kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

До свидания, детский сад!

Нажмите, чтобы узнать подробности

Сценарий выпускного утренника на башкирском языке

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«До свидания, детский сад!»

Беҙ хәҙер уҡыусылар

А.б. Хәйерле көн, атай – әсәйҙәр, олатай – оләсәйҙәр, апайҙар һәм ағайҙар, хөрмәтле ҡунаҡтар! Бөгөн беҙ балаларҙы мәктәпкә оҙатабыҙ. Әйҙәгеҙ, күңлһеҙләнеп, бошоноп тормайыҡ, яҡшы, күтәренке кәйеф менән байрамыбыҙҙы башлайыҡ.

А.б. Бөгөнгө сығарылыш балаларының һәр береһе ҡасан да булһа ысын йондоҙ булып балҡыясаҡ бәләкәй генә йондоҙсоҡ. Йондоҙҙар фараз итә, юрай, йондоҙҙар тураһында хыялланалар, ә бөгөн беҙ үҙебеҙҙең йондоҙҙар менән яҡыныраҡ таныштырабыҙ.

Музыкаль композиция, парлашып торалар.

Балаларҙы исемләп әйтеү, балалар урындарына ултыра.

А.б. “Аленушка” балалар баҡсаһы Сибай ҡалаһының иң яҡшы баҡсаларының береһе. 2017 йылда “Аҡбуҙат” төркөмө 16 баланы, 9 аҡыллы, зирәк малай һәм 7 сибәр ҡыҙҙы мәктәпкә оҙата.

Аяҙ беҙҙең күгебеҙ,

Тормош яҡты,

Байрам хисе беҙҙең күңелдә!

Ҡарлуғастар осорабыҙ,

Ҙур тормошҡа әйҙәп был көндә!

А.б. Бөгөн байрам барыбыҙ өсөн-

Хушлашыу мәле етте.

Һеҙгә уҡыусы булырға

Ваҡыт та килеп етте.

Беҙҙән һеҙгә теләктәр шул:

Бик тырышып уҡығыҙ.

Һеҙгә һаулыҡ, бәхет теләп,

Ҙур юлға оҙатабыҙ.

Ололарҙы хөрмәтләгеҙ,

Кескәйҙәрҙе ҡаҡмағыҙ,

Аҡыллы булып үҫегеҙ,

Тыуған илде һаҡлағыҙ!

Йыр





  1. Беҙ сабый ғына саҡтан

Ошо баҡсаға килдек.

Ҡәҙерләндек, иркәләндек,

Бик күп нәмәләр белдек.


2. Балалар баҡсаһы тормошта 3. Һау бул, баҡса! Рәхмәт һиңә!

Бары тик баҫҡыс ҡына. Ҡанаттар бирҙең беҙгә.

Ҡаршылағы ҡыйынлыҡтар - Инде китаптар уҡырға

Белемгә асҡыс ҡына! Мәктәптәр көтә көҙгә.


  1. Беҙҙең сабый саҡ үтте,

Инде осор саҡ етте.

Беҙҙе мәктәпкә саҡырып

Ҡыңғырау зыңлап китте.


И сегодня в день прощальный

Мы не будем унывать

Детский сад всегда мы будем

Добрым словом вспоминать!



Оставив здесь кусочек детства

Уходим в первый школьный класс

Но с вами будем по соседству

И вспомним вас еще не раз.




Йыр



А.б. Балалар, һеҙ ҡасандыр ошо баҡсаға бәләкәс кенә булып килгәйнегеҙ.

Ребенок:

Когда в садик пришли мы,

Мальчишки и девчонки,

Мамы недавно сняли с нас пеленки,

Из сосочки пили, пустышки сосали,

Мы к маме хотели и громко рыдали.

Но вот пробежала неделя, другая,

И поняли мы, что жизнь здесь совсем иная.



Тантамереска “На горшочках мы сидим”





Бала: Ҡыйын беҙгә, балаларға,

Ашаталар бутҡаһын,

Горшокҡа ултырталар,

Беҙҙе бөтөнләй яратмайҙар.



Бала: Ҡулдарына алмайҙар,

Китәләр иртән эшкә.



Бала: Компьютерҙың шнурын тартырға ла ярамай,

Мин-мин-н, илайым хәҙер!



Ҡыҙыҡай: Горшокта мин ултырам,

Илайым да илайым.



Малай: Мин горшокта ултырам, иламайым, тик көләм.



Ҡыҙыҡай: Барғым килмәй баҡсаға,

Барам әсәйгә генә!



Малай: Һин нимә, бында бит рәхәт, уйынсыҡтар ҙа бик күп. Йырлайбыҙ ҙа бейейбеҙ, шиғырҙар ятлайбыҙ.



Ҡыҙыҡай: Миңә әсәйем кәрәк!



Малай: Тәрбиәсе беҙҙе һанай ҙа һанай,

Юғалырбыҙ тип уйлай



Малай: Поварҙар аш бешерә, котлеттар



Ҡыҙыҡай: Эх, магазинға барһаҡ ине



Малай: Нимәгә?



Ҡыҙыҡай: Шоколадтар алырға.



Малай: Врач әйтте бит: ярамай кәнфит ашарға!



Ҡыҙыҡай: Ә теге начальник апай,

Ошо баҡсаны гел биҙәй.



Малай: Нимә үсегеп ултыраһың? Әйҙә, минең менән уйна,

Өйҙә бит күңелһеҙ, мультик та мультик. Ә баҡсала бик рәхәт.



Ҡыҙыҡай: Ой, тотоғоҙ, тотоғоҙ, хәҙер горшоктан ҡолайым,

Ярай, ярай, ҡалам баҡсала.

Малай: Ҡыйын булһа ла иламайбыҙ,

Апай беҙҙе кейендерә, йырларға ла өйрәтә.

Бергә: Әсәйҙәр, борсолмағыҙ, табырбыҙ бында дуҫтар,

Өйрәнербеҙ күп нәмәгә.



А.б. Ысынлап та, һеҙ баҡсаға сабый ғына булып килгәйнегеҙ. Бер нәмә лә белмәй инегеҙ, бик күп һорауҙар бирә инегеҙ. Бына ошо бәләкәстәр һымаҡ.



Музыка аҫтында залға кескәйҙәр инә.



  1. Беҙ әле бик бәләкәй,

Һеҙ ҙә шулай инегеҙ.

Беҙ ҙә тиҙҙән үҫербеҙ,

Һеҙҙе ҡыуып етербеҙ



Вы уже совсем большие,

Вы красивы и умны.

Чтоб до вас нам дотянуться

На носочки встать мы должны.


  1. Бөгөн һеҙҙе ҡотларға тип

Беҙ килеп еттек.

Теләктәрҙең иң изгеһен

Һеҙгә еткерҙек.


Танец выпускников с малышами “У меня, у тебя”

А.б. Рәхмәт һеҙгә, кескәйҙәр! Апай – ағайҙарығыҙ мәктәптә лә һынатмаҫ, тырышып уҡырҙар. Ә һеҙгә уларҙан күстәнәс кәнфиттәр.

А.б. Балалар баҡсаһына йөрөгән ваҡытығыҙ бушҡа үтмәне: һеҙ бында бик күп нәмәгә өйрәндегеҙ.





  1. Бында үткәргән көндәрҙең 2. Йырларға ла, бейергә лә,

Буш булманы сәғәте: Баҡса өйрәтте беҙҙе.

Һүрәт төшөрҙөк, уҡыныҡ – Инде мәктәпкә барырға

Үҫте һәр кем һәләтле. Көтөп алабыҙ көҙҙө.


Ты нас принял малышами

Детский сад наш дорогой!

Мы теперь взрослее стали

И прощаемся с тобой!

С нежной грустью «До свиданья!»

Скажем группе мы родной.

Мы с тобой не расставались,

Разве только в выходной!



Звучит «Песня Шапокляк» (музыка В. Шаинского, слова Э. Успенского) в записи. Заходит старуха Шапокляк.

Шапокляк. Һаумыһығыҙ, минең аҡыллыларым! Шул тиклем яратам мин бәләкәстәрҙе: улар шаяралар, уйынсыҡтарҙы боҙалар. Өлкәндәрҙе тыңламайҙар.

Ведущий. Юҡ, Шапокляк, һин яңылышаһың. Беҙҙең балалар ундайҙарҙан түгел: улар инде үҫкәндәр һәм тиҙҙән мәктәпкә барырға йыйыналар. Шуға ла улар етдиләр, шаярмайҙар, нәмә лә боҙмайҙар. Шулай бит, балалар?

Шапокляк. Ҡайҙа йыйыналар, мәктәпкә?

Ведущий. Мәктәпкә, уҡырға.

Шапокляк. Нимә бар ул мәктәптә? Көнө буйы дәрестә ултырғығыҙ киләме?

Ведущий. Ә һин ҡайҙан беләһең?

Шапокляк.ә-ә, ҡасандыр мин ике йыл буйы беренсе класта ултырғайным. Шунан алып бер ҡайҙа ла уҡығаным да юҡ. (гордо.) Вот!

Ведущий. Бына ни өсөн һин шундай икәнһең...

Шапокляк. Шундай аҡыллымынмы?

Ведущий. Юҡ, мин киреһенсә тәртипһеҙһең, белемһеҙһең тип әйтергә теләгәйнем.

Шапокляк. Нимә? Подумаешь, будто һеҙҙең мәктәптә шул тиклем ҡыҙыҡ инде?

Ведущий. Яңы нәмәләр белеү, өйрәнеү бик ҡыҙыҡлы ул. Хәҙер балалар шул турала йырлап та ишеттерер әле.

Группа детей поет отрывок из песни «Ужасно интересно…» (музыка В. Шаинского, слова Г. Остера). Шапокляк садится и слушает, в конце подпевает и хлопает в ладоши.

ужасно интересно

1. На свете много есть того, во, во,

Про что не знают ничего, во, во,

Ни взрослые, ни дети.

Конечно, ни взрослые, ни дети!

И это вовсе не секрет, рет, рет,

Когда секрета вовсе нет, нет, нет,

Скучают все на свете.

Но почему? Да потому, что!..

2. Водой кончается земля, ля, ля.

И есть начало у ручья, чья, чья,

Весной начнется лето.

Конечно, весной начнется лето!

А где начаться должен я, я, я,

И где кончаться должен я, я, я –

Не знаю я про это.

Но почему?

Да потому, что!..

Припев. Ужасно интересно все то, что неизвестно!

Ужасно неизвестно все то, что интересно!

Шапокляк. Шәп-шәп йыр. Һеҙ шундай матур йырланығыҙ. Хатта минең мәктәпкә барғым килеп китте. Бәлки миңә лә һеҙҙең менән беренсе класҡа барырға булыр?

Ведущий. Әгәр барырға теләһәң, беҙ һинең белемеңде тикшереп ҡарарбыҙ. Балалар, шапокляктың нимә белеүен тикшерәбеҙме?

1-й ребенок. Әйт әле, 2-гә 3-тө ҡушһаң нисә була?

Выкладывает на фланелеграфе.

Шапокляк (чешет в затылке). Был... был Алтымы, шул тирә була, шикелле.

Ведущий. Балалар, яуап дөрөҫмө?

Дети. Юҡ.

1-й ребенок. Юҡ, 5 була.

2-й ребенок. Алам 4 хәреф, төҙөйөм һүҙ. Уҡы әйҙә.

Шапокляк. Әсәйме, бесәйме?

Ведущий (к детям). Балалар, нимә яҙылған?

Дети. Әсәй.

Ведущий. Һиңә тағы бер һорау

3-й ребенок. Һау сәләмәт булам тиһәң, иртә менән нимә эшләргә кәрәк?

Шапокляк. Һе, кем белмәй уны, оҙағыраҡ йоҡларға кәрәк.

Ведущий. Балалар, дөрөҫмө?

Дети. Юҡ.

Ведущий. Ә нимә эшләргә кәрәк?

Дети. Физкультура эшләргә.

Флешмоб под современную музыку, танцуют мальчики.

А.б. Иртәрәк әле һиңә мәктәпкә, Шапокляк. Бик күп нәмәне белмәйһең әле.

Шапокляк. Һеҙ миңә бишенсе кластың эшен бирҙегеҙ.

Ведущий. Ярай, иң еңел эш һиңә: мәктәпкә портфель йыя алырһыңмы икән?

Шапокляк. О, был бик ябай ул. Мәктәптә нимә кәрәк, шуны ғына һалаһың да. ,

Аттракцион «Собери портфель».

Первый вариант – Шапокляк собирает одна, затем вызывает детей. Второй вариант – Шапокляк в центре и двое детей по бокам. В портфеле Шапокляк оказываются музыкальные инструменты, рогатка, игрушки и т. п.

Ведущий. Нимә генә эшләргә һинең менән, Шапокляк?

Входят две бабушки – Ивановна и Степановна.

Ивановна и Степановна. Мы!

Ивановна. Мы бабушки-старушки, неразлучные подружки.

Степановна. Неразлучные подружки, мы живем в одной избушке!

Ивановна. Я – бабушка Ивановна!

Степановна. Я – бабушка Степановна.

Вместе. Тыңла әле., һин кисә кино ҡараныңмы? Унда малай мәктәптән икеле алып ҡайтҡайны, ой, нимә булды әле ул?

Ивановна. Оноттоңмо? Нимә эшләйбеҙ инде?

А.б. Ҡарағыҙ әле, беҙҙең балалар хатта кино ла төшөрә.

Бергә: әйҙә, ҡарайыҡ, ниңә ҡарамаҫҡа!

Сценка “Опять двойка”

Режиссер: нисек фильм төшөрөргә? Шәп фильм? Нимә тураһында төшөрөргә икән? (уйлап тора) Точно, мәктәп тураһында, “Тағы ла икеле” тип аталасаҡ.

Кадр 1, дубль 1.

(Выходят папа, мама, сын, ребенок с камерой)

Ул: Әсәй, мин тағы ла ике алдым.

Әсәй: Атаһы, улыбыҙ ике алған.

Атай: Нисек? Улыбыҙ ике алған? Ҡайҙа ҡайышым?

Режиссер: Стоп, стоп! Оҡшамай миңә. (Уйлай). Күңеллерәк булырға тейеш!

Кадр 1, дубль 2.

Күңелле көй яңғырай.

Ул: (Танцует) Әсәй, мин тағы ла ике алдым.

Әсәй: (Машет полотенцем от радости). Атаһы, улыбыҙ ике алған.

Атай: Нисек? Улыбыҙ ике алған? Ҡайҙа ҡайышым?

Режиссер: Стоп, стоп! Оҡшамай миңә. (Уйлай). Спортивный булырға тейеш!

Кадр 1, дубль 3.

Звучит маршевая музыка.

Ул: (Марширует). Әсәй, мин тағы ла ике алдым.

Әсәй: Атаһы, улыбыҙ ике алған.

Атай: Нисек? Улыбыҙ ике алған? Ҡайҙа ҡайышым?

Режиссер: Стоп, стоп! Оҡшамай миңә. (Уйлай). Күңелһеҙ булырға тейеш!

Кадр 1, дубль 4.

Звучит трагическая музыка.

Ул: (Идет еле, еле). Әсәй, мин тағы ла ике алдым.

Әсәй: (Хватается за лоб) Атаһы, улыбыҙ ике алған.

Атай: Нисек? Улыбыҙ ике алған? Ҡайҙа валидол?

Режиссер: Стоп, стоп! Оҡшамай миңә.

А.б. Ысынлап та, тормошта ла шундай хәлдәрҙең булыуы ихтимал. Балаларҙың, атай – әсәйҙәрен көйҙөрмәй, тик яҡшы билдәләргә генә уҡыуҙарын теләйбеҙ.

А.б. Һеҙ тағы ла нимәләр эшләргә оҫтаһығыҙ, әллә кино ғына ҡарайһығыҙмы?

Вместе. Беҙ күп беләбеҙ, бик оҫтабыҙ.

Ивановна. Яҙабыҙ!

Степановна. Һүрәт төшөрәбеҙ!

Ивановна. Йырлайбыҙ!

Степановна. Бейейбеҙ.

Звучит музыка в грамзаписи. Танец «Бабушки-старушки». Старушки танцуют.

Шапокляк. Шәп бейенегеҙ, ти. Шунан?

Ивановна. Шынан беҙ һине үҙебеҙҙең ҡул аҫтына алабыҙ.

Шапокляк. Нисек?

Вместе. Бына шулай!

(Берут под руки.)

Степановна. Беҙ һине яҙырға ла, уҡырға ла, һүрәт төшөрөргә лә өйрәтербеҙ.

Ивановна. Шиғыр ҙа һөйләрһең,

Йырларһың да, бейерһең дә!


Степановна и Ивановна уводят Шапокляк.

Ведущий. Бына ошондай ҡунаҡ булып китте беҙҙең байрамда. Ә беҙ байрамды дауам итәбеҙ. Һәм һеҙҙе вальсҡа саҡырабыҙ.



Вальс



А.б. Балалар, һеҙ күп нәмәгә өйрәндегеҙ, шундай аҡыллыһығыҙ. Бөгөнгө байрамға беҙ берәүҙе саҡырҙыҡ. Ул кемдең мәктәпкә әҙер икәнлеген тикшерер һәм әйтер.

Выходит Василиса Премудрая (взрослый в русском сарафане, с кокошником на голове).

Василиса: Һаумыһығыҙ, балалар! Һеҙ бөгөн шундай ҡупшыһығыҙ, матурһығыҙ. Үҫкәнһегеҙ. Моғайын, аҡыллыһығыҙҙыр?

А.б. Балалар, һеҙ ҡунаҡты танынығыҙмы?

Василиса: әкиәттәрҙә мин йәшәйем.

Балалар:

Василиса: Дөрөҫ. Мин бит бөгөн һеҙҙең мәктәпкә әҙерлегегеҙҙе тикшерергә килдем. Математиканы яратам, ул бит аныҡ фән.

А.б. Балалар, әҙерһегеҙме?

Василиса:

  1. Сысҡан тапты ун бойҙай Беҙҙең йортта кем йәшәй?

Дуҫына бирҙе бишәү. Әсәй, атай, ағай, һеңлем

Нисәүһе ҡалды унда, Көсөк һәм ике бесәй –

Ауыр түгел бит һанау. Барлығы булдыҡ нисәү?



  1. Әнисә килде болонға

Йыйҙы матур сәскәләр.

Биш сәскә – әсәһенә,

Өсәүһе – һеңлеһенә.

Тик Әнисә һанай белмәй,

Ярҙам ит һин үҙенә.

Бөтәһе нисә сәскә?



Василиса: Математиканы беләһегеҙ, молодцы. Хәҙер һүҙ төҙөргә кәрәк. (МОЖНО ПОСЛОВИЦЫ О ШКОЛЕ)

А.б. Балалар мәктәпкә әҙерме?



Василиса: Бик күргем килә, нисек бейейҙәр улар.



А.б. Әлбиттә, балалар, әйҙәгеҙ, бейеүгә



Бейеү



Василиса: афарин, мин һеҙҙең мәктәпкә әҙер икәнегеҙҙе күрҙем. Беҙгә хушлашырға ваҡыт етте. Мәктәптә тырышып уҡығыҙ, һәр ваҡыт белемгә ынтылығыҙ.



А.б. Беҙҙең бөгөнгө байрамыбыҙ ҙа аҙағына яҡынлаша. Балалар баҡсалары менән хушлашып шиғырҙарын бүләк итеүҙәрен дауам итә.

1. Уйынсыҡтар, һау булығыҙ, 2. Ждут нас школьные предметы,

Һау бул, йәмле баҡсабыҙ! Ждут страницы букваря.

Йәйҙәр үткәс беҙ мәктәпкә Мы узнаем про планеты,

Тәү ҡат аяҡ баҫабыҙ. Про пустыни и моря.


3.Уҡыйбыҙ ҙа, яҙабыҙ ҙа, Мы всем спасибо говорим,
Бейейбеҙ ҙә йырлайбыҙ, Как жаль, что нет пути назад..
Беҙҙе һөнәргә өйрәткән Прощаться с вами не хотим
Апайҙарҙы ҙурлайбыҙ. Мы не забудем детский сад!

Һеҙгә оло рәхмәтебеҙ,
Тәрбиәсе апайҙар.


Йыр


А.б. Беҙ һеҙҙе оҙатабыҙ

Оло юлға – тормошҡа.

Ғүмер хеҙмәтле булһын,

Ваҡыт үтмәһен бушҡа!

Аҡ юл һеҙгә, балалар!


А.б. Хушлашыу минуты етә, тип

       Моңаймайыҡ дуҫтарым

       Баҡсаны һис онотмағыҙ

       Изге булһын уйҙарығыҙ.



Ҡотлау өсөн һүҙ баҡса мөдире С.Р.-ға бирелә.


Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Внеурочная работа

Категория: Прочее

Целевая аудитория: Дошкольникам.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
До свидания, детский сад!

Автор: Исламгулова Гульназ Билаловна

Дата: 25.06.2017

Номер свидетельства: 423135

Похожие файлы

object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(96) "Сценарий выпускного бала " До свиданья, детский сад!" "
    ["seo_title"] => string(53) "stsienarii-vypusknogho-bala-do-svidan-ia-dietskii-sad"
    ["file_id"] => string(6) "219695"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1434344855"
  }
}
object(ArrayObject)#873 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(43) "ДО свиданья детский сад"
    ["seo_title"] => string(21) "dosvidaniadietskiisad"
    ["file_id"] => string(6) "290579"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1454988174"
  }
}
object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(103) "Сценарий выпускного праздника "До свидания детский сад" "
    ["seo_title"] => string(58) "stsienarii-vypusknogho-prazdnika-do-svidaniia-dietskii-sad"
    ["file_id"] => string(6) "144619"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1418752617"
  }
}
object(ArrayObject)#873 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(103) "Сценарий выпускного утренника "До свидания, детский сад""
    ["seo_title"] => string(59) "stsienarii_vypusknogho_utriennika_do_svidaniia_dietskii_sad"
    ["file_id"] => string(6) "416061"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1494959576"
  }
}
object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(83) "Сценарий утренника "До свиданья, детский сад!""
    ["seo_title"] => string(47) "stsienarii_utriennika_do_svidan_ia_dietskii_sad"
    ["file_id"] => string(6) "473178"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1528879369"
  }
}


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства