kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

. Р.?арипов “Урал й?р?ге”. Я??ы?лы? ??м урта?лы? исемд?р.

Нажмите, чтобы узнать подробности

Был д?рес баш?орт телен д??л?т теле булара? ?йр?нг?н 7 класс у?ыусылары ?с?н. 

Д?ресте? ма?саты :у?ыусылар?ы Р?ми ?ариповты? ижады тормош юлы мен?н таныштырыу, ??м уны? "Урал й?р?ге" ши?ыры мен?н таыштырыу.тема буйынса ??йл?? телм?рен ??тере?, ???лек байлы?ын арттырыу.

Грамматика буйынса я??ы?лы? ??м урта?лы? исемд?р?е ?абатлау,ны?ытыу.

Просмотр содержимого документа
«. Р.?арипов “Урал й?р?ге”. Я??ы?лы? ??м урта?лы? исемд?р.»

Урок башкирского языка в 7 классеТема. Р.Ғарипов “Урал йөрәге”. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.

(Башҡорт телен – дәүләт теле булараҡ өйрәнеүсе 7 класс уҡыусылары өсөн)

Маҡсат: уҡыусыларҙы Р.Ғариповтяң “Урал йөрәге “ шиғыры менән таныштырыу, тема буйынса һөйләү күнекмәләрен арттырыу, уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәрҙең дөрөҫ яҙылышын ҡабатлау, тыуған төйәккә, Башҡортстандың халыҡ шағирына һөйөү тәрбиәләү.

Дәреслек: Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. Башҡорт теле: уҡытыу урыҫ телендә барылған мәктәптәрҙең 7 класс уҡыусылары өсөн дәреслек.-Өфө: Китап, 2007.

Йыһазландырыу: Р.Ғариповтың портреты, китаптар күргәҙмәһе, уның тормош юлы һәм ижадын сағылдырған стенд, проектор.

Дәрес барышы:

I.Ойоштороу моменты.

-Һаумыһығыҙ, балалар! Хәйерле иртә!

1-се слайд.

Хәйерле иртә, ағастар!

Хәйерле иртә, ҡоштар!

Хәйерле иртә, тәбиғәт!

Хәйерле иртә, дуҫтар!

2-се слайд.

Артикуляцион күнегеү.

Башҡортостан һин бит беҙҙең

Тыуған-үҫкән илебеҙ.

Беҙгә икмәк – өй биргән,

Һыуын эскән еребеҙ.

- Был шиғыр нимә тураһында? (Тыуған ил, Башҡортостан).

II. Өй эшен тикшереү.

- Әйҙәгеҙ Башҡортостан тураһында белгәндәребеҙҙе иҫкә төшөрөп китәйек.

- Башҡортостан Республикаһының майҙаны күпме? Халыҡ һаны?

- Иң ҙур йылға , күл , тау исеме?

- Башҡортостан башҡа илдәрҙә, өлкәләрҙә нимәләре менән дан тота?

- Ул ҡайҙа урынлашҡан?

-Ә хәҙер уҡыусылар йыр тыңлап китәбеҙ. Был йыр (көй) нисек атала?(БХЙ “Урал”)

- Был йыр тураһында нимә беләһегеҙ? (Ул башҡорт халҡының милли гимнына әйләнгән, элек “Ете ырыу” тип аталған)

-1-2 уҡыусынан яттан һөйләтергә.

III. Төп өлөш.

- Беҙҙең Ватаныбыҙ Урал тураһында бик күп шиғырҙар, йырҙар яҙылған. Бөгөн дә беҙ һеҙҙең менән бик матур шиғыр менән танышасаҡбыҙ.

- Шиғыр ”Урал йөрәге “ тип атала.Был шиғырҙы Башҡортостандың халыҡ шағиры Р.Ғарипов яҙған, уға быйыл 80 йыл тула.Ошо уңайҙан беҙҙең мәктәптә төрлө саралар үткәрелә, шағирҙың ижадына арналған тасуири уҡыу конкурстары, фәнни-тишеренеү эштәре.

3-сө слайд.

- Ә хәҙер шағир тураһында белешмә тыңлағыҙ һәм һорауҙарға яуап бирергә әҙерләнегеҙ.(Рәми Ғариповтың ижады, китап күргәҙмәһе менән таныштырыу)

- Рәми Ғарипов 1932 йылдың 12 февралендә Салауат районы Арҡауыл ауылында тыуған. Ул ауыл мәктәбендә, Өфө 9-сы башҡорт урта мәктәбендә, Мәскәүҙә әҙәбиәт институтында уҡый. Шағир газета-журнал редакцияларында эшләй. Р.Ғарипов бик күп шиғырҙар, поэма ижад иткән. Бик яҡшы тәржемәсе булған. Ул Пушкин, Есенин, Лермонтов һ.б. әҫәрҙәрен тәржемә иткән. Р.Ғарипов Салауат Юлаев премия лауреаты, Башҡортостандың халыҡ шағиры. Шағир 1977 йылда Өфөлә вафат була.

Һорауҙарға яуап бирегеҙ.

- Рәми Ғарипов ҡайҙа, ҡасан тыуған?

- Шағир ҡайҙа уҡый?(Ул уҡыған интернат-мәктәпкә уның исеме бирелгән)

- Кемдең әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә иткән?

- Ул ҡайҙа эшләй?

- Р.Гарипов лауреат премии имени С.Юлаева, народный поэт Башкортостана. Тәржемә итегеҙ.

- Рәми Ғарипов тураһында ошо күргәҙмәнән дә белергә була.(фотолар күргәҙмәһе)

Шиғыр өҫтөндә эш.

- Иғтибар менән тыңлағыҙ һәм ошо һорауға яуап бирергә әҙерләнегеҙ. Автор нимәне “Урал йөрәге” тип атай?

4-се слайд

А)Һүҙлек эше:

Күкрәк - грудь

Йөрәк – сердце

Киң тамыр – широкая вена

Төйәк – родная земля

Бәхет – счастье

Хаҡ яҙмыш – справедливая судьба

Таң ата – заря расцветает

Яңғыҙлыҡ – собственное

Уртаҡлыҡ – нарицательное


Б) уҡытыусы тасуири уҡый;

- Был шиғырҙа һүҙ нимә тураһында бара? (Тыуған ил, Башҡортостан)

Шиғырҙы тәржемә итәйек. Сылбырлап уҡыу.

На груди Урала как серце

Башкортостан – Родина моя.

Широкой веной этого сеодца

Синееет Агидель моя.

Сердце мое, говорю священный край

Справедливая судьба там заброшена

Там моя счастливая заря расцвела

Там моя Родина началась.

- Урал тауҙарын һәм Ағиҙелде картанан күрһәтегеҙ әле. Агидель начинается в горах Большого Иремеля и хребта Урал тау. Течет по территории Южного Урала до г. Мелеуза поднимается до г.Уфы. От Уфы направляется в сторону г.Агидель и впадает в Нижнекамское водохранилище. Она является главной аортой Республики Башкортостан.

- Башҡортостанды шағир нимә менән сағыштыра? (йөрәк)

- -Ағиҙелде?(Шул йөрәктең киң тамыры)

- Шунда минең таңым атты

Шунда минең Ватан башлананған.

Был юлдарҙы нисек аңлайһығыҙ?(Шағир ошо илдең бәхетле кеше булыуын күрһәтә)

-Шиғырҙа автор Башҡортостанды ниндәй һүҙҙәр менән атаған?

- Автор Башҡортостанды ни өсөн “Урал йөрәге” тип атаған?

В) 1-2 уҡыусы тасуири уҡый.

V.Ял минуты

Беҙҙең Башҡортостанда

Шулай бөгөлә талдар,

Ошондай бейек тауҙар,

Шулай ҡағына ҡарҙар

Шулай бейей балалар

Шунан ырғып алаллар

Шунан шым ғына ултырып

Тағы белем алалар.

VI.Үтелгәнде нығытыу. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.

1)-Шиғырҙағы аҫтына һыҙылған һүҙҙәр ниндәй һорауға яуап бирә? Кем? Нимә? Һорауына яуап биргән һүҙҙәр нисек атала?

-Нимә ул исем? Нимәне белдерә һәм ниндәй һорауға яуап бирә? Ниндәй исемдәргә бүленә?

Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр була. Ниндәй исемдәр яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәргә инә. (Русса ҡағиҙә)

-Шиғырҙан тик исемдәрҙе генә уҡып сығығыҙ.Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәргә бүлеп бағаналап яҙығыҙ.(Таҡтала эшләү)

-Авторҙың биографияһын иҫтә ҡалдырыр өсөн яңғыҙлыҡ исемдәрҙе күсереп яҙығыҙ.

2) 1-се рәт 2-се рәт 3-сө рәт

Ҡала исемдәре. Йылға ис. Кеше ис. Ай, Ил

VII. Йомғаҡлау.

-Беҙ бөгөн дәрестә кемдең биографияһы менән таныштәҡ. Кем ул Р.Ғарипов?

-Ниндәй шиғырын уҡыныҡ?

-Автор нимә әйтергә теләгән? Ул Башҡортостанды нимә менән сағыштыра? Башҡортостанды ниндәй һүҙҙәр менән атай? (Ул тыуған илен ярата, ошо илдә тыуғанына бик шатлана)

-Яңғыҙлыҡ исемдәр нисек яҙыла?

VIII.Баһалау.

IX. Өйгә эш.

1) Шиғырҙы ятларға

2) Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы урам, йылға, ойошмалар исемен яҙырға.


Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Прочее

Категория: Уроки

Целевая аудитория: 7 класс

Скачать
. Р.?арипов “Урал й?р?ге”. Я??ы?лы? ??м урта?лы? исемд?р.

Автор: Гибадуллина Гульдар айратовна

Дата: 25.01.2016

Номер свидетельства: 282686

Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства