kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

" ?ыу ?ибеше?" йола?ы. 7 класс

Нажмите, чтобы узнать подробности

                               ?ыу- й?ш?? сы?ана?ы    

  ?ыу — й?ш??, ?аулы? сы?ана?ы. Ата-бабаларыбы? уны? тура?ында бе?г? ?ара?анда к?бер?к белг?н, йыл?а-к?лд?рг?, хатта ди?ге???рг? л?, сифатына ?арап, исем ?уш?ан. М???л?н, ?ыуы а? ??м йомша? бул?ан, а?бур то?омло тау?ар ара?ынан а?ып, а? т??к? ?йл?нг?н ?с?н бер йыл?абы? А?и?ел исемен ал?ан, ?аты тау то?омдары ара?ынан сы??аны, ?ара ?ыулы?ы – ?ари?ел.

Кешел?р борон-борондан йыл?а й? к?л буйында й?ш?рг? тырыш?ан. Быны? с?б?бе ябай: ???м заты ?ыу?ы? й?ш?й алмай, бар тереклек у?а мохтаж. ?ыу?а ?а?ылышлы йолалар ?а бул?ан элекке замандар?а.

               ?ыу ?ибеше? – ям?ыр са?ырыу тылсымы.

  Ям?ыр о?а? яума?а, ??-ара килешеп, бер?й?ене? ?ара тауы?ын ?уйып, ?урпа?ын берг? аша?ас, к?м?кл?п тел?к тел?й??р. Йыйындан ?у? да ?т?л? был йола. Хо?ай Т???л? ?ора?ан?а бир?, ти халы?. Тик тел?к изге булыр?а тейеш. “Тел?к ?йтк?с, ?ыу ?ибеш?бе?. Бала-са?а, ?арт-?оро, й?ш-елкенс?к б?т?н??? урам?а сы?а. Бер кем д? ?оро ?алыр?а тейеш т?гел. ??р ва?ыт бер?? йоланы башлап й?р?й. ?г?р кеше ?йг? кереп бикл?н?? – ?ыйы?ына менеп, м?рй??ен?н ?ыу ?оялар, ихаталар?а?ы ?ойма, а?бар, мал-тыуар ?алмай. ?ыу ?ыу?ы са?ыра! Шу?а бар н?м?не ?ыулайбы?. Бес?н м?ле бул?а, халы? к?б?л?г?нд?н ?у? ?ына ?ыу ?ибеш?.
Элек кеше шулай йор була тор?айны. Ны? к??елле ине, халы? к?л?ш?п-к?л?ш?п бер-бере?ен ?ыу?а ташланы. ?г?р к?м?кл?шеп, ?ор мен?н йыйнал?а?, ?ары? ?уялар ине. ?г?р йоланы д?р?? ?т????, ирт?г??ен? к?н? буйы ям?ыр яуа!

   ?лш?й районыны? Ташки?е? ауылынан Фатима М??ли ?ы?ы Х?мзинанан я?ып алынды. 

 ??м?м?н, ?ыу – кешелек ?с?н ?ауанан ?ала и? к?р?кле н?м?, ??м ул б?г?н бе??е? я?лау?а, ?а?лау?а мохтаж. Эс?р ?ыу?ар?ы ??ебе? ?а?лама?а?, кем уйла?ын был турала? Й?й к?н? йыл?а буй?арында  туристар ???лм?й, И?ел буйында ял ит?л?р, к?йеф-сафа ?оралар. ??ебе??екел?р ?? тик ятмай. Яр буйында шеш?, ризы? ?алды?тары, т?рл? с?п-сар тороп ?ала. Урында?ы халы? ара?ында ла, йорт-?ура?ында йыйыл?ан ?ый?ы, то??а тултырып, И?елг? алып барып ташлаусылар бар.
 ? элек бит ата- бабаларыбы? йыл?а-к?лд?рг? ?а?сыл ?арашта бул?андар.  Шулай булма?а, улар?а арнап йыр?ар сы?арыр?ар инеме ни?

 М???л?н, “Аш?а?ар”, “ Й?р???н”, “?а?марым”, “?ари?ел буйында ?алам”, “ Й?мле А?и?ел буй?арында” йыр?арын халы? ?ле л? яратып ты?лай.

  Бер у?ыусы с?хн?л? “ ?ыу буйлап” к?й?н баянда уйнай. Баян мо?о а?тында с?хн?г? ?ы??ар сы?а. Бер ?ы? к?й?нт? мен?н к?н?кт?р тот?ан.

?ы?: ( с?мес мен?н к?н?ген? ?ыу тултыра- тултыра)

                            А?и?елде? ?ыуы ?ал?ын,

                            Яр?ары таш бул?ан?а,

                            А?и?ел ке?ек саф йыл?а,

                            Ю?тыр инде донъяла.

( баш?а ?ы??ар ?ыу мен?н ?улдарын, битт?рен йыуалар)
    ?ы??ар:

  • Уй, ?ыуы бигер?к ?ал?ын!
  • Тик ?ыуы бик та?а т?гел.
  • С?п- сар ?а к?рен?.

?ы?: - ?ы??ар,?лл? ирт?г? к?м?кл?шеп ?м?г? сы?айы?мы?

??ебе? мен?н башлан?ыс класс у?ыусыларын да алырбы?. Йыл?аны с?пт?н та?артырбы?, балалар?а ?ыу?ы бысратма??а к?р?клеген а?латырбы?. ?ы??ар, элек был йыл?а бик т?р?н ??м та?а  бул?ан, ти??р. Бында кешел?р, хатта  аттарын й????рг?нд?р.Олатай- ?л?с?й??ребе??е? бала- са?тары ошо йыл?а буйында ?тк?н д? инде. ?у?ыш?а китер са?та ла, унан ?айт?ас та олатайымдар ошонда йыйылып, уса? я?ып, гармунда уйна?андар.

  • ? бел??еге?ме, мине? олатайым ?у?ышта кем бул?ан?
  • Ю-у-у?! ? кем бул?ан?
  • Ул, ??йнетдинов Инсафетдин ??лл?метдин улы, 1911 йылда Туймазы районы Ермунса ауылында тыу?ан, 1943 йылда ?лг?н. ?у?ышта ул ?ы?ылармеец бул?ан. К?р??тк?н батырлы?тары ?с?н олатайым орден- ми?алдар мен?н б?л?кл?нг?н.
  • Мине? ?л?с?йем ?йт?, бе? б?л?к?й са?та ошо йыл?а буйында ?ыу ?ибешеп уйнай тор?айны? тип. С?нки шундай йола бул?ан.
  • Нинд?й йола ул?
  • Ул йоланы мин д? ишетк?нем бар ул. О?а? ям?ыр яума?а, к?м?кл?п тел?к тел?й??р.Тел?к ?йтк?с, ?ыу ?ибешк?нд?р. Бер кем д? ?оро ?алыр?а тейеш т?гел. ?г?р йоланы д?р?? ?т????, ирт?ге?ен? к?н? буйы ям?ыр яуа.
  • ?й??, бе? ?? ?ыу ?ибешеп алайы?мы ?лл??
  • ?й??!  (к?н?кт?н ?ыу алып ?ибеш?л?р)

                          Ям?ыр апай, яу, яу,

                          Иген ???ен тау, тау

                          Т?т?й ?ашы? ба?ар?а,

                         Майлы бут?а ?а?анда.

  • ?й??ге?, уйнап та алайы?мы ?лл?? Ана малай?ар балы? тотор?а китеп бара, улар?ы ла са?ырайы?.
  • Малай?ар, килеге? уйнар?а.
  • Малай?ар:
  • С?л?м, ?ы??ар!
  • (?ул?а- ?ул тотоношоп уйнап алалар)

Малай?ар:

  • Ярай, ?ы??ар ?е??е? мен?н к??елле, тик бе?г? балы? тотор?а к?р?к.
  • ?ы?:
  • Малай?ар, ту?та?ы? ?ле.Ирт?г? бе? ?м?г? сы?абы?, йыл?аны та?артабы?. ?е? ?? ?ушыла?ы?ы? м?лл??
  • Малай?ар:
  • Ярай, була ул.
  • Килербе?
  • ?ау булы?ы?!.
  • ?ы?:
  • ?ы??ар, шаяр?ы? та, уйнаны? та ?лл? йырлап та алайы?мы?
  • Нинд?й йыр?ы йырлайы??
  • ?й??ге? “Тыу?ан ер” ?е.
  • ?й??ге?!
  • ( к?м?кл?шеп “ Тыу?ан ер” йырын йырлай?ар.)
  • ?ы??ар, о?а?лап киттек, шикелле. ?айтайы? м?лл??
  • ?айтайы? ?у?.

(к?н?кт?рен алып с?хн?н?н сы?алар)

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«" ?ыу ?ибеше?" йола?ы. 7 класс»

Һыу- йәшәү сығанағы

Һыу — йәшәү, һаулыҡ сығанағы. Ата-бабаларыбыҙ уның тураһында беҙгә ҡарағанда күберәк белгән, йылға-күлдәргә, хатта диңгеҙҙәргә лә, сифатына ҡарап, исем ҡушҡан. Мәҫәлән, һыуы аҡ һәм йомшаҡ булған, аҡбур тоҡомло тауҙар араһынан ағып, аҡ төҫкә әйләнгән өсөн бер йылғабыҙ Ағиҙел исемен алған, ҡаты тау тоҡомдары араһынан сыҡҡаны, ҡара һыулыһы – Ҡариҙел.

Кешеләр борон-борондан йылға йә күл буйында йәшәргә тырышҡан. Бының сәбәбе ябай: әҙәм заты һыуһыҙ йәшәй алмай, бар тереклек уға мохтаж. Һыуға ҡағылышлы йолалар ҙа булған элекке замандарҙа.

Һыу һибешеү – ямғыр саҡырыу тылсымы.



Ямғыр оҙаҡ яумаһа, үҙ-ара килешеп, берәйһенең ҡара тауығын һуйып, һурпаһын бергә ашағас, күмәкләп теләк теләйҙәр. Йыйындан һуң да үтәлә был йола. Хоҙай Тәғәлә һорағанға бирә, ти халыҡ. Тик теләк изге булырға тейеш. “Теләк әйткәс, һыу һибешәбеҙ. Бала-саға, ҡарт-ҡоро, йәш-елкенсәк бөтөнөһө урамға сыға. Бер кем дә ҡоро ҡалырға тейеш түгел. Һәр ваҡыт берәү йоланы башлап йөрөй. Әгәр кеше өйгә кереп бикләнһә – ҡыйығына менеп, мөрйәһенән һыу ҡоялар, ихаталарҙағы ҡойма, аҙбар, мал-тыуар ҡалмай. Һыу һыуҙы саҡыра! Шуға бар нәмәне һыулайбыҙ. Бесән мәле булһа, халыҡ күбәләгәндән һуң ғына һыу һибешә.
Элек кеше шулай йор була торғайны. Ныҡ күңелле ине, халыҡ көлөшөп-көлөшөп бер-береһен һыуға ташланы. Әгәр күмәкләшеп, ҡор менән йыйналһаң, һарыҡ һуялар ине. Әгәр йоланы дөрөҫ үтәһәң, иртәгәһенә көнө буйы ямғыр яуа!

Әлшәй районының Ташкиҫеү ауылынан Фатима Мәүли ҡыҙы Хәмзинанан яҙып алынды. 

Ғөмүмән, һыу – кешелек өсөн һауанан ҡала иң кәрәкле нәмә, һәм ул бөгөн беҙҙең яҡлауға, һаҡлауға мохтаж. Эсәр һыуҙарҙы үҙебеҙ һаҡламаһаҡ, кем уйлаһын был турала? Йәй көнө йылға буйҙарында туристар өҙөлмәй, Иҙел буйында ял итәләр, кәйеф-сафа ҡоралар. Үҙебеҙҙекеләр ҙә тик ятмай. Яр буйында шешә, ризыҡ ҡалдыҡтары, төрлө сүп-сар тороп ҡала. Урындағы халыҡ араһында ла, йорт-ҡураһында йыйылған ҡыйҙы, тоҡҡа тултырып, Иҙелгә алып барып ташлаусылар бар.
Ә элек бит ата- бабаларыбыҙ йылға-күлдәргә һаҡсыл ҡарашта булғандар. Шулай булмаһа, уларға арнап йырҙар сығарырҙар инеме ни?

Мәҫәлән, “Ашҡаҙар”, “ Йүрүҙән”, “Һаҡмарым”, “Ҡариҙел буйында ҡалам”, “ Йәмле Ағиҙел буйҙарында” йырҙарын халыҡ әле лә яратып тыңлай.

Бер уҡыусы сәхнәлә “ Һыу буйлап” көйөн баянда уйнай. Баян моңо аҫтында сәхнәгә ҡыҙҙар сыға. Бер ҡыҙ көйәнтә менән күнәктәр тотҡан.

Ҡыҙ: ( сүмес менән күнәгенә һыу тултыра- тултыра)

Ағиҙелдең һыуы һалҡын,

Ярҙары таш булғанға,

Ағиҙел кеүек саф йылға,

Юҡтыр инде донъяла.

( башҡа ҡыҙҙар һыу менән ҡулдарын, биттәрен йыуалар)
Ҡыҙҙар:

  • Уй, һыуы бигерәк һалҡын!

  • Тик һыуы бик таҙа түгел.

  • Сүп- сар ҙа күренә.

Ҡыҙ: - Ҡыҙҙар,әллә иртәгә күмәкләшеп өмәгә сығайыҡмы?

Үҙебеҙ менән башланғыс класс уҡыусыларын да алырбыҙ. Йылғаны сүптән таҙартырбыҙ, балаларға һыуҙы бысратмаҫҡа кәрәклеген аңлатырбыҙ. Ҡыҙҙар, элек был йылға бик тәрән һәм таҙа булған, тиҙәр. Бында кешеләр, хатта аттарын йөҙҙөргәндәр.Олатай- өләсәйҙәребеҙҙең бала- саҡтары ошо йылға буйында үткән дә инде. Һуғышҡа китер саҡта ла, унан ҡайтҡас та олатайымдар ошонда йыйылып, усаҡ яғып, гармунда уйнағандар.

  • Ә беләһегеҙме, минең олатайым һуғышта кем булған?

  • Ю-у-уҡ! Ә кем булған?

  • Ул, Ғәйнетдинов Инсафетдин Ғәлләметдин улы, 1911 йылда Туймазы районы Ермунса ауылында тыуған, 1943 йылда үлгән. Һуғышта ул ҡыҙылармеец булған. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн олатайым орден- миҙалдар менән бүләкләнгән.

  • Минең өләсәйем әйтә, беҙ бәләкәй саҡта ошо йылға буйында һыу һибешеп уйнай торғайныҡ тип. Сөнки шундай йола булған.

  • Ниндәй йола ул?

  • Ул йоланы мин дә ишеткәнем бар ул. Оҙаҡ ямғыр яумаһа, күмәкләп теләк теләйҙәр.Теләк әйткәс, һыу һибешкәндәр. Бер кем дә ҡоро ҡалырға тейеш түгел. Әгәр йоланы дөрөҫ үтәһәң, иртәгеһенә көнө буйы ямғыр яуа.

  • Әйҙә, беҙ ҙә һыу һибешеп алайыҡмы әллә?

  • Әйҙә! (күнәктән һыу алып һибешәләр)

Ямғыр апай, яу, яу,

Иген үҫһен тау, тау

Тәтәй ҡашыҡ баҙарҙа,

Майлы бутҡа ҡаҙанда.

  • Әйҙәгеҙ, уйнап та алайыҡмы әллә? Ана малайҙар балыҡ тоторға китеп бара, уларҙы ла саҡырайыҡ.

  • Малайҙар, килегеҙ уйнарға.

  • Малайҙар:

  • Сәләм, ҡыҙҙар!

  • (ҡулға- ҡул тотоношоп уйнап алалар)

Малайҙар:

  • Ярай, ҡыҙҙар һеҙҙең менән күңелле, тик беҙгә балыҡ тоторға кәрәк.

  • Ҡыҙ:

  • Малайҙар, туҡтағыҙ әле.Иртәгә беҙ өмәгә сығабыҙ, йылғаны таҙартабыҙ. Һеҙ ҙә ҡушылаһығыҙ мәллә?

  • Малайҙар:

  • Ярай, була ул.

  • Килербеҙ

  • Һау булығыҙ!.

  • Ҡыҙ:

  • Ҡыҙҙар, шаярҙыҡ та , уйнаныҡ та әллә йырлап та алайыҡмы?

  • Ниндәй йырҙы йырлайыҡ?

  • Әйҙәгеҙ “Тыуған ер” ҙе.

  • Әйҙәгеҙ!

  • ( күмәкләшеп “ Тыуған ер” йырын йырлайҙар.)

  • Ҡыҙҙар, оҙаҡлап киттек, шикелле. Ҡайтайыҡ мәллә?

  • Ҡайтайыҡ һуң.

(күнәктәрен алып сәхнәнән сығалар)


Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Всем учителям

Категория: Мероприятия

Целевая аудитория: 7 класс

Скачать
" ?ыу ?ибеше?" йола?ы. 7 класс

Автор: Динисламова Гульшат Гаяновна

Дата: 02.02.2016

Номер свидетельства: 287127


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

Распродажа видеоуроков!
ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства