kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Конспект открытого занятия фольклорного кружка "Семья и бытовой уклад башкир. "( на башкирском языке)

Нажмите, чтобы узнать подробности

Это открытое занятие фольклорного кружка.( на башкирском языке)

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Конспект открытого занятия фольклорного кружка "Семья и бытовой уклад башкир. "( на башкирском языке)»

Ишембай районы Әхмәр урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы

Хайруллина Рәзилә Әсҡәт ҡыҙы әҙерләне.


Тема: Башҡорттарҙа ғаилә һәм тормош-көнкүреш.

Маҡсат:

  • Уҡыусыларҙы ата- бабаларыбыҙҙың тормош- көнкүреше менән таныштырыу;

  • Балаларҙа ата-әсәләргә, туғандарға ,ғаилә ҡанундарына һөйөү һәм ихтирам тәрбиәләү.

Йыһызландырыу: компьютер, проектор, карточкалар.


Дәрес барышы

Беҙ бөгөн бөтәбеҙгә лә таныш,яҡын,ҡәҙерле булған тема –ғаилә тураһында һөйләшербеҙ.Беҙ башҡорт фольклорын өйрәнәбеҙ,шуға күрә башҡорт халҡына ғына хас булған ғаилә ҡанундары,терминдары менән танышырбыҙ.

Слайд1,2,3.

10-сы быуатта уҡ боронғо башҡорт ҡәбиләләре Волга йылғаһы аша Тоболға тиклем,коньяҡта Арал һәм Сырдаръя йылғалары буйында ла йәшәгән булғандар. Ләкин татар- монгол баҫҡынсыларынан ҡасып Урал тауҙары итәгенә килеп күсеп йәшәргә мәжбүр булғандар.

Ошо ваҡыттарҙан һуң меңәр йыл ваҡыт үтте. Кемдәр генә башҡортто юҡ итергә теләмәне,ләкин башҡорт халҡы үҙенең ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап, үҙенең культураһын, телен, илен һаҡлап һаман йәшәй бирә.

Шулай итеп, башҡорттар элек ҡәбиләләргә бүленеп йәшәгәндәр,тинек. Нимә һуң ул ҡәбилә? Ни өсөн шулай йәшәгәндәр?

Улар гел бер урында йәшәгәнме? Ни өсөн? Нимә менән шөғөлләнгәндәр? Үҙҙәренең тормош көнкүрештәрен нимәгә нигеҙләнеп төҙөгәндәр?

(балаларҙың яуаптары)

Слайд 4

Кешегә йәшәү өсөн нимә кәрәк? .(ут,һыу,ризыҡ,йәшәү урыны,кейем-һалым,эш ҡоралы)

Ошоларҙың ҡайһыһын ул тәбиғәттән ала? Башҡаһын ул үҙе таба.

. Слайд 5

Тимәк кеше һунарсы,малсы,ер эшкәртеүсе,һөнәрсе булыға тейеш. Ошоларҙан сығып башҡорт халҡының милли характер һыҙаттары яһала ла инде. Мәҫәлән,боронғо мәҡәлдәрҙән беҙ уларҙың төрлө шөғөлдәре булыуын күҙаллай алабыҙ.

-Кем мал тота,(шул ит ашай)

-Яланда һайрашмаһаң,(ырҙында ыңғырашырһың)

-Бер ағастан (сана булмай)

Ә хәҙер һәр шөғөлгә айырым туҡтап китәйек.

Слайд 6

Малсылыҡ

Малсылыҡ менән шөғөлләнгән башҡорттар һәр ваҡыт күсеп йөрөгәндәр. Ни өсөн? Улар ниндәй малдарҙы тотҡандар?

Иң ныҡ таралғаны йылҡысылыҡ. Башҡорт аты транспорт ролен дә үтәгән, ите ризыҡҡа киткән.Һөтөнән дә файҙалы эсемлек әҙерләгәндәр.

Ҡымыҙ тураһында нимәләр беләһегеҙ?

Слайд 7,8,9,10.

(видеояҙма ҡарау)

Ҡара юрға “ йырлау.

Шулай итеп,башҡорттарҙың төп ризығы ит,һөт, ярма,он. Ондо нисек етештергәндәр?

- Ер эшкәрткәндәр.

Тиренән нимәләр әҙерләгәндәр?

  • Аяҡ кейеме,тирмәләр,ат егеү өсөн сбруя.

(Сбруя эшләү тураһында видеояҙма ҡарау)

Малсылыҡ менән ер эшкәртеүҙән тыш улар һунарсылыҡ,солоҡсолоҡ, һөнәрселек менән дә шөғөлләнгәндәр.

Слайд 11,12,13,14.

(видеояҙма ҡарау)

Дөйөм алғанда башҡорттарҙың тормош-көнкүрешен ошолай итеп күҙ алдына килтерергә мөмкин.

Слайд 15

Слайд 16,17,18,19.

Йәй көнө йәйләүҙә тирмәләрҙә йәшәгәндәр. Ҡышҡы өйҙәре ағастан булған.

Слайд 20

Өҫ кейемдәре бына ошолай булған.

Ә хәҙер башҡорт ғаиләһе турһында һөләшәйек.

Ғаилә нимә ул беҙҙең өсөн? Сылбырлап һәр беребеҙ ғаилә тураһында бер һүҙ әйтәйек.

Ғаилә ул татыулыҡ, сәләмәтлек, мөхәббәт, атай,әсәй.......һ.б.

Слайд 21

Ғаилә ул туғандарҙың бергә йәшәүе.

Көнкүреш- тормошто ойоштороу тәртибе.

Ике кеше осрашып ғаилә ҡора. Башҡорттарҙа был мәсьәләгә бик етди ҡарағандар.

( уҡыусы сығышы)

Башҡорттар элек-электән ғаилә ҡороуға бик талапсан ҡарағандар.

Йола буйынса бер ырыу эсендә ғаилә ҡороу тыйылған. Кәләште йыраҡ ырыуҙарҙан эҙләгәндәр. Әгәр бер ырыуҙың егет менән ҡыҙы өйләнешергә уйлаһа,ете быуындан һуң ғына туғанлашырға яраған. Кәләште күп ваҡыт егет түгел, уның атаһы һайлаған.Йәштәр туйға тиклем хатта бер-береһен күреп,белмәгәндәр. Егет менән ҡыҙҙың аталары үҙ ара килешһә, тимәк артабан туйға әҙерләнә башлағандар. Мулланы өйгә саҡырып никах уҡытҡандар,мәсеткә лә барып уҡытҡандар.

Балаларына биш йәш тулғас та атай менән әсәй туй тураһында уйлай башлағандар. Бәләкәй генә балаларҙың ҡолаҡтарын тешләтеү йолаһын үткәргәндәр. Ул "Һырғатуй" тип аталған.Балалары үҫеп буй еткергәс, туйға ныҡлап әҙерләнә башлағандар.Бирнә әҙерләгәндәр, биҙәүестәр теккәндәр,йорт-ҡураһын тәртипкә килтергәндәр.

Башҡорт туйы бер нисә этаптан тора:

1. Һоратыу,килешеү

2. Никах

3.Туй йолалары,ғөрөф-ғәҙәттәре,

Тимәк, яңы ғаилә менән яңы туғандар ҙа барлыҡҡа килә. Улар нисек атала?

Слайд 22,23.

Хәҙер ял итеп алайыҡ.( Бармаҡтар менән уйындар)

Буғыр- Буғыр бутҡа бешә,уртаһына май төшә

Уны ашай һалайыҡ ҡалаҡтарҙы алайыҡ.

Олатайға бар,өләсәйгә бар,атайға бар,әсәйгә бар,миңә юҡ. Ҡалаҡ эҙләп киләйем,кети-кети итәйем.

Ә хәҙер һеҙҙең туғандар менән яҡындан танышыр өсөн ошондай уйын уйнап алайыҡ.Уйын " Баҫ,ултыр",тип атала.

-Кемдең ағаһы бар?

-Кемдең апаһы бар?

-Кемдең Һеңлеһе бар?

-Кемдең ҡустыһы бар?

-Кемдең еҙнәһе бар?

-Кемдең еңгәһе бар?

-Кемдең кейәүе бар? һ.б.

Ә хәҙер кроссворд сисеп алайыҡ.

1.Ғаиләлә минән оло ҡыҙ.

2. Минән кесе ир бала.

 3. Атайымдың йәки әсәйемдең атаһы.

4. Ғаиләлә минән оло ир бала.          

Тимәк,ғаиләлә кем хужа? (атай). Ул иң мөһим ҡарарҙарҙы ҡабул итеүсе, ғаиләне туйындырыусы, яҡлаусы,һаҡлаусы.

(Уҡыусының сығышы)

Һәр кеше ғаилә дөрөҫ төҙөлһөн һәм үҫешһен өсөн үҙ бурысын еренә еткереп башҡарырға тейеш, йәғни ир менән ҡатындың өйләнешеп, бала-саға үҫтереүе зарур. Тик уларға үҙ-ара мөнәсәбәтте камил итеп ойошторорға кәрәк. Ир-ат ғаиләне һәр саҡ ҡурсаларға тейеш, йәғни урын, ризыҡ, кейем табыу, тышҡы ҡыйынлыҡтарҙан һаҡлау — уның бурысы. Тимәк, атайҙың әһәмиәте ҙур. Ул — туйындырыусы, аҡыллы кәңәштәр биреүсе, үҙенең яҡшы ниәттәре, һанап бөткөһөҙ изге эштәре менән балаларына үрнәк, ғаиләлә иң юғары вазифаны биләүсе һәм башҡарыусы.
Атай кешенең маҡсаты — баланы яҡлау һәм уны нисек бар шулай ҡабул итеү. Әгәр ул ҡыҙын йәки улын хәүеф-хафанан ҡурсалай ала икән, балала “мин яңғыҙ түгел” тигән тойғо ярала, һәм ул артабан да үҙен ышаныслы тоясаҡ.


Мосолман ғаиләләрендә  ир кеше хужа, донъяны алып бара, ә ҡатын кеше ғаилә усағын һүндермәй, балалар тәрбиәләй. Башҡорт халҡында ете быуыныңды, шәжәрәңде белеү борондан ҡалған йола. Шәжәрәгә лә элек тик ир – аттарҙы ғына яҙғандар, сөнки ир кеше нәҫелде дауам иттереүсе булған.


" Атайым" йырын күмәкләп йырлау.

Башҡорт ғаиләһендә ҡатын -ҡыҙ ғаилә усағын һаҡлаусы,тип әйттеләр. Һеҙ быны нисек аңлайһығыҙ?

Ҡатын ҡыҙ һабыр,түҙемле,ипле булырға тейеш. Ҡатын- ҡыҙ донъя тотҡаһы,тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Ирҙе ир иткән дә хатын,хур иткән дә хатын,тип тә әйтәләр. Был мәҡәлдәрҙә бик тәрән мәғәнә ята. Ләкин башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары элек-электән бик баҫылып та йәшәмәгәндәр. Улар оҫта итеп һыбай йөрөгәндәр,йәйәнән атҡандар,һунарға ла йөрөгәндәр.

"Өләсәйем" йырын башҡарыу.


Ә хәҙер мәҡәлдәр менән эшләп алайыҡ.

1. Әсәhен ҡәҙерләгән ҡәҙерле булыр.

2. Ырыу- туған талашыр, дошман килһә, ярашыр.

3. Баланың бармағы ауыртыр,инән йөрәге ауыртыр.

4. Егет- йорттоң терәге, ҡыҙҙар -йорттоң биҙәге.

5. Ир иткән дә ҡатын, хур иткән дә ҡатын.

6. Ир -баш,ҡатын-муйын.

7. Аталы бала-арҡалы бала.

8. Ил ҡәҙерен белгәндең Башы ҡәҙерле булыр.

Ир ҡәҙерен белгәндең Ашы ҡәҙерле булыр.

9. Ир аҡыллы булһа,ҡатын күндәм була.

10. Әсә күңеле балала,бала күңеле далала.

11.Ҡатын алһаң,белеп ал, алдын-артын ҡарап ал.

12. Тәүге ҡатын- мал аҫырарға,һуңғы ҡатын- йән аҫырарға.

13. Юнһеҙ бала ата йортон хурлар

14. Яҡшы ҡатын-өй йәме.

15. Бәхет башы- тәүфиҡ.

16. Татыу булһа ҡатының,ары торһон алтының.

17. Өйҙөң йәме бала менән,күлдең йәме ҡама менән.



Таблицаға мәҡәлдәрҙең тейешле номерҙарын ҡуйып,уларҙы төркөмләгеҙ.

"Әсәйем" йыры аҫтында эшләйҙәр.



Тема

Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр

Балалар,уларҙың ата-әсәһенә ҡарашы


Ир,атай,ғаилә башлығы


Әсәй,әсә һөйөүе


Ғаилә бәхете




Хәҙер тағы төркөмдәр менән эшләп алайыҡ. Ғаилә ағзаларына эштәр бүлеп сығығыҙ.



Атай

Әсәй

Олатай

Өләсәй

Ағай

апай

мин










































































ашарға бешереү һыйыр һауыу

һаһыт-һаба йыуыу ҡорот ҡайнатыу

кер йыуыу ҡаймаҡ сығарыу

иҙән йыуыу ҡаҙаҡ ҡағыу

өй йыйыштырыу йөн иләү

утын ярыу

мал ҡарау

быҙау алып ҡайтыу

бесән эшләү

аҡса табыу

ойоҡ бәйләү

бала ҡарау

себеш ҡарау

бәпес ҡарау

тәҙрә таҙартыу

гөлдәргә һыу һибеү

баҡса үҫтереү


12. Йомғаҡлау.   

Хәҙер мәҡәлдәргә әйләнеп ҡайтайыҡ.

Ата - әсә алтын ҡанат.

ата- әсәләр беҙҙең ҡанат, улар беҙҙең ҡанаттарыбыҙҙы нығыталар. Ниндәй ҡанат бирәләр? Беҙ нисек осабыҙ? Ата - әсә беҙҙе үҫтерә, ашата, кейендерә, тәрбиәләй. Беҙ тырышып үҫһен, белем алһын өсөн ҡанат бирәләр. Осор өсөн  беҙгә белем, аҡыл, тәртип, тырышлыҡ тигән ҡанаттар кәрәк. Әгәр беҙҙең ҡанаттарыбыҙ ныҡ булһа, киләсәктә уҡып, үҙебеҙгә һөнәр алып бәхетле йәшәрбеҙ.

    Ололаһаң олоно, ололарҙар үҙеңде.

Нисек аңлайһығыҙ? Эйе, ҡарт кешеләргә ярҙам итергә кәрәк, сөнки беҙ ҡартайһаҡ, беҙгә лә балалар йәки башҡа кешеләрҙең ярҙамы кәрәк буласаҡ. Яҡшылыҡ эшләһәң, ул үҙеңә әйләнеп ҡайта. Шуның өсөн һәр ваҡыт яҡшылыҡ эшләргә тырышайыҡ. Ата - әсәләрҙе тыңлайыҡ. Аҡыллы булайыҡ. Яҡшылыҡ бер ҡасан да ерҙә ятып ҡалмай. Ул кешеләргә әйләнеп ҡайта.


Йыр"Татыу ғаилә- ил терәге"










Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Внеурочная работа

Категория: Прочее

Целевая аудитория: 3 класс.
Урок соответствует ФГОС

Автор: Хайруллина Разиля Аскатовна

Дата: 19.02.2017

Номер свидетельства: 393580


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства