kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Урок в 5 классе по башкирской литературе Тема: Назар Нәжмиҙең "Беренсе ҡар" шиғырында ҡыш миҙгеле, тәүге ҡар һәм уның матурлығына һоҡланыу"

Нажмите, чтобы узнать подробности

5 класта башҡорт әҙәбиәтенән Назар Нәжмиҙең "Беренсе ҡар" шиғырында ҡыш миҙгеле. тәүге ҡар һәм уның матурлығына һоҡланыу" темаһына дәрес эшкәртмәһе.

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Урок в 5 классе по башкирской литературе Тема: Назар Нәжмиҙең "Беренсе ҡар" шиғырында ҡыш миҙгеле, тәүге ҡар һәм уның матурлығына һоҡланыу"»



5-се класта башҡорт әҙәбиәте дәресе.

Тема: “Назар Нәжмиҙең “Беренсе ҡар” шиғырында ҡыш миҙгеле, тәүге ҡар һәм уның матурлығына һоҡланыу “.

Хәйерле көн, ҡәҙерле уҡыусылар!

Бөгөн дәресте һеҙгә мин үткәрәм.

Иң тәүҙә, мин үҙем менән таныштырып китәйем. Мин районыбыҙҙың Мәһәҙей ауылы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәйәхова Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы булам.Күптәрегеҙ мине,бәлки ,беләһегеҙҙер.

Ә һеҙҙең кәйефтәрегеҙ нисек? Әйҙәгеҙ аҡ ҡарҙар менән бергә тыуған еребеҙгә, ил-йортобоҙға именлек, бер-беребеҙгә дәрестә уңыштар теләп,дәресебеҙҙе башлайыҡ.

Дәрестә әүҙем булайыҡ,үҙ фекерҙәребеҙҙе әйтәйек,дәлилләйек.Ә хәҙер дәрестең үҙенә күсәйек.

Тәҙрәләрҙән тышҡа күҙ һалығыҙ әле. Урамда -тәбиғәттең иң матур миҙгеле.

Ә хәҙер ,балалар, күҙҙәрегеҙҙе йомоп,уй менән ошо хозур тәбиғәт донъяһына сумайыҡ.

-Тышта ҡар яуа, ҡар бөртөктәре ашыҡмай ғына ергә ҡойола.

Әйҙәгеҙ, уларҙы усыбыҙға ҡундырайыҡ.

Иғтибар итегеҙ әле, тәбиғәт-рәссам ниндәй һоҡланғыс биҙәктәр тыуҙырған. Әйҙәгеҙ,тәрән һулыш алып,уларға өрәйек. Көслөрәк, тағы ла көслөрәк...

-Ҡар бөртөктәре шундай матур.Улар осҡанда нимәне хәтерләтә? (йондоҙҙо,күбәләкте).

-Ә улар ниндәй була? (йомшаҡ, күпереп тора,епшек,шаян,ап-аҡ).

-Ҡояш ҡалҡты. Ҡар бөртөктәре күҙҙәрен асты.Улар ҡояш нурҙары аҫтында нисек күренә? (емелдәй,төрлө төҫтәр менән сағыла,ялтырай).

Экранда яҙылған шиғырға иғтибар итәйек.Әйҙәгеҙ,ике төркөмгә бүленеп, ҡар батшалығының кәйефенә тап килерлек итеп, шиғырҙы тасуири уҡыйыҡ әле.

Аҡ күбәләк кеүек ҡарҙар

Яуалар ҙа яуалар.

Уйнайбыҙ ҙа, көләбеҙ ҙә

Беҙ-бәхетле балалар!

Был шиғырҙы нисек итеп уҡырға кәрәк? (күңелле,шатлыҡлы итеп).

Күңелле,шатлыҡлы.

Ике төркөм дә бик матур уҡыны.Рәхмәт.

Күбәләктәй аҡ ҡар йылдың ниндәй миҙгелендә яуа?

Бөгөн ҡар яуамы?

Ә һеҙгә ҡыш миҙгеле оҡшаймы?

Ҡар бөртөктәре ниндәй була? (Ҡар бөртөктәре шаян,аҡ күбәләктәй йомшаҡ,йондоҙ кеүек ,тылсымлы була.)

Һеҙҙең һәр берегеҙгә ҡар бөртөктәрегеҙ һибелде.. Улар ниндәй? Үҙегеҙҙең ҡар бөртөгөгөҙ ниндәй икәнлеген әйтегеҙ әле.

Ҡар бөртөктәре шаян,аҡ күбәләктәй йомшаҡ,йондоҙ кеүек ,тылсымлы була.

Тимәк,бөгөн дәрестә нимә тураһында һүҙ барасаҡ?(Ҡар, ҡыш миҙгеле тураһында.)

Бөгөн дәрестә ҡыш миҙгеле, тәүге ҡар тураһында, һеҙҙең кеүек баланың ошо миҙгелгә ҡарата хистәре тураһында һүҙ барасаҡ.

Ҡыш тураһында бик күп шағирҙар, яҙыусылар шиғырҙар,хикәйәләр ижад иткәндәр. Бөгөн беҙ ошо темаға яҙылған Назар Нәжмиҙең “Беренсе ҡар” шиғыры менән танышырбыҙ.

Тема: “Назар Нәжмиҙең “Беренсе ҡар” шиғырында ҡыш миҙгеле, тәүге ҡар һәм уның матурлығына һоҡланыу “.

Маҡсат:

1.Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең ижадын ҡыҫҡаса өйрәнеү һәм “Беренсе ҡар” шиғырының йөкмәткеһен үҙләштереү, ҡыш миҙгеле тураһында белемдәрҙе тәрәнәйтеү.

2.Шағирҙың “Беренсе ҡар” шиғырында лирик геройҙың сағылышын аңлатыу, уҡыусыларҙың һүҙ байлығын үҫтереү.

3.Ҡыш миҙгеле һәм уның матурлығы менән һоҡланыу тойғолары, тәбиғәткә һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү,шағир ижадын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Ә хәҙер иғтибар менән экрандағы һорауҙарҙы уҡыйыҡ.

Беренсе ҡар яуғанын һеҙҙең күҙәткәнегеҙ бармы?

Беренсе ҡар яуыуын нимә менән сағыштырып була?

Ҡыш миҙгеле ни өсөн оҡшай? Бөгөн беҙ ошо һорауҙарға дәрес аҙағында яуап бирергә тейешбеҙ. Ә яуапты Назар Нәжмиҙең “Беренсе ҡар “ шиғырын уҡып,табырбыҙ,асыҡларбыҙ.

Дәфтәребеҙгә бөгөнгө числоны,дәрестең темаһын яҙып ҡуяйыҡ.

Утыҙ беренсе ғинуар. Йома.

Тема: “Назар Нәжмиҙең “Беренсе ҡар” шиғырында ҡыш миҙгеле, тәүге ҡар һәм уның матурлығына һоҡланыу “.

Ә кем ул Назар Нәжми?

Уның тураһында ишеткәнегеҙ бармы?

Мин һеҙгә карточкалар таратып бирәм.4 төркөмгә бүленеп эшләйбеҙ. Һеҙ бирелгән һүҙ һәм һүҙбәйләнештәрҙән һөйләмдәр төҙөһәгеҙ,шағирҙың тормош юлы һәм ижады менән танышырһығыҙ.

1.Дүртөйлө районы,1918 йылда,тыуған ,Миңеште ауылында.

2. 1937 йылда,баҫыла,республика,беренсе, гәзитендә.шиғыры.

3.”Тамсылар”, 1950 йылда,исемле,китабы ,беренсе,сыға.

4 .1994 йылда , бирелә, “Башҡортостандың халыҡ шағиры”, уға, исем, юғары,тигән.

Дәфтәргә яҙып алабыҙ:

1.Назар Нәжми 1918 йылда Дүртөйлө районының Миңеште ауылында тыуған.

2.1937 йылда беренсе шиғыры республика гәзитендә баҫыла.

3. 1950 йылда “Тамсылар” исемле беренсе китабы сыға.

4. 1994 йылда уға “Башҡортостандың халыҡ шағиры” тигән юғары исем бирелә.

Эйе,дөрөҫ. Назар Нәжми ижады – бик матур, халҡыбыҙҙың күҙ нуры, тип аталырлыҡ яҡты ижад.

Дәреслек менән эш.

Әйҙәгеҙ,ҡәҙерле уҡыусылар. Назар Нәжмиҙең “Беренсе ҡар “ шығыры менән танышайыҡ. Иғтибар менән генә тыңлайбыҙ. Йөкмәткеһенә төшөнәбеҙ.Аңлашылмаған һүҙҙәрҙе әйтерһегеҙ, мәғәнәһен асыҡларбыҙ.Мин Һеҙгә шиғырҙы таратып бирәм,ә һеҙ аңламаған һүҙҙәрегеҙ булһа,аҫтына һыҙып барырһығыҙ ҙа әйтерһегеҙ.

Беренсе ҡар

Назар Нәжми

Әйтерһең,күктә аҡҡоштар

Аҡ мамыҡ ҡойоп осто.

Ап-аҡ бөртөктәр күренде –

Тәүге ҡунағы ҡыштың.

Кем ергә алда төшөр тип.

Улар ярыша төҫлө.

Күп тә үтмәй ,ап-аҡ булып

Ҡапланды ерҙең өҫтө.

Гүйә, аҡҡоштарҙың береһе

Һауанан төштө осоп –

Ап-аҡ тун кейгән бер бала

Сыҡты санаһын тотоп.

Ҡарға мин беренсе баҫтым!

Баҫтым! – тип ул шатлана.

Ҡулдарын ҡанат ҡаҡҡандай,

Һелкеп талпына бала.

Күлдән осҡан аҡҡош кеүек,

Әй китте осоп үҙе!

Һәм ҡалды беренсе ҡарҙа

Беренсе сана эҙе.

Үҙ аллы уҡыйҙар,ауыр һүҙҙе табалар.Аңлатам.

Һүҙлек эше.

16-сы слайд

Һүҙлек эше.

Гүйә, йәнә,тағы ла

Эҙ, юл, һуҡмаҡ

Тасуири уҡыу.

Ә хәҙер шиғырҙы кем уҡырға теләй? Дөрөҫ интонация менән тасуири итеп уҡыйбыҙ.

Бөтәбеҙ бергә уҡыйыҡ әле.

Иғтибарлығығыҙҙы тикшереп алайыҡ, мин уҡый балайым, кемдер дауам итә.Сылбыр менән уҡыу.

Берәр юллап уҡыу.Бер нисә уҡыусы уҡый.

Йөкмәткеһенә анализ.

Шиғырҙа һүҙ нимә тураһында бара?

Күҙ алдығыҙғы ниндәй картина килеп баҫты, күңелегеҙҙә ниндәй тойғолар уянды?

Беренсе ҡар яуғанын күҙәткәнегеҙ бармы?

Шиғырҙа был турала нисек әйтелә?

Беренсе ҡарҙың яуыуын Назар Нәжми нимәләр менән сағыштыра?

Ҡар бөртөктәре нимә менән сағыштырыла ?

Ҡар нисек яуа? (елпенеп,талпынып,ябалаҡлап).

Шул урындарҙы табып уҡып күрһәтегеҙ.

Кемгә ҡыш миҙгеле оҡшай?

Ул ниндәй?

Ҡыш көнө сана,саңғы шыуыу, Яңы йыл байрамы,хоккей уйнау,тәбиғәт матурлығы, бөтә донъя ап-аҡ,саф һауа, һалҡын ғына, шаян ҡар бөртөктәре, ҡарлы биҙәктәр – барыһы ла матур.

Ял итеп алайыҡ!

Ынйы-ынйы ҡарҙар яуа,

Ғәжәп матур көн бөгөн!

Ҡулға тотоп алғы килә

Ҡарҙың һәр бер бөртөгөн.

Ап-аҡ ҡар баҫҡан яланды,

Ҡураларҙы ,соланды.

Ябалаҡлап ҡар яуа,

Бөгөн буранлы һауа.

(Ғ.Туҡай.)

Эйе,юҡ” уйыны менән һеҙҙең иғтибарлығығыҙҙы тикшереп алайым. Хәҙер мин һеҙгә ҡыш тураһында уйларға мәжбүр иткән һөйләмдәр уҡыйым,ә һеҙ һәйләм дөрөҫ булһа, эйе,тип, дөрөҫ булмаһа, юҡ,тип яуап бирерһегеҙ,йәме.

1.Яландар, ҡырҙар,урмандар ҡар аҫтарында ҡалған.( яуап: ______.)

2.Ҡырҙар тыныс ялға ятҡан. (яуап: .)

3. Эй ҡар яуған да яуған! (яуап: .)

4.Ер ҡырҙарҙы пыр туҙҙыра. (яуап: .)

5.Ҡар йылытмай ерҙең өҫтөн. ( яуап: .)

6.Ерҙең өҫтө ап-аҡ. (яуап: .)

7. Урмандар тынып ҡалған. (яуап: .)

Уҡыусылар, һеҙ ҡыш темаһына ниндәй һынамыштар беләһегеҙ? Мин башын әйтәм, ә һеҙ -аҙағын.

Һынамыштар

Төтөн тура сыҡһа, ..... .... .

Ағастар шаулаһа, ..... ....... ... .

Төнөн бәҫ төшһә, ...... ... ..... .

Һынамыштар

Төтөн тура сыҡһа, һыуыҡ була.

Ағастар шаулаһа, буран булыуын көт.

Төнөн бәҫ төшһә, көндөҙ ҡар яумай.

Йомаҡ ҡойоп алайыҡ!

1.Аҡ ашъяулыҡ алдыҡ, ер өҫтөнә яптыҡ.

2.Шыма табанлы сана

Атһыҙ ҙа алға саба.

Етеҙ булһа аяҡтар,

Ҡулда булһа таяҡтар.

Яуабы:

1.Ҡар

2.Саңғы

Шулай итеп, һеҙ дәрестә нимәләр белдегеҙ?

Алған белемдәр һеҙгә киләсәктә кәрәк буласаҡмы?

Үҙегеҙҙең дәрестә эшләүегеҙ менән ҡәнәғәтһегеҙме?

Ниндәй яңылыҡ алдығыҙ?

Яңы нәмә белдегеҙме?

Кем ул Назар Нәжми?

Уның тураһында нимәләр белдегеҙ?

Назар Нәжми Мифтахетдин Аҡмулла,Шәйехзада Бабич, Мостай Кәрим һәм баҡа йондоҙҙар кеүек әҙәбиәәтебеҙ күген мәңге яҡтыртып торһон.

Дәрестә тағы нимәләр эшләнегеҙ?

Шиғырҙа беренсе ҡарҙың яуыуы нимә менән сағыштырыла?

Беренсе ҡар “ шиғырының авторы кем?

Күлдән осҡан аҡҡош кеүек,

Әй китте осоп үҙе!

Һәм ҡалды беренсе ҡарҙа

Беренсе сана эҙе.

Был юлдарҙың авторы кем?

Шиғырҙа бала нимә тип шатлана? Һеҙ уның урынында булһағыҙ ,был ваҡиғаға шатланыр инегеҙме?

Өйгә эш:

1.Шиғырҙы тасуири уҡып килергә.

2. “Миңә ҡыш ни өсөн оҡшай?” темаһына һүрәтле инша яҙып килергә.

Дәрестә барығыҙға ла “5”-ле билдәһе.Афариндар!!!

Ошоноң менән дәрес тамам.

Дәрес өсөн ҙур рәхмәт. “Тышта ҡар яуа” йыры менән тамамлап ҡуяйыҡ.

Һау булығыҙ, ҡәҙерле уҡыусылар!














































Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Прочее

Категория: Уроки

Целевая аудитория: 5 класс

Автор: Сайда Габдинуровна Саяхова

Дата: 01.05.2023

Номер свидетельства: 630642


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства