kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Сифаттар?ы? я?алышы

Нажмите, чтобы узнать подробности

Ма?сат: сифат тура?ында белемд?р?е ?абатлап, улар?ы? я?алышын ?йр?не?, у?ыусылар?ы? телм?рен ??тере?, фекерл?? ??л?тен арттырыу, спорт?а ??й?? т?рби?л??.

Йы?азландырыу: компьютер, мультимедиа проекторы, презентация, карточкалар, ?умта, ??р?тт?р.

Х?йерле к?н тел?п, ?ояш ?ал?а,

Уяналар ауыл, ?алалар.

?? телемд? ?е??е с?л?мл?йем:

Х?йерле к?н ?е?г?, балалар!

 

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Сифаттар?ы? я?алышы »

Тема: Сифаттарҙың яһалышы.

Маҡсат: сифат тураһында белемдәрҙе ҡабатлап, уларҙың яһалышын өйрәнеү, уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү, фекерләү һәләтен арттырыу, спортҡа һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: компьютер, мультимедиа проекторы, презентация, карточкалар, ҡумта, һүрәттәр.

Дәрес тибы:

Дәрес барышы:

Хәйерле көн теләп, ҡояш ҡалҡа,

Уяналар ауыл, ҡалалар.

Үҙ телемдә һеҙҙе сәләмләйем:

Хәйерле көн һеҙгә, балалар!

Уҡытыусы: - “Кем икән был апай?” – тип аптырап ҡалдығыҙмы, үҫкәндәрем! Әйҙәгеҙ танышайыҡ! Мин һеҙгә Стәрлетамаҡ районынан килдем. Һеҙҙең кеүек аҡыллы, тырыш балаларҙы уҡытам. Миңә Раушания апай тип кенә өндәшһәгеҙ ҙә ярай. Ә хәҙер бер-беребеҙҙе сәләмләйек: (хор менән ҡабатлау)

Слайд 1

Һаумы, ҡояш, һаумы, дуҫым,

Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!

Ҡояш, һауа, тыуған ер,

Йән тыныслығын бир.

Мин сәләмәт, мин матур,

Салауат кеүек батыр!

Яйлап ултырам хәҙер,

Дәрес тыңларға әҙер.

Ултырығыҙ, тынысландыҡ.

Уҡыусылар, мин һеҙгә серле ҡумта алып килдем. Ошо ҡумтаның серен сисһәк, беҙ һеҙҙең менән дәрестең темаһын белербеҙ. Ә был нимә? Ҡулса ниндәй төҫтә? (зәңгәр, ҡара, ҡыҙыл, һары, йәшел).

Был ҡулсалар һеҙгә танышмы? (эйе) Слайд 2 Улар олимпиада символы булып тора. Әлеге көндә беҙҙең илебеҙҙә ҙур ярыш- Сочи ҡалаһында егерме икенсе Ҡышҡы Олимпия уйындары бара. Һәр олимпиаданың үҙенең символдары була. Быйылғы уйындың символдарын беләһегеҙме?

Улар бөгөн беҙҙә ҡунаҡта. (күрһәтә). Слайд 3 Ҡуян, айыу, леопард. Улар беҙгә буш ҡул менән килмәгәндәр, эш алып килгәндәр. Һеҙҙең алдығыҙҙа эш дәфтәрҙәре ята. Уларҙы асығыҙ.

Слайдтар 4-5. Һүҙлек эше.Тәүҙә яңы һүҙҙәр менән танышып китәйек:

Ҡумта - шкатулка

Ҡулса – кольцо

Ҡышҡы – зимний

Уйын – игра

Ҡуян – заяц

Айыу – медведь

Леопард – леопард

Һүҙҙәрҙе хор менән уҡыйыҡ.

Ә хәҙер ҡунаҡтарыбыҙҙың биремдәрен үтәйек.

Бының өсөн өс төркөмгә бүленәбеҙ.

  1. Һүҙҙәрҙе парлап яҙығыҙ.

Етеҙ ҡуян

Батыр ҡала

Алтын кеше

Бәләкәй спортсы

Аҡ миҙал



Көслө уйындар

Ҡышҡы ҡумта

Киске кеше

Серле аш

Сәмле малай


Иҫ киткес ҙур спорт формаһы

Аҡлы-ҡыҙыллы стадион

Матур-матур күк

Салт аяҙ хужа

Асыҡ йөҙлө ҡыҙҙар


Ә хәҙер эштәрҙе таҡтаға беркетегеҙ һәм тикшерәйек. Һәр төркөмдән бер кеше уҡып сыға. Рәхмәт, ултырығыҙ! Уҡыусылар, сифаттарға иғтибар итегеҙ. Сағыштырайыҡ. Төҙөлөшө буйынса был сифаттар айырыламы?

Эйе, был өс төркөмдә яһалышы буйынса өс төрлө сифаттар: тамыр, яһалма, ҡушма. Слайд 6.

Сифаттар яһалышы яғынан, исемдәр кеүек үк, тамыр, яһалма, ҡушма була. Яһалма сифаттар ялғауҙар ярҙамында, ҡушма сифаттар ике һүҙҙе ҡушыу юлы менән яһала. Слайд 7

  1. Теманы яҙып ҡуйығыҙ.169-сы биттән 68-се күнегеүҙе табығыҙ. Вариантлап эшләйбеҙ(уҡыусылар 2 вариантка бүленә). Өлгөгә ҡарап, түбәндәге һүҙҙәрҙән ялғауҙар ярҙамында (1 вар) һәм ике нигеҙҙе ҡушып (2 вар) сифаттар яһағыҙ.

Өлгө: а) көс – көслө, ҡыш – ҡышҡы

Б) аҡ, ҡара – аҡлы-ҡаралы, ҙур – ҙур-ҙур.

Яһаған сифаттар менән һүҙбәйләнештәр төҙөгөҙ.

Сылбыр буйлап тикшереү.



Слайд 8.

Физминутка. Ҡар яуа.



3)Слайд 9.Үҙ аллы эш.

Бирелгән сифаттарҙы яһалышы буйынса өс төркөмгә бүлеп яҙығыҙ. Һәр төркөмгә берәр миҫал өҫтәп яҙығыҙ.

Йәмле, ҡышҡы, сибәр, оялсан, бала-сағалы, күҙ асҡыһыҙ, яҙғы, зәңгәр, аҡлы-ҡаралы, бәләкәй, эшсән, тырыш, ата-әсәле, хәйләкәр, сос.



Тамыр

Яһалма

Ҡушма



























Слайд 10.



Тамыр

Яһалма

Ҡушма

сибәр

Йәмле

бала-сағалы

зәңгәр

ҡышҡы

күҙ асҡыһыҙ

бәләкәй

оялсан

аҡлы-ҡаралы

тырыш

яҙғы

ата-әсәле

сос

эшсән



хәйләкәр










  1. Кем күберәк?” уйыны. Олимпиада символы булған йәнлектәргә тик сифаттар менән генә характеристика бирергә.



Уйын. Дуҫлыҡ ебе.

Слайд 12. Өй эше.

1-се вариант “5” билдәһе алыр өсөн. Яһалышы яғынан төрлө сифаттар ҡулланып “Минең яратҡан спотр уйыным” темаһына инша яҙырға.

2-се вариант “4” билдәһе алыр өсөн. 177-се бит 70-се, 71-се күнегеүҙәр.

3-сө вариант “3” билдәһе алыр өсөн. 177-се бит 71-се күнегеү.



Слайд 13. Дәрескә рефлексив анализ.

Ошо һөйләмдәрҙе тултырырға.

Бөгөн мин ..... белдем.

…… ҡыҙыҡлы булды.

……… ауыр булды.

……. булдыра алам.

Мин ……. өйрәндем.

Эшләп ҡарайым …….

Миндә ….... теләк тыуҙы.

…….. уртаҡлашҡым килә.





Слайд 14. Уҡыусының хеҙмәтен, эшмәкәрлеген баһалау.

  1. Бөтә эштәрҙе лә дөрөҫ эшләнем – 3 балл

  2. Таҡтаға сығып эшләнем – 1 балл

  3. Урындан дөрөҫ яуап бирҙем – 3 балл

  4. Һорауға яуап бирергә тырыштым – 1 балл

  5. Яҙма эште тулыһынса башҡарҙым – 1 балл

  6. Уҡытыусыны бөтә дәрес барышында иғтибар менән тыңланым – 1 балл

1-3 балл – “3”

3-6 балл – “4”

6-нан күберәк – “5”

Слайд 15. Дәресте йомғаҡлау .












Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Прочее

Категория: Уроки

Целевая аудитория: 6 класс.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
Сифаттар?ы? я?алышы

Автор: Султанова Раушания Сагмановна

Дата: 24.10.2014

Номер свидетельства: 122271


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

Распродажа видеоуроков!
1360 руб.
1940 руб.
1850 руб.
2640 руб.
ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства