kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Стихи собственного сочинения

Нажмите, чтобы узнать подробности

Cтихи собственного сочинения о природе, о родине,  о любви, о семье,  о  своей профессии. Постоянная работа над новыми конструкциями выразительности высказываемого, тренирует мысль, наполняя жизнью е? интеллектуальную ткань, своеобразно украшая жизнь новыми "бриллиантами"-творческими изюминками. Письмо стихотворений - это гимнастика для ума, отдушина,  как нахождение нового старого друга.

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«стихи собственного сочинения »

Һыуым –яйыҡ

Тыуған ауылым-Буранғол

Йондоҙнамәм-ҡыҫала

Тыуған йылым-юлбарыҫ

Шөғөлөм-тәрбиәләү

Йәшәү ҡанундарым:

-ғәҙеллелек

-түҙемлелек

-тыйнаҡлылыҡ…


Балаларға әйтер һүҙ

Белеме бар –хур булмаҫ (башҡорт халыҡ мәҡәленән)


Балалар, әйтер һүҙем шул:

Мәктәп тормош баҫҡысы,

Үҙе тырышҡанға –Алла

Бирер, тим, тел асҡысы.

Өйрәтер һеҙҙе мәктәбем

Выждан, намыҫ тигәнгә…

Мәктәп хаҡы-тәңре хаҡы

Һин тормошҡа ингәндә.

Бер нисә йыл элек мин дә

Мәктәбемдә аҡыл тупланым.

Остаздарҙың әйткән һәр бер һүҙен,

Күҙ ҡарашы, ымын хупланым.

Белем көнө-был көндө лә

Берәү ҙә белмәй ҡалмаҫ,

Белеме бар-ҡурҡыу белмәҫ,

Ауырлыҡҡа- зарланмаҫ,

Белем көнө ишек шаҡый,

Һәр ғаиләгә инә.

Киләсәккә өмөт бирә

Яҡты нур һирпеп китә.

Шуның өсөн әйткәндәр бит:

Белеме бар хур булмаҫ,

Тормош һаҙына ла батмаҫ,

Эйелмәҫ тә, бөгөлмәҫ…

Көн дә әсәм күңеленән

Иҫкергән мәҡәл сығыр:

Беләге бар берҙе йығыр,

Белемле меңде йығыр.

Балалар теләгем шул:

Мәҡәлгә ҡолаҡ һалың.

Боронғолар дөрөҫ әйтә-

Әйтемгә урын ҡалһын.

Белем көнө менән ҡотлап

Теләр теләгем ошо:

Тырыш, уҡы Мәжиттәрсә

Булырһың һауа ҡошо!

Тәбрик итәм һеҙҙе ошо

Оло байрам барлығына.

Яҡшы билдә һәм дә һаулыҡ

Теләп ҡалам барыһына!

Өс шатлығым, өс күҙ нрым…

“өстаған ныҡ була,-тиҙәр,

Өс балам, өс күҙ нурым,

Өс һөйөнөс, өс өмөтөм:

Ике ҡыҙым һәм улым.

Үҫерһегеҙ таяныс булып,

Бер-берегеҙгә терәк,

Шатлыҡта ла, ҡыйын саҡта ла

Ярҙамсыл булыу кәрәк.

Ике ҡыҙым-ике йыуанысым,

Ике шатлыҡ, ике таяныс.

Береһе-ҡәҙерле гөл шикелле,

Береһе- ҡәҙерле нур төҫлө.

Ҡош ҡанаты менән, ә ғаиләм-

Тулылығы менән көслө.

Илшатыбыҙ-ғаилә шатлығы

Өйгә бәхет килтереүсе,

Һағындырып, оҙаҡ көттөрөп

Түргә түрә булып уҙыусы.

Тормошҡа мәғәнә, өйгә йәм,

Ғүмергә йән, дәрт, сәм өҫтәүсе.

Баларым-күҙ нурҙарым

Бәхет, шатлыҡ килтереүсе…



Гүзәл яғым – Тыуған яғым.


Гүзәл яғым – тыуған яғым

Изге, тәпәй баҫҡан ер.

Саф һауаһын һулап, уйнап,

Татлы һыуын эскән ер.


Сейәлетау һыҙатынан

Аҡкүле лә күренә.

Ослотау, Олотауы ла

Ҡуйы урманға төрөнгән.


Ҡарауылтүбә маяҡ кеүек

Ауылым сигендә һаҡта.

Һандуғас, һабан турғайы

Атайсалымды маҡтай...


Туғайҙарҙа һары мәтрүш,

Алтынтамыры үҫә.

Ә күлендә томбойоғо,

Аҡҡоштары ла йөҙә.


Тыуған яғым тулы йыһаз:

Мәғдән, тальк, алтын да,

Баҡыр, йәшмә, мәрмәре лә -

Бар(ы)һы аяҡ аҫтында.


Ҡырағай тәбиғәтеңде

Данлап бөтөрлөк түгел.

