Дәрес темаһы: | Тәбиғәттең уянған сағы.Ҡоштар ҡайта. Рәғиҙә Янбулатова. |
Дәрес төрө: | Яңы теманы өйрәнеү. |
Дәрес маҡсаттары: | Белем биреү: Үҫтереүсе: тыңлап аңлау, яҙма, һөйләү күнекмәләрен үҫтереү; Тәрбиәүи: тәбиғәткә, ҡоштарға ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү. |
Көтөлгән һөҙөмтәләр: | Предмет УУЭ һөҙөмтәләре: «Йылы яҡтан ҡайтыусы ҡоштар» темаһына яңы һүҙҙәр өйрәнеү, телмәрҙә ҡулланыу. Метапредмет (предмет-ара) УУЭ һөҙөмтәләре: а) регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү, булған белемдәрен барлау, баһалау; б) танып белеү: кәрәкле мәғлүмәтте айыра, күрһәтә, дөйөмләштерә белеү; в) коммуникатив: һөйләмдәр төҙөү, парлап эшләү, үҙ-ара аралаша, тасуири уҡый, тәржемә итә белеү. Шәхес булараҡ формалашыу УУЭ һөҙөмтәләре: тәбиғәткә, ҡоштарға һаҡсыл, ыңғай ҡарашлы, дәрестә башҡарған эштәре өсөн яуаплылыҡ тойоусы, тырыш, әҙәпле, белем алыуға ынтылыусы шәхес тәрбиәләү. |
Йыһазландырыу: | «Башҡорт теле» дәреслеге, « Йылы яҡтан ҡайтыусы ҡоштар» темаһына слайдтар, эш дәфтәре, башҡорт алфавиты, 6-сы класс өсөн электрон дәреслек. |
Дәрес этаптары | Уҡытыусы эшмәкәрлеге | Уҡыусылар эшмәкәрлеге | Дәрестең һәр этабында формалаштырылған УУЭ (регулятив, танып белеү, коммуникатив, шәхес булараҡ формалашыу) |
Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу. | – Һаумыһығыҙ! Хәйерле көн! Һаумы, алтын ҡояшым! Һаумы, зәп-зәңгәр күгем! Иҫәнмеһегеҙ, дуҫтарым, Хөрмәтле уҡытыусым! Бөтәгеҙҙе сәләмләйем, Иҫәнлек-һаулыҡ теләйем! Ултырығыҙ. Артикуляцион күнегеүҙәр (электрон дәреслектән артикуляцион күнегеүҙәрҙе ҡулланырға мөмкин). Күрҙем ҡарға: төштө ҡарға, Ҡарға төштө аҡ ҡарға. Шул ҡарғаны күрер өсөн Ҡарға йыйылды ҡарға. | Уҡытыусы менән башҡорт телендә һаулашалар. Уҡыусылар яуап бирә. Хор менән ҡабатлайҙар. | Р: үҙҙәренең уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора белеү, яҡшы, продуктив эшкә ынтылыш формалаша. Т.б.: яңы белем алыу кәрәклеген аңларға өйрәнәләр. Ш.: белем алыуға, уҡыуға, дәрескә ҡарата ыңғай ҡараш формалаша. |
Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу. | Слайдта һүрәт бирелә (яҙ) Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, ошо һүрәттә ниндәй миҙгел һүрәтләнә икән? - Шулай итеп, бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ? - Эйе, «Ҡоштар,яҙ» темаһына яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр белербеҙ, беҙ йылы яҡтан ҡайтыусы ҡоштар тураһында һөйләргә өйрәнәбеҙ. Теманы яҙып ҡуяйыҡ. Тәбиғәттең уянған сағы. | Уҡытыусының һорауҙарына яуап бирәләр. Дәрестә нимә тураһында һөйләшеүҙәре тураһында әйтәләр. | Ш.: уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация, уҡыуға, яңылыҡ белеүгә ынтылыш, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ формалаша. Р.: уҡытыусы менән берлектә дәрестең маҡсатын билдәләргә өйрәнәләр. Т.б.: логик фекер йөрөтөү, уҡыу мәсьәләһен табыу, күрһәтә белеү формалаша. |
Яңы материалды өйрәнеү. Уҡыу мәсьәләһен сисеү. | Яңы һүҙҙәр менән танышыу. Һүҙбәйләнештәр төҙөү(телдән). 1-2 һөйләм төҙөп яҙҙырыу. Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, алдығыҙҙағы шиғырға иғтибар итәйек. Мин уҡый башлайым, ә һеҙ дауам итерһегеҙ. Был эш төрөн башҡарғанда парлап эшләйәсәкбеҙ: 1 уҡыусы үҙҙәренә бирелгән һөйләмдәрҙе уҡый, ә уның иптәше –тәржемәсе ролен башҡара. Уҡытыусы башлай, уҡыусылар урында эштәрен дауам итә. Ә хәҙер тексты уҡыусылар бер төркөмгә, тәржемәселәр икенсе төркөмгә тупланып, фекер алышалар, йәғни бер-береһенә өйрәтәләр. Һеҙҙең маҡсатығыҙ, тулыһынса тексты аңлау. (йыйылып әңгәмәләштеләр) Урындарға ултырҙылар. Шиғырҙы кем матур итеп уҡый алам ти? Әйҙә уҡып ишеттер әле. Ә аңлар өсөн тексты тәржемәһен белер кәрәк. Һеҙҙең иғтибарығыҙға слайдта һорауҙар бар. Уларға яуап бирәйек. - Яҙ миҙгеленең ниндәй үҙенсәлектәре сағыла? Автор ҡоштар ҡайтыуын нисек аңлата? Һеҙ яҙ көнө ҡоштарға нисек ярҙам итәһегеҙ? Эйе, дөрөҫ, ысынлап та, сыйырсыҡ оялары эшләп элергә кәрәк. | Эш дәфтәрендә эшләйҙәр. Яңы һүҙҙәрҙе хор менән ҡабатлайҙар. Өлгө буйынса һүҙбәйләнештәр төҙөйҙәр. Һөйләмдәр төҙөйҙәр. | К.: диалогҡа инергә, һорауҙарға яуап бирергә, башҡаларҙы тыңлай һәм әңгәмәгә ҡушыла белергә, һөйләмдәр төҙөргә өйрәнәләр. Т.б.: яңылыҡ белеүгә ынтылыш формалаша. |
Ял минуты. | Ҡаҙҙар кеүек йөҙәйек, Ҡоштар кеүек осайыҡ, Ҡуян кеүек һикерәйек, Айыу кеүек атлайыҡ. Аттар кеүек еләйек, Бесәй кеүек һуҙылайыҡ, Һәм урынға ултырайыҡ. | Уҡытыусы артынан хор менән хәрәкәттәр эшләп ҡабатлайҙар. | Ш.: уйында ҡатнашыу мәҙәниәте формалаша, уҡыу материалына ҡыҙыҡһыныу арта. |
Белемде нығытыу (яңы белемде практикала ҡулланыу). | | | |
Өйгә эш. | 1. Ҡош исемдәрен ҡулланып, һүҙбәйләнеш төҙөргә; 2.һөйләмдәр төҙөргә; 3.текст төҙөргә | Көндәлеккә өйгә эште яҙалар. |
Дәресте йомғаҡлау. Эшмәкәрлеккә рефлексия. | Дәрестә мин ... белдем. Мин ... өйрәндем. Миңә ... оҡшаны (оҡшаманы). (слайдта) Уҡытыусы баһаһы. | Уҡыусыларҙың яуаптары. Нимәгә өйрәнеүҙәре тураһында әйтәләр. Уҡыусылар үҙҙәренең эштәрен баһалай. | Р.: үҙҙәренең эшмәкәрлегенә баһа бирә белеү, уҡытыусының баһаһына адекват ҡараш формалаша. Ш.: үҙүҫеш, баһалау күнекмәһе үҫешә. |
| | | |