kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

“Бар донъя?а баш бирм?нем,

Нажмите, чтобы узнать подробности

Инеш ???:  Йыл ?айын Изге Валентин к?н?  алдынан 10-11 класс у?ыусылары мен?н ике с???тлек д?рес –практикум ?тк?р?м.    

Ма?сат:

1. Б?г?н, “м?х?бб?т”, “яратыу”, “??й??”, “сафлы?”,  “?хл??лелек”, “то?роло?” т?ш?нс?л?рене? ба?а?ы т?ш?п, ?имм?те ю?алып бар?ан заманда, “М?х?бб?т” тема?ына арнал?ан ю?ары  сифатлы, т?рби??и ???ми?тк? эй? бул?ан ???р??р ты?лап,  улар?ы тасуири у?ып,   анализлап    у?ыусылар?ы? к??елд?рен рухи я?тан байытыу, ?хл?? т?рби??е бире?.

 2.У?ыусылар?ы? фекерл??, тасуири у?ыу к?некм?л?рен ны?ытыу.

 ?? аллы фекер й?р?т?рг? ??м ?ы?ымта я?ар?а ?йр?те?;

 3. М.К?рим ?лг???нд? ш?хес т?рби?л??; Мостай К?римде?   м?х?бб?т лирика?ы ?лг???нд? то?роло?, инсафлылы?,  намы?лылы?, алдашмау, к?сл? ихтыярлы булыу ке?ек сифаттар т?рби?л??.

Йы?азландырыу:

 М.К?римде? китаптарынан к?рг??м?, электрон д?реслек, Баш?орт ???би?те буйынса аудио?сбап, М. К?рим баш?арыуында ши?ыр?ар-диск, компьютер, интерактив  та?та.

Д?рес барышы.

1.Психологик инеш.

     Тын ?ына     ?.  ?отой?о? “Тапшырылма?ан хаттар” драма?ынан ??ли? мен?н

За?ир йыры ишетел?. (  Фидан ?афаров ??м Нури? Ирсаева баш?арыуында)

2. “У?ыш” ситуация?ын тыу?ырыу. 

У?ытыусы:  Б?г?н нинд?й к?н ?

-Яуап. (?аши?тар к?н?).

У?ытыусы:   Б?т? кешелек ?с?н и? ю?ары той?о - м?х?бб?т к?н?н?? ни ?с?н ?ышты? ?арлы, буранлы февраль айында у??арылыуын бел??еге?ме?

-Яуаптар.

У?ытыусы:   Урамда г?лл?м? к?т?рг?н, са?ыу б?л?кт?р, открыткалар ?атып ал?ан кешел?р был к?нд? к?пл?п к??г? салына. ??р кемде? ?? я?ынына, ??йг?нен?, х?л?л ефетен? саф той?оларын белдерге?е кил?.  

У?ыусы: 14 февраль — Изге Валентин к?н?, ул б?т? донъяла ?аши?тар к?н? булара? билд?л?н?. К?пт?р байрамды? ни ?с?н ошолай аталыуын, ?ай?ан килеп сы?ыуын белеп б?тм?й.   Уны? тарихы романтик м?х?бб?тк? б?йле.  Бе??е? эра?а тиклемге III быуатта Рим императоры Клавдий ?йл?неше??е тыйыусы указ сы?ара. ?аил? ир??р?е ?йг? б?йл?й, ? улар я?шы ?алдат булыу ?с?н яратыл?ан, тип и??пл?й ул. Валентин исемле й?ш христиан руханийы указды ты?ламай, бер-бере?ен ??йг?н й?р??р?е й?шереп й?р?штер?. “Закон?ы? ?йл?неше???р” тура?ында белеп ?ал?ан император уны язалар?а ??м ?лтерерг? ?уша. Тот?онда Валентин ва?ыт ?тк?ре? ?с?н т?рм? начальнигыны? ?ы?ына м?х?бб?т хаттары я?а. ?лем я?ынлашып киле?ен? ?арама?тан, й?шт?р ара?ында ?айнар м?х?бб?т хист?ре уяна. Х?к?м алдынан, 270 йылды? 14 февраленд?, ул ?ы??а “Валентиндан” тип кен? я?ыл?ан хушлашыу ?а?ы?ы еб?р?. Ул а?а? ??мерлек м?х?бб?т ??м то?роло? символы булып кит?. К?п йылдар ?те? мен?н Валентинды? к?л?н Римда?ы Изге Плаксидиса сирк??ен? к?м?л?р, ? ?ап?аларын “Валентин ?ап?алары” тип атай башлай?ар. ?у??ара? сирк?? уны изгел?р р?тен? индер?, ? ?аши?тар ????рене? я?лаусы?ы сифатында ?абул ит?.
          Был к?н б?г?н д? онотолма?ан. ?аши?тар к?н?нд?, йола буйынса, бер-бере?ен ??йг?нд?р б?л?к биреш?, “валентинка”лар мен?н алмаша. ?атын-?ы? ??йг?нен? открытка ??м сувенир, ? ир-егетт?р ?имм?тлер?к б?л?к ??м с?ск? г?лл?м??е б?л?к итерг? тейеш. ?йтк?нд?й, Изге Валентин байрамыны? с?ск? эмблема?ы – ?ы?ыл рауза. С?нки, антик легенда буйынса, ?ы?ыл рауза м?х?бб?т али???е Афродита ар?а?ында барлы??а килг?н, имеш. Али?? ??ене? яралан?ан ??йг?не янына й?герг?нд?, а? рауза ?ыуа?ына ба?а ??м эн?л?рен? ая?ын й?р?х?тл?й. Уны? ила?и ?аны с?ск?не ?ы?ыл т??к? буяй.

У?ытыусы:   ?е??е? алда серле ?умта, унда ним? бар ик?н?  (  Фаразлау) (?умтала   ш?м, шырпы)

  • < >< >    ?е??е? фараздар?ы? д?р??л?г?н д?рес а?а?ында белербе?.
Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«“Бар донъя?а баш бирм?нем, »

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҒАРИФ МИНИСТРЛЫҒЫ

МУНИЦИПАЛЬ РАЙОН ДҮРТӨЙЛӨ РАЙОНЫ

ХАКИМИӘТЕНЕҢ МӘҒАРИФ БҮЛЕГЕ







Бар донъяға баш бирмәнем,

Мөхәббәткә баш эйҙем

(Мостай Кәримдең мөхәббәт лирикаһы)






Башҡарыусы:

муниципаль район Дүртөйлө районы

урта дөйөм белем биреү учреждениеһы

Мәскәү урта дөйөм белем биреү мәктәбенең

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Ғәдиева Илүсә Әсғәт ҡыҙы



Мәскәү - 2014



Тема: “Бар донъяға баш бирмәнем,

Мөхәббәткә баш эйҙем”.

(Мостай Кәримдең мөхәббәт лирикаһы)


Инеш һүҙ: Йыл һайын Изге Валентин көнө алдынан 10-11 класс уҡыусылары менән ике сәғәтлек дәрес –практикум үткәрәм.


Маҡсат:

1. Бөгөн, “мөхәббәт”, “яратыу”, “һөйөү”, “сафлыҡ”, “әхләҡлелек”, “тоғролоҡ” төшөнсәләренең баһаһы төшөп, ҡиммәте юғалып барған заманда, “Мөхәббәт” темаһына арналған юғары сифатлы, тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булған әҫәрҙәр тыңлап, уларҙы тасуири уҡып, анализлап уҡыусыларҙың күңелдәрен рухи яҡтан байытыу, әхләҡ тәрбиәһе биреү.

2.Уҡыусыларҙың фекерләү, тасуири уҡыу күнекмәләрен нығытыу.

Үҙ аллы фекер йөрөтөргә һәм һығымта яһарға өйрәтеү;

3. М.Кәрим өлгөһөндә шәхес тәрбиәләү; Мостай Кәримдең мөхәббәт лирикаһы өлгөһөндә тоғролоҡ, инсафлылыҡ, намыҫлылыҡ, алдашмау, көслө ихтыярлы булыу кеүек сифаттар тәрбиәләү.

Йыһазландырыу:

М.Кәримдең китаптарынан күргәҙмә, электрон дәреслек, Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудиоәсбап, М. Кәрим башҡарыуында шиғырҙар-диск, компьютер, интерактив таҡта.



Дәрес барышы.

1.Психологик инеш.

Тын ғына Ғ. Ҡотойҙоң “Тапшырылмаған хаттар” драмаһынан Ғәлиә менән

Заһир йыры ишетелә. ( Фидан Ғафаров һәм Нуриә Ирсаева башҡарыуында)

2. “Уңыш” ситуацияһын тыуҙырыу.

Уҡытыусы: Бөгөн ниндәй көн ?

-Яуап. (Ғашиҡтар көнө).

Уҡытыусы: Бөтә кешелек өсөн иң юғары тойғо - мөхәббәт көнөнөң ни өсөн ҡыштың ҡарлы, буранлы февраль айында уҙғарылыуын беләһегеҙме?

-Яуаптар.

Уҡытыусы: Урамда гөлләмә күтәргән, сағыу бүләктәр, открыткалар һатып алған кешеләр был көндө күпләп күҙгә салына. Һәр кемдең үҙ яҡынына, һөйгәненә, хәләл ефетенә саф тойғоларын белдергеһе килә.

Уҡыусы: 14 февраль — Изге Валентин көнө, ул бөтә донъяла Ғашиҡтар көнө булараҡ билдәләнә. Күптәр байрамдың ни өсөн ошолай аталыуын, ҡайҙан килеп сығыуын белеп бөтмәй. Уның тарихы романтик мөхәббәткә бәйле. Беҙҙең эраға тиклемге III быуатта Рим императоры Клавдий өйләнешеүҙе тыйыусы указ сығара. Ғаилә ирҙәрҙе өйгә бәйләй, ә улар яҡшы һалдат булыу өсөн яратылған, тип иҫәпләй ул. Валентин исемле йәш христиан руханийы указды тыңламай, бер-береһен һөйгән йәрҙәрҙе йәшереп йәрәштерә. “Законһыҙ өйләнешеүҙәр” тураһында белеп ҡалған император уны язаларға һәм үлтерергә ҡуша. Тотҡонда Валентин ваҡыт үткәреү өсөн төрмә начальнигының ҡыҙына мөхәббәт хаттары яҙа. Үлем яҡынлашып килеүенә ҡарамаҫтан, йәштәр араһында ҡайнар мөхәббәт хистәре уяна. Хөкөм алдынан, 270 йылдың 14 февралендә, ул ҡыҙға “Валентиндан” тип кенә яҙылған хушлашыу ҡағыҙы ебәрә. Ул аҙаҡ ғүмерлек мөхәббәт һәм тоғролоҡ символы булып китә. Күп йылдар үтеү менән Валентиндың көлөн Римдағы Изге Плаксидиса сиркәүенә күмәләр, ә ҡапҡаларын “Валентин ҡапҡалары” тип атай башлайҙар. Һуңғараҡ сиркәү уны изгеләр рәтенә индерә, ә ғашиҡтар үҙҙәренең яҡлаусыһы сифатында ҡабул итә.
Был көн бөгөн дә онотолмаған. Ғашиҡтар көнөндә, йола буйынса, бер-береһен һөйгәндәр бүләк бирешә, “валентинка”лар менән алмаша. Ҡатын-ҡыҙ һөйгәненә открытка һәм сувенир, ә ир-егеттәр ҡиммәтлерәк бүләк һәм сәскә гөлләмәһе бүләк итергә тейеш. Әйткәндәй, Изге Валентин байрамының сәскә эмблемаһы – ҡыҙыл рауза. Сөнки, антик легенда буйынса, ҡыҙыл рауза мөхәббәт алиһәһе Афродита арҡаһында барлыҡҡа килгән, имеш. Алиһә үҙенең яраланған һөйгәне янына йүгергәндә, аҡ рауза ҡыуағына баҫа һәм энәләренә аяғын йәрәхәтләй. Уның илаһи ҡаны сәскәне ҡыҙыл төҫкә буяй.

Уҡытыусы: Һеҙҙең алда серле ҡумта, унда нимә бар икән? ( Фаразлау) (Ҡумтала шәм, шырпы)

  • Яуаптар.

  • Уҡытыусы: Һеҙҙең фараздарҙың дөрөҫлөгөн дәрес аҙағында белербеҙ.


3. Маҡсатҡа сығыу:

- Уҡытыусы: Ғашиҡ булыу һүҙенең синонимдарын әйтегеҙ әле.

- Яуаптар. ( Һөйөү, яратыу...)

- Уҡытыусы: Бөгөн нимә тураһында һөйләшергә теләр инегеҙ?

- Яуаптар... (Мөхәббәт, һөйөү, яратыу, ...)

- Уҡытыусы: Дәрескә ниндәй маҡсат менән килдегеҙ?

- Яуаптар...

- Уҡытыусы: Ниндәй бурыстарҙы хәл итергә теләр инегеҙ?

- Яуаптар...



4. Маҡсатты хәл итеү.

Тын ғына музыка ( Төнгө серенада) ишетелә, уҡыусылар тарафынан әҙерләнгән М. Кәримдең “Айгөл иле” драмаһынан өҙөк күрһәтелә.

-Мин сит кеше. Әҙәмдәр бер- береһен эҙләп тапҡансы сит булалар, йәки табышҡас ситкә әйләнәләр. Бүтәндәргә ҡарата мин шулай ҙа изге теләктәмен: юлдағылар юлда булһын, аҙашҡандар ҡауышһындар, эҙләгәндәр табышһындар. Ә кешеләр гел юлда, гел эҙләйҙәр. Йә табалар, йә таба алмайҙар, йә табып юғалталар. Кешеләр генә түгел, ҡоштар ҙа бер-береһен эҙләй, саҡыра...


Айгөл килеп инә:


-Э-э-э-й.Тауҙар, урмандар, ишетәһегеҙме: мин - Айгөл! Мәңге торор таш ҡаялар! Уҙып ҡына барыусы мамыҡ болоттар! Ишетәһегеҙме – мин яратам!


Уҡытыусы:

-Ана, ишетәһегеҙме, ҡыҙ бала үҙен-үҙе эҙләй. Ул тиктәҫкә генә былай өҙгөләнмәй. Уның сабыйлыҡтан сығып барған йөрәге юлға йыйына...

Аҡылы оҙата барһа ярар ине...

- Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ яратыу бармы?


  • Яуаптар...

  • Уҡытыусы: Тәү күреүҙән ғашиҡ булыуға ышанаһығыҙмы?

  • Яуаптар...

Уҡытыусы: Бөгөнгө дәрестең темаһы:

“Бар донъяға баш бирмәнем,

Мөхәббәткә баш эйҙем”-тип атала һәм М. Кәримдең мөхәббәт лирикаһына арнала. Халҡыбыҙҙың мөхәббәт тураһында мәҡәлдәрен, тапҡыр һүҙҙәрен иҫкә төшөрөп үтәйек:

Яуаптар...Мөхәббәт өсөн йән фиҙа.

Мөхәббәт таш ярҙырта.

Мөхәббәт тешкә ҡарамай, эшкә ҡарай.

Мөхәббәткә үлем юҡ.

Мөхәббәтте юғалтыу еңел, ҡайтарыу ауыр.

Уҡытыусы: Ә М. Кәрим мөхәббәт тураһында бына нимә тигән:

“О мөхәббәт! Аҙмы яҙмыштарҙы

Донъя тамуғында яндырҙың.

Аҙмы исемдәрҙе күккә яҙып,

Мәңгелек йыр итеп ҡалдырҙың”

Уҡытыусы: Мөхәббәт... Бер уйлаһаң был ябай бер һүҙ. Ә ул һүҙ нимә аңлатҡанын кем белә? Ә нимә һуң ул мөхәббәт?

Яуаптар…(Мөхәббәтте һәр кем үҙенсә аңлай, үҙенсә баһалай. Һәр кемгә мөхәббәт хисе таныш, ул һәр кемдең күңеленә яҡын. Мөхәббәт хисе кеше күңелдәрен ҡанатландыра, йәшәүгә дәрт бирә. Мөхәббәт һәр кемгә лә килә, тик уның килеү ваҡыты төрлөсә: кемдер уның менән иртә осраша, ә кемдер һуң.)

Уҡытыусы.

Матурлыҡ беҙҙе һәр саҡ әсир итә. «Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр»,- тигән бөйөк рус яҙыусыһы Ф.И. Достоевский. Шулай ҙа беҙҙе иң һоҡландырғаны- ҡатын-ҡыҙ матурлығылыр, моғайын. М. Кәрим үҙенең шиғырҙарында был хаҡта:

Өс мөғжизә мине әсир алды-

Ер,

Йәнә күк,

Йәнә ҡатын кеше.

Өс сер мине уйға, шомға һалды-

Ер,

Йәнә күк,

Йәнә ҡатын кеше,- тип яҙҙы. М.Кәрим үҙенең әҫәрҙәрендә, ир-егет затынан булып, ҡатын-ҡыҙға мөхәббәт хаҡында һүҙ алып бара.

Әйҙәгеҙ, иҫкә төшөрәйек. М. Кәримдең һеҙ уҡыған ниндәй әҫәрҙәре мөхәббәт темаһына яҙылған?

Яуаптар: («Ай тотолған төндө» трагедияһы, «Ҡара һыуҙар» поэмаһы, «Ярлыҡау», «Оҙон-оҙаҡ бала-саҡ» повестары.)

Уҡытыусы: «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесында мөхәббәт темаһы ниндәй образдарҙа сағылыш тапҡан?

Яуаптар: (Аҡйондоҙ-Мәрәһим, Людмила-Капитан, Кесе инәй-атаһы, Оло инәй-Кендек.)

Уҡытыусы: Уҡыусылар, Оло инәй менән Кендектең бер-береһен яратыуы, хөрмәте-икенсе. Һөйгән кешеңдең балаһына мөхәббәт.

(Музыка – Рим Хасанов – “Иртәнге томан”)

Уҡытыусы. “Башҡортостан ҡыҙы” журналының 2003 йылғы 5-се һанында Мостай Кәримдең “Һуғыш һәм хыял” исемле мәҡәләһе баҫылғайны. Был яҙмалар яу ҡырында яҙылған. Ғәжәп бит: үлемесле һуғыш бара, ә берәү үҙе ғашиҡ, үҙе хыялый. Уның һөйөүенән донъя ла яҡтырып киткәндәй. Кешенең кешелеклеге лә, бөйөклөгө лә ошолор, моғайын”. Артабанғы өҙөктәр ошо көндәлектән алынды.

Уҡыусы: (Музыка)“… был дәфтәрҙе уға, тик уға ғына бағышланым. Ниңә уға ғына? Сөнки ул минең өсөн бөтә йыһан менән һулай. Ул барлыҡ йыһанға һибелгән, уның йәшәүе йыһанға үрелгән. Ниңә шулай? Сөнки ни генә күрһәм дә, ни генә ишетһәм дә, ни генә уйлаһам да, күҙ алдымда уны, Раузаны, күрәм. Уның һыны мине өҙлөкһөҙ күҙәтә һәм күҙ асып йомғансы ла мине ташлағаны юҡ. Ул ҡояш булып балҡый, ямғыр булып яуа, ел булып иҫә, зәңгәр томан булып йыраҡта, бик йыраҡта бәүелә. Ҡайҙа баҡма, ул…”



Һауалағы бөркөт һымаҡ…” –Аудиояҙма. М.Кәрим үҙе уҡый. (1 мин)





Уҡытыусы: Мөхәббәт – аңлап бөтөрә алмаҫлыҡ тылсым, ул ғашиҡ йәнде әллә ниндәй рәүештәргә индерә, моңландыра, йырлата, илата.

“Мөхәббәт –

Ул үҙе иҫке нәмә,

Ләкин һәр бер йөрәк уны яңырта.

Тиле йәшлек ярты ғүмерен бирә

Уның хистәрендә янырға” ,-тигән татар әҙәбиәте классиғы Һаҙи Таҡташ.

О мөхәббәт!..” шиғырын яттан уҡыу.

Уҡыусы. “Бөгөн унан шундай йылы хат алдым. Бындай хат тик яратҡан йөрәктән генә сығыу мөмкин. Йөрәгенең ялҡыны бөркөлөп тора. Яҙмыш беҙҙе - ике дауылды, ике вулканды, ике ташҡынды бергә ҡушты. Үкенескә генә булмаһын был бәхет. Бындай мөхәббәт тик легендаларҙа һәм дастандарҙа ғына осрай.”



Яҙылмаған, һыҙылмаған” ,“Эй, мөхәббәт!..” шиғырҙары тасуири уҡыла.



Уҡытыусы. “Һуғыш башланыуҙан ике ай ғына әүәл өйләнгән кәләшемә яңынан ғашиҡ булдым. Ләйләгә ғишыҡ тотҡан Мәжнүнгә әйләндем бөтөнләй. Аң һәм йөрәкте биләгән уй-фекерҙәрҙе, кисерештәрҙе ун тапҡыр, йөҙ тапҡыр ҡабатлағанмын. Хәҙер уҡып ҡарайым да, хатта уңайһыҙ булып китә. Бер үк нәмәне күпме ҡабатларға мөмкин? Йәш ваҡытта айырылышыу ғазаптарын әрнеп кисергән көндәр ҙә мөмкин булған икән.”

Төнгө Рига”, “Һин тотаһың беләгемдән”, “Кешеләр төнгә уҙалар”

- шиғырҙары уҡыла

Уҡытыусы. “Бөгөн кис буйынса уҙған бала сағымды һағынып ултырҙым… Ундар тирәһендә бар инем. Атайымдар Сәрәнгә ҡунаҡҡа киткәйне. Беҙҙә аулаҡ өй. Кис ултырырға ҡыҙҙар йыйылды. Үҙәкте өҙөрлөк моңло итеп йырлайҙар. Мин мейес башында ултырам, үҙем тыйыла алмай үкһеп илайым. Беләһеңме, ни өсөн? "Был моңло йыр, был матур кис бер ваҡытта ла ҡабатланмаҫ, ул кире ҡайтмаҫ бит",- тип иланым. Был хаҡ. Ҡабатланманы. Шул йырға ҡушылып, шул кис менән бергә балалығым да үтеп китте. Был – йондоҙ атылған саҡ ҡына булып ҡалды. Кис үтте, яңы таң тыуҙы. Егетлек тауында ул осраны миңә, ул ҡаршы алды мине. Бына ошо бөгөнгө ҡышҡы кис мине уйҙарымдың сихырлы бәллеүендә бәүелтте. Теге кистең йондоҙҙары алдыма ҡойолдо, алыҫтан, әллә ҡайҙан иҫеп килгән йылы ел рухымды яңыртты.”

А. Йәнбәков –“Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә” тыңлау.

Уҡыусы. “Раузанан бер юлы өс хат алдым. Күпме мөхәббәт, күпме һағыш ул хаттарҙа!”

Дискыла - М.Кәрим- “Таш өҫтөндәге гөлдәр”

Әйтелмәгән һүҙ” – тасуири уҡыу.

Уҡыусы. “Ә бит мин радио һәм телефон да өйрәнәм, яландағы учениела окоп та ҡаҙам, казармала иҙән дә йыуам, кухняла картуф та әрсейем. Ул гел эргәмдә. Был һында мөхәббәт тә, һағыш та, аҡыл да, иҫәрлек тә, ҡауышыу ҙа, айырылышыу ҙа сағыла.”

Талпынаһың, ашҡынаһың…” шиғырын уҡыу.

Уҡыусы. Ысынлап та, мөхәббәт ул йәшкә ҡарамай. Бер-береһен ихтирам иткән, бер-береһенә тоғро булған, ысын күңелдән һөйгәндәр генә — ысын мәғәнәһендә бәхетлелер ул.

Уҡытыусы. Яуапһыҙ мөхәббәт… Донъяла бер һин генә түгел, күпме кеше ғазаплана был тойғонан. Ошо йәһәттән психологтар ниндәй кәңәштәр бирә һуң? Уҡыусылар, беҙ һеҙгә “Йәншишмә” гәзитенән алынған «Һөймәһәң, һөйкәлмәйем» (13.04.2012) мәҡәләһенән психолог кәңәштәрен таратам. Ҡайтҡас, яйлап ултырып уҡырһығыҙ, үҙегеҙгә һабаҡ алырһығыҙ, тип уйлайым.

Йыр: “ Һиңә килдем иркәм”.

Уҡытыусы. “Һине уйлайым. Йәнә үҙемде. Мин был йыһанда бер туҙан ғына. Ләкин миндә шул йыһанды һыйҙырырлыҡ йөрәк яна. Йыһан үҙенең бөйөклөгө һәм сикһеҙлеге менән маһаймаһын. Ул минең йоҙроҡтай ғына йөрәгемә инеп бөткән. Сөнки йыһанда ул йәшәй. Ҡапыл нишләптер уйым Сағыл тауында ҡайын һыуы эсеп йөрөгән яҙға барып юлыҡты. Унан йәнә Раузаға күсте.”

Уҡыусы.

Һыуһағанда, онотторҙоң һыу барлығын,

Өшөгәндә - уттың йылы йомартлығын;

Ҡара төндә онотторҙоң ай хаҡында,

Зәһәр ҡышта онотторҙоң май хаҡында;

Эш өҫтөндә һин бит мине ялһыҙ иттең,

Өмөтөмдөң диңгеҙҙәрен ярһыҙ иттең;

Тик үҙеңде күҙ асып күҙ йомғансы ла

Онотмаҫҡа мәжбүр иттең - бер тамсы ла.

Уҡытыусы. “Күҙ алдымдан мөхәббәт һәм борсолоуҙар, мәшәҡәттәр һәм ваҡ үпкә-битәрҙәр бергә ҡушылып үрелгән көндәр сылбыры уҙа. Мин уға табан киләм тиһәм, ул оторо алыҫая һәм бөтөнләй юғала. …мин һөйөүҙең һәм һағыштың, ҡауышыу һәм айырылышыуҙың нимә икәнен аңланым. Үҙемдең һөйөр һәм һөйөлөр өсөн яратылыуымды аңланым”

Уҡыусы.

