kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Внеурочное занятие по башкирскому языку и литературе для учащихся 5,6 классов Тема: "Серле әкиәт донъяһына сәйәхәт"

Нажмите, чтобы узнать подробности

5.6 кластар өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре буйынса дәрестән тыш сара

"Серле әкиәть донъяһында".

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Внеурочное занятие по башкирскому языку и литературе для учащихся 5,6 классов Тема: "Серле әкиәт донъяһына сәйәхәт"»

Дәрестән тыш сара

Тема: «Серле әкиәт донъяһына сәйәхәт»

(Кисә – ярыш, викторина)

( 5,6 кластар өсөн)

Маҡсат: уҡыусыларҙың башҡорт халыҡ әкиәттәре буйынса белемдәрен, бәйләнешле телмәрен үҫтереү.

Башҡорт халыҡ ижадына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү, уҡыусыларҙы ыңғай сифаттарға өйрәтеү.

Методик алымдар:

Һүрәттәр ҡарау, йомаҡтар әйтеү, өҙөктәр уҡыу ,уҡыусыларға һорауҙар биреү, әкиәт буйынса викторина, музыкаль һүрәтләмә, ял минуты, дәрестән тыш сараға тулы анализ.

Өҫтәлмә материал: дидактик уйындар: “Ҡайһы һүрәт артыҡ?”, “Уйла, дөрөҫ тап!”

Йыһазландырыу: Уйынсыҡ әкиәт геройҙары, китаптар, иллюстрациялар менән залды биҙәү.

Ҡатнашалар: башҡорт теле уҡытыусыһы һәм уҡыусылар.

Тәрбиәсе: --Һаумыһығыҙ, балалар!

Әкиәт һөйөүселәр,

Йә әле, бында килегеҙ,

Тирәләп теҙелегеҙ!

Уҡытыусы: Уҡыусылар, ә һеҙ Әкиәт иле батшалығы хаҡында ишеткәнегеҙ бармы? Ә ҡайҙа урынлашҡанын беләһегеҙме?

Әкиәт иленең батшалығы алыҫ та түгел, яҡын да түгел, нәҡ баласаҡ иленең эргәһендә генә икән. Баласаҡ иле ниндәй тылсымлы, яҡты, мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы була, Әкиәт иле лә иҫ китмәле матур ер, ти. Унда тик әкиәттәр генә йәшәй икән. Улар һис тә бер – береһенә оҡшамаған: оҙондары ла, ҡыҫ ҡалары ла, тылсымлылары ла, уйландыра торғандары ла, боронғолары ла, замансалары ла бар икән, балалар.

Халыҡта, «Мең тапҡыр ишеткәнсе,бер тапҡыр барып күр», тиҙәр. Мин һеҙҙе бөгөн серле әкиәт донъяһына алып барам, һеҙ әкиәттәр яратаһығыҙмы?

Ниндәй әкиәттәр беләһегеҙ икән, әкиәт геройҙарын таныйһығыҙмы икән, шул турала һөйләшербеҙ.

Сәйәхәткә сығыр алдынан беҙгә нимә эшләргә кәрәк?

Эйе, әҙерләнергә кәрәк! Ә беҙ үҙебеҙ менән бер нәмә лә алмаясаҡбыҙ, сөнки беҙҙең бер генә ҡоралыбыҙ бар. Ул – беҙҙең белемебеҙ.Тағы ла юлда беҙгә берҙәм булырға кәрәк. «Берҙәмлектә көс» тигән мәҡәлде беләһегеҙме? Һеҙ үҙ – ара дуҫмы? Бергәләшеп, күмәкләшеп эшләһәң күңелле лә, эш тә яҡшы килеп сыға.

Уҡытыусы: Юл еңел генә булмаясаҡ! Тик юлғасығыр алдынан минең һорауҙарыма дөрөҫ яуап бирергә кәрәк.

Уҡыусылар, ниндәй башҡорт халыҡ әкиәттәренең геройҙарын беләһегеҙ?

(Гөлбикә, Миңлебикә, Мәскәй әбей, Зөһрә ҡыҙ, Аждаһа, Дейеү, Төлкө, Айыу, Бүре --- яуаптар тыңлана)

Уҡытыусы: Афарин, ҡыҙҙар һәм малайҙар! Бик күп әкиәт геройҙарын беләһегеҙ икән, тимәк, һеҙ әкиәт яратаһығыҙ! Әйҙәгеҙ, осоусы балаҫҡа ултырып, сәйәхәткә ҡуҙғалайыҡ!

  • Йыр: «Әкиәт йомғағы» , Б.Баимов һүҙҙәре, М.Сәлимов көйө

  1. Туҡталыш. Әкиәт персонаждары төшөрөлгән һүрәттәр иленә килеп төшәләр.

Уҡытыусы: Балалар, әйтегеҙ әле, әгәр ҙә, әкиәттә төрлө кейек – йәнлектәр, ҡырағай һәм йорт хайуандары, ҡош – ҡорттар ҡатнаша икән, был әкиәттәр ниндәй тип атала?

  • Хайуандар тураһында әкиәттәр.

Уҡытыусы: - Эйе, төп персонаждар йәнлектәр һәм хайуандар булһа, был әкиәттәр хайуандар тураһындағы әкиәттәр тип атала. Был жанр иң боронғо әкиәт төрөнә инә.

  • Ә бына әкиәттә тиҙ генә төҙөлгән затлы һарай, осоусы балаҫтар менән ҡанатлы аттар хаҡында һүҙ барһа,ниндәй әкиәт була?

  • Тылсымлы әкиәттәр.

  • Эйе, дөрөҫ. Тылсымлы әкиәттәрҙә геройҙар төрлө мөғжизәләр ярҙамында хыялына ирешә, уға, ғәҙәттә,оло тылсымға эйә булған персонаждар ярҙам итә.

  • «Үгәй ҡыҙ Гөлбикә» әкиәте --- йомғаҡ.

  • Һорауҙар: Ни өсөн Мәскәй әбей Гөлбикәгә хазина бүләк итә, ә Миңлебикәгә йылан тулы һандыҡ биреп ҡайтара? Кешегә яҡшылыҡ эшләргә, изгелек күрһәтергә кәрәк.

«Кешегә насарлыҡ эшләмә, үҙеңә насар булыр!» - мәҡәл.

Уҡытыусы: - Тағы ланиндәй әкиәт төрҙәре бар?

  • Батырҙар тураһында әкиәттәр. Алпамыша, Урал батыр, Һыуһылыу.

  • Йыр “Һыуһылыу”(уҡыусы башҡара).

  • Уҡытыусы: Халыҡтыҡ көндәлек тормошона ҡараған ваҡиғаларға бәйле әкиәттәребеҙ бар. Улар башҡа төрлө әкиәттәрҙән ысынбарлыҡҡа нығыраҡ тап килеүе менән айырылып тора. Был әкиәттәр ниндәй әкиәт төрөнә инә икән?

  • Тормош – көнкүреш әкиәттәре.

  • Көнкүреш әкиәттәребик бай тематикалы – унда зирәк хеҙмәтселәр, һаран бай муллалар, батша ҡыҙы, етем ҡыҙҙар бар.

Уҡытыусы: Уҡыусылар, әйҙәгеҙ «Ҡыҙыл ҡалпаҡ» Ҡурсаҡ театрын ҡарайыҡ әле.



  1. Туҡталыш.

Уҡытыусы: Уҡыусылар, мин сәйәхәттә йөрөй торғас асығып киттем. Әйҙәгеҙ, ашъяулыҡ янына саҡырам барығыҙҙы ла! Иғтибар итегеҙ, был уҡыусыларҙың ҡулында төрлө халыҡ әкиәттәренәг ризыҡтар бар!

( башҡа халыҡ әкиәттәре буйынса белемен тикшереү)



  • Ҡыҙыл ҡалпаҡлы ҡыҙ өләсәһенә ниндәй күстәнәс алып бара?

(Бөйөрөктәр - пирожки).

  • Һалдат балтанан нимә бешерә? - Бутҡа.

  • Винни – пух нимә ярата? - Бал.

  • Сүлмәк туктай алмайынса ниндәй ризыҡ менән урамды тултыра?

-Бутҡа.

- Ул әбейҙән ҡаса, бабайҙан ҡаса... – Йомро икмәк.

-Был әкиәттең барлыҡ персонаждары еләк – емештәр, ниндәй әкиәт?

-Чипполина.

3. Туҡталыш.

- Әйҙәгеҙ,йомаҡтарҙың яуабын әйтегеҙ?

-Йәйен урманда батша,

Ҡышын ҡарҙан да аҫта. – Айыу.

-Энәләрен ҡалдырмай йөрөй,

Үҙе тегеүсе түгел. – Терпе.

-Йәйен һоро , ҡышын аҡ,

Уға шулай яҡшыраҡ. –Ҡуян.

-Кеше түгел, һаҡаллы. – Кәзә.

-Йылан тугел – саға. –Бал ҡорто.

Уҡытыусы: Афариндар, бына бит Әкиәт илендә бер юлы башҡа милләт әкиәттәре йәшәгән ерҙәргә лә күҙ һалдыҡ.

4.Туҡталыш.

Уҡытыусы: Ҡайһы әкиәт тураһында һүҙ бара, балалар, кем тиҙерәк яуап ҡайтарыр?

  • Был әкиәттә төп геройҙың ағаһы турһыҡтағы ҡанды эсеп януарға әйләнә, ә үҙе килтереп Әжәлгә ҡаршы сыға, туғыҙ башлы дейеүҙе еңә.

Тереһыушишмәһенең тамсыларын үҙе эсмәйенсә,тирә – йүнгә һибеп, барлыҡ тереклеккә йән индерә.

(Урал батыр)

  • Ул айыуға ҡарап балтаһын һелтәгән. Әммә балта айыуҙың муйынына түгел, ә ҡойроғона тап килеп, уны сабып өҙгән. (Айыу менән бал ҡорттары)

  • Айыуҙар бал тулы солоҡ тәгәрәтәләр, бүреләр һарыҡ түшкәләре күтәргән. Боландар мөғөҙҙәренә һөт тултырған силәктәр элгәндәр.Ҡуяндар кәрзин – кәрзин сәтләүектәр, төлкөләр тауыҡтар, ҡаҙҙар күтәреп килтерәләр,ти. Был әкиәттә кем бөтә ауыл кешеләрен ҡунаҡҡа саҡырған малайға ярҙам итә?

(Йомарт ҡуян).

Уҡытыусы: - Әйҙәгеҙ, шундай әкиәттәрҙең береһен тамаша ҡылайыҡ!

--“ Ҡуян менән төлкө, әтәс” әкиәте күрһәтелә.

5. Туҡталыш.

Уҡытыусы: -Эй, уҡыусыларым, аҡыллыларым минең! Белмәгән нәмәгеҙ юҡ икән һеҙҙең, ә был әкиәтте беләһегеҙме икән?

Балалар, Әкиәт илендә киләһе һынау – терәк һүҙҙәр ярҙамындаҡайһы әкиәт икәнен белергә кәрәк.

  1. Ҡойроғо оҙон, йөнтәҫ булған айыу, урманға килгән кеше, солоҡ, балта.

(«Айыу һәм бал ҡорттары”)

  1. Шишмә, ай нуры, биҙрә, көйәнтә, тишек һауыт.

(«Зөһрә ҡыҙ»)

  1. Һуҡыр лампа, мунса, әбей, ҙур һандыҡ.

(“Үгәй ҡыҙ”)

Уҡытыусы: Бына шулай, сәйәхәтебеҙҙең аҙағына ла килеп еттек! Һеҙ бөгөн шундай аҡыллы булдығыҙ, миңә бик күңелле булды, ә һеҙгә минең менән сәйәхәт оҡшанымы һуң?

Уҡыусылар: - Эйе!

  • Улай булғаҫ ҡайтырға юлға сыҡтыҡ, балалар! Һау бул, Серле Әкиәт донъяһы!

  • 1, 2, 3 – остоҡ! (Матур көй яңғырай).

Күҙ йомғансы балаҫ, Үҙ бүлмәбеҙгә илтте.

Әкиәт донъяһы беҙгә,

Шәп байрам бүләк итте!

Бик күңелле, ҡыҙыҡ булды,

Оҡшанымы, балалар?

Йомғаҡлау.

  • Бөгөн беҙ һеҙҙең менән ҡайҙа сәйәхәттә йөрөнөк?

  • Ниндәй әкиәттәрҙе белдек?

  • Һеҙгә ниндәй әкиәт нығыраҡ оҡшаны? -Ни өсөн?

Бөтәгеҙҙә дәрестә иғтибарлы булдығыҙ. Ошоноң менән бөгөнгө кисәбеҙ тамам.

Әкиәттәрҙе яҡшы беләһегеҙ икән. Киләсәктә лә әкиәттәр менән бәйләнеш, ҡыҙыҡһыныуығыҙҙы өҙмәҫһегеҙ тип, уйлайым.

Еңеүселәр билдәләнә, бүләкләнә.










Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Внеурочная работа

Категория: Прочее

Целевая аудитория: 5 класс

Автор: Сайда Габдинуровна Саяхова

Дата: 01.05.2023

Номер свидетельства: 630639


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства