Башҡортостан Республикаһы Илеш районы муниципаль районы
Карабаш ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе
муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеһы
Аҡмулла – һәр заманда хаҡ мулла
(дәрес пресс-конференция)
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте
уҡытыусыһы Камалова
Фәнзилә Фаид ҡыҙы
2016
Тема: Аҡмулла – һәр заманда хаҡ мулла.
Маҡсат. М.Аҡмулланың тормошо һәм ижады буйынса тулы мәғлүмәт туплау; уҡыусыларҙың үҙ аллы фекерләүен, ижади мөмкинлектәрен үҫтереү; күренекле шәхестәр яҙмышына, халыҡ тарихына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу; Аҡмулла ижад йоғонтоһонда уҡыусыларҙа белем, мәғрифәткә ынтылыш, ғәҙеллек, юғары әхлаҡи-әҙәплелек, сафлыҡ тәрбиәләү;
Йыһазландырыу: М. Аҡмулланың портреты; уның тормош юлын, ижадын сағылдырыусы күргәҙмә, Аҡмулла тураһында сыҡҡан гәзит-журналдарҙан тупланған материалдар; карта.
Дәрес барышы
Ойоштороу мәле: Һаумыһығыҙ! Хәйерле иртә! Ултырығыҙ!
Уҡытыусы: Бөгөнгө дәрес темаһының етдилеге дәрес формаһының да етди булыуын талап итә. Шуға күрә дәресте дәрес пресс- конференция формаһында үткәрәбеҙ. Пресс-конференция булғас, дәрестә матбуғат вәкилдәре лә ҡатнашырға тейеш. Бөгөнгө дәресебеҙҙә хәбәрселәр һәм журналистар ҙа үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашыр. Әңгәмәбеҙҙең төп фекерен яҙып барырға кәрәк буласаҡ, сөнки һуңынан дәрестә алынған мәғлүмәтте һәр матбуғат баҫмаһы үҙенең биттәрендә мотлаҡ сағылдырырға тейеш буласаҡ. Әйҙәгеҙ, пресс-конференцияны башлайбыҙ. Уның темаһы:
( Аҡмулланың портреты күрһәтелә. Ф. Рәхимғолованың шиғыр юлдары экранда яҙыла.)
Бик йәштән үк ата йортон Мәжбүр булдың ташларға, Халыҡтар араһына сығып, Яңы тормош башларға. Эй, Аҡмулла, Аҡмулла, Сәсән телле бер мулла. Яһилға һин дау мулла, Халҡыңа һин аҡ мулла. (Ф.Рәхимғолова). |
Уҡыусылар яуаптары: ( М. Аҡмулла тураһында)
М.Аҡмулла – һәр заманда хаҡ мулла. |
Уҡытыусы: Әйе, уҡыусылар бөгөн беҙ мәғрифәтсе - шағир, яҡтылыҡ йырсыһы Мифтахетдин Аҡмулла тураһында һүҙ алып барасаҡбыҙ. Аҡмулла XIX быуаттың II яртыһында ижад итеп, шиғри әҫәрҙәре бөгөнгәсә һаҡланған, халҡы күңелендә юйылмаҫлыҡ тәрән эҙ ҡалдырған, ғалимдар, яҙыусылар, әҙәбиәт һөйөүселәрҙә оло ихтирам һәм ҡыҙыҡһыныу уятҡан был шәхестең тормошо, яҙмышы нисек булған? Ни өсөн уның шиғриәте бөгөнгө уҡыусы күңеленә лә яҡын? Дәрестә ошо һорауҙарға яуап эҙләрбеҙ.
Ә хәҙер ошо бирелгән шиғырҙы анализлап китәйек.
(Уның атаһыҠамалетдин ауыл муллаһы була. Йәштән үк йәтим ҡала. Үҙ әсәһе Өммөгөлсөм үлеп, үгәй әсәҡулында ҡалғас, Мифтәхетдингә атаһының ишле ғаиләһендә ят бауыр хәлендә ҡыйырһытылып, төрлө ауырлыҡтар, кәмһетелеүҙәр татып үҫәргә тура килә. Шуға шиғырҙа “бик йәшләй ата йортон ташларға мәжбүр булдың”, тип яҙылғандыр. Мәҙрәсәлә уҡыу дәүерендә ул дини тәғлимәткә ҡарағанда, уҙалдына фарсы, ғәрәп телле классик әҙәбиәтте өйрәнеүгә нығырак күңел бирә, һәм, улар буйынса заманы өсөн төплө белем алып, мәргәндәрҙе танырлык хәлебеҙ бар, тиеп әйтерлек дәрәжәгә ирешә. Бына уның өсөн “яңы тормош” һыҙаттары.)
Һүҙлек эше ойоштороу:
Яһил (ғәр.) – 1) аҫтыртын, үтә ныҡ уҫал; яуыз; 2) наҙан, уҡымаған, белемһеҙ. Дау – 1) дәғүәле тауыш, ыҙғыш: дау ҡубыу; 2) шау-шыулы оло талаш, әрләш. |
Уҡытыусы. Ә хәҙер һүҙҙе матбуғат вәкилдәренә бирәбеҙ. Улар менән берлектә Аҡмулла ижадына байҡау яһарбыҙ, үҙебеҙҙе борсоған һорауҙарға яуап та табарбыҙ. Беренсе һүҙ «Йәшлек” гәзите хәбәрсеһенә. Рәхим итегеҙ.
М. Аҡмулла һүрәтенә ҡағылышлы ниҙәр беләһегеҙ? |
Уҡытыусы. Эш барышында һеҙҙе тынғыһыҙ шағир, мәғрифәтсе М.Аҡмулла образы оҙатып барыр. (Ҡабаттан Аҡмулланың портреты һәр бер һорау слайдында күрһәтелә.)
“Йәшлек” гәзите хәбәрсеһе:
М. Аҡмулланың һүрәте – хыял һәм фантазия емеше, тиергә була, сөнки ул үҙе иҫән саҡта уның рәсеме төшөрөлмәгән. Ислам дине буйынса кешенең һүрәтен эшләү бөтөнләй тыйылған.
М.Аҡмулланы уның бер туған ҡустыһы Әхмәҙигә оҡшаған, тиҙәр. 1981 йылда башҡорт ғалимдары һәм тикшеренеүселәре Ә. Вилданов, Р. Шәкүр, антрополог Ринат Йосопов, халыҡ рәссамы Зилфәт Басиров булған материалдарҙы туплап, тикшерәләр. Аҡмулланың тышҡы ҡиәфәте күҙҙаллана һәм уның тәүге портреты тыуа.
Портретты яҙғанда автор З.Басиров Дим буйы, мең ырыуы башҡорттарына хас булған һыҙаттарға нығыраҡ туҡтала. М.Аҡмулла портретта аҡыллы, уйсан ҡарашлы, ҡаштары һынылып тора, матур тура танаулы, нәҙегерәк иренле, бәләкәй һаҡаллы. Ул өҫтөнә башҡорт кейеме кейгән, башына сәллә ураған.
1831 йыл, Туҡһанбай. Ошо осорға, ата-әсәһенә ҡағылышлы ниҙәр билдәле? |
Уҡытыусы. Һүҙ «Киске Өфө» хәбәрсеһенә:
«Киске Өфө” ижтимағый-сәйәси-мәҙәни гәзите хәбәрсеһе:
Олатаһы Ишҡужа Ишбулдин ауылдың указлы муллаһы була, атаһы – Камалетдин Ишҡужа улы, әсәһе – Бибиөммөгөлсөм Сәлимйән ҡыҙы. Мифтахетдин күмәк балалы ғаиләлә үҫә. Ул осор материалдары буйынса, Туҡһанбайҙа йорттар һаны 15 – 20-нән артмаған. Күп йәш ғаиләләр башҡа сыҡмай, ата-әсәһе, туғандары менән йәшәүҙе хуп күргән, сөнки был осорҙа башҡорттарға күп феодаль һалымдар түләргә тура килгән, ә уны йән башына түгел, һәр хужалыҡҡа һалғандар.
1848 – 1851 йылдар. Белем алыуы |
Уҡытыусы. Һүҙ «Аманат» хәбәрсеһенә:
«Аманат” журналы хәбәрсеһе:
Мифтахетдин тәү белемде үҙ ауылында, унан күрше ауылда, Лоҡман мулла мәҙрәсәһендә ала. Артабан Мәнәүезтамаҡ һәм Әсән мәҙрәсәләрендә уҡый. 1850 йылдың февраленән алып июненә тиклем 19 йәшлек Мифтахетдин төрмәлә була. Сәбәбен хәрби хеҙмәттән баш тартыу булғандыр, тип фараз ителә, сөнки кантонлыҡ системаһы осоронда һәр башҡорт 19 йәштән хәрби хеҙмәткә алынырға һәм оҙайлы хеҙмәт итергә тейеш булған.
Кантонлыҡ системаһы осоро ҡайһы йылдарҙы үҙ эсенә ала? |
Уҡытыусы. «Ватандаш» хәбәрсеһедауам итә:
“Ватандаш” журналы хәбәрсеһе:
1798 – 1865 йылдар. Был, моғайын, тарихи дөрөҫлөккә тап киләлер, сөнки 1867 йылда дошмандары тап ошо фактты – уның хәрби хеҙмәттән баш тартыуын сәбәп итеп, төрмәгә ултырта.
М.Аҡмулла ҡаҙаҡтар араһында үҙен Мөхәмәтйәр исемле ҡаҙаҡ улымын, тип таныштыра. Аҡмулла – ҡаҙаҡ, тигән версия ошонан килеп сыға. З.Рәсүлев М.Аҡмулланың ҡәбер ташына «атаһы Мөхәмәтйәр, тәрбиәләүсе атаһы Камалетдин» тигән яҙыу яҙҙыртҡанда ла ошо уҡ фактҡа таяна, буғай. Ҡаҙаҡ ғалимдары Д.Ҡасҡынбаев, С.Сәйфуллиндар ҙа был версияны ҡулланып, Аҡмулланы ҡаҙаҡ тип иҫбатлай. Р. Шәкүр үҙ хеҙмәтендә ошондай йүнәлештәге эштәрҙең әле лә булыуы тураһында борсолоу белдерә.
Ваҡыт үтә килә, башҡорт ғалимдары Р.Шәкүр, Ә.Вилданов, Ә.Әсфәндиәров, С.Галиндарҙың эҙләнеүҙәре һөҙөмтәһендә, уның ысын атаһы – Камалетдин Ишҡужа улы икәнлеге иҫбатлана.
Уҡытыусы. Һүҙҙе «Башҡортостан» хәбәрсеһе ала:
«Башҡортостан” ижтимағи сәйәси гәзите хәбәрсеһе:
М.Аҡмулла Стәрлебаш мәҙрәсәһендә суфый шағир Шәмсетдин Зәки менән таныша, уның дәрестәрен тыңлай. Ләкин был мәҙрәсә лә М.Аҡмулланы ҡәнәғәтләндермәй. Аҙаҡ ул «Мәжлесенә ҡарай ғына» шиғырында ошолай яҙа:
Фәҡирлектән артыҡ фән күрә алманыҡ,
Шәһәр сығып, алыҫ яҡҡа йөрөй алманыҡ.
Мәргәндәрҙе танырлыҡ хәлебеҙ бар,
Шул сәбәптән сабыр ҡылып тора алманыҡ.
Ул заман китап ҡайҙа был замандай,
Йөрөйөм тәрән ерҙән һыу ала алмай,
Бер шәриҡ ҡалын китап уҡып торһа,
Ҡыҙығып, мин фәҡирҙең күҙе аландай.
М.Аҡмулла был осорҙа Ырымбур, Троицк, Күксәтәү ҡалаларында һәм шул тирәләге башҡорт, ҡаҙаҡ ауылдарында йәшәй. (М.Аҡмулла йәшәгән ерҙәр картанан күрһәтелә.)
Ул балта оҫтаһы, уҡымышлы мулла булып таныла. Хаҡ, тура һүҙле булғаны өсөн ҡаҙаҡтар уны яратып, Аҡмулла тип исем бирә.
М.Аҡмулла үҙ заманы өсөн прогрессив ҡарашлы уҡытыусы булараҡ, балаларға дәресте үҙ телендә аңлатыуҙы маҡсат итеп ҡуя, ҡаҙаҡҡа – ҡаҙаҡса, башҡортҡа башҡортса һөйләй. Шиғырҙарында прогресҡа ынтылыш ярылып ята.
Татлы телдең төбө шәрбәт, мөләйем.
Тибрәһен шул шәрбәт телем һәр даим.
Бирҙең, тәңрем, телде беҙгә һөйлә, тип,
Тура юлға телде шуға әйҙәйем!
Хәл етһә, төрлө фәнде күргән яҡшы,
Камилдар ҡатарына кергән яҡшы.
Русса уҡып ҡына түгел белмәк,
Хәл килһә, французса белгән яҡшы.
Уҡытыусы. 1867 – 1871 йылдар.
Нахаҡ рәнйетелгән М.Аҡмулла «Урыным – зиндан» шиғырын яҙа. (Шиғырҙан өҙөк тасуири уҡыла.)
Уҡытыусы. Уҡыусылар һеҙ һәр берегеҙ шиғырҙы тулыһынса уҡынығыҙ. Әйтегеҙ әле, шиғырҙың ҡайһы юлдарында дошмандарына асыуы, нәфрәте сағыла? (8, 17, 18, 19, 20-се юлдарында.)
Халыҡтың Аҡмуллаға мөхәббәте шул тиклем көслө була, улар уны ярата, хөрмәт итә. Әхмәтбай Баҡиров исемле кеше уны порукаға алып, төрмәнән ҡотҡара. Ҡотҡарылғандан һуң да әле ул 2 йыл арестант ротаһында ҡалырға тейеш була. Ғатаулла Баязитов менән Ғәбиҙулла Йыһангировҡа барып, император Александр II исеменә прошение яҙалар, 2 мең һум аҡса түләйҙәр һәм М.Аҡмулла арестант ротаһынан да ҡотҡарыла.
1889-94 йылдар М.Аҡмулла ижадында ни менән әһәмиәтле? |
Уҡытыусы. Һүҙ «Ағиҙел” журналы хәбәрсеһенә:
«Ағиҙел” әҙәби-нәфис һәм ижтимағи-сәйәси журнал хәбәрсеһе: М.Аҡмулла татар мәғрифәтсеһе, ғалим-реформаторы Ш.Мәржәнигә арнап мәрҫиә ижад итә. Әҫәр тәүҙә мәдхиә итеп яҙыла, аҙаҡ Ш.Мәржәниҙең вафат булыуы сәбәпле мәрҫиәгә үҙгәртелә. (Ш.Мәржәниҙең рәсеме күрһәтелә.)
1892 йылда Ҡазанда баҫылған бары 15 битлек «Ш.Мәржәни мәрҫиәһе» – шағир үҙе иҫән саҡта сыҡҡан берҙән-бер китабы. (Әҫәрҙән өҙөк тасуири уҡыла.)
1892 йылда 61 йәшлек сағында М.Аҡмулла Сәғирә Юлдыбаева исемле йәш башҡорт ҡыҙына өйләнә. Ул – М.Аҡмулланың никахлашҡан берҙәм-бер ҡатыны.
Ләкин Сәғирә, ике йыл бергә йәшәгәндән һуң, унан баш тарта. Һөләймән ҡыҙы Сәғирәгә илгиҙәр шағирҙың тормошо оҡшамай, күрәһең, М.Аҡмулла был ваҡытта еңел арбаһында ауылдан-ауылға йөрөп, ғилемгә өндәп, ҡаҙаҡҡа ла, башҡортҡа ла, берҙәй үк мәғрифәт йырын йырлай. Ауырлыҡтан, тигеҙһеҙлектән сығыу, яҡшы тормошҡа ирешеү юлдарын ул белемдә күрә.
1894 йылда мәғрифәтсе тормошонда ҙур осрашыу булла. М.Аҡмулла Өфөгә килеп, Р.Фәхретдинов менән осраша. Мәжлестә М.Өмөтбаев менән икеһе әйтеш ойошторалар. Матур, үҙенсәлекле шиғри бәйге өлгөһө, үкенескә ҡаршы, һаҡланмаған.
Р.Фәхретдинов М.Аҡмуллаға китабын сығарышырға ярҙам итергә теләй, тик М.Аҡмулла эште аҙаҡҡараҡ ҡалдырыуҙы хуп күрә.
Уҡытыусы: «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!» шиғыры 1931 йылда табыла. Белем нуры һибеүсе мәғрифәтсе М.Аҡмулла үҙ осоро өсөн яҡтылыҡ һибеүсе шәм була.
Уҡыусылар был өҙөк уның ҡайһы әҫәренән:
Етенсе ҡиммәт нәмә — ихлас, тигән*,
Ихласһыҙҙың эше ҡабул булмаҫ, тигән.
Аҡыллылар ошо һүҙҙе белһә кәрәк:
Иман, аҡыл, әҙәп, ихлас — юлдаш, тигән.
Яуаптар: Нәсихәттәр шиғыры, бөгөнгө көндә лә актуаль проблемаларҙы күтәрә. Аҡмулланың һүҙҙәре хаҡ булыуын раҫлай.( "Нәсихәттәрҙә”кеше өсөн иң кәрәкле сифаттар бер бер артлы атап бирелә.)
Ә хәҙер беҙ һеҙҙең менән дәресебеҙҙең икенсе өлөшөнә күсәбеҙ. Викторина һорауҙарына яуап бирәйек. Был һорауҙарға яуап биреп, М. Аҡмулла ижады буйынса алған белемдәрегеҙҙе күрһәтерһегеҙ тип ышанам. Эште төркөмдәрҙә эшләйбеҙ.
Һорауҙар:
М. Аҡмулла нисәнсе йылдарҙа йәшәгән? (1831-1895).
Ул ниндәй мәҙрәсәләрҙә белем алған? (Туҡһанбайҙа, Мәнәүеҙтамаҡта, Әнәстә, Стәрлебашта, Троицкиҙа).
Ни өсөн уны Аҡмулла тип атайҙар? (Ҡаҙаҡтар уға тура һүҙлелеге, уҡымышлылығы өсөн Аҡмулла исемен бирәләр).
Әҙиптең ниндәй шиғырҙарын беләһегеҙ? (“Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!”, “Минең ятҡан урыным – зиндан”, “Нәсихәттәр”, “Бәхет”, “Тиһеңме?”, “Донъя”, “Көн”, “Көҙ” һ.б.).
Аҡмулла ҡайҙа ерләнгән? (Миәс ҡалаһында).
“Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” шиғырынан бер өҙөк һөйләгеҙ.
Аҡмулла премияһы лауреаттары кемдәр? (Р.Шәкүр, Ә. Вәхитов, З.Басыров, Р.Сәхәүетдинова, З. Исмәғилев, Р. Солтангәрәева).
Аҡмулланың исемен мәңгеләштереү өсөн республикала нимәләр эшләнгән? (1981 йылда Туҡһанбай ауылында М. Аҡмулла музейы асылды, 1980 йылда Миәкә район Советы ҡарары менән М. Аҡмулла исемендәге премия булдырылды, “Башҡортостан” киностудияһы “Аҡмулла” тигән документаль фильм төшөрҙө, З. Исмәғилев И. Дилмөхәмәтов либреттоһына “Аҡмулла” операһын яҙҙы).
Өфөләге ҡайһы уҡыу йорто Аҡмулла исемен йөрөтә? (Өфөлә, БДПУ)
Аҡмулла мөрәжәғәт иткән жанр (ҡобайыр).
“Һин дә инде һәнәргә ынтыл, хәрәкәт ҡыл,
Талпынып һөнәр өсөн бындай саҡта!...” Был юлдар ҡайһы шиғырҙан? (“Уяныу”).
“Нәсихәттәр” шиғырындағы етенсе ҡиммәт нәмә? (ихлас).
Аҡмулла ижадының төп темаһы (мәғрифәтселек).
Уҡытыусы: Эш тамам булғас, төркөмдәр яуаптар менән алмашына, төркөм етәкселәре алмашлап дөрөҫ яуаптарҙы әйтә. Һанай барабыҙ, билдәләребеҙҙе ҡуябыҙ.
IV. Йомғаҡлау.
Уҡытыусы. Беҙ пресс – конференцияла ниндәй проблема күтәрҙек? (Аҡмулланың әҫәрҙәрендә әйтелгән һүҙҙәрҙең һәр ваҡытта ла, һәр кемгәлә дөрөҫ әйтелеүен иҫбат иттек),
- Кемдәр булып сығыш яһанығыҙ?
- Ниндәй эш төрҙәренә өйрәндегеҙ? (Хәбәрселәр, журналистар, тарихсы булып эшләргә)
М.Аҡмулла йондоҙо, уның шиғриәте йылдан-йыл сағыуыраҡ балҡый. Ул, М.Горькийҙың үҙ йөрәген йолҡоп алып, факел итеп яндырған Данкоһы шикелле, ғүмерен халҡына арнай, ауыр һәм ҡараңғы замандарҙа тынмайынса мәғрифәт йырын йырлай. Шуға ла уның исеме халыҡ хәтерендә, халыҡ уйында. Аҡмулла- һәр заман өсөн дә хаҡ һүҙҙәр яҙып ҡалдырған мулла.
Аҡмулланың хаҡ һүҙҙәре
Бөгөн дә бик ҡәҙерле.
Өгөт - нәсихәттәре лә
Беҙҙең өсөн фәһемле.
Ҡулланылған әҙәбиәт:
1. www.akmulla.ru М.Аҡмулла тураһында сайт.
2. Вильданов Ә.Х. Аҡмулла. (Мифтахетдин Аҡмулланың шиғырҙары башҡорт телендә), Өфө - 1981
3.Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: Рус мәктәптәренең 9-сы класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге .-Өфө: Китап, 2006.
4.Башҡорт шиғриәте антологияһы. Боронғонан алып 20-се быуат аҙағына тиклем осор.-Өфө:Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 2001.
5. Аҡмулла. Шиғырҙар.-Өфө:Китап,2006.
6.Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 2 том. 19-20-се быуат башы әҙәбиәте.-Өфө:Башҡортостан Китап нәшриәте, 1990.
7.Рәшит Шәкүр. Шағир юлы Туҡһанбайҙан башлана. “Ағиҙел” журналы,1981-10, 103-112 биттәр.
8.Әхәт Вилданов. Шағир сәскән шиғри ғәүһәрҙәр. “Ағиҙел” журналы, 1981-11, 95-99 биттәр.
9.Әнүәр Әсфәндиәров. Тарихи документтар эҙенән. “Ағиҙел” журналы,
1981-11, 100-105 биттәр.