-Һөйөү нимә?- тинем ир кешегә

-Ҡатын өсөн тамуҡтарҙы үтеү.

-Һөйөү нимә?- тинем мин ҡатынға

-Ғаләмдәрҙә янып көлгә ҡалған ирҙе көтөү. М. Кәрим

Уҡытыусы. Донъяның йәмен һәм тәмен тәрәнерәк тойорға, тормоштоң ҡатмарлығын асыҡларға, ауырлыҡтарҙы еңергә мөхәббәт ярҙам итә. Яратыу һәм яратылыу тәбиғи күренеш. Ысын мөхәббәт тәрән кисерештәрҙе, сафлыҡ һәм аҡлыҡты үҙ эсенә ала. Был кисерештәр кеше рухын байытыр һәм балҡытыр күңел ынйыларына әүерелә.

Ф. Ғафаров башҡарыуында - Мәрәһим йыры

Йыр тыңлағандан һуң Кендек инәй һүҙҙәре. ( М.Кәрим «Оҙон-оҙаҡ бала- саҡ»)

Уҡытыусы һөйләй:

Әҙһәм балалары әсәнән яртышар булып ҡына тыуа. Аяҡ- ҡулдары бөтөн, башы- күҙе төҙөк көйө донъяға ҡабул итәм мин кешене, ә үҙемдең эстәрем өҙөлә: « И, бахырҡайым», - тим,- үҙ яртыңды табырһыңмы икән? Тапһаң ғына ярар ине,» - тим. Табышмаһалар, күктәге анау бихисап йондоҙҙар кеүек йымылдашып, ғүмер буйы бер – береһен эҙләп йөрөй бисара бәндәләр. Уларҙы ҡушырға, күрәһең, Хоҙайҙың да ҡөҙрәтенән килмәйҙер. Ҡөҙрәтенән килһә, йыһан буйлап аҙашып йөрөүселәр шул тиклем күп булмаҫ ине.

Һорау: «М. Кәрим үҙенең ижадында илаһи затты юғары күтәрҙе, уға табынды» тигән фекергә һеҙ нисек ҡарайһығыҙ? (Был һүҙҙәр М.Кәримдең ҡатыны Рауза апай һүҙҙәре)

Уҡытыусы: Эйе, был фекер менән килешәбеҙ. Оло йөрәкле, аҡыл эйәһе Оло инәй сабырлыҡ символы булһа, тылсымлы, сибәр, «нисектер ергә төшөп етмәгән» Аҡйондоҙ сибәрлек, гүзәллек, тоғролоҡ символы, ә Людмила иһә асылмаған сер булып кәүҙәләнә. Әҫәрҙә һәр ҡатын-ҡыҙ образы һоҡланғыс итеп бирелгән. Шулай уҡ «Ярлыҡау» повесында Мария Тереза, «Ҡара һыуҙар» поэмаһында ҡатын образдары ла беҙ табынырлыҡ илаһи заттар.

Текст буйынса ғына ла Аҡйондоҙға хас матур сифаттарҙы һанарға була: Аҡйондоҙ-ябай, маһайыу, һауаланыуҙы унда әҫәре лә юҡ, һылыу, уңған, булдыҡлы, илгәҙәк, «Усына ҡош ҡундырып һайратыр, тыны менән өрөп сәскә бөрөләре астырыр ҡатын», матур тауышлы, һөйләгән һүҙҙәре аҡыллы, эшсән, оҫта, йылғыр, «ҡоралай» кеүек шәп, баҫалҡы, алсаҡ, итәғәтле, сабыр.

Мәрәһим- эшкә уңған ир, булдыҡлы, маһир кеше (оҫта, үҙ эшенең оҫтаһы), ир әҙәбен һаҡлай, маҡтана, эреләнә лә белмәй, ябай, сабыр холоҡло.


  • Уҡытыусы: Ни өсөн хоҙай кешеләрҙе парлы яратҡан?

  • Яуаптар...

  • Уҡытыусы: Мөхәббәт, мөхәббәт… Тормош алып-һатыуға ҡоролғанда, нимәгә генә тотонма, һәммәһе лә аҡсаға барып һуғылыр дәүерҙә элек-электән әҙәм балаларының ғүмерен биҙәүсе, күңел түрҙәрен биләүсе был изге хискә урын бармы?..

  • -Яуаптар...

  • Уҡытыусы: Ә Оло инәй мөхәббәт тураһында бына нимә ти?

  • Һәр кешенең үҙ хәҡиҡәте була, әммә бөтә әҙәм өсөн уртаҡ, һәр кемдең ғүмерлек таянысы булған, бөтә хәүеф-хәтерҙәрҙән ҡурсалай торған тағы бер хәҡиҡәт бар. Ул хәҡиҡәттең исеме мөхәббәт.

Йыр тыңлау. А. Тимеров – “Йылғалар төнөн һөйләшә”

Шул ваҡытта ҡыҙҙар (егеттәр) үҙҙәренең икенсе яртыларында ниндәй сифаттар күрергә теләй бер бер артлы сығып таҡтаға яҙалар.

5. Рефлексив анализ.

Ябай, әҙәпле ҡыҙҙар борон-борондан халыҡ араһында матауға лайыҡ булғандар. Тәмәке тартып, артыҡ биҙәнеп-төҙәнеп, теләһә кем менән күңел асып, еңел кәсеп менән донъя көткән ҡыҙҙарҙы, үтә әҙәпһеҙ, хилаф эш эшләгәндәр рәтенә индерәләр. Инсафлы, һөйкөмлө, уңған ҡыҙҙар күберәк булһын ине, тормоштоң йәме-ҡото ҡатын-ҡыҙҙар ҡулында.

Күңелде ҡырған картиналар: еңел-елпе мөхәббәт уйыны, ғаилә ыҙғыштары, етем балалар, емерелгән яҙмыштар, өмөтһөҙ киләсәк.

Халҡы өсөн янып –көйөп йөрөгән, ҡатын-ҡыҙҙарға иш булырҙай, һөйгән йәрҙәрен ҡурсаларҙай егеттәребеҙ ҙә күп.

Уҡытыусы:

Әйҙәгеҙ әле яртышар ҡалған йөрәктәрҙе бергә ҡушайыҡ, тағы ла ҡауыштырайыҡ!

Салауат Юлаев – Зөләйха

Рәми Гарипов – Надя ( Надежда Васильевна )

Мостай Кәрим – Роза ханым

Йософ – Зөләйха

Ромео – Джульетта

Алдар – Зөһрә

Заһир – Ғәлиә

Таһир – Зөһрә


6. Йомғаҡлау:

- Уҡытыусы: Мөхәббәт бармы?

- Яуаптар...

-Уҡытыусы: Мөхәббәт булмаһа шағирҙар шиғыр яҙыр, композиторҙар йыр ижад итер инеме? Классик әҫәрҙәр тыуыр инеме?

Серле ҡумтаны асыу. 3(өс) шәм тоҡандырыу. Притча: Бүлмәлә өс шәм яна: бәхет, мөхәббәт, өмөт (ышаныс). Шул ваҡыт ел бәхет, мөхәббәт шәмдәрен һүндерә. Бала инә: “ Нигә шәмдәр һүнгән? Миңә ҡурҡыныс.”

-Ышаныс (өмөт) : ҡурҡма, бала, мин бит янам әле. Мин барҙа бәхет тә, мөхәббәт тә булыр. Теге ике шәмде кире тоҡандыра.

- Уҡытыусы: Ни өсөн мөхәббәт кеше аңында ут рәүешендә кәүҙәләндерелә?

-Яуаптар.

(Тоҡана, яна, яндыра, дөрләй,һүнә әүрелә, – ут кеүек ул мөхәббәт. Моғайын,

ут- йәшәү сығанағы, кешенең аңлы йәшәйешенең символы булғанғалыр,

мөхәббәт тә шулай кеше тормошоноң яҡтыһы ла, йылыһы ла булырға тейеш.)


Фидан Ғафаров. Йыр. “ Ҡышҡы романс ”

Ошо ваҡытта уҡыусылар синквейн төҙөй.

Мөхәббәт

Ғазаплы ла, татлы ла.

Тоҡана, яндыра, көйҙөрә.

Мөхәббәт мәңгелек, йыр кеүек.

Бәхет.

7. Хушлашыу.



Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Внеурочная работа

Категория: Мероприятия

Целевая аудитория: 11 класс

Скачать
“Бар донъя?а баш бирм?нем,

Автор: Гадиева Ильуся Асгатовна

Дата: 11.03.2015

Номер свидетельства: 184753


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства