kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Урок. Н.Наджми.Зима.

Нажмите, чтобы узнать подробности

Тема. Ерг? а? ?ар?ан юр?ан ябыл?ан.Телм?р ??тере?.

Ма?сат. “?ыш” тема?ы буйынса ???лек байлы?ын арттырыу ??т?нд? эшл??; ??йл?мд? ?????р т?ртибен ны?ытыу; у?ыусылар?а хе?м?т кеше?ен? х?рм?т т?рби?л??.

Йы?азландырыу: ?ыш?ы ?ыр эшт?рен са?ылдыр?ан ??р?тт?р, интерактив та?та, т?рк?мд?р ?с?н карточкалар.

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Урок. Н.Наджми.Зима.»

Тема. Ергә аҡ ҡарҙан юрған ябылған.Телмәр үҫтереү.

Маҡсат. “Ҡыш” темаһы буйынса һүҙлек байлығын арттырыу өҫтөндә эшләү; һөйләмдә һүҙҙәр тәртибен нығытыу; уҡыусыларҙа хеҙмәт кешеһенә хөрмәт тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: ҡышҡы ҡыр эштәрен сағылдырған һүрәттәр, интерактив таҡта, төркөмдәр өсөн карточкалар.

Дәрес барышы.

  1. Ойоштороу.

Фонетик-орфоэпик күнегеүҙәр.

  • Ҡышҡы урман нисек геүләй? (геү-ү-ү)

  • Ҡулдар өшөһә нисек йылытабыҙ? (һо-һо-һо)

  • Баҫыуҙа елдәр нисек ыжғыра? (ыш-ыш-ыш-ш-ш)

  • Ҡар бөртөктәре булып шиғырҙы тасуири уҡыйбыҙ

  1. Белемде актуалләштереү.

(Телефон шылтырай, ике уҡыусы слайдтағы диалогты уҡый.)

  • Һаумы, Рөстәм!

  • Һаумы, Лилиә!

  • Бөгөн көн бигерәк матур. Әйҙә уйнарға сығайыҡ.

  • Әйҙә, баҫыуға барайыҡ. Саңғыларҙы кейәйек тә саф һауала йөрөп ҡайтайыҡ!

  • Мин риза.

  • Улайһа, сәғәт өстә осрашырбыҙ!



Уҡытыусы. Әйҙәгеҙ, Рөстәм һәм Лилиә менән беҙ ҙә баҫыуға барайыҡ. (Слайдта ҡышҡы баҫыу һүрәте күренә. Һөйләмдәр төҙөлә.)

  1. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.

  • Уҡыусылар, баҫыуҙа нимәләр күрәһегеҙ? Ни өсөн? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, игенсенең ҡыш көнө баҫыуҙа эштәре бармы? Ниндәй?



  1. Уҡыу мәсьәләһен сисеү.

  • Дәрес башында уҡыған шиғыр һәм әңгәмәнән һуң бөгөнгө дәрес маҡсатын әйтеп ҡарағыҙ әле.

  • Дөрөҫ, бөгөн дәрестә ҡыш тураһында, кешенең хеҙмәте тураһында уҡыясаҡбыҙ, грамматика буйынса белемде нығытабыҙ, һүҙ байлығын арттырабыҙ.

  • Яҡташ яҙыусыбыҙҙың шундай юлдары бар “Ергә аҡ ҡарҙан юрған ябылған Ер яҙға ҡәҙәр йоҡоға ҡалған…”

  • Был шиғырҙы кем яҙған тип уйлайһығыҙ? (Н.Нәжми)

  • Ә хәҙер өй эшен тикшереп үтәбеҙ. “Яуа ҡарҙар” шиғырын яттан һөйләү. (4 уҡыусы)

  • Яңы яуған ҡарҙарҙы ел туҙҙырған да осорған. Ҡарға балалар яҙған һөйләмдәрҙә һүҙҙәр урындарынан күскән. Һәр партаға бирелгән карточкалағы һүҙҙәрҙән һөйләмдәр төҙөп яҙығыҙ. (Таҡтала дата, класс эше, тема)

1

Ҡыш айҙары, беҙҙең яҡтарҙа, ҡалған ҡоштар өсөн, ауыр ваҡыт.

2

Башҡортостанда, 70-ләп төр, ҡош ҡышлай.

3

Уларҙың күбеһе, һыуыҡтан түгел, ә аслыҡтан, үлә.

4

Ҡоштар, беҙҙең, ярҙамға, мохтаж

5

Шуға күрә уларға, ябай гына, тағараҡтар, яһарға кәрәк

6

Бының өсөн, һөт ҡаптарын да, файҙаланырға, мөмкин.

7

Иң мөһиме - , унда ем, һалырға, онотмағыҙ!



(һөйләмдәр таҡтала яҙыла, телдән тәржемә ителә.)

Ял минуты.

Ҡабатлау. 137-се бит, “Ҡар өй” А. Игебаев.

VI. Өй эше.

  • Уҡыусылар. 336-сы күнегеү буйынса әҙерләнеп килерһегеҙ.

VII. Йомғаҡлау. Баһа.

  • Үҙегеҙгә дәрестәге яуаптарығыҙ оҡшанымы? Кемдең яуаптары яҡшы булды?

  • Уҡыусылар һеҙ бөгөн бик күп эш эшләнегеҙ.

Ярҙамығыҙ, яуаптарығыҙ өсөн рәхмәт.








Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Прочее

Категория: Уроки

Целевая аудитория: 4 класс

Скачать
Урок. Н.Наджми.Зима.

Автор: Нугманова Гульфида Рамиловна

Дата: 05.02.2016

Номер свидетельства: 288927


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства