kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Галимов Салям сын и лидер своего времени

Нажмите, чтобы узнать подробности

Бала?атай районы

Л???ле ауылыны? т?п д?й?м белем бире? м?кт?бе

 Хизбуллина Ми?лег?л М?х?м?тй?н ?ы?ы.

Тема. ??лимов С?л?м  ?? заманыны? улы ??м лидеры. ( Д?рес йом?а?лау)

Ма?сат: 1.??лимов С?л?м ижадына, тормош юлына тулы бай?ау я?ау. 2.У?ыусылар?ы? ??йл?? телм?рен ??м фекрл??ен ??тере?. 3.Ар?а?лы ш?хест?ребе?г? ихтирам той?о?о т?рби?л??.

 Йы?азландырыу: ша?ир?ы? китаптар к?рг??м??е, электрон д?реслек, фоноя?ма, проектор.

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Галимов Салям сын и лидер своего времени»



Балаҡатай районы

Ләүәле ауылының төп дөйөм белем биреү мәктәбе

Хизбуллина Миңлегөл Мөхәмәтйән ҡыҙы.



Тема. Ғәлимов Сәләм үҙ заманының улы һәм лидеры. ( Дәрес йомғаҡлау)


Маҡсат: 1.Ғәлимов Сәләм ижадына, тормош юлына тулы байҡау яһау. 2.Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен һәм фекрләүен үҫтереү. 3.Арҙаҡлы шәхестәребеҙгә ихтирам тойғоһо тәрбиәләү.


Йыһазландырыу: шағирҙың китаптар күргәҙмәһе, электрон дәреслек, фонояҙма, проектор.


Беренсе слайд. Шағирҙың портреты, йәшәү йылдары.


Дәрес барышы

Әкрен генә музыка ағыла.


Уҡытыусы. Хәйерле көн, ҡәҙерле уҡыусылар. Башҡорт шиғриәтендә һоҡландырғыс шәхестәр бик күп. Мәҫәлән, Шәйехзада Бабич, Мәжит Ғафури, Мостай Кәрим һәм башҡалар, һәм башҡалар. Улар араһында башҡорт шиғриәтенең һүнмәҫ йондоҙо, талантлы шағир Ғәлимов Сәләмдең тормошо һоҡланғыс та, аяныслы ла…Һоҡланғыс – матур, мәңгелек әҫәрҙәре менән, ә аяныслы – үтә лә ҡыҫҡа ғүмере менән.

Ғәлимов Сәләм бар булмышы менән ал -ял белмәй заманға, халыҡҡа, илгә хеҙмәт иткән кеше. Был хәкикәтте беҙ уның әҫәрҙәре аша беләбеҙ.

Әйтегеҙ әле, ҡәҙерле уҡыусылар, әлегә тиклем Ғәлимов Сәләмдең ижадын ниндәй йүнәлештә өйрәндек?


Яуаптар: - тормошон

- шиғырҙарын

- поэмаларын

- ши1ри9тенд9ге тематика8ын

- исемен м94гел9штереле7ен


Уҡытыусы Дөрөҫ. Рәхмәт. Ә бөгөн Ғәлимов Сәләмдең тормош юлын, ижадын ҡабаттан байҡап сығырбыҙ, уның исемен илебеҙҙең ҡоролошона бәйләп, Башҡортостаныбыҙҙы данлаусы шағир, үҙ заманының улы һәм лидеры икәнен иҫбатларбыҙ.


Уҡыусылар теманы яҙалар, эпиграф проекторҙа сыға һәм ҡысҡырып уҡыла.


Икенсе слайд

«…Ғәлимов Сәләм был донъянан үтә иртә, үтә ашығып китте. Әммә уның әҫәрҙәре ғүмерле булып сыҡты. Улар ал - ял белмәй заманға, халыҡҡа, илгә хеҙмәт итә… Ул ни бары ун ғына йыл ижад итеп ҡалды. Ә әҫәрҙәре инде, ярты быуаттан ашыу араны үтеп, алдағы көндәргә юл тота. Бының сере шунда: шағирҙың ҙур таланты йылдар аша ҡарай һәм күрә белгән кеше». Мостай Кәрим


Уҡытыусы. Эйе, дөрөҫ әйткән Мостай Кәрим. Ошо оло һүҙҙәрҙе бөгөн дәрестә иҫбатлаясаҡбыҙ. Эш барышында ниндәй сығанаҡтар менән эшләйәсәкбеҙ?


Яуаптар: Ким Әхмәтйәнов.Мәктәп.Батырлыҡ.Шиғриәт.”Сәләмдең әләме һәм ҡәләме” Өфө -1982

Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Өфө -1988.б. 308-310

Башҡортостандың ҡыҫҡаса инциклопедияһы.Өфө -1997

Мостай Кәрим “Ғүмер миҙгелдәре” китабы.

Анур Вахитов. Г.Салям “Очерки истории башкирской советской литературы”

Ким Әхмәтйәнов. Ғ.Сәләм - прозаик һәм публицист.”(Әҙәби Башҡортостан” 1959, №6

Шулай итеп, эшебеҙҙе башлайбыҙ. Төркөмдәргә бүленәбеҙ: биографтар, тарихсылар, әҙәбиәтселәр.


Тарихсы таҡтаға 1911 йылды яҙа

Биограф.

Сәләм Ғәлимов 1911 йылда хәҙерге Силәбе өлкәһенең Сосновка (элеккеҠоншаҡ) районының Тәгеш ауылында тыуа. Ете йәше тулғас, Сәләмде ауылдарындағы башланғыс мәктәпкә уҡырға бирәләр. Ул бик тырышып уҡый.


Өсөнсө слайд. Тыуған районы һәм ауылы.



Икенсе биограф. Сәләмгә ун йәш тулыр - тулмаҫтан атаһы үлеп китә. Ике туғаны менән Сәләм әсәһе тәрбиәһендә тороп ҡала. Крәҫтиән тормошоноң күп мәшәҡәте, көндәлек ауырлығы буласаҡ шағир өҫтөнә төшһә лә, ул уҡыуын ташламай.


Тарихсы таҡтаға 1924 йылды ҡуя.


Биограф. Ошо йылда Сәләм Һары ауылының беренсе баҫҡыс мәктәбен тамамлай һәм Арғаяш урта мәктәбенә килә. Ә бер йылдан һуң Губернский ауылы мәктәбенә күсә.


Тарихсы. Шағирҙың ике туған ағаһы Лоҡман Ғәлимов бына нимә тип хәтерләй: “Арғаяшта ла, Губернскийҙа ла Сәләм яҡшы уҡыны, уның өсөн дәрес әҙерләргә күп ваҡыт кәрәкмәй ине. Өйгә эштәрҙе тиҙ генә тамамлай ҙа гәзит, журнал, китап уҡырға тотона ине. Мин ул саҡта мәктәп стена гәзитенең мөхәррире инем. Сәләм - иң  әүҙем хәбәрсе. Һәр көн һайын уның шиғырҙарын, ваҡ хикәйәләрен сығарабыҙ... Шиғырҙары, хикәйәләре шул йылдарҙа уҡ инде Сәләмгә ҙур өмөт менән ҡарарға мәжүр итәләр ине...”


Тарихсы таҡтаға 1928 йылды ҡуя.


Тарихсы. Ошо йылдарҙа илдә комсомол ячейкалары бик әүҙем эшләй башлай. Тырыш, эшсән, ғәҙел йәштәрҙе комсомолға алыу, партияға хеҙмәт итеү төшөнсәләре бик киң йәйелдерелә. Шулай уҡ, колхоздарға коллективизация эштәре ҡолас йәйә.


Биограф. “Кемдең арбаһына ултырһаң, шуның йырын йырлайһың”, ти башҡорт мәҡәле.

1930 йылда Сәләм комсомол ячейкаһының секретары булып эшләй башлай.


Әҙәбитсе. Ошо уҡ йылдарҙа Өфөлә сыға торған “Башҡортостан” гәзитендә Ғ. Сәләмдең колхоз ауылының үҙәк проблемалары тураһында мәҡәләләре һәм шиғырҙары баҫылып сыға.


Тарихсы таҡтаға 1929 -1930 йылдарҙы ҡуя.


Уҡытыусы.

Ошо йылдарҙа “Башҡортостан” гәзите башҡорт телендә көндәлек гәзитенә әйләнә. Тик башҡорт телендә генә 1924 йылдан бирле сыға башлай. Был гәзиткә 1917 йылда Ырымбурҙа “Башҡорт иттифаты” исемлеге менән нигеҙ һалынған була. Ә 1919 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Башҡортостан хәбәрҙәре” тигән исем аҫтында нәшер ителә. 1951 йылда “Совет Башҡортостаны” тип үҙгәртелә.

Шулай итеп, ҡәҙерле уҡыусылар, әүҙем хәбәрсе, ялҡынлы йәш шағир Ғ.Сәләмде “Башҡортостан” гәзите редакцияһына эшкә саҡырып алалар.


Тарихсы таҡтаға 1932 йылды ҡуя.


Әҙәбиәтсе. Ошо йылда шағирҙың “Тревога” исемле тәүге шиғри йыйынтығы донъя күрә. Ул үҙен эшсән, ныҡышмалы һәм үтә тырыш, ирешелгән менән ҡәнәғәт була белмәүсе, һәр ваҡыт яңы ижади асыштар яһаусы, әҙәби эшкә ҙур яуап һәм талап менән килеүсе шағир итеп таныта.


Тарихсы 1933 йылды ҡуя. Илдә уҡытыусылар етешмәй, кадрҙар әҙерләү мәсьәләһе килеп тыуа.


Биограф. 1933 йылда Ғ.Сәләм Башҡорт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетына уҡырға инә.


Әҙәбиәтсе. Бында уның талантын үҫтереү өсөн киң юл асыла. Ул халыҡтың ауыҙ - тел ижадын, рус классик әҙәбиәтен ныҡлап өйрәнә.


Икенсе әҙәбиәтсе. Был хәл уның ижадының әүҙемләшеүенә, ҡәләменең үткерләнеүенә көслө йоғонто яһай.


Өсөнсө әҙәбиәтсе. Ошо уҡ йылдарҙа “Республика иртәһе” тигән шиғырында Ғ.Сәләм Башҡортостандың тынғыһыҙ күп тармаҡлы һәм емешле эшмәкәрлеген уның бер аяҙ иртәһен һүрәтләү аша тасуирлай.


Беренсе әҙәбиәтсе. Ғ.Сәләм республиканың индустрияһы үҫеүен һүрәтләү менән генә сикләнмәй, илдәге төҙөлөштәр менән бергә халыҡ рухының да яңғырауы, кешеләрҙең аң кимәле күтәрелә барыуын да асыҡ күрһәтә.


Дүртенсе слайд (“Республика иртәһе” шиғырынан өҙөк)

Күрәм эшкә тора республикам,

Һөрән һалды бына гудоктар.

Эшсе өйҙәр ҡояшҡа ҡаратып

Тәҙрә асты...


Икенсе әҙәбиәтсе.”Һәйкәл” шиғырында халыҡ һәм Ватан темаһы асыла: әҫәрҙә шағир социалистик йәмғиәт кешеһенең тарих һәм кешелек алдындағы бөйөк ролен баһалай.


Бишенсе слайд. “Һәйкәл” шиғырынан өҙөк

Минең халҡым кеүек кемдең тағы

Иң ҙур һәйкәл өсөн хаҡы бар!

Иң маҡтаулы улдар унда үҫә,

Ҡаҡшамаҫ көс-уның сафында.


Тарихсы 1935 йылды элә


Биограф. Ғ.Сәләмдең студент йылдары үтә лә мауыҡтырғыс, үтә лә эшмәкәрлектә үтә.

Ул институттың ижтимағи тормошонда ҡайнап йәшәй, әҙәби кисәләрҙә әүҙем ҡатнаша, ғилми докладтар яһай, тәнҡит мәҡәләләре яҙа.


Икенсе биограф. Өфөлә Ленин урамында ике ҡатлы йорттоң икенсе ҡатында Б.Бикбай,С.Агиш, М.Тажи һәм Ғ.Сәләм бергә йәшәйҙәр һәм ижад итәләр. Дуҫтарҙың үҙ девиздары ла була.


Алтынсы слайдта шиғырҙан өҙөк һәм фотолары сыға.

Ябай үлем, күмәк өсөн -

Беҙ үҙебеҙҙе бирҙек бөтөнләй...-


Әҙәбиәтсе. Ошо йылда Сәләм үҙенең иң күренекле ҙур күләмле әҫәрҙәренең береһе булған “Шоңҡар” поэмаһын яҙа.


Беренсе әҙәбиәтсе. Поэманың төп геройы Әхмәт яҡшы күңелле, тырышә, эшсән егет. Теләге ярлылыҡтан ҡотолоп, бәхетле йәшәү. Әхмәттең тәүҙә кем булыуын, уның әсенеп әйткән түбәндәге һүҙҙәр ҙә яҡшы күрһәтә.


Етенсе слайд. “Шоңҡар” поэмаһынан өҙөк

Бурылҡайым мин бит яҡшы кеше инем,

Эш эшләнем, түктем тиремде

Мин уйланым, таяу табырмын тип,

Һөйәтергә емерек өйөмдө.


Икенсе әҙәбиәтсе. Ләкин Әхмәттең был уйҙары ҡоро хыял ғына булып ҡала. Элекке тормоштоң аяуһыҙ закондары Әхмәтте һәләкәткә илтә. Әхмәттең ярлылыҡтан яфа сигеүен, бәхетле йәшәргә теләүен ҡала сауҙагәре Миңьян үҙ маҡсаты өсөн файҙалана.


Өсөнсө әҙәбиәтсе. Әхмәтте ул урлашырға өйрәтә, юлдан яҙҙыра. Хеҙмәт һөйөүсе, намыҫлы егет әкренләп тормош төбөнә тәгәрәй.Ул үҙ яҙмышының ни эшләп шулай икәнлеген дә аңлай алмай, эҙләнә, уйлана:

Әйтсе, бурыл,

Ә һуң йәшәү өсөн

Ҡайһы һуҡмаҡ менән баралар?

Әхмәттең хатта кәңәш итер кешеһе лә юҡ, бары атына ғына өндәшә ала. Әммә герой кешелек сифатын юғалтмаған.


Уҡытыусы. Ҡәҙерле уҡыусылар. Әхмәтте ниндәй яҙмыш көтә? Һөйгәне Гөлнур менән осрашалармы?


Әҙәбиәтсе. Ни тиклем генә кеше талап, юл баҫып йәшәмәһен, уның күңелендә саф тойғолар һаҡланған. Һөйгәне Гөлнурға ҡарата уның мөхәббәте саф. Әхмәт ысын йәшәү юлын таба, уҡып, архитектор дәрәжәһенә күтәрелә, үҙенең һөйгәне менән осраша.


Уҡытыусы. Әнүр Вахитов билдәләүенсә “художестволы үҙенсәлеге менән поэма кеше яҙмышы тураһында повесть, хатта роман рәүешен ала”. Сөнки шағир күләме ҙур булмаған әҫәргә ҙур эпик йөкмөтке һыйҙырған, кешенең оло яҙмышын күрһәтә алған.


Тарихсы 1937 йылды ҡуя


Биограф. Ошо йылда Ғ.Сәләм институтты I дәрәжә диплом менән тамамлап сыға. Ғилми һәм ижади эшкә ҙур таланты булыуын иҫәпкә алып, уны Башҡортостан тел һәм әҙәбиәт ғилми – тикшеренеү институтының фольклор секторына ғилми хеҙмәткәр итеп эшкә тәғәйенләйҙәр.


Әҙәбиәтсе. Ғ.Сәләм райондан районға, ауылдан ауылға йөрөп, башҡорт халҡының ҡобайырҙарын, йырҙарын, әкиәттәрен, легендаларын, әйтемдәрен, мәҡәлдәрен һәм йомаҡтарын яҙып алырға, фәнни яҡтан өйрәнергә тотона.


Таҡтала 1938 йыл


Биограф. Бер йыл эшләгәндән һуң, Ғ.Сәләм СССР фәндәр академияһының Ленинградтағы (хәҙерге Сакт-Петербург) филиалына аспирантураға уҡырға инә.


Әҙәбиәтсе. Аспирантурала уҡыған сағында үҙенең иң күренекле әҫәрҙәренең береһе -“Бала” поэмаһын яҙып бөтә.


Беренсе әҙәбиәтсе. “Бала” поэмаһында ғаилә ҡороу, бала тәрбиәләү мәсьәләләре күтәрелә. Әҫәрҙең төп геройҙары Сәйҙел менән Зәйнәптең ғаилә яҙмышын тасуирлау аша шағир социалистик йәмғиәттә яңы кешенең барлыҡҡа килеүе тураһында һөйләй.


Икенсе әҙәбиәтсе. Өсөнсө персонаж Әршит-ғаилә тарҡатыусы, мещанлыҡҡа нигеҙләнгән әхлаҡ принциптарын йөрөтөүсе кеше.


Өсөнсө әҙәбиәтсе. Сәйҙел менән Зәйнәп - яңы ғына уҡыу йортон тамамлап сыҡҡан йәш белгестәр. Уларҙың хыялы – бәхетле ғаилә ҡороп, Тыуған илгә тоғро хеҙмәт итеү, бала тәрбиәләү. Ләкин был матур хыял тиҙ генә тормошҡа ашмай, сөнки йәмғиәттә”Әршитлек” бар. Әршитлек - зарарлы фәлсәфә. Уны4 фекеренс9, имеш: Һигеҙенсе слайд. Ғаиләнән дә элек беҙҙең илгә

Герой кәрәк, данлы кешеләр.

Ә ундайҙар, иптәш,

Тыумай тар ғаиләләр эсендә...


Дүртенсе әҙәбиәтсе. Ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс, тәжрибәһеҙ йәш егет юғалып ҡала, хатта Әршит менән күңеленән ризалаша һәм үҙен Тыуған иле алдында енәйәт эшләгән кеүек хис итә башлай.


Туғыҙынсы слайд. Дөрөҫ әйтә Әршит, ғаилә, бала аҫрап,

Батып ҡала бик күп егеттәр.


Әҙәбиәтсе.Әршит фәлсәфәһе Зәйнәп күңелендә лә урын таба. Ғаиләлә балаһыҙлыҡ тормошо башлана.


Уҡытыусы. Поэманың йөкмәткеһен асыуҙа ниндәй образдар ҙур роль уйнай?

Әҙәбиәтсе. Поэманың йөкмәткеһен асыуҙа Вәлишин менән Нәзирә образдары әһәмиәтле. Күп бала тәрбиәләп, шуға ҡарамаҫтан, илдең данлыҡлы кешеһенә әүерелгән, орден алған Вәлишин һәм Нәзирә менән осрашыу Сәйҙелде лә, Зәйнәпте лә хаталарын аңлауға килтерә.Улар яңынан бергә булып, матур донъя көтә башлайҙар.


Унынсы слайд.

Әйҙә, тинем, пуля миңә тейһен,

Тик теймәһен пуля Ватанға.

Был Ватанда минең баламдың

Бөйөк киләсәге һаҡлана.


Тарихсы таҡтаға 1939 йылды ҡуя.

Биограф. Ғәлимов Сәләмгә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аспирантураны тамамларға тура килмәй. Кинәт ҡаты ауырып китеп, 1939 йылдың 19 июлендә донъя ҡуя.


Дәрес буйы ағылған музыка кинәт туҡтай.


Тарихсы. Ғ.Сәләмде Ленинградтағы (хәҙерге Санкт-Петербург) Волхов ҡәберлегенә бөйөк рус яҙыусыларының И.Тургенев, М.Салтыков-Щедрин, А. Куприн янына ерләйҙәр.


Уҡытыусы. Ғ.Сәләм үҙ заманының талантлы йырсыһы булды. Уның поэтик әҫәрҙәре социалистик ҡоролошто һәм Башҡортостанды данланы, заман геройҙарының алға ынтылыштарын тасуирланы, дошмандарға ҡарата нәфрәт тойғоһо уятты.

Уҡытыусы. Ҡәҙерле уҡыусылар, шағир ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә нисә поэма ижад итте?


Уҡытыусы. Ғ.Сәләм замандың оло темаларын күтәрҙе: тыуған ер, тыуған Башҡортостан, донъяның үҙгәреүе, халыҡтың яңырыуы, оло илдең төҙөлөүе кеүек бөйөк ынтылышлы осор - барыһы ла ҙур поэтик оҫталыҡ менән асылды һәм уҡыусыға еткерелде.

Уҡытыусы. Ғәлимов Сәләмдең исемен мәңгеләштереү өсөн нимәләр эшләнә?

Уҡыусыларҙың яуаптары:

  • 1967 йылда Ғ.Сәләм исемендәге Йәштәр премияһы булдырылған. Хәҙерге ваҡытта был премия Ш.Бабич исеменә күсерелгән

  • Өфөлә Ғәлимов Сәләм урамы бар

  • Ғ.Сәләмдең 100 йыллығын үткәреү ҙә мәңгеләштереүгә инә

  • Өфөлә шағир йәшәгән йортҡа таҡтаташ ҡуйылған

  • 1934 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы

  • Өфөләге Зәки Вәлиди исемендәге үҙәк китапханала Ғ.Сәләмдең тормошо һәм ижады буйынса күргәҙмә ойошторолған.

Ун беренсе слайд. Уҡыусыларҙың яуаптары


Уҡытыусы. Рәхмәт, уҡыусылар, дөрөҫ. Бына нисәмә тиҫтә йылдар инде Ғ.Сәләм ҡалдырған эҙ юйылмай ҙа, тоноҡланмай ҙа. Йылдар уҙа, дәүерҙәр, ҡоролоштар алмашына, идеологиялар үҙгәрә, ә ялҡынлы шағирҙың таланты һәм новаторҙарса ижады туған халҡы йөрәгендә йәшәй.


Эпиграф яңынан слайдта сыға, бер уҡыусы ҡысҡырып уҡый.


«…Ғәлимов Сәләм был донъянан үтә иртә, үтә ашығып китте. Әммә уның әҫәрҙәре ғүмерле булып сыҡты. Улар ал-ял белмәй заманға, халыҡҡа, илгә хеҙмәт итә… Ул ни бары ун ғына йыл ижад итеп ҡалды. Ә әҫәрҙәре инде, ярты быуаттан ашыу араны үтеп, алдағы көндәргә юл тота. Бының сере шунда: шағирҙың ҙур таланты йылдар аша ҡарай һәм күрә белгән кеше». Мостай Кәрим


Уҡыусыларға баһа ҡуйыу.


Өй эше. “Шоңҡар” поэмаһынын өҙөк ятларға


Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Прочее

Категория: Уроки

Целевая аудитория: 10 класс

Скачать
Галимов Салям сын и лидер своего времени

Автор: Хизбуллина Миндигуль Мухаметьяновна

Дата: 05.01.2016

Номер свидетельства: 272545


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

Курсы ПК и ППК для учителей!
ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства