфө» хәбәрсеһенә:

«Киске Өфө” ижтимағый-сәйәси-мәҙәни гәзите хәбәрсеһе: 

Олатаһы Ишҡужа Ишбулдин ауылдың указлы муллаһы була, атаһы – Камалетдин Ишҡужа улы, әсәһе – Бибиөммөгөлсөм Сәлимйән ҡыҙы. Мифтахетдин күмәк балалы ғаиләлә үҫә. Ул осор материалдары буйынса, Туҡһанбайҙа йорттар һаны 15 – 20-нән артмаған. Күп йәш ғаиләләр башҡа сыҡмай, ата-әсәһе, туғандары менән йәшәүҙе хуп күргән, сөнки был осор­ҙа баш­ҡорттарға күп феодаль һалым­дар түләргә тура килгән, ә уны йән башына түгел, һәр хужалыҡҡа һал­ғандар.


1848 – 1851 йылдар.

Белем алыуы

Уҡытыу­сы. Һүҙ «Аманат» хәбәрсеһенә:

«Аманат” журналы хәбәрсеһе:

Мифтахетдин тәү белемде үҙ ауылында, унан күрше ауылда, Лоҡман мулла мәҙрәсәһендә ала. Артабан Мәнәүезтамаҡ һәм Әсән мәҙрәсәләрендә уҡый. 1850 йылдың февраленән алып июненә тиклем 19 йәшлек Мифтахетдин төрмәлә була. Сәбәбен хәрби хеҙмәттән баш тартыу булғандыр, тип фараз ителә, сөнки кантонлыҡ системаһы осоронда һәр баш­ҡорт 19 йәштән хәрби хеҙмәткә алынырға һәм оҙайлы хеҙмәт итергә тейеш булған.

Кантонлыҡ системаһы осоро

ҡайһы йылдар­ҙы үҙ эсенә ала?

 Уҡытыу­сы.  «Ватандаш» хәбәрсеһедауам итә:

“Ватандаш” журналы хәбәрсеһе:

1798 – 1865 йылдар. Был, моғайын, тарихи дөрөҫлөккә тап киләлер, сөнки 1867 йылда дошмандары тап ошо фактты – уның хәрби хеҙмәттән баш тартыуын сәбәп итеп, төрмәгә ултырта.

М.Аҡмулла ҡаҙаҡтар араһында үҙен Мөхәмәтйәр исемле ҡаҙаҡ улымын, тип таныштыра. Аҡмулла – ҡаҙаҡ, тигән версия ошонан килеп сыға. З.Рәсүлев М.Аҡмулланың ҡәбер ташына «атаһы Мөхәмәтйәр, тәрбиәләүсе атаһы Камалетдин» тигән яҙыу яҙҙыртҡанда ла ошо уҡ фактҡа таяна, буғай. Ҡаҙаҡ ғалимдары Д.Ҡасҡынбаев, С.Сәй­фуллиндар ҙа был версияны ҡулланып, Аҡмулланы ҡаҙаҡ тип иҫбатлай. Р. Шәкүр үҙ хеҙмәтендә ошондай йүнәлештәге эштәр­ҙең әле лә булыуы тураһында борсолоу белдерә. 

Ваҡыт үтә килә, баш­ҡорт ғалимдары Р.Шәкүр, Ә.Вилданов, Ә.Әсфән­диәров, С.Галиндар­ҙың эҙлә­неү­­ҙәре һөҙөмтәһендә, уның ысын атаһы – Камалетди­н Ишҡужа улы икәнлеге иҫбатлана.

1853 – 1866 йылдар.

Уҡытыу­сы. Һүҙҙе «Башҡортостан» хәбәрсеһе ала:

«Башҡортостан” ижтимағи сәйәси гәзите хәбәрсеһе: 

М.Аҡмулла Стәрлебаш мәҙрәсәһендә суфый шағир Шәмсетдин Зәки менән таныша, уның дәрестәрен тыңлай. Ләкин был мәҙрәсә лә М.Аҡмулланы ҡәнәғәтләндермәй. Аҙаҡ ул «Мәжлесенә ҡарай ғына» шиғырында ошолай яҙа:

Фәҡирлектән артыҡ фән күрә алманыҡ,

Шәһәр сығып, алыҫ яҡҡа йөрөй алманыҡ.

Мәргәндәр­ҙе танырлыҡ хәлебеҙ бар,

Шул сәбәптән сабыр ҡылып тора алманыҡ.

Ул заман китап ҡайҙа был замандай,

Йөрөйөм тәрән ер­ҙән һыу ала алмай,

Бер шәриҡ ҡалын китап уҡып торһа,

Ҡыҙығып, мин фәҡир­ҙең күҙе аландай.

М.Аҡмулла был осор­ҙа Ырымбур, Троицк, Күксәтәү ҡалаларында һәм шул тирәләге баш­ҡорт, ҡаҙаҡ ауылдарында йәшәй. (М.Аҡмулла йәшәгән ер­ҙәр картанан күрһәтелә.)

Ул балта оҫтаһы, уҡымышлы мулла булып таныла. Хаҡ, тура һүҙле булғаны өсөн ҡаҙаҡтар уны яратып, Аҡмулла тип исем бирә. 

М.Аҡмулла үҙ заманы өсөн прогрессив ҡарашлы уҡытыу­сы булараҡ, балаларға дәресте үҙ телендә аңлатыуҙы маҡсат итеп ҡуя, ҡаҙаҡҡа – ҡаҙаҡса, баш­ҡортҡа баш­ҡортса һөйләй. Шиғыр­ҙарында прогресҡа ынтылыш ярылып ята.

 Татлы телдең төбө шәрбәт, мөләйем.

Тибрәһен шул шәрбәт телем һәр даим.

Бир­ҙең, тәңрем, телде беҙгә һөйлә, тип,

Тура юлға телде шуға әйҙәйем!

 Хәл етһә, төрлө фәнде күргән яҡшы,

Камилдар ҡатарына кергән яҡшы.

Русса уҡып ҡына түгел белмәк,

Хәл килһә, французса белгән яҡшы.

Уҡытыусы. 1867 – 1871 йылдар. 

Нахаҡ рәнйетелгән М.Аҡмулла «Урыным – зиндан» шиғырын яҙа. (Шиғырҙан өҙөк тасуири уҡыла.)

Уҡытыу­сы. Уҡыусылар һеҙ һәр берегеҙ шиғырҙы тулыһынса уҡынығыҙ. Әйтегеҙ әле, шиғыр­ҙың ҡайһы юлдарынд­а дошмандарына асыуы, нәфрәте сағыла? (8, 17, 18, 19, 20-се юлдарынд­а.)

Халыҡтың Аҡмуллаға мөхәббәте шул тиклем көслө була, улар уны ярата, хөрмәт итә. Әхмәтбай Баҡиров исемле кеше уны порукаға алып, төрмәнән ҡотҡара. Ҡотҡарылғандан һуң да әле ул 2 йыл арестант ротаһында ҡалырға тейеш була. Ғатаулла Баязитов менән Ғәбиҙулла Йыһангировҡа барып, император Александр II исеменә прошение яҙалар, 2 мең һум аҡса түләйҙәр һәм М.Аҡмулла арестант ротаһынан да ҡотҡарыла.

1889-94 йылдар М.Аҡмулла

ижадында ни менән әһәмиәтле?

Уҡытыу­сы. Һүҙ «Ағиҙел” журналы хәбәрсеһенә:

«Ағиҙел” әҙәби-нәфис һәм ижтимағи-сәйәси журнал хәбәрсеһе: М.Аҡмулла татар мәғрифәтсеһе, ғалим-реформаторы Ш.Мәржәнигә арнап мәрҫиә ижад итә. Әҫәр тәүҙә мәдхиә итеп яҙыла, аҙаҡ Ш.Мәржәниҙең вафат булыуы сәбәпле мәр­ҫиәгә үҙгәртелә. (Ш.Мәржәниҙең рәсеме күрһәтелә.)

1892 йылда Ҡазанда баҫылған бары 15 битлек «Ш.Мәржәни мәрҫиәһе» – шағир үҙе иҫән саҡта сыҡҡан бер­ҙән-бер китабы. (Әҫәр­ҙән өҙөк тасуири уҡыла.)

1892 йылда 61 йәшлек сағында М.Аҡмулла Сәғирә Юлдыбаева исемле йәш баш­ҡорт ҡыҙына өйләнә. Ул – М.Аҡмулланың никахлашҡан бер­ҙәм-бер ҡатыны. 

Ләкин Сәғирә, ике йыл бергә йәшәгәндән һуң, унан баш тарта. Һөләймән ҡыҙы Сәғирәгә илгиҙәр шағир­ҙың тормошо оҡшамай, күрәһең, М.Аҡмулла был ваҡытта еңел арбаһында ауылдан-ауыл­ға йөрөп, ғилемгә өндәп, ҡаҙаҡҡа ла, баш­ҡортҡа ла, бер­ҙәй үк мәғрифәт йырын йырлай. Ауырлыҡтан, тигеҙһеҙлектән сығыу, яҡшы тормошҡа ирешеү юлдарын ул белемдә күрә.

1894 йылда мәғрифәтсе тормошонда ҙур осрашыу булла. М.Аҡмулла Өфөгә килеп, Р.Фәхретдинов менән осраша. Мәжлестә М.Өмөтбаев менән икеһе әйтеш ойошторалар. Матур, үҙенсәлекле шиғри бәйге өлгөһө, үкенескә ҡаршы, һаҡланмаған.

Р.Фәхретдинов М.Аҡмуллаға китабын сығарышырға яр­ҙам итергә теләй, тик М.Аҡмулла эште аҙаҡҡараҡ ҡалдырыуҙы хуп күрә.

Уҡытыусы: «Баш­ҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!» шиғыры 1931 йылда табыла. Белем нуры һибеүсе мәғрифәтсе М.Аҡмулла үҙ осоро өсөн яҡтылыҡ һибеүсе шәм була.

Уҡыусылар был өҙөк уның ҡайһы әҫәренән:

Етенсе ҡиммәт нәмә — ихлас, тигән*,
Ихласһыҙҙың эше ҡабул булмаҫ, тигән.
Аҡыллылар ошо һүҙҙе белһә кәрәк:
Иман, аҡыл, әҙәп, ихлас — юлдаш, тигән.

Яуаптар: Нәсихәттәр шиғыры, бөгөнгө көндә лә актуаль проблемаларҙы күтәрә. Аҡмулланың һүҙҙәре хаҡ булыуын раҫлай.( "Нәсихәттәрҙә”кеше өсөн иң кәрәкле сифаттар бер бер артлы атап бирелә.)

Ә хәҙер беҙ һеҙҙең менән дәресебеҙҙең икенсе өлөшөнә күсәбеҙ. Викторина һорауҙарына яуап бирәйек. Был һорауҙарға яуап биреп, М. Аҡмулла ижады буйынса алған белемдәрегеҙҙе күрһәтерһегеҙ тип ышанам. Эште төркөмдәрҙә эшләйбеҙ.

Һорауҙар:

М. Аҡмулла нисәнсе йылдарҙа йәшәгән? (1831-1895).

Ул ниндәй мәҙрәсәләрҙә белем алған? (Туҡһанбайҙа, Мәнәүеҙтамаҡта, Әнәстә, Стәрлебашта, Троицкиҙа).

Ни өсөн уны Аҡмулла тип атайҙар? (Ҡаҙаҡтар уға тура һүҙлелеге, уҡымышлылығы өсөн Аҡмулла исемен бирәләр).

Әҙиптең ниндәй шиғырҙарын беләһегеҙ? (“Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!”, “Минең ятҡан урыным – зиндан”, “Нәсихәттәр”, “Бәхет”, “Тиһеңме?”, “Донъя”, “Көн”, “Көҙ” һ.б.).

Аҡмулла ҡайҙа ерләнгән? (Миәс ҡалаһында).

“Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” шиғырынан бер өҙөк һөйләгеҙ.

Аҡмулла премияһы лауреаттары кемдәр? (Р.Шәкүр, Ә. Вәхитов, З.Басыров, Р.Сәхәүетдинова, З. Исмәғилев, Р. Солтангәрәева).

Аҡмулланың исемен мәңгеләштереү өсөн республикала нимәләр эшләнгән? (1981 йылда Туҡһанбай ауылында М. Аҡмулла музейы асылды, 1980 йылда Миәкә район Советы ҡарары менән М. Аҡмулла исемендәге премия булдырылды, “Башҡортостан” киностудияһы “Аҡмулла” тигән документаль фильм төшөрҙө, З. Исмәғилев И. Дилмөхәмәтов либреттоһына “Аҡмулла” операһын яҙҙы).

Өфөләге ҡайһы уҡыу йорто Аҡмулла исемен йөрөтә? (Өфөлә, БДПУ)

Аҡмулла мөрәжәғәт иткән жанр (ҡобайыр).

“Һин дә инде һәнәргә ынтыл, хәрәкәт ҡыл,

Талпынып һөнәр өсөн бындай саҡта!...” Был юлдар ҡайһы шиғырҙан? (“Уяныу”).

“Нәсихәттәр” шиғырындағы етенсе ҡиммәт нәмә? (ихлас).

Аҡмулла ижадының төп темаһы (мәғрифәтселек).

Уҡытыусы: Эш тамам булғас, төркөмдәр яуаптар менән алмашына, төркөм етәкселәре алмашлап дөрөҫ яуаптарҙы әйтә. Һанай барабыҙ, билдәләребеҙҙе ҡуябыҙ.

IV. Йомғаҡлау.

Уҡытыу­сы. Беҙ пресс – конференцияла ниндәй проблема күтәрҙек? (Аҡмулланың әҫәрҙәрендә әйтелгән һүҙҙәрҙең һәр ваҡытта ла, һәр кемгәлә дөрөҫ әйтелеүен иҫбат иттек),

- Кемдәр булып сығыш яһанығыҙ?

- Ниндәй эш төрҙәренә өйрәндегеҙ? (Хәбәрселәр, журналистар, тарихсы булып эшләргә)

М.Аҡмулла йондоҙо, уның шиғриәте йылдан-йыл сағыуыраҡ балҡый. Ул, М.Горькийҙың үҙ йөрәген йолҡоп алып, факел итеп яндырғ­ан Данкоһы шикелле, ғүмерен халҡына арнай, ауыр һәм ҡараңғы замандар­ҙа тынмайынса мәғрифәт йырын йырлай. Шуға ла уның исеме халыҡ хәтерендә, халыҡ уйында. Аҡмулла- һәр заман өсөн дә хаҡ һүҙҙәр яҙып ҡалдырған мулла.

Аҡмулланың хаҡ һүҙҙәре

Бөгөн дә бик ҡәҙерле.

Өгөт - нәсихәттәре лә

Беҙҙең өсөн фәһемле.







Ҡулланылған әҙәбиәт:

1. www.akmulla.ru М.Аҡмулла тураһында сайт.

2. Вильданов Ә.Х. Аҡмулла. (Мифтахетдин Аҡмулланың шиғырҙары башҡорт телендә), Өфө - 1981

3.Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: Рус мәктәптәренең 9-сы класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге .-Өфө: Китап, 2006.

4.Башҡорт шиғриәте антологияһы. Боронғонан алып 20-се быуат аҙағына тиклем осор.-Өфө:Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 2001.

5. Аҡмулла. Шиғырҙар.-Өфө:Китап,2006.

6.Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 2 том. 19-20-се быуат башы әҙәбиәте.-Өфө:Башҡортостан Китап нәшриәте, 1990.

7.Рәшит Шәкүр. Шағир юлы Туҡһанбайҙан башлана. “Ағиҙел” журналы,1981-10, 103-112 биттәр.

8.Әхәт Вилданов. Шағир сәскән шиғри ғәүһәрҙәр. “Ағиҙел” журналы, 1981-11, 95-99 биттәр.

9.Әнүәр Әсфәндиәров. Тарихи документтар эҙенән. “Ағиҙел” журналы,

1981-11, 100-105 биттәр.




Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Всем учителям

Категория: Уроки

Целевая аудитория: 9 класс

Скачать
А?мулла – я?тылы? йырсы?ы (д?рес пресс-конференция)

Автор: Камалова Фанзиля Фаидовна

Дата: 14.04.2016

Номер свидетельства: 318782


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

Распродажа видеоуроков!
ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства