Башҡорт телдәре уҡытыусыларының “Йолаларҙы һаҡлап, киләсәккә бағабыҙ”
район семинары сценарийы
Сценарийҙың төҙөүсеһе Стәрлетамаҡ районы Наумовка ауылы мәктәбенең тәрбиә эше буйынса директор урын баҫары Үтәгәнова Гүзәл Наил ҡыҙы
Ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу
Башҡа ҡатнашыусылар ҡунактарҙы ике яктан баҫып ҡаршы алалар.
Ҡымыҙ, бауырһаҡ менән ҡаршы алыусылар милли кейемдә.
1-се ҡаршы алыусы:
Хәйерле көн! Һаумыһығыҙ!
Милләттәштәр, яҡын ҡәрҙәштәр!
Ҡаршылайбыҙ һеҙҙе ҡолас йәйеп
Бүләк итеп ҡайнар сәләмдәр!
2- се ҡаршы алыусы:
Эй, хөрмәтле ҡунаҡтар!
Хуш килдегеҙ, рәхим итегеҙ!
Наумовка ауылы халҡының
Ризығын ауыҙ итегеҙ!
1-се ҡаршы алыусы:
- Стәрлетамаҡ районының Наумовка ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе һеҙҙе ихлас сәләмләй!
2- се ҡаршы алыусы:
-Яҙҙың ошо матур көнөндә беҙҙең мәктәбебеҙ оло йыйын йыя, мәртәбәле ҡунаҡтар саҡыра.
1-се ҡаршы алыусы:
-Бөгөн үткәреләсәк һәр күренеш күңелегеҙгә хуш килер, йөрәк түрегеҙҙә йылы иҫтәлек булып һаҡланыр тип өмөт итәбеҙ.
2- се ҡаршы алыусы:
- Рәхим итеп Наумовка ауылы уңғандарының аш-һыуынан ауыҙ итегеҙ!
“Ҡарға бутҡаһы” байрамы сценарийы
Байрам үткәрелә торған ялан байрамса биҙәлгән: тирмә ҡуйылган,тирмә эсе биҙәлгән, сәхнә эшләнгән, самауыр ҡайнатырға кәрәк-яраҡтар әҙерләнгән, ҡаҙан аҫылған, милли уйындар, көрәш өсөн майҙансыҡтар билдәләнгән. Байрамға килеүселәргә төҫлө таҫмалар таратыла.
Байрам барышы
Сәхнәгә өс инәй сыға.
1-се инәй:
Килеп еттек яланға,
Сәләмләйек ер-һыуҙы.
Имен-аман йәшәнек,
Бына тағы йыл уҙҙы.
Сәхнәгә һөлгө,ҡулъяулыҡ, таҫмалар тағылған ҡолға тотоп балалар сыға.
1-се бала.
Һөлгө йыям, күрегеҙ.
Һеҙ ҙә бүләк бирегеҙ.
Аллы-гөллө һөлгө тағып
Ҡарғатуйға килегеҙ!
(1-се инәй ҡолғаға яулыҡ бәйләй, ҡунаҡҡа килеүселәр һөт, май, ярмаларын балаларға бирәләр, кемдер яулыҡ, таҫтамал бәйләй)
2- се инәй ( батмусҡа бал, май һалынған ике сынаяҡты тотоп сыға): Изге хәбәрегеҙ өсөн ауыҙығыҙға бал яғам.
3-сө инәй:
Хәйерле хәбәрегеҙ өсөн ауыҙығыҙға һары май! (Балаларға бал,май ҡаптыралар . Рәхмәттәр әйтеп халыҡ араһына бүләктәр, аҙыҡ-түлек йыйырға инеп китәләр )
2-се инәй :
Рәхмәт ,айым ,нурҙарыңа!
Рәхмәт,ҡояш нурҙарыңа!
Рәхмәт,шифа биргән һыуым!
Ҡаныр тағы һыуһыным.
3 се инәй.
Бына, һау булғас, ҡарғалар ҡайтып, ҡар бөтөп, ҡара ергә баҫыр көн тыуҙы.
2-се инәй: . Инде яуҙар булмай, имен- аман ғүмер итергә яҙһын!
Бөтәһе бергә. Шулай шул, шулай!
1- се инәй : Әйҙәгеҙ, илдә тыныслыҡ, ерҙә бәрәкәт булһын өсөн ултырып доға ҡылып алайыҡ! (Ситтәрәк торған эскәмйәгә ултырып доға ҡылалар )
Ат-тинйә, фиттин-йә, әхирәтә-хәсәнәтә уаһина ҡаҙабынар.
Йә Аллам йә рәхим, теләктәребеҙҙе ҡабул ҡыл. Амин. Аллаһыәппәр.
Сәхнәгә ҡурай моңона ҡарға костюмдарында 4 бала сыға . Бергә :Ҡарр-ҡарр-ҡарр!
Ҡарға туйға барр-барр!
Ҡарғатуйға бармағандың
Күңеле булыр тарр-тарр!
Ҡарға туйға барр-барр!
Ҡарғалар сәхнә артына инеп китәләр һәм сәхнәгә ҡояшты символлаштырып таҫмалар тототҡан Яҙ образындағы ҡыҙҙы алып сығалар.
Яҙ:
Һаумы ҡояш, һаумы яҡты көн!
Һаумы урман, ҡамышлы күл!
Һаумыһығыҙ болан-туғайҙар!
Аҫыл ҡанат, һабантурғайҙар!
Йомшаҡ елдәр,рәхмәт һеҙгә,
Ямғыр һыуын килтер беҙгә.
Рәхмәт һиңә,хәтфә ерем,
Һыйҙарыңды тәтей ирен.
Ҡарғалар хәрәкәттәр яҫап осалар.
1-се ҡарға:
Асылды аҡ ҡалын юрған.
Иҫә яҙғы елдәр ҙә
Беҙ ҡайтабыҙ, һағындырған
Тыуған үҫкән ерҙәргә.
2-се ҡарға:
Көндәрҙе юлда үткәреп,
Ҡыуанышып һеҙгә остоҡ
Ҡанаттарға күтәреп
Һеҙгә яҙ алып ҡайттыҡ.
Ҡар-ҡар-ҡар (осоп китәләр)
Алып барыусы:
Ҡарға бутҡаһы — башҡорттарҙың яҙҙы ҡаршылауға арналған йылда үткәрелә торған күркәм байрамы. Ҡатындар, ҡыҙҙар һәм балалар (14 йәшкә тиклемге малайҙар) тауға йәки башҡа ҡалҡыу урынға сыҡҡандар. Бер көн алда ауыл кешеләренән йыйған аҙыҡ-түлек килтерелгән. Ҡолға тотҡан балалар өй һайын йөрөп, бүләктәр йыйғандар, ҡарға бутҡаһына саҡырғандар. Уңдырышлылыҡты кәүҙәләндергән арпа, тары, бойҙай ярмаларынан ҡарға бутҡаһы бешергәндәр.. Аштан һуң ҡоштар һыйлау (ҡарға ашатыу, ҡарға һыйлау) йолаһы үткәрелгән: ҡалған бутҡаны түңгәк, таш өҫтөнә, ағас төбөнә һалып сыҡҡандар, тәбиғәткә, ҡоштарға һәм ата-бабалар рухына мөрәжәғәт итеп, муллыҡ һәм именлек, уңыш һәм уңдырышлылыҡ һорап изге теләктәр әйткәндәр; малайҙар ағас башына менеп ҡарға һ.б. ҡоштар булып ҡысҡырған. Байрамда ярыш ойошторғандар, милли уйындар уйнағандар. Бөгөн беҙҙең байрамбыҙ түренә мәртәбәле ҡунаҡтар саҡырылған. Әйҙәгеҙ һүҙҙе уларға бирәйек.
Ҡунактарға һүҙ бирелә.
Алып барыусы. Әйҙәгеҙ , бутҡа бешкәнсе , тәнде яҙып, уйнап, бейеп алайыҡ!
Концерт номерҙары:
«Наумовка ҡалаҡсылары»
Ҡыҙҙар бейеүе.
«Тыуған ер” йыры менән “Илһам” ансамбле.
Асадуллаева Самира башҡарыуында “ Һыу буйында” бейеүе.
Алып барыусы :
-Балалар, ә һеҙ беләһегеҙме, шундай бер йола бар, ул “ Һыу һибешеү” тип атала. Бала- саға, йәштәр, ҡарт- ҡоро урамға сығып, ямғыр апайға теләктәр әйтеп, һыу һибешкәндәр. Был йола ямғыр ваҡытында яуһын, уңыш мул булһын өсөн эшләнгән. Әйҙәгеҙ, беҙҙә һыу һибешеп алығыҙ әле!
Ҡыҙҙар һыу һибешәләр.(һамаҡлайҙар).
Яу,яу ямғырым!
Яу,яу, ямғырым!
Иртәнсәк тә, кис ҡырын
Илгә ҡытлыҡ килмәһен!
Игендәрҙе үҫтерһен!
Ямғыр яу, яу!
Беҙ булайыҡ һау, һау!
Инәй 1-се: Балалар, уйнап арығанһығыҙҙыр инде, әйҙәгеҙ, күңелдәрҙе күтәреп, әүһәләй эйеп алайыҡ!
Алып барыусы: Әүһәләй эйеү ҡарға бутҡаһы байрамында үткәрелә торған матур йолаларҙың береһе. Был йола аша йәш егеттәр һәм ҡыҙҙар үҙҙәренең бер-береһенә битараф түгеллеген белдереп, әүһәләй эйергә саҡырғандар.
Шул һүҙҙәрҙән һуң, бер егет ҡыҙҙы әүһәләй эйергә саҡыра. Сәхнәгә ҡыҙҙар сыға һәм “ Әүһәләй» йырын башҡаралар.. Алып барыусы: Хөрмәтле ҡунактар! Хәҙер таҫмаларыбыҙҙы матур теләктәр теләп, ағастарға бәйләп ҡуяйыҡ. Һуңынан бөтәгеҙҙе лә башҡорт халҡының милли уйындарын ҡарарға, оҫталыҡ майҙансыҡтарында әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ. Рәхим итегеҙ”
Инәй 2 -се: Ярай, балалар,рәхмәт!Бар изге теләктәребеҙ ҡабул булһын.! Әйҙәгеҙ, бисмилла әйтеп, таҫмаларыбыҙҙы эләйек, илебеҙгә именлек, донъябыҙға тынысыҡ теләйек.( Таҫмалар эленә)
Алып барыусы:
Сылтырашып торһондар !
Елберләшеп торһондар !
Беҙҙе иҫләп торһондар !
Ҡотто һаҡлап торһондар !
Яман күҙҙән һаҡлаһындар!
Татыулыҡты - маҡтаһындар !
Ғәҙеллекте – яҡлаһындар !
Именлекте - теләһендәр!
3 –сө инәй: Әйҙәгеҙ, балалар, күңел асып, уйындар уйнап алайыҡ!
Майҙансыҡтарҙа милли уйындар үткәрелә: “Аҡ тирәк-күк тирәк», тоҡ менән йүгереү, йомортҡаны ҡалаҡҡа һалып йүгереү, көршәк ватыу(тупҡа сәкән менән һуғыу). көрәш, уҡ атыш. Төрлө оҫталыҡ майҙансыҡтары эшләй.
Сәхнәгә 1-се инәй һәм балалар сыға.
1 –cе инәй : Эй, балалар, бутҡа бешкәндер инде.
1-се бала: Тәмле микән бутҡаһы,
Ауыҙ итәйек әле.
Матур яҙҙы ҡаршылап
Байрам итәйек әле!
2-се бала: Һалҡын ағай, кит-кит,
Ҡояш апай, сыҡ-сыҡ.
Һөтлө һыйыр яланда,яланда,
Майлы бутҡа ҡаҙанда,
Тәтәй ҡалаҡ баҙарҙа, баҙарҙа.
Ҡояш апай, сыҡ-сыҡ!
Бутҡа таратыла. Ашайҙар.
2-се инәй: Малайҙар , ҡыҙҙар! Кемдә бутка артып ҡалды? Ҡарғаларға ҡалдырайыҡ. Ямғырҙы ваҡытында яуҙырһындар. Илгә именлек, беҙгә туҡлыҡ, һаулыҡ теләһендәр.
3-сө инәй:
Бутҡа ҡарға аҙығы,
Бутҡа ҡарға аҙығы,
Шул бутҡаны хурлаһаң,
Башыңа төшөр яҙығы.
Ал ризыҡты, ал.
Аша ҡарғам, аша.
Ағас төптәренә ҡалған бутҡаларҙы һалып сығалар.
Сәхнәлә:
1- се инәй : Эй, тәбиғәт, барса йән эйәләре,
Һәммәгеҙҙән һорайым:
Яуындар яуһын,яуһын,
Аллам рәхмәтен һалһын,
Икенсе йылға ошо ерҙә
Йыйылайыҡ тағы бергә.
2-се инәй : Эй, хоҙайым, һинән һорайым,
Сәскәләрең нурлы булһын,
Үләндәрең күпереп торһон,
Йылғаларға һыуҙар тулһын,
Балыҡтарың һыуға сумһын,
Мал тыуарҙар ишәйһендәр,
Бәхетлеләр ишләнһендәр,
Яуыз уйлы, ҡара эстәр
Терһәктәрен тешләһендәр.
3-сө инәй: Эй,ҡөҙрәтле хоҙайҡайым,
Һәммәбеҙгә етә көсөң.
Балаларың ҡыуанһындар
Изге итеп үҙенең көсөн.
Үҙ икмәген үҙе игеп,
Ҡара тиркәйҙәрен түгеп,
Үҙе ашап үҙ икмәген,
Аллам, ҡабул ит теләгем,
Ҡушыла барлыҡ йөрәгем.
«Ҡарға бутҡаһы” йыры йырлана . .
Алып барыусы:
Кәмәләре һәңгелсәк,
Арбалары ҡалтырсаҡ.
Ҡарға туйы булды тамам,
Инде килде ҡайтыр саҡ
Имен торһон донъялар,
Күрешербеҙ яҙ һайын,
Хушығыҙ,хушығыҙ!
Гелий менән тултырылған, ҡағыҙҙан эшләнгән ҡарғалар берәктерелгән шарҙар осороу.