Ҡайҙа ғына йәшәһәм дә

Һиңә тартыла күңел...


Урамыңда икмәк еҫе,

Ҡоймаҡ еҫе аңҡып тора.

Бала – саға шау- гөр килеп

Яңы уйын – көлкө ҡора.


Һин төштәремә керәһең,

Һиндә үтте бала саҡ.

Ҡайҙа ғына булмаһам да

Тыуған яҡ иҫтә ҡаласаҡ...


2007 й.

Тыуған яғым

Ҡалмыҡ егете башын һалған

Тауыбыҙ тарих аса.

Барындарҙың ҡарағошо

Инде һикһән йыл оса.


Мәғдән,алтынға бай тауҙар

Сик һымаҡ ҡамап тора.

Ауылымдың эшсән халҡын

Тарихым күҙләп тора.


Сәсәндәрең, эшселәрең,

Йырсыларың бар һинең,

Тарихта тәрән эҙ ҡалдырған

Белгестәрең бар һинең.


Бөгөнгөһө билдәһеҙ, ти.

Мөһим, үткән эҙебеҙ.

Онотмайыҡ, беҙ, бөйҙөләр,

Барын - табын үҙебеҙ.


Тыуған яғым – изге төйәк,

Һиңә тартыла күңел.

Атайсалым ни кисерә

Миңә барыбер түгел.


Именлектә, изгелектә

Бергә йәшәргә яҙһын.

Ауылдаштар, берҙәм булып

Ғүмер файҙалы уҙһын!




Йәшәй белһәң...

Йәшәй белһәң, тормош ҡыҙыҡ -

Йәшәһе килеп тора

Кешеләр менән бергә

Эшләһе килеп тора.

Йәшәй белһәң, тормош ҡыҙыҡ -

Кәйефтәр күтәренке,

Күңел асып, йылмайғанға

Күренә тормош күрке.

Кемгә нисек бирелһә лә,

Һис кем йәшәп туймаған.

Усағы һүрелгәнгәсә

Үҙ хәстәрен уйлаған.

Йәшәй белһәң, тормош ҡыҙыҡ -

Бик йәмле һәм бик татлы:

Был тормошта әҙме ни һуң

Хазиналар ҡырҡ ҡатлы!

Шул хазина серен асыу -

Маҡсатыңа ирешеү.

Яҡшы ниәт менән йәшәп

Яҙмыш менән күрешеү.

Бары өмөт кешеләрҙе

Был донъяла йәшәтә.

Шулай булғас, һүрелтмәгеҙ

Утығыҙҙы әшәктә!

Йәшәй белһәң, тормош ҡыҙыҡ –

Бөтәһен дә күрмәйбеҙ.

Тик ҡайҙа һуң ашығабыҙ

Үҙебеҙ ҙә белмәйбеҙ.

Үкенһәң, үкенмәһәң дә,

Ғүмер уҙа, йөрәк тә туҙа.

Күңел бер ҙә ҡартаймай.

Йәшәү юлын һаман да һуҙа.

Заманалар хәҙер матур –

Үҙең бай ҙа, үҙең ҡол.

Тик йәшәй бел был донъяла

Ысын кеше генә бул.

Йәшәй белһәң, тормош ҡыҙыҡ –

Кинән тормош күркенә.

Көлһөн йөҙөң, күҙҙәрең дә -

Ғүмер килә бер генә.


1992 йыл.


Атайҙар...

Ғаилә тотҡаһы, алтын ҡаҙыҡ –

Хөрмәтле, ҡәҙерле атайҙар.

Тормошҡа мәғәнә, дәрәжә биреүсе

Данлыҡлы һәм мәшһүр атайҙар.


Атай йорто – тормош ҡото тиҙәр

Бала саҡҡа бәхет өҫтәүсе.

Хәстәрлекле атай, һөйөклө ир,

Тәрбиәсе, түрә, етәксе...


Атайҙарыбыҙ өйҙә булһалар

Өй яҡты, күңел бөтөн төҫлө,

Бәхетле ғаиләләр булғанда

Ил яҙмышы ныҡлы һәм көслө!



Уҡытыусыма

Яҡшы уҡытыусыэшендә генә түгел, төшөндә лә эшен онотмай (А.С.Макаренконан)

Онотолмай тәүге уҡытыусым,

Онотолмай тәүге ҡыңғырау.

Бөгөнгөләй хәтеремдә әле

Ҡолаҡ төбөндә һаман яңғырай.

Уҡытыусым маңлайында хәҙер

Ете тиҫтә ашыу һыры бар.

Сал төшкән һәр бөртөк сәсендә

Уҡытыусының да “һыны” бар.

Уҡытыусылар онотолмай,

Үҙең уҡытыусы булһаң да,

Мәктәбең хәтерҙә һаҡлана

Ярты быуат ғүмер уҙһаң да…

Байрам менән тәрбиәселәр

Борсомаһын ҡайғы-хәсрәттәр

“Уҡыусылыр” тиеп йәшәгәнгә

Яуһын бары бөтмәҫ рәхмәттәр.

Аҡыл, түҙем, кешелеклек

Һеҙҙә былаә ҙа етерлек.

Бәхет, уңыш, һаулығын да

Һеҙгә теләйек иң элек.

Байрам менән уҡытыусылар,

Еңеллелек ҡулығыҙға.

Яҡшы кәйеф, тәрән аҡыл

Юлдаш булһын юлығыҙҙа!


Әүрәткән башҡорт телем

Әсә һөтө менән һеңгән

Ҡаныма башҡорт телем.

Мәктәптә лә шул тел менән

“Алғамын”,- тием белем.

Олатай-өләсәйҙәр ҙә

Һөйләшкән шул тел менән,

Ҡайғырғанда йырлаған да,

Көйләгән шул тел менән.

Атай-әсәйҙәребеҙ ҙә

Әүрәткән шул тел менән

Әрләгән дә, йыуатҡан да

Бейеткән шул тел менән.

Быуаттар буйына күпме

Халҡым азат яулаған,

Тел, милләтен ҡотҡарам,- тип

Яу сигендә аунаған.

Шул тел менән ғүмер буйы

Олатайҙар һөйләшкән

Башҡорт теле тиеп, хатта

Сит халыҡтар көнләшкән.

Уралым элек-электән

Күптәр күҙен ҡыҙҙырған

Таң атҡанда егеттәре

Ҡурай моңон һыҙҙырған.

Тәбиғәт тә матур булған

Саф шишмәләй күл-һыуҙар…

Саф һыу эсеп, саф башҡортса

Һөйләшкәндәр ырыуҙар.

Сәсәндәр йор һүҙ һөйләп,

Ҡымыҙ эсеп, бал ашап,

Ҡурай моңона иҫереп

Йәшәгәндәр иңерәп.

Һөнәрҙәре солоҡсолоҡ,

Мал аҫырау булған,ти.

Тәбиғәттең ҡосағында

Бик рәхәт тә булған,ти.

Олатай васыяты бар:

Теле юҡтың иле юҡ,

Иле юҡтың көнө лә юҡ,

Өнө лә юҡ, тыны ла юҡ.

Телһеҙ кеше-өйһөҙ кеше

Исемһеҙ ғәмһеҙ кеше,

Әсе ғүмерле маҡсатһыҙ,

Бер бөрсөклө күҙ йәше.

Бәләкәйҙән һәр кем белә

Һәр миләттең үҙ теле.

Үҙенә генә ярашлы

Үҙ моңо, көйө, йыры…




Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Внеурочная работа

Категория: Прочее

Целевая аудитория: Прочее

Скачать
стихи собственного сочинения

Автор: Ахмадеева Айгуль Давлетбаевна

Дата: 24.03.2015

Номер свидетельства: 190408

Похожие файлы

object(ArrayObject)#853 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(133) "Новогодние стихи собственного сочинения от команды 1 класса "Внуки деда" "
    ["seo_title"] => string(79) "novoghodniie-stikhi-sobstviennogho-sochinieniia-ot-komandy-1-klassa-vnuki-dieda"
    ["file_id"] => string(6) "118620"
    ["category_seo"] => string(10) "vneurochka"
    ["subcategory_seo"] => string(11) "presentacii"
    ["date"] => string(10) "1413203633"
  }
}
object(ArrayObject)#875 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(80) "Стихи собственного сочинения моих учеников"
    ["seo_title"] => string(51) "stikhi-sobstviennogho-sochinieniia-moikh-uchienikov"
    ["file_id"] => string(6) "129051"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(7) "prochee"
    ["date"] => string(10) "1415631437"
  }
}
object(ArrayObject)#853 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(127) "Сборник стихотворений собственного сочинения "О чём молчат солдаты..""
    ["seo_title"] => string(68) "sbornikstikhotvorieniisobstviennoghosochinieniiaochiommolchatsoldaty"
    ["file_id"] => string(6) "290292"
    ["category_seo"] => string(10) "vneurochka"
    ["subcategory_seo"] => string(7) "prochee"
    ["date"] => string(10) "1454941416"
  }
}
object(ArrayObject)#875 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(54) "Стихи собственного сочинения"
    ["seo_title"] => string(31) "stikhi_sobstvennogo_sochineniia"
    ["file_id"] => string(6) "539477"
    ["category_seo"] => string(10) "literatura"
    ["subcategory_seo"] => string(7) "prochee"
    ["date"] => string(10) "1581576407"
  }
}
object(ArrayObject)#853 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(73) "Подборка стихов собственного сочинения"
    ["seo_title"] => string(44) "podborka_stikhov_sobstviennogho_sochinieniia"
    ["file_id"] => string(6) "379375"
    ["category_seo"] => string(10) "vneurochka"
    ["subcategory_seo"] => string(7) "prochee"
    ["date"] => string(10) "1484418075"
  }
}


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства