kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Фонетика, морфология темаһын ҡабатлау.

Нажмите, чтобы узнать подробности

Конспект урока по башкирскому языку для 5-х русских классов. Тема урока: " Фонетика и морфология "

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Фонетика, морфология темаһын ҡабатлау.»

Тема. Фонетика, морфология буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Дата:

Маҡсат: 1. Фонетика, морфология буйынса үтелгәндәрҙе иҫкә төшөрөү һәм системалаштырыу.

2. Һөйләү һәм яҙма телмәрҙе, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү.

3. Башҡорт теленә һөйөү, республикабыҙ менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: дәреслек, БХИ (мәҡәлдәр).

Дәрес барышы:

  1. Ойоштороу ваҡыты.

- Уҡыусыларҙы сәләмләү.

- Китаптар таратыу.

II. Төп өлөш.

- 7-се синыфтағы эштәр менән ҡыҫҡаса таныштырыу.

- Эш, яҙма эш менән дәфтәренең тышына яҙыу (дәфтәрҙе таҙа тотоуҙың мөһимлеген аңлатыу).

- Дәреслек һәм уның авторҙары менән таныштырыу (портреттарын ҡарау).

Башҡортостан – минең йәнтөйәгем,

Башҡортостан – минең ырыҫым!

Башҡортостан йәмен, ҡотон һаҡлау –

Һинең минең изге бурысым! (Р. Ниғмәтуллин)

*** Әңгәмә.(Башҡортостан Республикаһы, уның халҡы, тәбиғәте, дәүләт телдәре тураһында һөйләшеү ҡороу.

Башҡорт теле – башҡорт халҡының мили теле, ул башҡорт телендә һөйләшеүселәр өсөн аралашыу, фекер алышыу хеҙмәтен үтәй. Башҡорт теле төрки телдәр төркөмөнә инә һәм ул төркөмдәге әзербайжан, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, татар, сыуаш, төркмән, уйғыр һ.б. телдәр менән ҡәрҙәш тел һанала.

? Нимә ул фонетика? (Фонетика – ул тел ғилемендә телмәр өндәрен, уларҙың яһалышын, үҙгәрешен өйрәнеүсе фән).

? Нимә ул хәреф? (хәреф – ул өндәрҙе күрһәтеү өсөн ҡулланылған шартлы тамға). !!! Өндө әйтәбеҙ һәм ишетәбеҙ, ә хәрефтәрҙе яҙабыҙ һәм күрәбеҙ.

? Башҡорт алфавитында нисә хәреф бар? (42 хәреф, икеһе өндө белдермәй (ъ – ҡалын айырыу билдәһе, ь - нәҙек айырыу билдәһе. 9 хәреф һуҙынҡы өндө күрһәтә: а, ә, э, и, о, ө, у, ү, ы. 27 хәреф тартынҡы өндәрҙе белдерә: б, в, г, ғ, д, ҙ, ж, й, к, ҡ, л, м, н, ң, п, р, с, ҫ, т, ф, х, һ, ц, ч, ш, щ. 4 хәреф ике өндө белдерә - е(й+э), ё (й+о), ю (й+у), я (й+а).

**** Фонетик анализ эшләргә: яулыҡ, алъяпҡыс, һигеҙ.

Морфология – грек һүҙе, һүҙ төҙөлөшөн, һүҙ төркөмдәрен өйрәнә.

Һүҙ төркөмдәре (11)

Үҙ аллы ярҙамсы ымлыҡтар

Исем, сифат, һан, Теркәүестәр, бәйләүестәр,

алмаш, ҡылым, рәүеш. киҫәксәләр, мөнәсәбәт һүҙ

*** Һәр һүҙ төркөмөнә миҫалдар килтереү. (Исем –ҡар, бала; ҡылым – бара, яҙған; сифат – ҙур, иртәнге һауа, матур һауыт; һан – биш, ун һигеҙ; Алмаш – мин, ошондай, әллә кем; рәүеш – ҡапыл, бөгөн, бушҡа; теркәүес - ләкин, әгәр ҙә, шуның өсөн; бәйләүес - өсөн. менән тиклем; киҫәксә - да булһа, -дыр, -тор, -мы икән; мөнәсәбәт һүҙҙәр – моғайын, киреһенсә, ҡыҫҡаһы; ымлыҡ – эй-й-й, һәү-һәү-һәү, даңҡ-доңҡ, сылтыр-сылтыр)

Мәҡәлдәрҙең мәғәнәләре аңлатыла:

  1. Телһеҙ кеше – ярты кеше.

  2. Тура юлды тел табыр.

  3. Теле барҙың юлы бар.

  4. Һөңгө берҙе үлтерер, һүҙ меңде үлтерер.

  5. Теле татлының дуҫы күп.

? «Татлы тел» һүҙбәйләнешенең мәғәнәһе аңлатыла.

III.Йомғаҡлау.

Баһалау. Өйгә эш. «Йәйге ял» инша яҙырға.


Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Прочее

Категория: Уроки

Целевая аудитория: 5 класс

Скачать
Фонетика, морфология темаһын ҡабатлау.

Автор: Ибрагимова Азалия Варисовна

Дата: 30.10.2016

Номер свидетельства: 353506


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства