kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Мостай К?римде? "?с та?ан" ???рен анализлау

Нажмите, чтобы узнать подробности

Ма?сат: ???р буйынса ал?ан белемд?р?е система?а килтере?, йом?а?лау. У?ыусылар?ы ?? аллы эшл?рг?, бер-бере?ене? фекер??рен ты?лай белерг?, сы?ыш я?ар?а ?йр?те?. Я?ыусыны? ижадына ?ы?ы??ыныу уятыу, т?би??тте ?а?лау, я?лау ??м ду?лы? т?рби?л??. У?ыусылар?ы? тел байлы?ын арттырыу, телм?рен ??тере?, ду?лы??а то?ро булыр?а ?йр?те?, проект эшен баш?арыр?а ?йр?те?.

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Мостай К?римде? "?с та?ан" ???рен анализлау »

Тема: Мостай Кәримдең “Өс таған” әҫәре буйынса йомғаҡлау дәресе.

Маҡсат:

  1. Әҫәр буйынса алған белемдәрҙе системаға килтереү, йомғаҡлау.

  2. Уҡыусыларҙы үҙ аллы эшләргә, бер-береһенең фекерҙәрен тыңлай белергә, сығыш яһарға өйрәтеү

  3. Яҙыусының ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу, тәбиғәтте һаҡлау, яҡлау һәм дуҫлыҡ тәрбиәләү.

  4. Уҡыусыларҙың тел байлығын арттырыу, телмәрен үҫтереү, дуҫлыҡҡа тоғро булырға өйрәтеү, проект эшен башҡарырға өйрәтеү.

Йыһазландырыу: компьютер, проектор, экран, слайдтар, презентация, логик мәғәнә моделе; яҙыусының әҫәрҙәренән, матбуғат баҫмаларынан күргәҙмә.

Дәрес барышы.

I. Ойоштороу. Психологик комфорт тыуҙырыу “Хәйерле көн”шиғыры.

II. Маҡсат.

III. Өй эшен тикшереү.

-Уҙған дәрестә, М.Кәримдең “Өс таған” повесын уҡығайныҡ. Өй эше итеп һәр уҡыусы бирем, эш төрө һайлағайны.

1-се уҡыусы викторина һорауы төҙөй,

2-се уҡыусы М.Кәримгә арнап синквейн төҙөй,

3-сө уҡыусы дуҫлыҡ тураһында мәҡәл йыя,

4-се уҡыусы“Минең дуҫтым” тигән темаға инша яҙа,

5-се уҡыусы “Ғабдуллаға хат”(эссе) яҙа,

6-сы уҡыусы кластер”Дуҫлыҡ” төҙөй,

7-се уҡыусы ребус төҙөй

8-се уҡыусы һүрәт төшөрә


IV. Белемдәрен тикшереү.

-Уҡыусылар, һеҙ М.Кәримдең биографияһын һәм ижад юлын өйрәндегеҙ, Л.М.М.-дә күрһәттегеҙ. Белемегеҙҙе тикшереү өсөн һеҙгә викторина һорауҙарын Имаев Эдуард тәҡдим итә.


Башланыҡ: һорауҙар.

  1. Мостай Кәрим ҡайҙа һәм ҡасан тыуған? (20.10.1919, Шишмә районы Келәш ауылы)

  2. Мәктәпте нисәнсе йылда тамамлай. (1935)

  3. БПИ (БГУ) ҙа ҡасан уҡый?(1937-1941)

  4. Госпиталдә нисә ай ята? (9 ай)

  5. 1938 йылда ниндәй китабы сыға?(“Отряд ҡуҙғалды”)

  6. Әсәһе ни исемле? (Вазифа)

  7. “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесында төп геройҙар кемдәр?(Йәмил, Оксана)



  1. “Өс таған” повесында ниндәй легендалар тураһында һүҙ бара?

(Ҡылыскүл, Ҡалҡанкүл, Кирәмәт башындағы күл)

  1. 4 дуҫтың исемдәре нисек? (Айҙар, Вәзир, Ғабдулла,Яҡуп)

  2. Башҡортостандың халыҡ шағиры исемен нисәнсе йылда бирәләр?(1963)

  3. Ниндәй жанрҙарҙа ижад итә?(поэзия, проза, драматургия)

Турнир тәмам.

Һәр кем үҙ белеменә баһа ҡуйһын. Кемдәрҙә ниндәй етешһеҙлектәр бар, төҙәтегеҙ.

Әҙәбиәт дәресе-ул хис – тойғолар дәресе. Яҙыусы ижадын беҙ ҡоро факттарға таянып йомғаҡланыҡ, ә хәҙер хистәр донъяһында күрһәтәйек.

“Яҙыусы” һүҙенән башлап Ғәләүетдинов Рамзэс синквейн төҙөгән.

Яҙыусы

Тынғыһыҙ, үлемһеҙ, билдәле

Өйрәтә, тәнҡитләй, тәрбиәләй,

Ул бөгөн дә беҙҙең арала.

Ил атаһы. (Донъя кендеге)

V. Яңы теманы ҡабул итергә әҙерләү.

-Әҫәрҙә кемдәр тураһында һүҙ бара?

  • Әҫәрҙә 4 малай Айҙар, Вәзир, Ғабдулла, Яҡуп тураһында һүҙ бара.

  • Улар ниндәй эш башҡаралар?

  • Улар тәбиғәтте һаҡлау, ҡомартҡыларҙы ҡурсалау буйынса эш алып баралар.

  • Эштәренең һөҙөмтәһе булырмы? Улар үҙ-ара дуҫмы? Дәрес аҙағында шуға яуап бирербеҙ.

VI.Яңы белемде үҙләштереү.

Эпик әҫәргә анализ схемаһын ҡабатлау.

  1. Әҫәрҙең яҙылыу тарихы.

  2. Исеменең мәғәнәһе

  3. Темаһы

  4. Проблемаһы

  5. Идеяһы

  6. Жанры

  7. Сюжет

  8. Композиция

  9. Образдар системаһы

  10. Стиль

  11. Тел

  12. Әҫәрҙең әһәмиәте





1.Яҙылыу ваҡыты: 1962 йыл.12-13йәшлек малайҙарҙың үҙенсә

мәшәҡәтле һәм ярым мажаралы тормоштары тасуирлана.Уның

ололар төшөнөп етмәҫтәй үҙ хәстәр һәм ауырлыҡтары,табыш һәм

юғалтыуҙары,шатлыҡ һәм хәсрәттәре, үҙ вайым һәм ғәмдәре бар.

2. Исеменең мәғәнәһе 3 терәү, 3 дуҫ,3таған

3. Темаһы: дуҫлыҡ, тәбиғәтте һаҡлау, әҙәп-әхлаҡ

4. Проблемаһы: тәбиғәтте һаҡлау, дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре, әҙәп-әхлаҡ.

5. Идеяһы (кәңәш бирә), матурлыҡты күрә белеү, намыҫлы йәшәргә өйрәтә, һәр төрлө ғәҙелһеҙлеккә, ғәмһеҙлеккә, тупаҫ наҙанлыҡҡа нәфрәт тәрбиәләй, дуҫлыҡҡа тоғролоҡ, кешелеклелек, тырышлыҡ, ғәҙеллек, дөрөҫлөк тәрбиәләй

4. Жанр: повесть

5. Сюжет: ауылда

6. Композиция:

1-се бүлек “Бөркөтлө”

2-се бүлек “Күкрәктауҙағы әңгәмә”

3-сө бүлек “Башлыҡ һайлау”

4-се бүлек “Вәзирҙең беренсе һәләкәте”

5-се бүлек “Өсөнсө терәү”

6-сы бүлек “Ҡаптыңмы,балыҡ ҡарағы!”

7-се бүлек “Үгеҙ менән алышыу”

8-се бүлек “Хат”

9-сы бүлек “Юл”


7. Образдар. Төп геройҙар

Айҙар

Вәзир

Ғабдулла

Яҡуп

-Берҙән-бер ерән сәсле, һипкелле малай,

-“Ҡыр кәзәһе” тигән ҡушаматы бар,

-Шәп йүгерә,

-Тал сыбығынан мурҙа үрә,

-Моңло йырлай,

-Вәғәзәһен үтәй,

-12 йәш -киң күңелле -тарих менән ҡыҙыҡһына

-Йәмшлек танаулы,

-Табаҡ битле, йыуан,

-Ике бит алмаһы гел ҡыҙарып янып тора,

-Күҙен сылт-сылт йома,

-Рогатканан мәргән ата,

-Кулы тәк тормай,

урлашырға ярата,

-Иптәштәрен перәник менән һыйларға була.

-Мурҙаға йәшереп кенә балыҡ һала,

-яҙыуы матур,

-һыйлау йолаһын белә -батыр,ҡурҡаҡ түгел

-Ыҫмала төҫлө, ҡара ҡуйы сәсле

-Ҡылыс танаулы

-Сандыр малай

-Көслө,шәп көрәшә

-башлыҡ итеп һайлана,

-Гөлнурҙы үгеҙ һөҙөүҙән ҡотҡара, ләкин үҙен һөҙә

-2 ҡабырғаһы , һул ҡулы һына, -Киң күңелле,

-Иң йыуаш тыңлаусан малай,

-Йөкләткән эште эшләй

-Иптәштәренә һүҙ тейҙермәй.

-Хатты еренә еткереп уҡый, -һаҡсыл, -“Өлгө Яҡуп” тигән ҡушаматы бар,

-мәргән атырға ағасбашына үрмәләргә, ҡаянан ҡаяға һикерергә, һыуҙа йөҙөргә, ишкәк ишергә өйрәнә


10.Стиль: Матур әҙәбиәт стиле,әкиәт,хикәйәт, легенда.

Йәнле һөйләү стиле,

Хаттар стиле, Эссе,(Ғабдуллаға хатты Сәмиғуллин Илгиҙ яҙған)

Публицистик стиль(Инша “Минең дуҫтарым” Хәмиҙуллин Ильяс уҡый)

11.Тел.Һүрәтләү саралары.

1.Сағыштырыу(боҙ кеүек һалҡын,Шәрифулла төрөпкәһенән сыҡҡан төтөн саҡлы гына, ыҫмала төҫлө ҡара, йәйәнән ысҡынған уҡ шикелле,яртылаш сәсе алынған малай башына оҡшаған)

2.Тасуирлау(Бөркөтлөнө,Күлдәрҙе)

3Йәнләндереү(тауҙар гөрләп тора, күк сите алыҫҡа күсеп китә, байыр яҡҡа тәгәрәгән ҡояш)



4. Эпитет (серле тауыш, сей наҙан, хәтәр юл, уйсан күҙҙәр)

5.Әйтем, мәҡәл, нығынған һүҙбәйләнеш, фразеологик берәмектәр (тура эште кәкре ҡул менән эшләмәйҙәр, баш һау булһа, мал табылыр, унған аттың тире сыҡҡансы, ялҡау аттың йәне сығыр, атаһыҙ бала – йүгәнһеҙ ат, мөрйәнән сыҡҡан төтөн донъяны йылытмаған кеүек, ата даны ла баланы биҙәмәй, ҡаты башлы малайҙар, биш бармағы кеүек белә, ауыҙында һүҙ тормай.

-Ибраһимова Элина дуҫлыҡ,тоғролоҡ тураһында мәҡәлдәр әйтә.

-Шакирова Айһылыу һүрәттәр эшләгән, шулар буйынса һөйләй.

-Уҡыусылар,дәрес башында бирелгән һорауға яуап бирәйек әле.

Эштәренең һөҙөмтәһе булырмы?

Улар үҙ-ара дуҫмы?

-Уҡыусылар ыңғай яуап бирә.Яуап ”Алда Кирәмәт” бүлегендә .

12.Әҫәрҙең әһәмиәте.

-Әҫәр ни өсөн “Өс таған” тип атала?

-Өс дуҫ башлаған эште дүртәү тамамлап ҡуя.

- Балалар үҙ-ара дуҫ,татыу йәшәһендәр. Балалар ғына түгел,өлкән-

дәр ҙә үҙ-ара дуҫ булырға тейеш.

-Әҙәп,әхлаҡ проблемалары малайҙарҙың дуҫлыҡ,ғәҙеллеккә мөнә-

сәбәте аша асыла.

-Малайҙарҙың образдары аша бөтә балаларға дуҫлыҡтың

ҡәҙерен белергә, алдашмаҫҡа, ғәҙел булырға өйрәтә.

-Ысын дуҫлаҡ ауырлыҡтарҙы еңергә көс бирә,йәшәүгә йәм өҫтәй.

-Әйе, уҡыусылар. Повеста һуғыштан һуңғы шаҡтай ауыр тормош шарттары,ҡыҫынҡы көнкүреш, һуғыш килтергән ҡорбан-етемлектәр күренеп тороуға ҡарамаҫтан, балаларҙың фантазияға, сәмле ынтылыштарға бай донъяһы әҫәрҙе романтик рух менән һуғара.

-Дуҫлыҡ тураһында тағы ниндәй әҫәрҙәр уҡығанығыҙ бар?

VII. Дәресте йомғаҡлау.

-Мәннәпова Эльвина Мостай Кәрим “Өс таған” тигән кроссворд төҙөгән. Шуны сисеү.

-Ысын дуҫлыҡты һеҙ нисек аңлайһығыҙ?

-Сираева Ильвена КЛАСТЕР төҙөгән.

-Уҡыусылар,2014 йылдың 20 октябрендә Мостай Кәримдең тыуыуына 95 йыл була. Ошо юбилейға бағышлап проект эше- альбом эшләйек.Бөгөнгө дәрескә алып килгән материалдарҙы ошо альбомға урынлаштырайыҡ. Тағы ла тапҡан материалдарҙы өҫтәп, тулыландыра барырбыҙ.

-“Дуҫлыҡ” тураһында йырҙар ижад итәләр.

Ниндәй йырҙар беләһегеҙ?

Дәресте йыр менән тамамлайыҡ.

VIII.Баһалау.

IX.Өй эше биреү.



























БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҒАРИФ МИНИСТРЛЫҒЫ БАҠАЛЫ РАЙОНЫ МӘҒАРИФ БҮЛЕГЕ

МИНИСТЕРСТВО ОБРАЗОВАНИЯ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН ОТДЕЛ ОБРАЗОВАНИЯ БАКАЛИНСКОГО РАЙОНА





Мостай Кәримдең “Өс таған” әҫәре буйынса

йомғаҡлау дәресе

(проект өҫтөндә эш)


Обобщающий урок по теме

Мустая Карима “Таганок”

(проектная работа)






Баҡалы районы Иҫке Ҡорос

урта дөйөм белем биреү мәктәбенең




башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Сәләхова Нурия Фәнәүис ҡыҙы


Салахова Нурия Фанауисовна

учительница башкирского языка и

литературы

МОБУ СОШ с.Старокуручево

Бакалинского района








2014 йыл апрель


Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Прочее

Категория: Уроки

Целевая аудитория: 5 класс.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
Мостай К?римде? "?с та?ан" ???рен анализлау

Автор: Салахова Нурия Фанауисовна

Дата: 23.01.2015

Номер свидетельства: 160302


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства