kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Стихотворение В.Ахмадиева "В зимнем лесу"

Нажмите, чтобы узнать подробности

Конспект урока по изучению стихотворения В.Ахмадиева "В зимнем лесу". 

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Стихотворение В.Ахмадиева "В зимнем лесу"»









Юғары категориялы

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Муллағәлиева Ләйсән Ришат ҡыҙының

5 класта туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәтенән Вафа Әхмәҙиевтең “Ҡышҡы урманда” шиғыры буйынса асыҡ дәрес конспекты






Маҡсаттар:

1. Шиғырҙың йөкмәткеһен асыҡлау, аңлы, тасуири уҡырға өйрәтеү.

2.Уҡыусыларҙы үҙ фекерҙәрен асыҡ, дөрөҫ, матур итеп еткерә белергә өйрәтеү, һүҙ байлығын арттырыу, телмәрҙәрен, тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.

3. Матурлыҡты, гүзәллекте тоя һәм күрә белергә өйрәтеү, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: дәреслектәр, презентация, С. Әлибайҙың “Ҡышҡы урман” шиғыры.














Дәрес барышы

1.Ойоштороу мәле.

Психологик инеш.

- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Хәйерле көн! Тәҙрә аша тышҡа, тәбиғәткә күҙ һалайыҡ. Ниндәй тыныс, матур иртә! Эшләү өсөн тәбиғәттән дәрт, көс алайыҡ. Ҙур теләк менән эште матур көндө, тирә-яҡты, бер-беребеҙҙе   сәләмләүҙән башлайыҡ. 

Алтын ҡояш, һаумы!

           Зәңгәр һауа, һаумы!                

Шаян елкәй, һаумы!

           Кескәй имән, һаумы!

           Беҙ йәшәйбеҙ бер ерҙә -

         Сәләмләйем һеҙҙе лә.

2. Фонетик күнегеүҙәр.

- Дәресебеҙҙе телде шымартыуҙан башлайыҡ. (слайд 1)



- тә, - тә, -тә - ултырабыҙ дәрестә,

- са, - са, - са - һөйләшәбеҙ башҡортса

- ый, - ый, - ый – уҡыусы шиғыр уҡый

- ыш, - ыш, -ыш – беҙ шундай тырыш.

-Һалҡында ҡулды нисек йылытабыҙ? (һо-һо-һо) (слайд 2)

- Урманда тумыртҡа ағасты нисек туҡылдата? (туҡ-туҡ-туҡ)

-Терпе ниндәй тауыш сығара? (пыф-пыф)

- Йылан нисек ыҫылдай? (ҫ-ҫ-ҫ)


ҙ, яҙ, эҙ, баҙ

-Суҡ, ҡыл, ҡарға, ҡуҙ

-Абаға, бағана, ғилем, ғалим

ҫәп, ырыҫ, ылыҫ, еҫ

-Һайыҫҡан, һоро, һалҡын, һыйыр (слайд 3)


Һоҡланғыс та һуң Башҡортостанда ҡыш! Буранда ла, салт аяҙ көндәрҙә лә ғәжәп матур ул! Аҡ юрған ябынған яландар, аҡ шәл бөркәнгән ағастар, боҙ аҫтында йәшеренгән йылғалар, ҡояшта йымылдап ятҡан ҡар бөртөктәре - бөтәһе лә гүзәл! Тик ул гүзәллекте күрә, аңлай, ярата белергә генә кәрәк. Бөгөн беҙ дәрестә ҡышҡы матурлыҡты "күрергә", "ишетергә", һүрәтләргә өйрәнербеҙ һәм туған телебеҙҙә тағы ла матурыраҡ һөйләшеү өҫтөндә эшләрбеҙ.


3. Дәрестең маҡсатын билдәләү.

Ҡышҡы урман тураһында видео ҡарау, уҡытыусы С.Әлибайҙың “Ҡышҡы урман” шиғырын уҡый. (слайд 4)




Ҡышҡы урман үҙе серле донъя –

Тып-тын ҡалған, ниҙер көткәндәй.

Ҡарһылыуҡай минең арттан ғына

Ынйыларын һибеп киткәндәй.

Ап-аҡ булған алда түбәләстәр,

Аҡ тулҡынын йәйгән үҙәндәр.

Ап-аҡ ҡарға ап-аҡ ҡайындарҙы,

Гүйә, әле генә теҙгәндәр.

Ҡанат ҡағыр ап-аҡ күбәләктәр

Ботаҡтарға саҡ-саҡ ҡағылған.

Ҡағылмайым, сөнки бар донъяға

Аҡ ҡар түгел, сафлыҡ ҡағылған.

Ҡолаҡ һалып урман тынлығына,

Тып-тын киләм, тып-тын, көрт киҫеп,

Өнһөҙ генә көткән шатлығымды

Ҡуйырмын тип, юҡһа, өркөтөп.

-Дәрестә нимә тураһында һүҙ алып барасаҡбыҙ?

Бөгөнгө дәрестә беҙ һеҙҙең менән ҡышҡы урман тураһында шиғыр уҡыясаҡбыҙ. Был Вафа Әхмәҙиевтың “Ҡышҡы урманда” шиғыры.

(Дәфтәрҙәргә числоны, теманы яҙып ҡуйыу). (Слайд 6)


4. Ә хәҙер шиғыр менән танышҡансы ҡышҡы урманға сәйәхәт яһайыҡ әле.


  • Килеп индек, нимәләр күрәбеҙ, уҡыусылар?

  • Бөтә ер өҫтө ап-аҡ ҡар менән ҡапланған. Ағастар, ҡыуаҡтар ҙа йомшаҡ ҡарға күмелгән. Әйтерһең, бөтә тирә-яҡ тынып ҡалған, әкиәт донъяһын хәтерләтә  кеүек. Ҡоштар тауышы ла ишетелмәй. Әҙ генә ағас ботаҡтары ҡыштырлай. Ағастан-ағасҡа ҡыҙылтүш турғайҙары һикергеләй. Ана, алыҫтараҡ тейен дә күренә. Ул да ҡышҡы һыуыҡтан ҡурҡмай, беҙгә ҡарап торғандай төҫлө. Ә беҙ шым ғына уның артынан күҙәтәбеҙ, яҡын килергә ҡыймайбыҙ. Урманға эскәрәк керһәк, ниндәйҙер эҙҙәр күреп ҡалдыҡ. Төлкө үҙенә аҙыҡ эҙләп йөрөгән икән. Тирә-яҡта кеше эҙҙәре лә күренә. Беҙ ошо эҙҙәр өҫтөнән ҡайтыуға атланыҡ. Ҡышҡы һыуыҡта урман-ҡырҙар буйлап сәйәхәт итеүе беҙгә дәрт, шатлыҡтар ғына өҫтәне. (Слайд 7-18)

Ял минуты. (Слайд 19)


5. Вафа Әхмәҙиевтең “Ҡышҡы урманда” шиғырын өйрәнеү.


а) Һүҙлек эше: бойоғоу – скучать, бәҫ – иней, үс – месть, зло, ҡыу – засохший, шаңҡытыу – глушить. (слайд 20)


б) Шиғырҙы уҡытыусының тасуири уҡыуы.

- Шиғыр һеҙгә оҡшанымы? Унда нимә тураһында һүҙ бара?


в) Уҡыусыларҙың үҙ аллы уҡыуы;


6. Ял минуты

Ҙур аҡланда ҡаршыбыҙға

Һикереп сыҡты ҡуян. (урында һикереү)

Лап-лоп баҫып артынан

Күренде тайыштабан. (алпан-толпан атлау)

Һаҡ ҡына баҫып төлкө

Эргәнән үтеп китте. (яурын, ҡулдар менән төлкөнөң йомшаҡ ҡына

атлауын һүрәтләргә)

Һауала осто ҡоштар – (осоу хәрәкәттәре)

Бик бай беҙҙә урмандар. (слайд 19)


д) Һорауҙарға таянып, шиғырҙың йөкмәткеһен асыҡлау (слайдтар ҡулланыу)

- Шиғырҙа ниндәй ағастар һәм йәнлек-ҡоштар телгә алына?

- Шиғырҙың беренсе (икенсе, өсөнсө, дүртенсе) строфаһында нимә тураһында һүҙ бара? (слайд 21-28)

- …

- Шиғырҙа ниндәй ҡошҡа ҡыш көндәрендә бигерәк тә ҡыйын? Ҡайһы ҡош бойоғоп ултыра? Ни өсөн, һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

- …

- Улар ҡышты нисек уҙғара?

- …

- Кешеләр уларға нисек ярҙам итә ала?

- …


г) Уҡыусыларҙың сылбырлы уҡыуы.


7. Нығытыу.

Һүҙлек диктанты : ала ҡарға, бәҫ, ҡарама, тирәк, һуҫар, ҡорт, йүкә, ерек, тумыртҡа. (Уҡыусылар бер-береһенең диктанттарын слайд ярҙамында тикшерәләр, баһалайҙар.) (слайд 29)



8. Дәресте йомғаҡлау.


-Бөгөн дәрестә беҙ ниндәй шиғыр менән таныштыҡ? Ул нимә тураһында? Дәрес оҡшанымы?

9 Баһалау. Өйгә эш.

Тексты файҙаланып, ҡышҡы урман тураһында һөйләргә өйрәнергә йәки шиғыр яҙырға.

Миҫал:

ҠЫШҠЫ УРМАН
Ҡышҡы урман бик матур –
Ағастарға бәҫ ҡунған.
Ҡарағай һәм шыршылар
Йәшел тунында ҡалған.



Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Внеурочная работа

Категория: Уроки

Целевая аудитория: 5 класс

Скачать
Стихотворение В.Ахмадиева "В зимнем лесу"

Автор: Муллагалиева Ляйсан Ришатовна

Дата: 05.11.2016

Номер свидетельства: 355688


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства