Класс: 8а
Предмет: башҡорт теле
Тема: Өфө - Баш ҡ ортостандың баш ҡ алаһы. Һорау һөйләмдәр.
Ма ҡ сат: 1.Башҡортостандың баш ҡалаһы тураһында мәғлүмәтте арттырыу;һөйләү телмәрен
үҫтереү;
2.һорау һөйләмдәр темаһын нығытыу;
3.тыуған илебеҙгә,баш ҡалабыҙға һөйөү,хөрмәт тәрбиәләү.
Йыһа ҙ лау: мультимедиа проекторы, һүрәттәр.
Дәрес барышы .
1.Ойоштороу мәле . Иҫәнләшеү.
Уҡыусыларҙың психологик яҡтан әҙерләү.
- Бер-беребеҙгә ҡараныҡ, йылмайҙыҡ, бер-беребеҙгә һәр саҡ мәрхәмәтле, ярҙамсыл булайыҡ. Ә дәресте яҡшы кәйеф менән башлайыҡ.
2. Артикуляцион күнегеү . Башҡорт телендә дөрөҫ һөйләшер өсөн телдәрҙе шымартып алайыҡ.
1) Баш ҡ орт телендәге ү ҙ енсәлекле өндәр ҙ е ҡ абатлайбы ҙ ;
Ә – Әхмәҙулла әлифбанан Әминәгә әйтемдәр әйтә
Ө - Ѳйҙәгеләрҙе өләсәйем ѳҙлѳкһѳҙ ѳйрәтә
Ҡ – Ҡара ҡарға ҡанат ҡаға
Ғ - Ғауғалашты Ғәлиә, Ғаяз, Ғәнғәли
Һ – Һәҙимәт Һылыубикәнән һаулыҡ һораша
Ү – Үҙәнлектә-үләнлек
Ҙ - Ҙуринәйҙәрҙе ҙурлайбыҙ
2) Йыр тыңлау :
Тау башында балҡый бер ҡала,
Ул ҡала Өфө тип атала.
Яҡтыраҡ яна йондоҙҙары,
Матурҙар егет һәм ҡыҙҙары.
-Уҡыусылыр, был йырҙа бөгөнгө дәресеҙҙең темаһы бар. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, беҙ нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?
- Эйе, Өфө - Башҡортостандың баш ҡалаһы.
3. Дәрестең темаһын әйтеү, ма ҡ сатын аңлатыу .
- Бөгөнгө дәресте республикабы ҙҙ ың баш ҡ алаһы Өфөгә арнайбы ҙ .
- Өфөнөң и ҫ тәлекле урындары менән танышырбы ҙ һәм һорау һөйләмдәр темаһын нығытырбы ҙ .
- Дәфтәр ҙ әргә бөгөнгө числоны, класс эше тип һәм теманы я ҙ абы ҙ .
4. Төп өлөш. - Ә хә ҙ ер Баш ҡ ортостан картаһынан кем Өфөнө табып күрһәтә?
- Эйе, Өфө - Башҡортостандың баш ҡалаһы. Ул республиканың тап уртаһында урынлашҡан. Өфө – Урал аръяғының иң ҙур административ, сәнәғәтле, мәҙәниәтле һәм ғилми үҙәге. Был ҡ алаға 1574 йылда ниге ҙ һалынған. Элек баш ҡ орттар Өфөнө Имән ҡ ала тип атаған.
Унда Тыуған я ҡ ты өйрәнеү музейы, М.В.Нестеров исемендәге Художество музейы, халы ҡ шағиры М.Ғафури ҙ ың йорт – музейы бар.
- Уҡыусылар һеҙгә өй эше итеп Өфө тураһында белешмә яҙып килергә ине, кемдәр әҙерләп килде.
- Әйҙә, Гүзәл.
- Өфөлә Салауат батырға арналған һәйкәл бар. С.Юлаев – башҡорт халҡының милли геройы. Салауат Юлаев һәйкәле – илебеҙҙәге иң ҙур атлы скульптура.Уның ауырлығы 40 тонна. Ул бронзалаштырылған суйындан ҡойолған. Һәйкәлдең авторы – скульптор С.Д.Тавасиев
- Әйҙә, Альбина.
- Өфө ҡалаһының көньяғында Дуҫлыҡ монументы бар. Был монументҡа нигеҙ 1957 йылда башҡорт һәм руҫ халҡының дуҫлығы хөрмәтенә һалынған. Элек башҡорттарҙың ерҙәре күп булған.Уның байлығына бөтәһе лә ҡыҙыҡҡан, йыш ҡына яу асҡандар. Бер ваҡыт башҡорттар руҫ батшаһына ярҙам һорап барғандар. Батшаға тоғро хеҙмәт итергә һүҙ биргәндәр. Башҡорт халҡы үҙенең ярҙамсыллығы, батырлығы менән дан алған. Әле лә был ике халыҡ дуҫ һәм татыу йәшәйҙәр.
- Рәхмәт. Ошо дуслыҡ тураһында Башҡортостандың халыҡ шағиры шиғыр ҙа яҙған. Уны беҙгә Азалия уҡып ишеттерер.
Азалия: Рус һәм башҡорт юлда һәр саҡ юлдаш,
Табындаштар оло байрамда,
Яуҙа яуҙаш, дандаш һәм ҡәберҙәш
Изге һуғыш үткән майҙанда.
У ҡ ытыусы: - Ҡалала ниндәй театрҙар бар? Кем әйтеп китә?
- Әйҙә, Алена.
- Ҡ алала алты ҙур театр эшләй: Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры, Опера һәм балет театры, “Нур” татар драма театры, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры, Рус драма театры, Ҡурсаҡ театры
- Элина Шарапова –Шулай уҡ Өфөлә Дәүләт циркы ла бар. Ул тамашасылар өсөн үҙенең ишектәрен беренсе тапҡыр 1968 йылдың 5 ноябрендә асҡан.
- Эйе, Өфө ҡ алаһы бик ҙ ур, бай ҡ ала. Урамдары киң һәм матур. Бе ҙ уның менән ғорурланырға тейешбе ҙ . Өй эше өсөн ҡыҙҙарға бишле, афарин!
- Ә хәҙер таҡтаға ҡарағыҙ әле, был ниндәй һөйләмдәр?
Өфө – ҙур һәм матур ҡала. Өфө ниндәй ҡала? Өфө матур ҡала!
- Былар ниндәй һөйләмдәр? Һорау һөйләмдәре темаһын ҡабатлап үтәйек. Һорау һөйләмдәр ниндәй ысулдар менән төҙөлә?
- беренсе ысул – мы, -ме ялғауҙары ҡушып;
-икенсе ысул – һорау алмаштары ярҙамында.
Ял минуты. Ә хәҙер беренсе ысулды ҡулланып бирелгән хәбәр һөйләмдәрҙән беренсе төркөм һорау һөйләмдәр төҙөп икенсе төркөмгә һорау бирә, икенсе төркөм яуап бирә, хәрәкәттәр күрһәтә
Өфө урамдары киң,
Йорттары бейек,
Еләҫ ел иҫә, ағастар бәүелә.
- Афарин. Ә хәҙер китаптарҙы асабыҙ.
Китап буйынса эш . “Өфө”тигән текст ө ҫ төндә эшләү, 94-се күнегеү, 47-се бит
-һүҙлек эше:
бейек -
күпер -
тирбәлә -
яр -
мөһәбәт -
данлай -
-уҡытыусының уҡыуы;
-үҙ аллы уҡыу;
-сылбырлап уҡыу; руссаға тәржемә итеү;
-һорау ҙ арға яуап биреү:
-Баш ҡ ортостандың баш ҡ алаһы нисек атала?
-Ул ҡ ай ҙ а урынлаш ҡ ан?
- Ағи ҙ ел яры башында ниндәй һәйкәлдәр бар?
-Өфө ниндәй ҡ ала?
Төркөмдәрҙә эш. Ә хәҙер икенсе ысулды ҡулланып текст буйынса һорау һөйләмдәр менән генә план төҙөйбеҙ
Төркөмдәрҙә эш (ноутбукта)
Өфө – тау башында ултыра. Өфө эргәһендә Ағиҙелгә Ҡариҙел, Дим йылғалары ҡушыла. Унда һәйкәлдәр, парктар, театрҙар, кинотеатрҙар бар. Өфө театрҙарында башҡортса спектаклдәр ҡуйыла.
I төркөм – һөйләмдәрҙәге эйәләрҙе табып һорау менән алмаштыра һәм икенсе төркөмгә һорауҙарын бирәләр;
II төркөм – һөйләмдәрҙәге хәлдәрҙе табып һорау алмаштары менән алмаштыра һәм беренсе төркөмгә һорауҙарын бирәләр.
7.Нығытыу.
-Бөгөнгө дәрескә йомға ҡ лау үткәрәйек. Бының өсөн викторина һорау ҙ арына яуап бирәбе ҙ .
- Башҡортостандың баш ҡалаһы нисек атала?
-Өфөгә нисәнсе йылда нигеҙ һалынған?
-Элек ҡала нисек аталған?
-Ниндәй театрҙар бар?
-Ниндәй музейҙар, данлыҡлы һәйкәлдәр бар?
8.Һөйләмдәр ҙ е тултыр. (төркөмдә эш, ноутбуктарҙа)
1) Өфө -Башҡортостандың …
А)йылғаһы.
2) Ағиҙел - Башҡортостандың иң оҙон…
Б) тау.
3) Башҡортостанда 21… бар.
В) өс
4) Башҡортостан флагы тора … төрлө төҫтән .
Г) ҡала
5) Мин … йәшәйем.
Ғ) баш ҡалаһы.
6) Ямантау иң бейек …
д) Нефтекамала
- Бик яҡшы, уҡыусылар. Ә хәҙер эшегеҙҙе тикшерегеҙ. Экранда дөрөҫ яуаптар.
8.Өй эше.
- Һе ҙҙ ең дәрестә ҡ атнашып ултырыуығы ҙ ға, тырышып эшләүеге ҙ гә бик ҡ әнәғәтмен. Афарин! Дәрестән бик мөһим, яңы белемдәр алғанһығы ҙҙ ыр тип уйлайым.
- Ә хәҙер өй эштәрен яҙып ҡуйығыҙ, - се күнегеү, -се бит, бирелгән һүҙҙәрҙән һорау һөйләмдәр төҙөп килергә.
9. Баһалау. Дәрестә әүҙем ҡатнашып ултырған уҡыусыларға билдәләр ҡуйыу.
- Дәресте йыр менән тамалап ҡ уяйы ҡ . Китаптарҙа Өфө ҡалаһына бағышланған Р.Янбулатова Һүҙҙәренә, Х.Әхмәтов көйөнә яҙылған «Гүзәл Өфөм – баш ҡ алам»
йырын табып ҡушылып йырлай-йырлай дәресте тамамлайбыҙ.
Ошо йырҙа әйтелгәнсә беҙҙең баш ҡалабыҙ Өфө мәңге йәш булып йәшәр тип ышанабыҙ!
-Дәрес бөттө! Һау булығыҙ!