kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Назар Н?жми

Нажмите, чтобы узнать подробности

Урок родной башкирской литературы  в 8  классе,посвящённый земляку- поэту Назару Наджми.

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Назар Н?жми»

Тема: Н.Нәжмиҙең тормош һәм ижад юлы.

Маҡсат: 1. Н.Нәжмиҙең тормош һәм ижад юлы менән таныштырыу, ерле материал ҡулланыу.

  1. Шиғырҙарын тасуири уҡыу, анализлау күнекмәһен булдырыу.

  2. Яҡташ шағирыбыҙ ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу, уҡыусыларҙа тыуған илгә һөйөү хисе тәрбиәләү.

Йыһазлау: шағирҙың портреты, китаптары, фотокүргәҙмә, йырҙары, компьютер, һүҙлек.

Дәрес барышы.

    1. Психологик ыңғай хәл тыуҙырыу.

Хәйерле көн, балалар!

Беҙҙең Дүртөйлө ере таланттарға айырыуса бай. Ул - бөйөк шағир Шәйехзада Бабич, Фәррах Дәүләтшин, Бәдрүш Моҡамай, Назар Нәжми, Хөсни Кәрим, Зыя Мансур, Илһөйәр Ғаниеваларҙың тыуған төйәге. Композиторҙарыбыҙ М.Ғиләжев, Ризуан һәм Нәфисә Хәкимовтарҙың йырҙарын татар һәм башҡорт кешеһе бик яратып тыңлай. Башҡорт дәүләт академия театры йондозҙары, яҡташтарыбыҙ Фиҙан Ғафаров, Илһөйәр Ғазетдиноваларһыҙ театр сәхнәһен күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын.

    1. Уҡыу мәсьәләһен билдәләү. "Өфө йүкәләре" йырын тыңлау.

  • Йыр оҡшанымы? Нимә тураһында?

  • Өфө тураһында, йүкәләр тураһында.

  • Кем яҙған тип уйлайһығыҙ?

  • Назар Нәжми.

  • Ошолай итеп, бөгөнгө дәрескә ниндәй уҡыу мәсьәләһен ҡуйырбыҙ? (Н.Нәжмиҙең биографияһы һәм ижады менән танышырға) Компьютерҙа портреты күрһәтелә.

    1. Уҡыу мәсьәләһен сисеү.

  1. Нимә беләбеҙ һуң беҙ яҡташыбыҙ Н.Нәжми тураһында? Был һорауға яуап бирер өсөн һүҙҙе өйҙә әҙерләнгән уҡыусыларға бирәбеҙ.

Экранда фотолары күрһәтелә бара.

1 уҡыусы. Н.Нәжми 1918 йылдың 5 февралендә Дүртөйлө районы Миңеште ауылында тыуа. Донъяга килгән 9 баланың 8 енсеһе Назар була. Атаһы үлеп, тормош көтөүҙең бөтә михнәттәрен әсәһе күтәреп алып барғанда, байтаҡ донъя ауырлыҡтары балалар өҫтөнә лә төшә. Ағалары тегеү эшенә, хужалыҡҡа өйрәнгәндә, Назар ҙа ситтә ҡалмай. Тик уны бигерәк тә музыка ҡоралдары ҡыҙыҡһындыра. Күп тә үтмәй, ул скрипкала уйнарға өйрәнә.

2 уҡыусы. Ағалары армияға алынғас, Назар 8 йәшендә уҡырға бара. Ул бик тиҙ уҡырға өйрәнә. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Назар Нәжми Өфөгә килә. Бында ул 3 йыл металлургия рабфағында уҡый, унан педагогия институты талибы булып китә. Ошо йылдарҙа ҡәләм уйната башлай.

3 уҡыусы. Н.Нәжми тәүге әҫәрҙәренән үк үҙ уҡыусыһын тапты, әҙәбиәт һөйөүселәр уның яңы шиғырҙарын көтә башланылар. Ә һуғыш башланғас, ҡәләмен мылтыҡка алмаштырып, педагогия институтының З курсынан фронтҡа китә. Бары тик 1946 йылда күкрәгендә II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл йондоҙ ордендары һәм күп миҙалдар балҡытып, тыуған Башҡортостанына әйләнеп ҡайта. Ҡайтыу менән уҡыуын дауам итә. 1947 йылда Башҡорт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт бүлеген тамамлай.

4 уҡыусы. 1950 йылда "Тамсылар" исемле тәүге йыйынтығы донъя күрә.Ошо йылдарҙа уға Башҡорт академия драма театрын етәкләүҙе тапшыралар һәм ул, күп тә үтмәй, драматург булып таныла. "Хуш, Хәйрүш", "Саҡырылмаған ҡунаҡ", "Егет егетлеген итә", "Ғармунсы дуҫ", "Ҡыңғыраулы дуға" бөгөнгө көндә лә театр хазинаһының күркәм ынйылары булып тора.

5 уҡыусы. Шағир үҙе әйткәнсә, кеше ғүмере – “Бер күҙ асып – йомған ара ғына”. Ул ошо ғүмер эсендә шиғриәтебеҙҙе ун биштән артыҡ поэмалары менән байытты. Ҡырҡҡа яҡын шиғри йыйынтыҡ сығарып өлгөрҙө, бынамын тигән драмалар ижад итте, башҡорт йыр сәнғәтенә лә үҙ өлөшөн индерҙе. (Экранда яҙыла)

“Йыр тураһында баллада”

“Ҡайындар”

“Ҡапҡалар”

“Күлдәк”

“Әсә”

“Дуҫ тураһында 11 йыр”

“Тере ҡан”

“Ғүмерлек йыр”

“Йоҡлаған бала янында һүҙ”

“Ике Зөләйха”

“Бер туғандар”

“Шағир һәм Шаһ”

“Иблис”

“Ағым”

“Урал”

6 уҡыусы. Ә быйыл, 2013 йылдың 5 февралендә, Назар ағайҙың тыуыуына- 95 йыл. Беҙ, уҡыусылар, уны онотмайбыҙ, уның менән ғорурланабыҙ!


2. Ә хәҙер Н.Нәжмиҙең ижадына туҡталып үтәбеҙ.

Төркөмдәрҙә эш.

Һәр төркөмгә шиғыр бирелә, шиғырҙарҙы уҡыу, анализлау (нимә? нисек? ни өсөн? схемаһы буйынса. Схема компьютерҙа күрһәтелә).

Шиғырҙарҙан терәк һүҙҙәрҙе табыу.

1 төркөм- «Миңеште» 1) Йортом - халҡым, тәбиғәтем менән

Ғәжәп түгел һиндәй булыуым.


2 – «Икмәк һәм шараб» 2) Икмәк - ғүмер...

Тыйнаҡлыҡта бөйөклөк бар


З – «Нимә эшләр инең?» 3)Тик даһиҙар буш урындан килмәй,

Улар улы бөйөк халҡының.


4-«Йыл башлана» 4) Башлана йыл, тыныс хеҙмәт йылы...


5 – «Шаҙра пәрей» 5) Кеше матур булһын өсөн,

Матурлыҡты йырланым мин.


6- «Тыуған ҡалама йыр» 6) Һиндә көс, һиндә хеҙмәт,

Һиндә йыр, һиндә илһам…


7- «Эй тыуған ер, тыуған ер» 7) Ай янында ем-ем иткән

Йондоҙ ҙа яңғыҙ ғына…



(Яуаптарҙы тыңлау, үҙбаһа ҡуйыу)


  1. Дәреслек менән эш.

Уҡытыусы «Тыуған ауылыма» шиғырын тасуири уҡый.

-Һүҙлек эше.Экранда һүҙҙәр күрһәтелә, мәғәнәләре аңлатыла.

Ил- төйәк- тыуған ил

Остаз- өйрәтеүсе

Даръя- йылға, ҙур һыу

-Сылбырлы уҡыу.

-Һорауҙарға яуап биреү.

-Ни өсөн шағир тыуған ерен « Һин үҙең йырсы…» тип атай?( тыуған яһым иң матуры, мин унда йырсы, һин дә йырсы, беҙ оҡшаш, һин миңә остаз, шундай матур ерҙә генә матур йырҙар тыуа.)

-Һуңғы юлдар менән нимә әйтергә теләгән?( ауылы бик ябай, даны ла сыҡмаған, шағир үҙе лә бар булғаны менән уға оҡшаған)

-Шиғырҙың темаһын, төп мәғәнәһен асыҡлағыҙ.( тыуған еренә дан йырлай)

-Уҡытыусы һүҙе. Быйыл - 2013 йыл – республикабыҙҙа «Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы » тип иғлан ителде, беҙ тирә- яҡ мөхитебеҙгә ,үҙ тыуған яғыбыҙҙың тәбиғәтенә иғтибарлы булайыҡ, уны һаҡлайыҡ, ҡәҙерен беләйек. Тыуған яғыбыҙҙың матурлығы, киләсәге- беҙҙең ҡулдарҙа.


IV. Рефлексия.

  1. Ошолай итеп, Н.Нәжми үҙ шиғырҙарында ниндәй мәсьәләләр күтәрә? Ниндәй темаларға шиғырҙарын ижад итә?

Һәр төркөм үҙ шиғыры буйынса һөҙөмтә сығара. Компьютерҙан тикшереү. Дәфтәргә яҙып барыу. (Экранда- тыуған яҡ тәбиғәтенә һоҡлана, икмәк ҡәҙерен ҙурлай, илдең тыныс булыуын теләй, халыҡ менән ғорурлана, илдең, донъяның матур булыуын теләй).

  1. - Был шиғырҙарҙы дөрөҫ урынлаштырып, баш хәрефтәрен генә уҡыһаҡ,

нимә килеп сыға? (Мин(ң)еште - шағирҙың тыуган ауылы)

- Ә хәҙер ошо хәрефтәрҙән башланған Н.Нәжмигә тап килгән

сифаттарҙы әйтәбеҙ.(Экранда күрһәтелә)

М - мөләйем И - игелекле Н - намыҫлы Е - йылғыр Ш - шаян Т - тоғро,

тәүәккәл Е - йылдам

Һүҙлек эше (тәржемә итү)

мөләйем - милыи, обаятельный

игелекле - благодарный, добрый

намыҫлы - честный, добросовестный

йылғыр - ловкий, шустрый

шаян - шутливый

тоғро - преданный, верный

тәүәккәл - решительный

йылдам - ловкий, быстрый

(Үҙбаһа)

(компьютерҙа сығарыла)

  1. – Бөгөнгө дәрестә нимәләр тураһында һөйләштек? Нисек уйлайһығыҙ,

уҡыу мәсьәләһе сиселдеме?

  1. Ижади эш. Н.Нәжмигә арнап, шиғыр яҙып ҡарағыҙ.

.…………….

…………….шағир,

…………….

……………табыр.(компьютерҙа күрһәтелә)

-Афарин, уҡыусылар, булдыраһығыҙ.Уңышлы сыҡҡанын яҙып ҡуйыу.

Яҡташыбыҙ Назар ағай

Булған бик бөйөк шағир,

Уның яҙған шиғырҙары

Күңелдә урын табыр.

  1. Уҡытыусының йомғаҡлау һүҙе.

Рәсәйҙең М.Горький, Башҡортостандың С.Юлаев, Татарстандың

Г.Тукай исемендәге дәүләт бүләктәренә, республикабыҙҙың халыҡ шағиры исеменә лайыҡ булған яҡташыбыҙ 1999 йылдың 6 сентябрендә безҙең арабызҙан китте. Беҙ уны онотмайбыҙ һәм онотмаясаҡбыҙ, сөнки Н.Нәжми был донъянан эҙһеҙ китмәне. Сөнки уның үлемһеҙ әҫәрҙәре, бай ижады, һүнмәҫ йондоҙ булып, халыҡ күңелендә бик оҙаҡ балҡыясаҡ.

"Юҡҡа түгел" йыры менән дәресте тамамлау.(Йыр тыңлау)

  • Баһалар.

Өй эше: 1. шағирҙың үҙегеҙгә оҡшаған бер шиғырын ятларға;

2. бер шиғырын тикшереп (анализлап) килергә;

3. « Н.Нәжми-тыуған яҡ йырсыһы» темаһына инша яҙырға.






















Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы

Дүртөйлө районы муниципаль район мәғариф бүлеге











Н.Нәжмиҙең тормош һәм ижад юлы.

(5 клас өсөн әҙәбиәттән дәрес эшкәртмәһе)



Башҡарыусы:

Мәскәү урта дөйөм белем

биреү мәктәбенең

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Ғималетдинова Рәфиҙә Мөбәрәк ҡыҙы


















2013




















































Ғималетдинова Рәфиҙә Мөбәрәк ҡыҙы,

Дүртөйлө районы Мәскәү мәктәбе уҡытыусыһы



Паспорт 80 03 871043

Страховое св-во 096-450-633-89

Социальный номер 026005315431


Дом. адрес Дюртюлинский район

с. Москово

ул. Больничная, 1а





Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Прочее

Категория: Уроки

Целевая аудитория: 8 класс

Скачать
Назар Н?жми

Автор: Гималетдинова Рафида Мубараковна

Дата: 09.09.2016

Номер свидетельства: 343004


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства