Инша “Тыуған ауылымдың киләсәге”
Минең тыуған яғым-Башҡортостан Республикаһы, Илеш районы.Тыуған төйәгем-Үрмәт ауылы.Уның тәбиғәте иҫ-киткес матур:ҡуйы урмандар,хәтфә яландар, һыуы шифалы шишмәһе, ялан-болондарҙағы төрлө төҫлө сәскәләре күҙҙең яуын алырлыҡ; йәшәгән халҡы- берҙәм, татыу.
Ауылымда күп кеше йәшәй.Улар йәшәгән урамдар,өйҙәр бик матур.Яңыраҡ юлға таш-ҡом һалдылар, һалҡын шишмәне тәртипкә килтерҙеләр.Әммә эш шуның менән туҡтап ҡалмаһын ине.Ни өсөн тигәндә,ауылдың киләсәге эшләнгән эштәрҙән, халыҡ өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырыуҙан тора, минеңсә.
Ауылымдың киләсәген мин шулай күҙаллайым: юлдарға асфальт түшәлгән,социаль учреждениелар, иҫке өйҙәр урынына яңы өйҙәр төҙөлгән,мәктәптә уҡыусылар һаны күбәйгән,ял итеү парктары асылған,йылға-шишмәләрҙең таҙа һыуында кешеләр һыу инә, балыҡ тота,яҡшы хастахана асылған, ауылда мал-тыуар, ҡош-ҡорт фермалары төҙөлгән,йәштәргә эш урындары булдырылған,бөтә ауыл кешеләренең аҡсаһы һәм иң тәүге сиратта-таҙалыҡ-һаулыҡтары бар.
Бына ошондай уйҙар менән мин ауылымдың киләсәген күҙ алдыма килтереп,ҡасандыр шулай буласағына ышанып ҡалам.