kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Методическая разработка урока по башкирскому языку "День рождения моего друга. Повелительное наклонение глагола"

Нажмите, чтобы узнать подробности

Авторская разработка. Можно использовать для проведения открытых занятий в СПО.

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Методическая разработка урока по башкирскому языку "День рождения моего друга. Повелительное наклонение глагола"»

Министерство образования и науки Республики Башкортостан

Государственное автономное профессиональное образовательное учреждение

Кумертауский горный колледж








«Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булараҡ

башҡорт теле» дисциплинаһы буйынса

«Дуҫымдың тыуған көнө. Ҡылымдың бойороҡ һөйкәлеше»

темаһына асыҡ дәрестең методик эшкәртмәһе







Выполнила:

преподаватель башкирского

языка и литературы

Исхаҡова Г.Г.





Кумертау – 2020

АННОТАЦИЯ

Методическая разработка учебного занятия по теме «День рождения моего друга. Повелительное наклонение глагола» - комбинированный урок, изучаемый по дисциплине «Башкирский язык как государственный язык РБ». Методическая разработка представляет интерес для преподавателей и студентов, изучающих данный предмет. Для преподавателей презентован материал по данной теме в полном объёме (содержание урока, дидактический материал, презентация). Практическая работа студентов организована на пяти индивидуальных и групповых заданиях, которые дают возможность преподавателю проконтролировать в полной мере степень усвоения полученных на уроке теоретических знаний и практических умений. Для достижения поставленных целей и задач используются педагогические технологии: критического мышления, проблемного обучения, диалогового взаимодействия.

Цели урока направлены на:

Образовательная: повторение темы «Повелительное наклонение глагола в башкирском языке», использование данных знаний на практике, обобщение знаний студентов о дне рождении и употребление полученной информации в разговорной речи.

Развивающая: развитие связанной разговорной речи и умения студентов использовать изученный материал на практике.

Воспитательная: укрепление дружеских отношений, воспитание интереса к традициям и праздникам своего народа.

В начале занятия, для создания благоприятной обстановки, студенты вместе с преподавателем повторяют выражения приветствий и благопожеланий, присущие этикету башкир. Они же относятся и к приветствию присутствующих на занятии. Темы и задачи урока определяется студентами. Изучаются новые слова по теме урока и применяются в разговорной речи. Коммуникативные функции урока определены: фронтальный опрос, написание пригласительной открытки, умение взаимодействовать друг с другом. Как метод обучения и форма контроля проводится работа на индивидуальных карточках, на которых студенты оценивают свою работу.

Используются методы стимулирования учебно-познавательной деятельности: создание ситуации занимательности, иллюстрационные материалы, оперативный контроль.

На уроке проводится физминутка. Она способствует снятию утомления и повышают работоспособность студентов.

Наглядное и содержательное оформление слайдов дает возможность заинтересовать студентов в работе на занятии, активизировать процесс обучения, а так же создает условия для творческой самореализации личности, развития познавательных способностей и коммуникативных умений, развитие нравственного потенциала.

С практической точки зрения рефлексия урока проходит с применением метода критического мышления «Синквейн», что дает возможность личностного роста студента, приобщает к духовному опыту человечества, развивает его ум, индивидуальность. В заключении занятия работа студентов была оценена преподавателям, а работа преподавателя –студентами в форме «смайликов».

Использование современных технологий при изучении темы «День рождения моего друга. Повелительное наклонение глагола» на сегодняшний день важно в связи с тем, что общество испытывает необходимость в людях, которые способны быстро адаптироваться к любым обстоятельствам, способны решать проблемы, принимать решения, критично мыслить, эффективно обмениваться идеями, работать в группе и индивидуально. Необходимость проведения урока по данной теме заключается в том, что в современном образовательном процессе актуальным является вопрос не только о передачи знаний от педагога к учащемуся, но и о воспитании мотивированной, инициативной личности учащегося, ориентированной на успех и карьеру, на построение и реализацию продуктивных сценариев своего жизненного и профессионального пути. В настоящее время студенту нужно передавать не столько готовую информацию, сколько методы ее получения, осмысления и применения, в результате чего он овладевает методами извлечения знаний, необходимые ему для дальнейшего развития.


Автор разработки: преподаватель башкирского и иностранного языка ГАПОУ КГК Кумертауский горный колледж – Исхакова Гульназ Галеевна.















ЙӨКМӘТКЕҺЕ


I. Ойоштороу моменты. Психологик комфорт тыуҙырыу (3 мин)

II. Уҡыу ситуацияһын ҡуйыу (10 мин)

III. Уҡыу ситуацияһының сиселеше (40 мин)

IV. Ял минуты (2 мин)

V. Әңгәмә (фронталь һорау алыу) (10 мин)

VI. Белемде нығытыу (5 мин)

VII. Дәресте йомғаҡлау. Рефлексия (10 мин)






















Тема: Дуҫымдың тыуған көнө. Ҡылымдың бойороҡ һөйкәлеше.

Маҡсат:

-белем биреү: ҡылымдың бойороҡ һөйкәлеше темаһын ҡабатлау, уларҙы ғәмәлдә ҡулланыу, спорт тураһында уҡыусыларҙың белемен арттырыу;

-үҫтереүсе: бәйләнешле телмәр үҫтереү, өйрәнгән һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланырға күнектереү;

-тәрбиәүи: сәләмәтлегеңде нығытыу өсөн спорт менән шөғөлләнергә әйҙәү.

Көтөлгән һөҙөмтәләр.

Предмет УУЭ һөҙөмтәләре: тема буйынса яңы һүҙҙәр өйрәнеү, уларҙы бәйләнешле телмәрҙә ҡулланыу.

Метапредмет (предмет-ара) УУЭ һөҙөмтәләре:

- регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү, булған белемдәрен барлау, баһалау;

- танып белеү: спорт тураһында белемде дөйөмләштереү, мәғлүмәтте телмәрҙә ҡулланыу;

- коммуникатив: үҙ-ара аралашыу, темаға ҡарата бәйләнешле текст төҙөү, төркөмдә хеҙмәттәшлек итә белеү;

- шәхси: үҙаллылыҡ сифаттарын үҫтереү, үҙ-ара йылы мәнәсәбәттә булыу, аралаша белеү.

Йыһазландырыу:

ноутбук, проектор, презентация, һүҙлектәр, карточкалар

Дәрес барышы:

  1. Ойоштороу моменты. Психологик комфорт тыуҙырыу.

- Һаумыһығыҙ, хөрмәтле студенттар! Әйҙәгеҙ әле ҡул сабып күрешәйек. Ултырығыҙ. Кем бөгөн дежур? Кемдәр дәрестә юҡ?

(дежур студент яуап бирә)

- Таҡтаға күҙ һалайыҡ (слайд 2). Уҡыйыҡ. Был ниндәй һүҙҙәр (сәләмләү, матур теләктәр теләү һүҙҙәре). Беҙ уларҙы юҡҡа иҫкә төшөрмәнек. Башҡорттар элек-электән бер-береһенә ихтирам менән өндәшкән, матур теләктәр әйткән. Ҡәҙерле студенттар, беҙ ҙә, бер-беребеҙҙе сәләмләп, яҡшы теләктәр теләп, дәресте үткәрәйек.

-Иң башта тел шымартып алайыҡ (слайд № 3)

Ҡыңғырау шылтыраны,

Беҙ ултырҙыҡ дәрескә,

Китап-дәфтәрҙәр әҙер,

Тотонайыҡ беҙ эшкә.

II. Уҡыу ситуацияһы ҡуйыу (слайд № 3)

-Уҡыусылар, әйҙәгеҙ әле иғтибар менән һүрәттәргә ҡарайыҡ (слайд 4). Был һүрәттәргә ҡарап һеҙ нимә әйтә алаһығыҙ? (байрам, тәмле ризыҡтар, шарҙар, уйынсыҡтар). Ниндәй байрамды сағылдырған һүрәттәр?

Тимәк беҙ бөгөн нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ? (Тыуған көн тураһында).

-Эйе, тыуған көн тураһында һөйләшәсәкбеҙ. Шулай уҡ предметтың эш-хәрәкәтен белдергән һүҙҙәрҙе лә иҫкә төшөрөп китәсәкбеҙ.

Таҡтаға бөгөнгө датаны һәм теманы яҙып ҡуяйыҡ.

- Дәфтәрегеҙҙе асығыҙ. Бөгөнгө датаны яҙығыҙ. Бөгөн нисәһе? Аҙнаның ниндәй көнө? (Дуҫымдың тыуған көнө. Ҡылымдың бойороҡ һөйкәлеше) (слайд 5).

(дәфтәргә датаны һәм теманы яҙыу)

-Уҡыусылар, ә һеҙ үҙегеҙ тыуған көн тураһында нимә беләһегеҙ? Был байрамды ҡасан байрам итә башлағандар?

Белмәһәгеҙ, тыңлағыҙ әле:

III.Уҡыу ситуацияһының сиселеше.

(Слайд 6) Тыуған көн - ул беҙҙең һәр кемебеҙҙең яратҡан байрамы, сөнки был көндө беҙгә бүләктәр бирәләр. Ә бына был байрамды билдәләү бик боронғо ышаныуҙарға барып тоташа икән. Элегерәк кешеләр тыуған көн көндө уҫал көстәр (злые духи) килә, зыян (вред) килтерәләр, кешеләрҙең күңелдәрен урлап ҡаса (душу крадёт) икән тип уйлағандар. Шуға күрә лә, тыуған көнө булған кешене уратып алғандар, матур теләктәрен әйткәндәр, бүләктәр биргәндәр.

Тарихтан билдәле булыуынса, тыуған көндәрҙе иң тәүҙә Мысырҙа (Египетта) билдәләгәндәр икән.

Шулай ҙа был ябай кешеләргә түгел, ә фараондар, байҙарға ғына һәм ир-аттарға ғына рөхсәт ителгән булған. Шуныһы ҡыҙыҡ, улар ҡыҙҙарҙың тыуған көндәрен хатта яҙып та тормағандар.Ләкин ваҡыт үтеү менән ҡатын- ҡыҙҙар ҙа байрам итеү хоҡуғын алған. Беренселәрҙән булып,беҙҙең эраға тиклем 2-се быуатта йәшәгән Клеопатра исемле батшабикә булған. (слайд 7)

Тыуған көндө бик ҡыҙыҡ итеп үткәргән илдәр ҙә бар: Латин Америкаһында ҡыҙ кешенең 15 йәшен билдәләп, уға бейек үксәле түфлиҙәр кейергә рөхсәт бирәләр.

- Уҡыусылар, ә ни өсөн ҡолаҡтарҙы тарталар икән кем белә? (слайд 8) Элегерәк уҫал көстәр ҡурҡып ҡасһын өсөн тартҡандар, сөнки кеше ауыртыуҙан ҡысҡырған. Ә бына Испанияла тыуған көнөн билдәләгән кешенең маңлайына сиртәләр, Канада ла уңышһыҙлыҡтар шыуып төшһөн өсөн танау осона май буяйҙар.

(слайд 9) Уҡыусылар, кешеләрҙең генә түгел Ерҙең дә тыуған көнө бар. 22 апрель- бөтөн донъя Ер көнө тип билдәләнгән, был 1971 йылда Берләшкән  Милләттәр Ойошмаһы (ООН) тарафынан индерелгән.

- Уҡыусылар, бер байрам да матур һүҙҙәрҙән башҡа үтмәй. Ҡунаҡҡа саҡырыу өсөн дә матур, күңелгә ятышлы һүҙҙәрҙе белергә кәрәк. Ошо хаҡта ниндәй һүҙҙәр әйтер инегеҙ?

(Уҡыусыларҙың яуаптары:

  • Һаумы;

  • хәйерле көн;

  • ҡунаҡҡа саҡырам;

  • ысын күңелдән;

  • зинһар кил;

  • үтенеп һорайым;

  • бик шат булыр инем;

  • һуңға ҡалма;

  • ҙур рәхмәт һ.б.)

Был һүҙҙәр - ҙур көскә эйә һүҙҙәр. Изге һүҙҙәр, ҡәҙерле һүҙҙәр. Әйтергә тейеш уларҙы әҙәп белгән һәр кеше.

Хәҙер уларҙы тағы бер тапҡыр таҡтала ҡарап, ҡабатлап үтәйек (слайд 10).

Тыуған көнгә ниндәй юлдар менән саҡырып була? (Интернет аша, смс хәбәр, телефон аша).

Һеҙҙең менән ҡунаҡҡа саҡырышып алайыҡ. (Телефондан ике уҡыусы һөйләшә, диалог төҙөү).

Саҡырыу ҡағыҙы яҙыу (cлайд 11).

Ҡунаҡҡа саҡырыуҙың тағы ла бер ысулы - ул саҡырыу ҡағыҙы яҙыу. (Приглашение). Студенттар, таҡтала саҡырыу ҡағыҙы өлгөһө бирелгән, һеҙ шуны ҡулланып үҙегеҙҙең дуҫығыҙға тәғәйенләнгән саҡырыу ҡағыҙын яҙып ҡарағыҙ әле. (уҡыусылар яҙалар).

Бик яҡшы. Кем үҙенең саҡырыу ҡағыҙын уҡып ишеттерә? (Уҡыусыларҙан уҡытыу).

-Арып киткәнһегеҙ ахыры. Әйҙәгеҙ ял итеп алайыҡ.

IV. Ял минуты (слайд 12).

Ҡулдарҙы күтәрҙек,

Асҡа төшөрҙөк,

Ҡулдарҙы йәйҙек,

“Ҡайсы” эшләнек.

ТыпЫр-тыпЫрланыҡ.

Парта артына ултырҙыҡ.

Китап менән эш.

-Китаптың 72-се битен астыҡ. Тексты күҙ йүгертеп ҡарап сығығыҙ. Артабан тексты бергәләп уҡыйбыҙ (һәр студент сылбыр буйынса уҡый). Нимә аңланығыҙ? Текста тыуған көнгә ҡағылышлы ниндәй һүҙҙәр бар? (Уҡыусылар яуаптары: тыуған көн, ҡунаҡтар, ҡотлау, дуҫ, дуҫтар, класташ ҡыҙҙар, класташ малайҙар, атай-әсәй, туғандар,олатай, өләсәй).

(слайд 13). Һүҙҙәрҙе тағы ла бергәләп уҡыйыҡ.

-Ә хәҙер һүҙлек диктант яҙабыҙ. Кем таҡтағаға сыға? Ә ҡалғандар урындарығыҙҙа яҙып ултырығыҙ.

Ултыр, бар, йүгер, сыҡ, ҡотла, барып кил, ҡайтып ет, һатып ал, ятып тор, шылтыратып ал.

(һүҙҙәрҙе яҙыу)

-Әйҙәгеҙ тикшерәбеҙ (слайд № 14)

(тикшереү)

-Ярай, яҡшы!

V.Әңгәмә (фронталь һорау алыу)

-Уҡыусылар, һүҙлек диктантта ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡараған һүҙҙәрҙе осраттығыҙ? (ҡылым)

-Нимә ул ҡылым? (предметтың эш-хәрәкәтен белдерә)

-Ниндәй һорауға яуап бирә? (ни эшләй?)

-Ниндәй һөләм киҫәге булып йөрөй?(хәбәр)

-Ә хәҙер ҡылымдың категорияларына күсәбеҙ. Ҡылымдың ниндәй категорияларын беләһегеҙ? (зат, һан һәм заман) (слайд 15).

-Беҙ һеҙҙең менән ҡылымдың төп категорияларын билдәләнек. Ниндәй категорияны әйтмәнек? (һөйкәлеш). (слайд 16). Рус телендә ниндәй һөйкәлеш юҡ? (теләк һөйкәлеше).

-Таҡтаға яҙған һүҙҙәр ниндәй һөйкәлешкә ҡарай? (бойороҡ). Ни өсөн? Был һөйкәлеш нимә белдерә? (Эште эшләр өсөн кемгәлер бойора, ҡуша, русса – велит, просит). (Студенттар менән әңгәмә).

-Уҡыусылар, хәҙер ошо һүҙҙәр менән кем һөйләп уйлап әйтә һәм таҡтаға сығып яҙа? (cлайд 17). (Таҡтала яҙыу).

-Ярай, бик яҡшы!


-Тыуған көн байрамы тураһында һөйләшеүҙе дауам итәбеҙ.

Ҡунаҡтарҙы һыйларға өҫтәлгә ниндәй ризыҡтар ҡуялар? (слайд 18)

Хәҙер меню яҙып ҡарайыҡ. Унда нимә индерер инегеҙ? (йәшелсә, емеш-еләк, салаттар, ит, балыҡ, тәмлекәстәр, һый, һуттар, торт һ.б.). (Таҡтала яҙыу).

-Афарин, ҡуйылған мәсьәләне булдырҙыҡ.

VI. Белемде нығытыу.

-Студенттар, хәҙер әйҙәгеҙ үҙебеҙҙе тикшереп ҡарайыҡ әле (карточкалар буйынса эшләү).

1.Бөгөн дуҫымдың ______________________.

2.Айгөл Илназды байрамға _______________.

3.Айгөл өйҙө __________________________.

4.Өҫтәлебеҙ тулы _______________________.

(саҡыр, тыуған көнө, һый, йыйыштыр).

Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдарының аҫтына һыҙ.

Эштәрегеҙҙе алмашынығыҙ.

-Артабан эшебеҙҙе тикшерәбеҙ (слайд №19)

Хатаһыҙ - “5”

1 хата - “4”

2 хата – “3”

3 хата – “2”

-Иптәшегеҙгә баһа ҡуйыгыҙ.

VII. Дәресте йомғаҡлау. Рефлексия.

-Шулай итеп, бөгөн дәрестә нимә белдегеҙ? Нимәгә өйрәндегеҙ? (Студенттарҙың яуаптары: Тыуған көн байрамы тураһында күберәк белдек. Ҡайҙа, нисек байрам иткәндәре тураһында ишеттек. Эш-хәрәкәтте белдергән бойороҡ һүҙҙәрен өйрәндек).

-Хөрмәтле студенттар, әйҙәгеҙ һеҙҙең менән синквейн методы буйынса йомғаҡ яһайыҡ. (слайд 20). Синквейн 5 строфанан тора: 1. тема; 2. ике сифат; 3. өс ҡылым; 4. афоризм, цитата (темаға мөнәсәбәт); 5. һүҙ-һығымта.

Тикшерәйек (слайд 21).

Тыуған көн

Күңелле, матур

Яратам, бүләк итәм, барам

Байрам

Тыуған көн – күңелле байрам

-Ҡәҙерле студенттар, дәрес оҡшанымы? Алдарығыҙҙа түңәрәк ҡағыҙҙа ята. Әгәр ҙә оҡшаһа – йылмайған смайлик күрһәтегеҙ. Материалды бик аңламаным – йылмаймаған смайлик.

-Карточкаларҙы дәфтәрҙәрегеҙ эсенә һалып йыйып бирегеҙ.

Дәрес тамам, бөтәгеҙгә лә ҙур рахмат, һау булығыҙ! (слайд 22).



Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Прочее

Категория: Уроки

Целевая аудитория: Прочее.
Урок соответствует ФГОС

Автор: Гульназ Галеевна Исхакова

Дата: 04.11.2022

Номер свидетельства: 616678


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства